Халыҡ сәләмәтлеге – йәмғиәттең төп байлығы. Һуңғы йылдарҙа ил етәкселеге халыҡтың һаулығын яҡшыртыу өсөн эшлекле саралар күрә. Медицина учреждениеларын заманса технологиялар менән тәьмин итеү, кадрҙарҙың әҙерлеген күтәреү, ауырыуҙарҙы иртә асыҡлап, сифатлы дауалау, халыҡты үҙ сәләмәтлегенә яуаплы ҡарарға күнектереү төп байлығыбыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Рәсәй Президенты В.В. Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә, алдағы тиҫтә йылда Рәсәйҙә халыҡтың уртаса ғүмер оҙонлоғо 80 йәштән уҙырға тейеш, тип белдерҙе. Был медицина тармағы хеҙмәткәрҙәренә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй. Өфө ҡалаһындағы Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһы коллективы халыҡтың һаулығын һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Дауахананың баш табибының дауалау буйынса урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Зилә КУЗЬМИНАға дауахананың эшмәкәрлеге һәм бурыстар тураһында һөйләүен үтенеп мөрәжәғәт иттек. – Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһы – Өфө ҡалаһында ғына түгел, ғөмүмән, республикалағы иң ҙур һәм күп профилле дауалау-диагностикалау учреждениеларының береһе. Уның төп тәғәйенләнеше – халыҡҡа “Түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүгә дәүләт гарантиялары территориаль программаһы” нигеҙендә медицина ярҙамын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөнгө көнгә дауалау учреждениеһында 790 койкаға иҫәпләнгән 16 клиника, дүрт реанимация-анестезиология, ете диагностикалау бүлектәре эшләй. Медицина эшмәкәрлеге 14 профиль буйынса ғәмәлгә ашырыла. Ул Башҡортостан дәүләт медицина университетының ун кафедраһына клиника базаһы, шулай уҡ урта медицина белемле хеҙмәткәрҙәр һәм фармацевтика белгестәре өсөн квалификацияны камиллаштырыу үҙәге лә булып тора.
Һандарға иғтибар итәйек: дауахана йылына 60 меңдән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтә. Пациенттарҙың яртыһынан күберәге стационар шарттарҙа дауалана. Йылына уртаса 13 мең операция яһала. Уларҙың өстән бер өлөшө эндоскопия технологияһын ҡулланып, бәләкәй инвазивлы технология буйынса ғәмәлгә ашырыла. Ғөмүмән, заманса технологиялар медицинала йылдан-йыл киңерәк мөмкинлектәр аса. Был беҙҙең дауахана эшмәкәрлегендә лә асыҡ сағыла. Әйтәйек, нейрохирургия, травматология һәм ортопедия, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы профилдәре буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Йылына 1800000 лаборатор тест, 73 мең рентген-диагностика (компьютер, магнит-резонанс томографияларын да индереп), 110 мең ультра-тауыш һәм функциональ, 11 меңдән дә аҙ булмаған эндоскопия, 300 мең самаһы физиотерапия һәм реабилитация процедуралары үткәрелә. Әлбиттә, эш һандарҙа ғына түгел, ә дауахана эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге лә мөһим. Әйтергә кәрәк, әлеге һандар артында – ваҡытында асыҡланған сирҙәр һәм ҡотҡарылған меңдәрсә ғүмерҙәр. Нәҡ ошолар – хеҙмәтебеҙгә төп баһа.
Дауахананың эшмәкәрлеге баш ҡала даирәһе менән генә сикләнмәй. 2009 йылда уның базаһында республиканың 19 муниципаль район халҡын хеҙмәтләндереүгә тәғәйенләнгән Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге асылды, һәм ул бөгөн дә уңышлы эшләп килә. Ошо эшмәкәрлеге осоронда үҙәк киҫкен коронар синдромлы һәм мейе ҡан әйләнеше боҙолған 25 мең пациентты ҡабул итте. Уларҙың яртыһынан күберәгенә баш мейеһе һәм йөрәк-ҡан тамырҙарына ангиографик тикшереүҙәр, ә ауырыуҙарҙың 30 процентына юғары технологиялы нейрохирургия һәм йөрәк-ҡан тамырҙары операциялары үткәрелде. Биш йыл элек Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенә, республикалағы алты Төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренең һәм 18 беренсел ҡан тамырҙары бүлектәре эшмәкәрлеген координациялауҙы йөкмәтеп, Баш ҡан тамырҙары үҙәге статусы бирелде. Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре киң таралған ауырыуҙар исемлегендә төп урынды алып тора.
Ошоно күҙ уңында тотоп, йөрәк-ҡан тамырҙары патологиялы ауырыуҙарҙы дауалау һәм реабилитациялау өсөн бүлектәр асылды. Уларҙа сирлеләрҙе дауалау һәм әүҙем тормошҡа ҡайтарыу өсөн медицинаның заманса технологиялары һәм ҡаҙаныштары ҡулланыла. Дауахананың Травматология үҙәге тураһында ла шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк. Был бүлектәге махсуслаштырылған һәм юғары технологияларға нигеҙләнгән медицина ярҙамы бик ауыр йәрәхәтләнгәндәрҙе, хатта ҡайһы саҡ йәшәүгә өмөтө һүнеп барғандарҙы ла аяҡҡа баҫтырырға мөмкинлек бирә.
Дауахана ойошторолған тәүге көндән башлап Европа стандарттары дәрәжәһендәге заманса медицина технологияларын ғәмәлгә ашырыу буйынса Башҡортостанда әйҙәүсе дауалау учреждениеларының береһе булып тора. 2007 йылда дауахана коллективы эске ағзалар хирургияһында заманса эндоскопия һәм бәләкәй инвазивлы технологияларҙы уңышлы ғәмәлгә ашырғаны өсөн Башҡортостандың дәүләт премияһына лайыҡ булды. Шулай уҡ коллектив республикала сәләмәтлек һаҡлауға һәм медицина фәнен үҫтереүгә индергән фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй һәм республика хөкүмәттәренең, шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәтенең күп һанлы дипломдары һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Дауахананың “Бөтә Рәсәй Почет китабы”на һәм “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы” Бөтә Рәсәй милли регистрына индерелеүе – коллективтағы һәр кем өсөн оло ғорурлыҡ. Әммә беҙ өлгәшелгәндәр менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмайбыҙ, сөнки заман медицинаһы, медицина фәне ҙур тиҙлек менән алға бара. Сәләмәтлек һаҡлау тармағында талаптар ҙа шул юғарылыҡта үҫә. Медицина хеҙмәткәрҙәренә заманға аҙымдаш булыу өсөн тәрән белем һәм һөнәри оҫталыҡ менән бергә, медицина фәненең яңы ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән техник һәм технологик камиллыҡҡа өлгәшеү бурысы ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең дауахананың төп үҙенсәлеген дә билдәләргә кәрәк: ул сифатлы ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Шуға ла беҙҙең хеҙмәтләндереү принциптары тиҙ, сифатлы һәм мәрхәмәтлектән торған өс терәккә таяна. Һәр осраҡта ла шуларға тоғролоҡ һаҡларға бурыслыбыҙ. Әлбиттә, социаль-иҡтисади тармаҡтың һәр ҡайһыһындағы кеүек, медицинала ла хәл итәһе проблемалар байтаҡ. Уларҙың бер дауахана коллективы ғына хәл итә алмаҫлыҡтары ла бар. Шулай ҙа беҙҙең коллектив халыҡ сәләмәтлеген яҡшыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Дауахана республикала “Рәсәй Федерацияһында медицина реабилитацияһы системаһын үҫтереү” һәм “Медицина эшмәкәрлегенең сифатына һәм хәүефһеҙлегенә эске контролде үҫтереү һәм сифат менеджменты системаһын төҙөү” пилот проекттарында ҡатнаша. Бөгөнгө шарттарҙа был проекттарҙың әһәмиәте айырыуса юғары. Рәсәй Президенты үҙенең быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә ил халҡының уртаса ғүмер оҙонлоғон һикһән йәштән арттырыу бурысын ҡуйҙы. Коллективтың көндәлек фиҙакәр хеҙмәте, медицина өлкәһендәге яңылыҡтарға ҡыйыу юл асыуы, шул иҫәптән юғарыла әйтеп үткән проекттарҙа ҡатнашыуыбыҙ көнүҙәк мәсьәләләргә заманса сиселеш табырға булышлыҡ итә. Төп маҡсатыбыҙ аҡ халатлыларҙың юғары һөнәри оҫталығына нигеҙләнеп, ваҡытында һәм юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, уны көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, пациенттар менән дауахана хеҙмәткәрҙәренең үҙ-ара аралашыу даирәһен хәүефһеҙ итеүгә йүнәлтелгән.
Минеңсә, табип – ул һөнәр генә түгел, ә талант. Коллективҡа үҙ эшенә ысын күңелдән бирелгәндәр тупланған. Бөгөн дауаханала меңдән ашыу хеҙмәткәр, шул иҫәптән 271 табип эшләй. Уларҙың өстән бер өлөшө, ә урта медицина хеҙмәткәрҙәренән 146 кеше юғары категорияға эйә. Беҙҙә дүрт фән докторы, ҡырҡҡа яҡын фән кандидаты бар. Күптәр Рәсәй һәм республика кимәлендә абруйлы исемдәр йөрөтә. Йомғаҡлап әйткәндә, ил, республика юғарылығында билдәләнгән бурыстарҙы үтәргә коллективтың һәләте лә, көсө лә етерлек.
Зилә Сәғит ҡыҙы Кузьмина хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһындағы Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһында табип-терапевт булып башлай. Инициативалы, тырыш йәш белгесте терапия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Бер нисә йыл үтеүгә, дауахананың баш табибының клиника-эксперт эше буйынса урынбаҫары итеп үрләтәләр. 2003 йылдан ул – баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары.
Зилә Сәғит ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты; сәләмәтлек һаҡлау өлкәһендәге күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнгән.