Торлаҡһыҙ интеккәндәр проблема хәл ителер тип ышана.
Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шулай тине. Уның был һүҙҙәре, тәбиғи, үҙ аҡсаһын түләп тә фатир ала алмай йонсоғандарға төбәлгәйне.
– Мәсьәләне хәл итеү ысулдары миңә яҡшы билдәле, элек эшләгән урындарымда улар һынап ҡаралған, республикала ла проблеманы мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Бөгөн миңә Хөкүмәттән тәғәйен план әҙерләп тапшырылды, бер-ике аҙна эсендә башҡарыу графигы аныҡланасаҡ, ай-ай ярым дауамында финанс схемаларын төҙөйәсәкбеҙ. Мәсьәләнең нисек бойомға ашырылыуы Хөкүмәт тарафынан аҙна һайын тикшерелеп торасаҡ, минең яҡтан – ай һайын.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә кешеләрҙе алданған өлөшсө яҙмышына дусар иткән бәндәләргә ҡануниәт кимәлендә баһа биреүҙең мөһимлеген билдәләне. “Проблема ғәйәт ҡатмарлы һәм беҙҙең республика тормошоноң иң мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала”, – тине ул кәңәшмәлә.
Алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү буйынса республикала байтаҡтан шөғөлләнәләр. Уның ҡануни нигеҙҙәрен булдырыу маҡсатында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Төҙөүселәрҙең (заказсыларҙың) Башҡортостан биләмәһендә күп фатирлы йорттар төҙөү буйынса йөкләмәләрен үтәмәүе сәбәпле зыян күргән граждандарҙы яҡлау буйынса саралар тураһында” Башҡортостан Законын да ҡабул иткәйне. Һуңынан парламент Рәйесе Константин Толкачев: “Ҡабул ителгән ҡануни акттар беҙ көткән һөҙөмтәне бирмәне”, – тип танырға мәжбүр булды.
Үҙ сығышында Радий Фәрит улы хоҡуҡ һаҡлау органдарын бер нисә тапҡыр телгә алды. Ысынлап та, юридик яҡтан дөрөҫ килешеү төҙөп тә, бурыс үтәлмәй икән, был осраҡта дәүләт кисекмәҫтән ярҙамға килергә тейеш. Ләкин был мәсьәләлә йыш ҡына һүлпәнлеккә юл ҡуйыла.
Бер нисә йыл элек әле гәзитебеҙҙә ул саҡта Башҡортостан Республикаһы Прокуроры урынбаҫары булып эшләгән Гөлнара Бикбулатова менән ойошторолған әңгәмәлә лә шул даирәләге етешһеҙлектәр күрһәтелгәйне: “Енәйәт эштәрен тикшергән саҡта тәфтишселәрҙең оператив-эҙләнеү органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең тейешле кимәлдә булмауы эште тотҡарланы, алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын боҙоуға алып килде. Был төрҙәге барлыҡ енәйәт эштәре буйынса оператив-эҙләнеү төркөмдәре ойошторолған, оператив хеҙмәткәрҙәр енәйәт эштәренә ҡағылышлы иҫбатлау мәғлүмәттәрен йыйырға, анализларға, теркәп барырға бурыслы ине, ләкин улар үҙ ваҡытында барлыҡ сараларҙы ла күрмәне. Тәфтишселәрҙең күрһәтмәләре тулы күләмдә үтәлмәне, насар башҡарылды. Урланған аҡсаны кемгәлер һәм ҡайҙалыр тапшырыу каналдары, уның ҡайҙа тотонолоуы асыҡланманы”.
214-се Федераль законға ярашлы, килешеүҙә ҡаралған ваҡыт килеп еткән мәлдә лә торлаҡ йорт һаман әҙер булмаһа, бының өсөн аҡса түккән кеше төҙөлөш ойошмаһын судҡа бирә ала. Ләкин, тәжрибә күрһәтеүенсә, уның йоғонтоһо бик аҙ. Ҡануниәткә ярашлы, бындай осраҡтарҙа штрафты Үҙәк банктың рефинанслау күләменең өс йөҙҙән бер проценты рәүешендә түләттерәләр. Ғәҙәттә, ул, бөгөнгө квадрат метр хаҡтарын иҫәпкә алһаҡ, торлаҡ өсөн түләнгән сумманың 5-8 проценты самаһын тәшкил итә. Әммә суд, ҡағиҙә булараҡ, ғәйепле яҡтан, йәғни төҙөлөш ойошмаһынан, уның яртыһын ғына түләттерә. Әхлаҡи зыянды ҡаплау күләме биш меңдән алып 15 мең һумға саҡлы, һирәк осраҡта ғына 50 мең һумға етә. Йөҙҙәрсә миллион һумды әйләнештә йөрөткән ҙур төҙөлөш ойошмаһы өсөн был сүп кенә.
Әлеге ваҡытта республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының исемлегендә илленән ашыу проблемалы объект бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре биҙәкләү һәм коммуникациялар үткәреү, ә бәғзеләре хатта нигеҙ өсөн соҡор ҡаҙыу кимәлендә туҡтап ҡалған.
Хәҙер иң мөһиме – проблеманы хәл итеүҙең аныҡ ысулдары һәм план-графигы билдәләнде һәм уның үтәлеше Радий Хәбировтың, шулай уҡ республика Хөкүмәтенең контролендә тотоласаҡ.
Владимир ГУСЬКОВ,
“Миловка паркы” торлаҡ комплексы өлөшсөләренең инициативалы төркөмө етәксеһе:
– Төҙөлөш туҡтап ҡалған 32 йорттоң икәүһе генә файҙаланыуға тапшырылды. Яҡын киләсәктә тағы ла һигеҙенә фатир хужаларын күсерергә уйлайҙар. Ҡалған йорттар буйынса әлегә бер ни ҙә вәғәҙә ителмәй. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты алданған өлөшсөләрҙең байтағын “Йәштәр” торлаҡ комплексының әҙер йорттарына күсереүҙе планлаштыра. Был биҫтәне Торлаҡ төҙөлөшө фонды һала, уларҙың үҙ эшен тиҙ башҡарғанын беләбеҙ, ләкин унда беҙҙең төркөмдөң нисә кешеһен һәм ҡасан күсерерҙәр – бөгөн әйтеүе ҡыйын”.