«Халыҡҡа яҡын етәксе»: Хәйбулла районы халҡы Өфөнөң яңы мэрына рәхмәтле18.11.2026

«Халыҡҡа яҡын етәксе»: Хәйбулла районы халҡы Өфөнөң яңы мэрына рәхмәтле

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ»

Өфөнөң яңы мэры Рөстәм Шәриповты Хәйбулла районында көслө етәксе булараҡ хәтерләйҙәр. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында райондың ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова һөйләне.

«Беҙҙең район ҡатмарлы климатлы зонала урынлашҡан: йәй ямғырһыҙ, ҡыш ҡарһыҙ, тиергә мөмкин. Йәғни шарттар еңелдән түгел, шуға ҡарамаҫтан, Рөстәм Динислам улы бөтә тармаҡтарҙы ла, шул иҫәптән ауыл хужалығын да тигеҙ үҫтерергә тырышты. Күп урындарҙағы кеүек үк, беҙҙә лә юл мәсьәләһе киҫкен тора. Рөстәм Шәриповтың башланғысы буйынса быға тиклем асфальт күрмәгән ауылдарға асфальт урамдар һалынды һәм яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылды.
Уның эшләгән осоро, һис шикһеҙ, район тарихына мөһим объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу менән инәсәк. Аҡъяр ауылында 550 уҡыусыға иҫәпләнгән полилингваль мәктәп асылды, бассейн, кинотеатр төҙөлдө. Ҙур физкультура-һауыҡтытырыу комплексы төҙөлөшөн башынан аҙағына тиклем алып барҙы. Бынан тыш, ун фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды», — тип хәтерләй Ырыҫбикә Аллағолова.
Фото: Ырыҫбикә Аллағолова

Рөстәм Шәрипов хужалыҡсыл етәксе була, шул уҡ ваҡытта социаль тармаҡҡа лә ныҡлы иғтибар бирә.

«Был осорҙа район хакимиәте йөҙләгән имен булмаған ғаиләгә ярҙам итте. Социаль тармаҡ әүҙем эшләне, сөнки етәксе халыҡтың һәр үтенесенә һәм һорауына иғтибар бирҙе. Ул халыҡ араһына сығып аралашыуҙан ҡурҡманы.
Шулай уҡ, ветерандар советы рәйесе булараҡ, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереүгә айырыуса иғтибар бүлде, тип өҫтәр инем. Мәҫәлән, республикала беренселәрҙән булып Аҡъяр ауылында тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл асылды», — тип билдәләне Рсбика Аллағолова.

Быға тиклем Өфө мэрының яҡташтары уның Бөрйән районында ниндәй етәксе булыуы хаҡында һөйләгәйне.



Вернуться назад