Ҡаланың төҙөклөгө, уңайлылығының нигеҙе ниҙә?
Ағиҙел, мегаполистар менән сағыштырғанда, ҙур түгел, әммә ул үҙенең гүзәллеге менән таң ҡалдыра. Ҡала Ағиҙелдең Камаға ҡойған ерендә, тәбиғәттең күркәм төбәгендә урынлашҡан. Ә инде уның менән яҡындан танышҡас, төҙөклөгө, һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип, бөхтәлек булыуы, йәшәү өсөн уңайлылығы һоҡландыра. Ағиҙелдәр үҙ төйәге менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Ҡаланы ошондай дәрәжәгә күтәреү өсөн “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҙур өлөш индерә.
Был предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышыу теләге осраҡлы тыуманы: республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында үҙ эшмәкәрлеген бөгөнгө талаптар юғарылығында ойоштороуға өлгәшкән, иҡтисади-финанс яҡтан тотороҡло предприятиелар хаҡында һүҙ сыҡһа, тәүгеләр рәтендә нәҡ уны телгә алалар. Билдәле булыуынса, бөгөн был тармаҡ эшмәкәрлегенә дәүләт яғынан да, халыҡ тарафынан да талаптар ҡәтғиләнә. Әммә предприятие коллективы үҙ һәләтен, һөнәри оҫталығын юғары кимәлдә күрһәтә килә. Быға нисек өлгәшелә һуң?
Тәүҙә предприятиеның хеҙмәт даирәһенә күҙ һалайыҡ. Үҙ эшмәкәрлеген туғыҙ йыл элек башлаған ул. Йәмғиәт ҡарамағында 325 мең квадрат метр торлаҡ майҙаны, йәғни күп фатирлы 51 йорт иҫәпләнә. Бынан тыш, ҡаланың һыу хужалығын да хеҙмәтләндерәләр. Торлаҡ хужалары предприятиены идарасы компания итеп һайлаған, шуға улар торлаҡ фондын эксплуатациялау, ағымдағы һәм капиталь ремонт эштәрен дә башҡара. Әйткәндәй, предприятие Башҡортостан Торлаҡ күҙәтеүе дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, эшмәкәрлек һөҙөмтәһе ыңғай тип билдәләнгән идарасы компаниялар исемлегенә индерелгән.
– Торлаҡ хужалары менән аңлашып эшләргә, проблемаларҙы барлыҡҡа килгәс түгел, ә алдан күҙаллап хәл итергә тырышабыҙ. Бының өсөн һәр йортта, подъезда, фатирҙа башҡараһы бурыстарҙы аныҡ билдәләп, ваҡытында ғәмәлгә ашырабыҙ, – ти предприятие директоры Әлфиә Тимерғәлиева. – Был эштә беҙгә торлаҡ хужалары араһынан һайлап ҡуйылған кешеләр, йорт комитеттары ярҙам итә. Уларҙың һәр мөрәжәғәте иғтибарға алына һәм кисекмәҫтән хәл ителә. Халыҡ араһында аңлатыу эше алып барабыҙ, шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итеүҙәрҙе, йорт яны майҙандарында торлаҡ хужалары менән күмәк осрашыуҙарҙы даими ойошторабыҙ. Предприятиеның сайты аша мөрәжәғәт иткәндәр ҙә бар.
Мәҫәлән, торлаҡ хужалары менән берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә дөйөм йорт ихтыяждарына (ОДН) сығымды күпкә кәметеүгә өлгәшелгән.
Ғөмүмән, бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа энергия ресурстарына һаҡсыллыҡ иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Предприятие ҡарамағындағы торлаҡ фонды һалҡын, эҫе һыу, шулай уҡ электр энергияһын иҫәпләгән шәхси һәм дөйөм ҡулланылыштағы приборҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Дөйөм йорт ихтыяждарына тотонолған коммуналь ресурстарға ла автоматлаштырылған теүәл иҫәп алып барыла. Был приборҙар берҙәм автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына тоташтырылған. Күрһәткестәрҙе дистанцияла алыу мөмкинлеге бар. Һәр өлкәлә эште теүәл иҫәп менән башҡарыу торлаҡ хужаларының үҙҙәрен дә сығымдарҙы һанарға күнектерә.
Предприятиела яңы технологияларҙы әүҙем ҡулланалар. Һөҙөмтәлә сығымдарҙы кәметкән ваҡытта хеҙмәтләндереү сифаты ла яҡшыра. Мәҫәлән, күп фатирлы йорттарҙа эҫе һыу үткәреү торбаларына “Danfoss” маркалы MTCV клапандар урынлаштырғандар. Улар эҫе һыуҙы тигеҙ йөрөшөн тәьмин итә. Һөҙөмтәлә эштә бығаса булған ҡайһы бер кәмселектәргә сик ҡуйылған.
Хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән йәнә бер сараны әйтәйек. Ҡайһы саҡ йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһының айырым урындарында һауа тороп ҡала һәм йылылыҡты тотҡарлай. Италия фирмаһы етештергән “Valtec” клапандарын ҡуйғас, был етешһеҙлектән дә арынғандар.
Торлаҡ фондын ремонтлау һәм реконструкциялауҙы ла заманса технологияларға нигеҙләнеп башҡаралар. Ҡалала, нигеҙҙә, эре панелле йорттар. Шуға ла панель-ара йөйҙәр сетерекле проблема булып тора. Уны ла хәл иткәндәр. Йөйҙәрҙе яңы технология буйынса, йәғни ғәҙәти герметизация урынына замандың һуңғы ҡаҙаныштары буйынса етештерелгән, тышҡы факторҙарға сыҙам, юғары сифатлы материалдар ҡулланып эшкәртәләр. Иң мөһиме – был алымды предприятиеның үҙ белгестәре уйлап тапҡан.
Күп фатирлы йорттарҙа йылылыҡҡа түләүҙе кәметеү өсөн автоматлаштырылған йылылыҡ узелдары урынлаштырыла. Йыһаздары алдынғы илдәрҙә эшләнгән һәм ышаныслы ҡулланыла. Улар йылылыҡ энергияһын һаҡсыл файҙаланыу менән бер рәттән, һауа температураһындағы киҫкен үҙгәрештәр ваҡытында фатирҙарҙа ыңғай шарттар тыуҙыра.
Әлеге осор торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн ураҡ өҫтөн хәтерләтә. Алда торған ҡышҡы миҙгелде уңышлы үткәреү өсөн коллектив ең һыҙғанып эшләй. Эҫе һәм һалҡын һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрендәге ағымдағы ремонт барышында иҫкергән торбаларҙы полимер төрҙәренә алмаштыралар. Канализация системаһында ағынтыларға һөҙгөс яйланмаһы ҡуялар. Әлеге сара бигерәк тә торбалар тығылып, йорттарҙың подвалдарын һыу баҫыу кеүек хәлдәрҙән ҡотҡара.
Торлаҡ хужаларының уңайлы һәм имен йәшәйешен тәьмин итеү, ҡышҡы осорға әҙерлек маҡсатында йыл һайын өс программа тормошҡа ашырыла. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь яңыртыу, подъездарҙы йүнәтеү, дөйөм мөлкәтте сираттағы ремонтлауҙан һәм энергия һаҡсыллығы сараларынан тора ул. Быйыл “Заманса ҡала яны” проекты старт алды. Әле ошо нигеҙҙә биш йорттоң ихатаһы төҙөкләндерелгән. Улар танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
Предприятиела, халыҡ мәнфәғәтенә ярашлы, һәр йортҡа, уның үҙенсәлектәренән сығып, тарифтар билдәләгәндәр һәм айырым смета төҙөгәндәр. Түләүҙәрҙәге һығылмалылыҡ кешеләр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Улар предприятие йөҙөндә үҙ эшенә талапсан, хәстәрлекле һәм ышаныслы идарасы компанияны күрә.
Эшмәкәрлекте халыҡ ышанысын яуларлыҡ итеп ойоштороуға етәксе Әлфиә Тимерғәлиева ҙур көс һала. Ул – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына өҫ тиҫтә йылға яҡын ғүмерен бағышлаған тәжрибәле, тырыш, булдыҡлы етәксе. Һәр саҡ башҡаларҙан бер аҙым алдараҡ барырға тырыша, ышанысты аҡлай. Бында берҙәм, сәмле коллектив тупланған. Улар үҙ ҡалаһын иң матур, йәшәү өсөн уңайлы итеп күрергә теләй. Көндәлек хеҙмәттәре ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән. Ағиҙелдәрҙең аҡ хыялы тормошҡа ашырына ышаныс ҙур.