Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ялсыҡайҙың йөҙөк ҡашы
Китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамованың олпат юбилейына әҙерләнеп, мәшәҡәттәр менән йөрөгән сағында тап иттек. “Хәҙер халыҡ китап уҡымай, гәзит-журнал алдырмай” тигәнде йыш ишеткәнгә күрә, Ялсыҡайҙа “китап ене” ҡағылғандар самалы ғыналыр тигән фекерҙә инек.

Хаталанғанбыҙ. Мәҙинә Рауил ҡыҙы ошонда утыҙ йыл эшләү дәүерендә китапхана ишегенең һис тә ябылмауын, өс йөҙҙән ашыу уҡыусыһы барлығын белдерҙе.

Заман алға китеү, ҡиммәттәр алма­шы­ныуға ҡарамаҫтан, аҡыл эйәһе әйтеүенсә, китаптың һаман да аулаҡ­тағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙ­лөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, тарихты хикәйәт итеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә булып ҡалыуы тәбиғи.

— Уҡыусыларым яңы мәғлү­мәт­кә һыуһап килә. Әлбиттә, күберәк “Баш­ҡортостан” гәзите, “Баш­ҡорт­остан ҡыҙы”, “Ағиҙел”, “Ватандаш” журналдарына өҫтөнлөк бирәләр. Элекке кеүек өй беренсә баҫма­ларға яҙылыу юҡ шул хәҙер, хаҡ­тары ҡиммәт, тиҙәр. Китапхана яңы китаптар менән даими тулыландырыла. Уҡыу йылы башланыу менән балалар күберәк килә башланы.

Районда Мәҙинә Ҡунаҡҡо­лованы яҡшы белгес, талантлы ойоштороусы, ауыл Советының ышаныслы депутаты булараҡ хөрмәт итәләр.
— Егерме йыл һайлау кампания­һында ҡатнаштым, ғүмер буйы агитатор, ойоштороусы булдым. Халыҡ беҙҙең сабыр, төптән уйлап эш итә белә. Ауылдаштар менән һөйләшеп-килешеп, янғын һүн­дереү машина­һы­на аҡса ла йыйҙыҡ әле. Ауыл старос­таһы Байрамғәле Абдрахманов менән һәр саҡ кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Йыл да Өлкән йәштә­геләр көнөн ауылдаштарым менән ихлас, уйын-көлкө менән үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Йәйҙең йәмле көнөндә Ялсыҡайҙың 140 йыл­лығына арнап уҙғарылған байрам да яҡташтарымдың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, — ти Мәҙинә Рауил ҡыҙы башҡарылған эштәре тураһында.

Зауыҡ, зиһен, рухи аҙыҡ биргән әҙәби кисәләр һәм осрашыуҙар ялсыҡайҙарҙың буш ваҡытын фай­ҙалы, йөкмәткеле уҙғарырға ярҙам итә. Бер юлы сценарист та, режиссер ҙа, ойоштороусы ла булмай сара юҡ китапханасыға. Клуб мөдире булып эшләгән һеңлеһе Хәлимә Аҡсурина һәр саҡ уға ныҡлы терәк, кәңәшсе. Райондың “Йәнтө­йәк” фольклор ансамблендә лә улар халыҡ күңеле тыуҙырған икһеҙ-сикһеҙ йыр-моң, йолалар хазинаһын йөрәктәрҙән йөрәктәргә еткерә.

Хаҡлы ялда булыуына ҡара­маҫтан, бөтә күңел йылыһын ярат­ҡан, йыуаныс биргән эшенә, ауыл­даш­тарының тын йылғалай аҡҡан тормошон йәнлерәк һәм йәмлерәк итеүгә тырышлыҡ һалған Мәҙинә Рауил ҡыҙының яңы идеялар, яңы ижад емештәре менән ҡыуанды­расағына һис икеләнмәйбеҙ.




Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА Район: Көйөргәҙе районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы
Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде 21.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана 21.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты 20.09.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән 19.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың Совет районындағы 414-се участка һайлау комиссияһында был проблема тиҙ арала хәл ......

Тотош уҡырға 2

Топорниндар йорто «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» маршрутының бер өлөшө буласаҡ

Топорниндар йорто «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» маршрутының бер өлөшө буласаҡ 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 19 сентябрҙә Кушнаренко районы буйлап эш сәфәре барышында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты...

Тотош уҡырға 2

Республикала иң йәш һәм иң оло күҙәтеүсенең йәше билдәле булды
Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә

Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә...

Тотош уҡырға 2

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде 19.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде...

Тотош уҡырға 1

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана 19.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркта фонтандарҙың ниндәй булырын күрһәтте

Комментарий өҫтәргә