“Ауылда йәшәү отошло”, – ти район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов.
Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан Көйөргәҙе районын “республиканың көньяҡ ҡапҡаһы” тип атау дөрөҫтөр. Әммә был атама, ғорурлыҡ тойғоһонан тыш, көйөргәҙеләр иңенә оло яуаплылыҡ та йөкмәтә. Тәү башлап Башҡортостан еренә аяҡ баҫҡан ҡунаҡтар төбәктең ауылдары, баҫыуҙары, юлдары торошона ҡарап, тотош республиканы күҙ алдына килтерә бит. Шуға күрә социаль-көнкүреш объекттары төҙөү һәм ремонтлау, юлдарҙы тәртиптә тотоу, белем биреү учреждениеларын күрмәлекле итеү төбәктә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән һанала.
Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡло йәй, тәбиғәт шарттарының ҡырыҫлығы төбәкте аямаһа ла, миҙгел көйһөҙлөктәренә бирешмәй, ярашырға тырышып, иген игә, мал-тыуар тәрбиәләй, үҫемлекселек менән шөғөлләнә көйөргәҙеләр. Яуым-төшөмдөң наҡыҫлығы сәбәпле районды хәүефле игенселек зонаһына индереүҙәренә ҡарамаҫтан, быйыл хужалыҡтар 67 мең тонна иген йыйып алды. Төбәк республика һәм Рәсәй инвесторҙары өсөн йылдан-йыл ылыҡтырғыс була бара. Был иҡтисади бәйләнештәрҙе яйға һалыу, яңы эш урындары булдырыуҙа яҡшы сағыла.
Әле райондағы 800-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмеге район иҡтисадында мәшғүл булған һәр өсөнсө кешене эш менән тәьмин итә. Төҙөк, матур ауылдарҙың күберәк, тормоштоң сифатлыраҡ һәм күңеллерәк, йәшәү мөхитенең уңайлыраҡ булыуына ынтылып йәшәй көйөргәҙеләр. Ниңә бөгөн тормош көтөү өсөн тап ауылды һайлау кәрәк? Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы, Башҡортостан ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Әхәт Йәүҙәт улы ҠОТЛӘХМӘТОВ менән әңгәмә барышында ошо һорауға ла яуап эҙләнек.
– Район атамаһының башҡорт телендә “инеш” тигән мәғәнәне биреүендә лә ниндәйҙер хикмәт бар кеүек. Бәләкәй инештең даръяға әүерелеп, әллә күпме ҙур талант эйәләрен үҫтереп, исемдәрен донъяға танытыуына барыбыҙ ҙа шаһит. Кескәй генә Кинйәабыҙ ауылынан өс Советтар Союзы Геройы – Ғәфиәтулла Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин – сығыуы, йәмғеһе алты Геройҙың ошо данлы төбәктә тыуып үҫеүе һеҙҙә оло ғорурлыҡ тойғоһо уятыуына шикләнмәйбеҙ. Көйөргәҙе ере – ысын батырҙар төйәге…
– Батырҙан батыр тыуа тигәндәй, милли батырыбыҙ Кинйә Арыҫлановтың тоҡомо Ғәфиәтулла Арыҫланов – башҡорттарҙан беренсе булып Герой исеменә лайыҡ булған яҡташыбыҙ. Тыуған илеңде һөйөүҙең, хәрби бурысҡа тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө түгелме ни был? Киләсәк быуын үҙенең батырҙарын белеп кенә ҡалмай, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәргә өйрәнергә тейеш. Ә бының өсөн беҙ, өлкәндәр, яуаплы.
Йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү райондың социаль сәйәсәтендә иң ҙур урынды биләй тиһәк, һис тә хата булмаҫ. Ветерандар ойошмаһы менән кәңәшләшеп, үҙебеҙҙең легендаға әүерелгән, район, ил тарихына исемдәрен яҙған яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса даими эш алып барыуҙы мөҡәддәс бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына Еңеү һәм Дан аллеяһын астыҡ, туғыҙ гранит таҡтаға геройҙарыбыҙҙың, 33 Ленин ордены кавалерының исемдәре яҙылды. Бөтә ауыл биләмәләрендә, ойошма һәм учреждениеларҙа тыл ҡаһармандары хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйылды. Һуңғы өс йылда ғына район бюджетынан ошо маҡсатҡа ике миллион һумға яҡын аҡса тотонолдо, ә төбәктең социаль үҫешенә ярҙам иткән хәйриә фонды аша ошо эшкә өс миллион һум күсерелде.
Беҙ эшләмәһәк, кем атҡарыр был мөһим бурысты? 2007 йылда халҡыбыҙҙың милли батыры Кинйә Арыҫлановҡа бюст ҡуйып, Геройҙар скверына нигеҙ һалдыҡ. Аҙаҡ Советтар Союзы Геройҙары Ғәфиәтулла Арыҫланов, Анатолий Хохлов, Вениамин Недошивин, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин иҫтәлегенә бюстар астыҡ.
Быйыл Республика көнөн байрам иткән мәлдә тағы ла бер Герой – Морат Ҡушаҡов һәм Дан ордендарының тулы кавалеры Хөрмәт Хөсәйеновҡа бюст асыу тантанаһын үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Бөтә был үҙенсәлекле эштәрҙең авторы – скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Өлфәт Ҡобағошовҡа рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
– Һеҙҙә төбәктең иң әүҙем, булдыҡлы йәштәре өсөн Кинйә Арыҫланов исемендәге премия булдырылған. Йыл һайын уҡыу алдынғыларын, ижадта һәм спортта яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән уҡыусыларҙы дәртләндереү өсөн район башлығы стипендияһын булдырғанығыҙҙы беләбеҙ. Был саралар үҙен аҡлаймы?
– Минеңсә, кешегә иғтибарлы булыуҙан, уңыштарын ваҡытында баһалауҙан бер кемгә лә зарар юҡ. Яҡшы һүҙ – йән аҙығы тигәндәй, хуплау, күңел күтәреү, хәл белеү, ярҙам итеү кеүек ғәмәлдәрҙең артыҡ булғаны юҡ әле. Спорт, туризм, мәҙәниәт буйынса йәштәр өсөн төҙөлгән программаларҙан тыш, районда “Һин булдыра алаһың” тип аталған эшҡыуарҙар менән берлектә ойошторолған слеттар ҙа, ауыл хакимиәте биләмәләрендә үткән йәштәр форумдары ла йәш-елкенсәк күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. Улар бында үҙҙәрен икеләндергән, борсоған һорауҙарға яуап таба, киләсәген тыуған ер менән бәйләү-бәйләмәүҙе хәл итә, уй-пландары менән ихлас уртаҡлаша. Йәштәштәрең менән йәйҙең йәмле көнөндә бер палаткала йәшәп, тығыҙ аралашыу, уйын-көлкө, мауыҡтырғыс ярыштар менән үткән сарала район башлығының да ҡатнашып, төбәктең үҫеш перспективалары менән таныштырыуы бик тә урынлы, тип уйлайым.
Мин дә бындай күҙгә-күҙ осрашыуҙарҙан үҙемә фәһем, дәрт, энергия алам. Башта яңы идеялар тыуа, пландар күҙаллана. Ни өсөн бөгөн ауылда йәшәү отошло? Юғары уҡыу йорто тамамламайынса ла күңел талабына яуап бирерлек, лайыҡлы эш хаҡы түләнгән һөнәрҙе табып буламы?
Ауылда йәшәп тә, ҡаласа тормош ҡороу хыял ғынамы? Шуныһы ҡыуандыра, был һорауҙарға яуаптарҙың һәр береһен дәлилләрлек миҫалдар беҙҙә етерлек.
– Кадрҙар әҙерләү тураһында һүҙ сыҡһа, йыш ҡына мәсьәлә юғары белем алыуға ҡайтарып ҡалдырыла. Шунса бала юғары уҡыу йортона инде, тотош кластары менән ҙур ҡалаларға белем алырға китте, тип артыҡ шапырынмайбыҙмы икән?
– Һүҙ ҙә юҡ, тәрән белемле үҙ эшенең оҫталары һәр ерҙә кәрәк. Әммә юғары уҡыу йортона инеүселәр һаны менән генә маҡтаныу ваҡыты үтте. Беҙгә ошо ерҙе йәмләү, эшкәртеү, туйындырыу өсөн төрлө һөнәр эйәләре – механизаторҙар, шәфҡәт туташтары, юлсылар, төҙөүселәр һәм башҡа профессионалдар әҙерләү зарур. Тимәк, мәктәп эскәмйәһенән үк балаларға һөнәри йүнәлеш биреп, аҙаҡ эшкә урынлаштырыуҙы яйға һалырға, йәшәү өсөн ҡулайлы шарттар тыуҙырырға, эшсе көстөң абруйын күтәрергә бурыслыбыҙ. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам ҡулы һуҙа алһаҡ, йәштәрҙе төйәккә ылыҡтырыуҙа ҙур аҙым яһалыр ине. Беҙ шул йүнәлештә эшләргә тырышабыҙ ҙа.
Былтыр район республика төбәктәре араһында эш хаҡы буйынса һигеҙенсе урынға күтәрелде. Уртаса кимәле беҙҙә – 30 мең 923 һум. Былтыр торлаҡ төҙөү майҙаны ла (9468 квадрат метр) артты.
2012 – 2016 йылдар эсендә инвестициялар күләме, һис ҡасан да булмағанса ҙур тиҙлек менән үҫешеп, дүрт миллиард һумға етте. Төбәк иҡтисадына яңы һулыш биргән еңел осоу аппараттары етештереү һәм ҡояш электр станцияһын сафҡа индереү һөҙөмтәһендә яңы илле эш урыны булдырылыуы ла – ҡыуаныслы хәл.
– Һеҙгә илдә баҙар мөнәсәбәттәре һәм реформалар үҫешенең киҫкен мәлендә етәксе “дилбегәһе”н ҡулға алырға тура килеүен яҡшы беләбеҙ. Хатта аяғында ныҡлы баҫып торған эре хужалыҡтар ҙа тарҡалып юҡҡа сыҡҡан ҡатмарлы осор ине. Бөлгөнлөктән сығыу юлында кемдәрҙең ярҙамына, кәңәшенә таяндығыҙ?
– Әлбиттә, ауырлыҡтарҙы халыҡ менән кәңәшләшмәй, уларҙың фиҙакәрлегенә, сабырлығына, аҡылына таянмай йырып сығыу мөмкин түгел. Республика Хөкүмәтенең даими ярҙамын тойоу көс, йүнәлеш, энергия биргәндер. 84 ауылдың, бер нисә бәләкәй ауылынан тыш, бөтә йорттарында ла бөгөн “зәңгәр яғыулыҡ”тан файҙаланалар, элекке бысраҡ юлдар онотолдо, уларға ҡырсын түшәлде. Юлдарҙы төҙөкләндереү, асфальт һалыу эшен артабан да дауам итәсәкбеҙ, әлбиттә. Ошо осорҙа иген йыйыуҙы – 1,7, ауыл хужалығының тулайым продукцияһын етештереү күләмен 5,4 тапҡырға арттырыуҙа, һис шикһеҙ, яҡташтарымдың тырыш хеҙмәте ята. Ошондай уңғандарыбыҙ булғанға күрә төбәгебеҙ республикала үҫемлекселек продукцияһы етештереү буйынса лидерҙар рәтендә. Район үҫешенә өлөш индергән яҡташтарымдың һәр береһен исемләп беләм, ғаилә хәлдәре, хәл-әхүәле менән яҡшы танышмын.
Шуныһы ҡыуандыра: көйөргәҙеләр төбәктәге генә түгел, тотош республикалағы иҡтисади-социаль үҙгәрештәрҙе, уңыштарҙы күреп баһалай, шатлана, уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша белә.
– 17 йыл етәкселек иткән осорҙа һеҙ фекерҙәштәрегеҙ менән район иҡтисадын упҡынға тәгәрәүҙән һаҡлап ҡалып, яйлап, әммә ышаныслы аҙымдар менән ауыл хужалығын һәм башҡа мөһим тармаҡтарҙы күтәрә алдығыҙ. Шулай ҙа булдыҡлы, белемле, көслө ихтыярлы профессионалдарҙың да хәл итә алмаған мәсьәләләре, күңелде өйкәгән һорауҙары була торғандыр?
– Хәтерегеҙҙәлер, элек ауыл Советы үҙен биләмәлә ысын хужа итеп тойҙо: кем тыуған, кем вафат булған, кем өйләнгән-кейәүгә сыҡҡан, ауылға кем килгән – барыһын да күреп-белеп, күҙ-ҡолаҡ, кәңәшсе булып йәшәне. Хәҙер ФАП-тар – Һаулыҡ һаҡлау, ЗАГС-тар – Юстиция министрлығына, халыҡты теркәү йәки прописканан төшөрөү миграция хеҙмәтенә тапшырылды. Бер яҡтан, барыһы ла дөрөҫ, шулай булырға тейеш кеүек. Әммә ошо системаның тейешенсә эшләмәүе йәнгә тейә, ваҡытында мәғлүмәт килеп етмәгәнлектән, ҡайһы саҡ ауылға кемдең йәшәргә килгәнен дә, кемдәрҙең айырылышырға ғариза биргәнен дә (элек ауыл Советы медиатор ролен дә үтәп килде бит), кемдең ниндәй сәбәптәр арҡаһында төбәкте ташлап китергә йыйынғанын да белмәй ҡалаһың. Яңы системаның сәғәт механизмы кеүек аныҡ, оператив эшләүе зарур.
Халыҡта “Ағас тамырына ҡарап үҫә” тигән тәрән йөкмәткеле, кинәйәле әйтем бар. Бөгөн мине мал аҫрауҙан төңөлгән, картуф ултыртмаған, баҡса үҫтерергә ғәҙәтләнмәгән ғаиләләрҙең булыуы хафаландыра. Ә балалар был йорттарҙа нимә күреп, нимәгә өйрәнеп үҫәсәк? Ата-әсәһе уларҙы йыш ҡына еңел юлға этәрә, “беҙҙең кеүек ерҙә эшләп этләнмәһендәр” тип, анһат эш, “оҙон” аҡса артынан ҡайҙалыр оҙатырға ашыға. Әммә бөтә ерҙә лә – бер ҡояш, тырышмай ташҡа ҡаҙаҡ ҡағып булмай.
Анна Чуева, Шәүәли Вахитов, Гавриил Шарков кеүек Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын, Раил Әбдрәшитов, Илгиз Ғайсин, Михаил Глущенко, Шәмсиә Дәминова, Закир Ишмөхәмәтов һәм башҡа бик күп ауыл хужалығы хеҙмәте алдынғыларын үҫтергән Көйөргәҙе ере, һис һүҙһеҙ, һоҡланғыс уңыштары, тарихҡа инәсәк йәш быуын батырҙары менән республика үҫешенә өр-яңы бит өҫтәйәсәк әле.