Өфөлә төп яңы йыл майҙансыҡтары 15 декабргә асыла 18.11.2026 // Йәмғиәт
Ҡала шулай уҡ республика етәкселегенең бойороҡтарын көтә....
«Халыҡҡа яҡын етәксе»: Хәйбулла районы халҡы Өфөнөң яңы мэрына рәхмәтле

Өфөнөң яңы мэры Рөстәм Шәриповты Хәйбулла районында көслө етәксе булараҡ хәтерләйҙәр. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында райондың ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова һөйләне.
«Беҙҙең район ҡатмарлы климатлы зонала урынлашҡан: йәй ямғырһыҙ, ҡыш ҡарһыҙ, тиергә мөмкин. Йәғни шарттар еңелдән түгел, шуға ҡарамаҫтан, Рөстәм Динислам улы бөтә тармаҡтарҙы ла, шул иҫәптән ауыл хужалығын да тигеҙ үҫтерергә тырышты. Күп урындарҙағы кеүек үк, беҙҙә лә юл мәсьәләһе киҫкен тора. Рөстәм Шәриповтың башланғысы буйынса быға тиклем асфальт күрмәгән ауылдарға асфальт урамдар һалынды һәм яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылды.
Уның эшләгән осоро, һис шикһеҙ, район тарихына мөһим объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу менән инәсәк. Аҡъяр ауылында 550 уҡыусыға иҫәпләнгән полилингваль мәктәп асылды, бассейн, кинотеатр төҙөлдө. Ҙур физкультура-һауыҡтытырыу комплексы төҙөлөшөн башынан аҙағына тиклем алып барҙы. Бынан тыш, ун фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды», — тип хәтерләй Ырыҫбикә Аллағолова.

Рөстәм Шәрипов хужалыҡсыл етәксе була, шул уҡ ваҡытта социаль тармаҡҡа лә ныҡлы иғтибар бирә.
«Был осорҙа район хакимиәте йөҙләгән имен булмаған ғаиләгә ярҙам итте. Социаль тармаҡ әүҙем эшләне, сөнки етәксе халыҡтың һәр үтенесенә һәм һорауына иғтибар бирҙе. Ул халыҡ араһына сығып аралашыуҙан ҡурҡманы.
Шулай уҡ, ветерандар советы рәйесе булараҡ, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереүгә айырыуса иғтибар бүлде, тип өҫтәр инем. Мәҫәлән, республикала беренселәрҙән булып Аҡъяр ауылында тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл асылды», — тип билдәләне Рсбика Аллағолова.
Быға тиклем Өфө мэрының яҡташтары уның Бөрйән районында ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләгәйне.
Өфөлә төп яңы йыл майҙансыҡтары 15 декабргә асыла 18.11.2026 // Йәмғиәт
Ҡала шулай уҡ республика етәкселегенең бойороҡтарын көтә....
Республикала ҡар яуыуға бәйле ике трасса ябылды 18.11.2026 // Йәмғиәт
Республикала ҡар яуыуға бәйле ике трасса ябылды...
Яҡташтары Өфө мэрының Бөрйән районында ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләне 18.11.2026 // Йәмғиәт
Яҡташтары Өфө мэрының Бөрйән районында ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләне...
Республикала иң яҡшы Ҡыш бабай һынына конкурс иғлан ителде 18.11.2026 // Йәмғиәт
Конкурсҡа йомғаҡ иҫке Яңы йылда – 13 ғинуарҙа яһала....
Баймаҡта пиксель шыршы ҡуя башланылар 17.11.2026 // Йәмғиәт
Баймаҡта яңы йыл байрамдарына әҙерлек башланды. Салауат Юлаев исемендәге үҙәк паркта белгестәр ......
Башҡортостанда йәшәүселәр республиканың Йәштәр баш ҡалаһы-2027 өсөн тауыш бирә ала 17.11.2026 // Йәмғиәт
Тауыш биреү 20 ноябргә тиклем бара....
Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған үҫмерҙең олатаһы ҡапыл вафат булған 17.11.2026 // Йәмғиәт
Бар ғүмерен республика тәбиғәтен һаҡлауға бағышлаған Ришат Шакир улы Кәримов 62 йәшендә арабыҙҙан ......
Республикала ишле ғаиләләргә мәктәп формаһы өсөн сертификаттар бирелә башлай 16.11.2026 // Йәмғиәт
Етенсе саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы президиумының 45-се ултырышында беренсе уҡыуҙа ......
Республикала яңы йыл ҡаласыҡтарын асыу ваҡыты һауа торошона бәйле 16.11.2026 // Йәмғиәт
Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы белдерҙе....
Башҡортостан Башлығы Салауат белем биреү колледжы директорын бүләкләне 16.11.2026 // Йәмғиәт
Юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн колледж етәксеһе «Хеҙмәт батырлығы өсөн» ......
Айсу, Нуринисо һәм Кинйә: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 16.11.2026 // Йәмғиәт
Айсу, Нуринисо һәм Кинйә: Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...
Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне 13.11.2026 // Йәмғиәт
Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне...