Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кәнсер-Ҡотос юлын тапап, Үтеп китте беҙҙең бала саҡ”

Һеҙҙән рухи ҡеүәт алабыҙ, Ырымбур башҡорттары!

Ырымбурға бер сәфәргә сыҡҡас, һәр башҡорт ауылына булмаһа ла, саҡырып торғандарының һәр береһенә инеп сығырға тырыштыҡ. 2015 йылда Александровканың үҙендә асылған Әбделхәй хажи Хөсәйенов исемендәге мәсеткә алып инде күптәнге танышыбыҙ, Ырымбурҙың аҫыл ир-егеттәренең береһе Миңнулла ағай Ғәбитов. Бөтә шарттар булдырылған бында: балалар өсөн уйын майҙансығы ла, тәһәрәт бинаһы ла, ял урыны ла бар. Иман йорто нур сәсеп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай.

Булғандың ҡәҙере бармы?

Александровка районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Резеда Күсәрова бик тынғыһыҙ заттарҙан булып сыҡты. Ул бындағы бар хәлдәрҙе һөйләп, башҡарған эштәрен күрһәтергә ашыҡты. Юл ыңғайында ҡуйылған таш янында туҡталдыҡ. Унда “Память участникам Гражданской войны Ток-Чуранского кантона 1918 – 1924 г.г.” тип яҙылған. Артына иһә башҡортсалап, ерлектәге һөй­ләш­тә: “Беҙ Туҡ-Соран егетләре” тип тә теркәп ҡуйған ошо ташты ҡуйыусылар.

Ошо ерҙәрҙә барған барыһы. Баш­ҡорт автономияһы өсөн көрәш тә тап беҙҙә башланған. Шуға бәйле ҡуйылды был таш, – тип аңлатты Резеда ханым.

Александровка районы рәсми сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр 1734 йылда телгә алына. Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе Йомран-Табын олоҫо ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 33-сө йортона ҡарай. Уҙған быуат башындағы ваҡиғаларҙан һуң, Башҡортостан автономияһының Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан респуб­ликаның Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы, 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Бына шундай ҡатмарлы юл үткән был төбәк. Әммә үҙ еренән ниндәй генә сәйәси ваҡиғалар үтеүенә ҡарамаҫтан, халыҡ рухи ҡеүәтен, милли асылын һаҡлап ҡалған. Бөгөн дә был яҡта милләт­тәштәребеҙ башҡортлоғона тоғро ҡалып, йолаларҙы тотоп йәшәй.

Александровка районы — (Ҡыуандыҡ һәм Ҡыҙыл Гвардия райондары менән бергә) Ырымбур өлкәһенең башҡорттар тығыҙ йәшәгән төбәге. Милләт­тәштә­ребеҙ тупланып көн иткән иң ҙур ауылдар – Аҡтейен, Иҫәнгилде, Күрпәс, Ҡәйепҡол, Ҡансыра, Ҡотос.

Мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ, башҡорт теле райондың ике мәктәбендә 2013 йылға тиклем өйрә­нелгән. Бөгөн хәл, әлбиттә, башҡасараҡ. Әммә милләттәштәребеҙ, телде өйрәнәбеҙ, тик китаптар килтерегеҙ, тип тора. Әсбаптар етешмәүен, иҫке йыйынтыҡтар ярҙамында белем бирергә тырышыуҙарын күреп, күҙгә йәш тулды. Беҙ, Башҡортостан башҡорттарына башҡорт телен өйрәнергә кәрәк, тип иҫбатларға тырышҡанда, ырымбурҙар үҙҙәре телде һаҡлау, балаларҙы өйрәтеү яғында. Булғандың ҡәҙере булмай тигәндәре шулдыр инде.
Бында 1998 йылдан Ырымбур өлкә­һенең Александровка районы башҡорт­тары ҡоролтайы, Ҡотос ауылында “Райхан” йыр (1992 йылдан), “Сулпан” бейеү ансамблдәре (1993 йылдан) эшләй.


Шәхестәре данлай был ерҙе

Ҡотос мәктәбе хаҡында һөйләгәндә, был төбәктә – Александровка районында – белем алғандарҙы ла телгә алып китеү урынлы булыр, моғайын.
Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов – башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист. “Башҡортостан” киносту­дияһын ойошторған һәм уның беренсе директоры булған кеше. 1961 йылдан – СССР Театр эшмәкәрҙәре, 1997 йылдан Рәсәй Кинематографсылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2010, үлгәндән һуң) лауреаты. Ҡәйепҡол ауылынан. Тыуған яғында бик яратып телгә алалар Әмир ағайҙы. Уның ҡайтып йөрөгән йорто ла, белем алған мәктәбенең нигеҙе лә һаҡлана.

Сәғит Агиш кеүек лаҡаптарға ингән, иҫән сағында уҡ үҙенә халыҡ күңелендә һәйкәл һалып киткән тағы берәй яҙыусы бармы икән? Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Почёт Билдәһе” ордендары кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ул ошо Ҡотос мәктәбендә уҡып киткән.

Сәхи Ниғмәт улы Сәйетов – Ҡайыпҡол ауылында тыуған шәхес, актёр, режиссёр. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1966). Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлаған. Заманында бик билдәле артист булған. Әмир ағай Абдраза­ҡовтың сәнғәткә оҫталығы барлығын күреп, тап Сәхи Сәйетов уға театр бүлегенә уҡырға барырға, Өфөгә юлланырға кәңәш иткән. Ул йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз театрында, хәҙерге Сибай башҡорт драма театрында эшләй Сәхи Ниғмәт улы. Байтаҡ әҫәрҙе сәхнәләштерә, художество етәксеһе лә була.

Рәхим Усман улы Ишбулатов Кәнсер ауылында тыуған. Өфө сәнғәт техникумын, Юғары музей курсын (Мәскәү) тамамлаған. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Ленинградты обороналаған өсөн”, “Өлгөлө хеҙмәт өсөн” миҙалдары менән наградланған. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 1966 йылда төшө­рөлгән “Һынмаған рух” картинаһын барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Ундағы Салауат – тап беҙ яратҡан, ҡулдары бығаулы килеш тә ҡарашы менән азатлыҡҡа әйҙәгән батыр, еңеүсе!

Был шәхестәр хаҡында тәфсирләп яҙыуым шунан: кем белә, бәлки, бөгөнгө балалар араһынан Абдразаҡовтар, Агишевтар, Ишбулатовтар үҫеп сығыр әле тигән өмөт уяна күңелемдә, уҡытыу­сыларҙың ниәтен тойоп.

Ҡулдарында – һарғайып бөткән “Бүләк”...

Бөгөн Ҡотос мәктәбендә 36 бала белем ала. Беҙҙең менән осрашыуға ошонда ҡырҡ йылға яҡын директор вази­фаһын башҡарған Люция Агишева ла килгәйне. Уҡытыусылар менән яҡындан танышып күрешеүгә сикһеҙ шат булдыҡ: уларҙың иңендә белем биреү генә түгел, ә шәхес тәрбиәләү, милләт вариҫын үҫтереү бурысы ята бит. Быны Ҡотоста яҡшы аңлайҙар. “Әлифба” урынына иҫкереп бөткән “Бүләк” китабынан уҡытыуҙарын күреп йөрәк әрнене. Башҡортостан ҡайҙа ҡарай һуң ул? Беҙҙең бит тап сит өлкәләрҙә, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар менән эш алып барыуға йүнәлтелгән программалар бар. Ниңә барыһы ла йәмәғәт ойошмаһы булған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иңенә ҡайтып ҡалырға тейеш? Ә дәүләт учреждениелары, рәсми органдар нимә ҡарай? Беҙ бит төбәктәргә башҡорт әсбаптарын илтеп бирергә тейешбеҙ!

Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, тарихсы Нурислам Ҡалмантаев мәктәп директоры Әминә Агишеваға китаптар тапшырып, киләсәктә лә хеҙмәттәшлек өҙөлмәйәсәк, тип вәғәҙәләне. Яҙыусы, ғалим Фәнзил Санъяров Ырымбур ерендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе баш йорт менән бәйләнеште һаҡларға саҡырҙы. “Беҙ һеҙгә ҡарап торабыҙ, сөнки тап башҡа төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар беҙгә рухи ҡеүәт өлгөһөн күрһәтә!” – тине ул. Ғалим Зәкирйән Әминев ошо ерҙәрҙең тарихи Баш­ҡортос­тан картаһына инеүе, боронғо төбәгебеҙҙең диңгеҙҙән диңгеҙгә тиклем һуҙылыуы хаҡында һөйләне. Тамырҙары Ырымбур өлкәһенән булған үҙешмәкәр композитор Фәниә Дауытова яҡташта­рына йырҙарын бүләк итте. Ҡурайсы Азамат Хәлилов ҡурайҙа уйнап, “Уралым”ды йырлап ебәргәс иһә рәсми сиктәрҙең рухи бәйләнештәргә бик ҡуя алмауын йәнә бер тапҡыр тойҙоҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова башҡарған халыҡ йырҙары, күңелле бейеү таҡмаҡтары илаһилыҡты тағы ла көсәйтте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар

Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар 16.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының ете саҡрымын ремонтлайҙар...

Тотош уҡырға 12

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай 16.05.2025 // Йәмғиәт

2025 йылда Өфөлә математика лицейы төҙөлә башлай...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан 16.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 133 йәш ғалим торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды 16.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йәйгеһен ҡайҙа ял итергә йыйыныуы билдәле булды...

Тотош уҡырға 18

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ 16.05.2025 // Йәмғиәт

Ҡаҙмаштар «Айыҡ ауыл» конкурсында еңгән призға ҡиммәтле техника һатып аласаҡ...

Тотош уҡырға 18

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була 16.05.2025 // Йәмғиәт

Ял көндәрендә республикала йылы һәм яуым-төшөмһөҙ була...

Тотош уҡырға 13

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә сәләмәтлек байрамы ойошторола...

Тотош уҡырға 16

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде...

Тотош уҡырға 19

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды 15.05.2025 // Йәмғиәт

Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды...

Тотош уҡырға 23

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Баш ҡалала «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде...

Тотош уҡырға 19

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде 15.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы әүҙемселәре бүләкләнде...

Тотош уҡырға 18

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә 15.05.2025 // Йәмғиәт

Июндә республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә...

Тотош уҡырға 18