Китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамованың олпат юбилейына әҙерләнеп, мәшәҡәттәр менән йөрөгән сағында тап иттек. “Хәҙер халыҡ китап уҡымай, гәзит-журнал алдырмай” тигәнде йыш ишеткәнгә күрә, Ялсыҡайҙа “китап ене” ҡағылғандар самалы ғыналыр тигән фекерҙә инек.
Хаталанғанбыҙ. Мәҙинә Рауил ҡыҙы ошонда утыҙ йыл эшләү дәүерендә китапхана ишегенең һис тә ябылмауын, өс йөҙҙән ашыу уҡыусыһы барлығын белдерҙе.
Заман алға китеү, ҡиммәттәр алмашыныуға ҡарамаҫтан, аҡыл эйәһе әйтеүенсә, китаптың һаман да аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, тарихты хикәйәт итеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә булып ҡалыуы тәбиғи.
— Уҡыусыларым яңы мәғлүмәткә һыуһап килә. Әлбиттә, күберәк “Башҡортостан” гәзите, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел”, “Ватандаш” журналдарына өҫтөнлөк бирәләр. Элекке кеүек өй беренсә баҫмаларға яҙылыу юҡ шул хәҙер, хаҡтары ҡиммәт, тиҙәр. Китапхана яңы китаптар менән даими тулыландырыла. Уҡыу йылы башланыу менән балалар күберәк килә башланы.
Районда Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡшы белгес, талантлы ойоштороусы, ауыл Советының ышаныслы депутаты булараҡ хөрмәт итәләр.
— Егерме йыл һайлау кампанияһында ҡатнаштым, ғүмер буйы агитатор, ойоштороусы булдым. Халыҡ беҙҙең сабыр, төптән уйлап эш итә белә. Ауылдаштар менән һөйләшеп-килешеп, янғын һүндереү машинаһына аҡса ла йыйҙыҡ әле. Ауыл старостаһы Байрамғәле Абдрахманов менән һәр саҡ кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Йыл да Өлкән йәштәгеләр көнөн ауылдаштарым менән ихлас, уйын-көлкө менән үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Йәйҙең йәмле көнөндә Ялсыҡайҙың 140 йыллығына арнап уҙғарылған байрам да яҡташтарымдың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, — ти Мәҙинә Рауил ҡыҙы башҡарылған эштәре тураһында.
Зауыҡ, зиһен, рухи аҙыҡ биргән әҙәби кисәләр һәм осрашыуҙар ялсыҡайҙарҙың буш ваҡытын файҙалы, йөкмәткеле уҙғарырға ярҙам итә. Бер юлы сценарист та, режиссер ҙа, ойоштороусы ла булмай сара юҡ китапханасыға. Клуб мөдире булып эшләгән һеңлеһе Хәлимә Аҡсурина һәр саҡ уға ныҡлы терәк, кәңәшсе. Райондың “Йәнтөйәк” фольклор ансамблендә лә улар халыҡ күңеле тыуҙырған икһеҙ-сикһеҙ йыр-моң, йолалар хазинаһын йөрәктәрҙән йөрәктәргә еткерә.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөтә күңел йылыһын яратҡан, йыуаныс биргән эшенә, ауылдаштарының тын йылғалай аҡҡан тормошон йәнлерәк һәм йәмлерәк итеүгә тырышлыҡ һалған Мәҙинә Рауил ҡыҙының яңы идеялар, яңы ижад емештәре менән ҡыуандырасағына һис икеләнмәйбеҙ.