Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атаһы һалған юлдан
Иң мөһиме – баланың күңел йоҙағына асҡыс ярата белеү.

Мәктәп ишеген тәүге тапҡыр асып ингән көнөм нисек хәтергә уйылған, шуның шикелле беренсе мәртәбә дәрес үткәргәнем дә иҫтән сыҡмай. Бер ҡулымда – класс журналы, китап, дәрес барышы теркәлгән ҡалын дәфтәр һәм башҡа әсбаптар, икенсеһе менән ишек тотҡаһына үреләм. Ә эстә – ҙур ҡыҙыҡһыныу менән баҡҡан әллә күпме бала. Аяғөҫтө ҡаршы алдылар, иҫәнләшеүемә дәррәү яуап бирҙеләр. Китап-дәфтәрҙәр партаның бер яғына матур итеп һалынған, йөҙҙәрҙә – итәғәтлелек, күҙҙәрҙә – нур, ышаныс...

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Асҡындың 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Зәйнура САБИРОВА ла һүҙҙе тәртиптән башланы. Бәләкәйҙән әҙәп-әхлаҡ нигеҙҙәренә төшөнөп үҫкәндәргә тормошта еңел булыуын, күркәм холоҡ-фиғелдең уңышҡа илткән тәүшарт икәнен билдәләне. Үҙенең ҡаҙаныштарын ул тап шунда күрә. Нисек йәшәй бөгөнгө ауыл уҡытыусыһы? Ниндәй уй-теләктәр йөрөтә күңелендә? Һөнәренең асылын ниҙә күрә? Байрам уңайынан педагогка ошо һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

– Кеше үҙенең мөмкинлек­тәрен тулыһынса файҙаланып бөтмәй тигән фекер йәшәй беҙҙә. Ә бына һеҙҙең миҫалда шуның тап киреһен күрәбеҙ: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы бурысын атҡара­һығыҙ, өҫтәүенә логопедҡа уҡығанһығыҙ...

– Немец әҙибе Лион Фейхт­вангерҙың “Талантлы кеше һәр йәһәттән дә талантлы” тигән һүҙ­ҙә­ре бар. Һәләтлеләргә һоҡла­нам. Шул уҡ ваҡытта уңыштың күп өлөшө – хеҙмәттән, тиҙәр. Тимәк, бирелгән һәләтте туҡтау­һыҙ үҫтереү зарур, кире осраҡта уның юғалыуы ла ихтимал.

Үҙемә килгәндә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен бәләкәйҙән яраттым. Асҡындың 1-се мәктәбендә эшләүемә ике тиҫтә йылдан ашыу инде. Уҡытҡан фәнем – башҡорт теле һәм әҙәбиәте – миңә һулаған һауа, эскән һыу кеүек кәрәк, ҡәҙерле. Билдәле, йәш быуынды халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре нигеҙенә төшөндөргән педагог булараҡ, эшем кабинетта дәрес биреү менән генә сикләнергә тейеш түгел. Һөнәрем минең гелән халыҡ араһында булыуымды, осрашыуҙарға йыш йөрөүемде, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуымды, ғөмүмән, ҡайнап йәшәүемде талап итә.

Балаларға ла шундай тәрбиә бирергә тырышам. Дәрес бул­һынмы, кластан тыш саралармы, һәр уҡыусымдың нимәгә һәләтле икәнен асыҡлауҙы тәүмаҡсат итеп алғанмын. Бөтөн балалар ҙа талантлы, ошоно тоя, күрә белергә генә кәрәк. Ә был тәү сиратта тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының бурысы тип иҫәпләйем.

Бер мәл, ниңә өҫтәмә белем алмаҫҡа, тип уйлана башланым һәм логопед һөнәренә туҡтал­дым. Ниәтем тормошҡа ашты: Башҡортостан Мәғарифты үҫте­реү институтында ғилем тупланым.

– Һәр баланың һәләтен асырға тырышам, тинегеҙ. Бөгөнгө йәш быуын ниндәй үҙенсәлектәре менән айырылып тора?

– Уларға ихтирамымдың сиге юҡ! Тәү сиратта фекерле булыу­ҙарына һөйөнәм. Шул уҡ ваҡытта артҡа сигенеү йәки башлағанын тамамламайынса икенсеһенә тотоноу кеүек сифаттар ят уларға. Беҙгә, уҡытыусыларға, ошо күркәм һыҙаттарҙы күрә белеү, үҫтереү мөһим. Фекер оҡшамаһа ла, уны ҡабул итеү зарур. “Дөрөҫ уйламайһың”, – тип ҡырҡа ҡаршы сығып, үҙеңдекен тылҡый башлайһың икән, бала йомоласаҡ. Уҡыусылар менән дуҫ бул, һәр береһен яҡын күр, тип өйрәтте миңә остаздарым.

Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ. Ул барыһын да тоя, күңеленә һең­дерә. Кемеһендер айырып ҡарау – ғәҙелһеҙлек, уҡытыусының төп бурысынан тайпылыуы. Бала ниндәй генә булмаһын, уның ыңғай яҡтарын күреп, уңайы тура килгән һайын маҡтап алыу кәрәк. Йылы һүҙҙең ҡөҙрәте сикһеҙ.
– Үҙегеҙҙең бала сағығыҙға әйләнеп ҡайтҡанда...

– Районыбыҙҙың Солтанбәк ауылында тыуып үҫтем. Унда IX класты тамамлағас, артабан белем алыуҙы Ҡашҡа урта мәктәбендә дауам иттем. Тормошомдо Асҡындан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Үҙенсәлекле матурлығы, йылылығы менән күңелемде мәңгегә арбаған ул. Ә халҡының ихласлығы, тарих һынауҙарына һынмаған ихтыяр көсө... Ошо асылыбыҙ юғалмаһын ине, тип теләйем гел. Был, әлбиттә, тәү сиратта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының хеҙмәтенә бәйле.

Белеүегеҙсә, беҙҙең район Свердловск өлкәһе, Пермь крайы менән сиктәш. Төрлө тармаҡтар буйынса элек-электән бәйләнеш булдырылған. Киләсәктә йәш­тәребеҙ ошо хеҙмәттәшлекте тағы ла нығытыр, тыуған еребеҙҙең данын һаҡлар, ҡеүәтен арттырыр тигән ышаныстамын.
– Белеүемсә, һеҙ ғаиләлә 11-се бала. Ишлелектең көсө ниҙә?

– Ҙур ғаилә – оло бәхет. Ҡурсаулыһың, ҡәҙерлеһең, кәрәк­һең... Терәлер, таяныр, ярҙам итергә әҙер яҡындарың барҙа бер ниндәй бурыс та ауыр түгел кеүек. Халыҡ та бит ишлелеге, берҙәмлеге менән көслө. Бер-береңдең ҡәҙерен белеү, һәр яҡлап үҫтерергә тырышыу, уңыштарға һөйөнөү ҡеүәтте арттыра ғына. Шуға ла ғаиләнең дә, дәүләттең дә ишлелеккә ынтылыуы мөһим. Был йәһәттән бөгөн республикабыҙҙа, илебеҙҙә маҡсатлы эш алып барылғанына һөйөнәм.

Туғандарым араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Уҡытыу­сы­лыҡты мин генә һайланым. Ағай-апайҙарымдың күбеһе шәхси кәсебе менән мәшғүл, барыһы ла матур донъя көтә, күңеленә ятҡан эшен башҡара, тәрбиәле балалар үҫтерә. Ишлелектең, берҙәмлектең көсө ошо инде.
– Барыһы ла, әлбиттә, атай-әсәйегеҙҙең тәрбиәһенән.

– Һис һүҙһеҙ шулай. Атайым Мәғсәт Ғимран улы көслө математик булды, ғүмер буйы мәктәптә уҡытты. Педагогик юлды һайлауымда уның йоғонтоһо ҙур, ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биргән ҡәҙерлемә мәңге рәхмәтлемен. Әсәйем Зөбәржәт Маусуи ҡыҙы иһә совхозда ашнаҡсы булды. Маҡтаныу түгел, әммә тәмле бешереүем унан күскәндер, тим. Эйе, яҡындарым беҙҙе берҙәм, татыу йәшәргә генә түгел, һөнәргә лә өйрәтте. Бер эш тә көс еткеһеҙ түгел – күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигән һүҙҙәре тормош ҡануныма әйләнгән. Балаларыма ла ошондай тәрбиә бирергә тырышам. Белем дә, һөнәр ҙә берҙәй мөһим – быуаттар һынауын үткән хәҡиҡәт был.

– Зәйнура Мәғсәт ҡыҙы, һеҙҙе Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ. Сәскән изгелек орлоҡтарығыҙ яҡшы шытым бирһен!


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште Район: Асҡын районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә