“Тиҙлек, юғары сифат һәм мәрхәмәтлек – хеҙмәтебеҙҙең асылы”29.06.2018
“Тиҙлек, юғары сифат һәм мәрхәмәтлек – хеҙмәтебеҙҙең асылы”Халыҡ сәләмәтлеге – йәмғиәттең төп байлығы. Һуңғы йылдарҙа ил етәкселеге халыҡтың һаулығын яҡшыртыу өсөн эшлекле саралар күрә. Медицина учреждениеларын заманса технологиялар менән тәьмин итеү, кадрҙарҙың әҙерлеген күтәреү, ауырыуҙарҙы иртә асыҡлап, сифатлы дауалау, халыҡты үҙ сәләмәтлегенә яуаплы ҡарарға күнектереү төп байлығыбыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Рәсәй Президенты В.В. Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә, алдағы тиҫтә йылда Рәсәйҙә халыҡтың уртаса ғүмер оҙонлоғо 80 йәштән уҙырға тейеш, тип белдерҙе. Был медицина тармағы хеҙмәткәрҙәренә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй. Өфө ҡалаһындағы Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһы коллективы халыҡтың һаулығын һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Дауахананың баш табибының дауалау буйынса урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты Зилә КУЗЬМИНАға дауахананың эшмәкәрлеге һәм бурыстар тураһында һөйләүен үтенеп мөрәжәғәт иттек.


– Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһы – Өфө ҡалаһында ғына түгел, ғөмүмән, республикалағы иң ҙур һәм күп профилле дауалау-диагностикалау учреждениеларының береһе. Уның төп тәғәйенләнеше – халыҡ­ҡа “Түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеүгә дәүләт гарантиялары территориаль программаһы” нигеҙендә медицина ярҙамын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Бө­гөн­гө көнгә дауалау учрежде­ниеһында 790 койкаға иҫәп­ләнгән 16 клиника, дүрт реанимация-анестезиология, ете диагностикалау бүлектәре эшләй. Медицина эшмәкәрлеге 14 профиль буйынса ғәмәлгә ашырыла. Ул Башҡортостан дәүләт медицина университетының ун кафед­раһына клиника базаһы, шулай уҡ урта медицина белемле хеҙ­мәткәрҙәр һәм фармацевтика белгестәре өсөн квалификацияны камиллаштырыу үҙәге лә булып тора.
Һандарға иғтибар итәйек: дауахана йылына 60 меңдән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтә. Пациенттарҙың яртыһынан күберәге стационар шарттарҙа дауалана. Йылына уртаса 13 мең операция яһала. Уларҙың өстән бер өлөшө эндоскопия техно­логияһын ҡулланып, бәләкәй инвазивлы технология буйынса ғәмәлгә ашырыла. Ғөмүмән, заманса технологиялар медицинала йылдан-йыл киңерәк мөмкин­лектәр аса. Был беҙҙең дауахана эшмәкәрлегендә лә асыҡ сағыла. Әйтәйек, нейрохирургия, травматология һәм ортопедия, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы профилдәре буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Йылына 1800000 лаборатор тест, 73 мең рентген-диагностика (компьютер, магнит-резонанс томографияларын да индереп), 110 мең ультра-тауыш һәм функциональ, 11 меңдән дә аҙ булмаған эндоскопия, 300 мең самаһы физиотерапия һәм реабилитация процедуралары үткәрелә. Әлбиттә, эш һандарҙа ғына түгел, ә дауахана эшмәкәр­легенең һөҙөмтәлелеге лә мөһим. Әйтергә кәрәк, әлеге һандар артында – ваҡытында асыҡланған сирҙәр һәм ҡотҡарылған мең­дәрсә ғүмерҙәр. Нәҡ ошолар – хеҙмәтебеҙгә төп баһа.
Дауахананың эшмәкәрлеге баш ҡала даирәһе менән генә сикләнмәй. 2009 йылда уның базаһында республиканың 19 муниципаль район халҡын хеҙмәт­ләндереүгә тәғәйенләнгән Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге асылды, һәм ул бөгөн дә уңышлы эшләп килә. Ошо эшмәкәрлеге осоронда үҙәк киҫкен коронар синдромлы һәм мейе ҡан әйләнеше боҙолған 25 мең пациентты ҡабул итте. Уларҙың яртыһынан күберәгенә баш мейеһе һәм йөрәк-ҡан тамыр­ҙарына ангиографик тик­шереү­ҙәр, ә ауырыуҙарҙың 30 процентына юғары технологиялы нейрохирургия һәм йөрәк-ҡан тамыр­ҙары операциялары үткә­релде. Биш йыл элек Төбәк ҡан тамыр­ҙары үҙәгенә, республика­лағы алты Төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренең һәм 18 беренсел ҡан тамырҙары бүлектәре эшмәкәр­леген координациялауҙы йөкмә­теп, Баш ҡан тамырҙары үҙәге статусы бирелде. Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре киң таралған ауырыуҙар исемлегендә төп урынды алып тора.
Ошоно күҙ уңында тотоп, йөрәк-ҡан тамырҙары патологиялы ауырыуҙарҙы дауалау һәм реабилитациялау өсөн бүлектәр асылды. Уларҙа сирлеләрҙе дауалау һәм әүҙем тормошҡа ҡай­тарыу өсөн медицинаның заманса технологиялары һәм ҡаҙа­ныш­тары ҡулланыла. Дауахананың Травматология үҙәге тураһында ла шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк. Был бүлектәге махсуслаш­тырылған һәм юғары техноло­гияларға нигеҙләнгән медицина ярҙамы бик ауыр йәрәхәт­лән­гәндәрҙе, хатта ҡайһы саҡ йәшәү­гә өмөтө һүнеп барған­дарҙы ла аяҡҡа баҫтырырға мөмкинлек бирә.
Дауахана ойошторолған тәүге көндән башлап Европа стандарттары дәрәжәһендәге заманса медицина технологияларын ғә­мәл­гә ашырыу буйынса Башҡорт­останда әйҙәүсе дауалау учреж­дениеларының береһе булып тора. 2007 йылда дауахана коллективы эске ағзалар хирургия­һында заманса эндоскопия һәм бәләкәй инвазивлы техноло­гия­лар­ҙы уңышлы ғәмәлгә ашыр­ғаны өсөн Башҡортостандың дәүләт премияһына лайыҡ булды. Шулай уҡ коллектив республикала сәләмәтлек һаҡлауға һәм медицина фәнен үҫтереүгә индергән фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй һәм республика хөкүмәт­тәренең, шулай уҡ Өфө ҡалаһы хакимиәтенең күп һанлы дипломдары һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Дауахананың “Бөтә Рәсәй Почет китабы”на һәм “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы” Бөтә Рәсәй милли регистрына индерелеүе – коллективтағы һәр кем өсөн оло ғорурлыҡ. Әммә беҙ өлгәшелгәндәр менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмайбыҙ, сөнки заман медицинаһы, медицина фәне ҙур тиҙлек менән алға бара. Сәләмәтлек һаҡлау тармағында талаптар ҙа шул юғарылыҡта үҫә. Медицина хеҙмәткәрҙәренә заманға аҙымдаш булыу өсөн тәрән белем һәм һөнәри оҫталыҡ менән бергә, медицина фәненең яңы ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән техник һәм технологик камил­лыҡҡа өлгәшеү бурысы ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең дауаха­наның төп үҙенсәлеген дә билдә­ләргә кәрәк: ул сифатлы ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Шуға ла беҙҙең хеҙмәтләндереү принциптары тиҙ, сифатлы һәм мәрхәмәт­лектән торған өс терәккә таяна. Һәр осраҡта ла шуларға тоғролоҡ һаҡларға бурыслыбыҙ. Әлбиттә, социаль-иҡтисади тармаҡтың һәр ҡайһыһындағы кеүек, медицинала ла хәл итәһе проблемалар байтаҡ. Уларҙың бер дауахана коллективы ғына хәл итә алмаҫ­лыҡтары ла бар. Шулай ҙа беҙҙең коллектив халыҡ сәләмәтлеген яҡшыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Дауахана республикала “Рәсәй Федерацияһында медицина реабилитацияһы системаһын үҫтереү” һәм “Медицина эшмәкәр­легенең сифатына һәм хәүеф­һеҙлегенә эске контролде үҫтереү һәм сифат менеджменты систе­маһын төҙөү” пилот проекттарында ҡатнаша. Бөгөнгө шарт­тарҙа был проекттарҙың әһәмиә­те айырыуса юғары. Рәсәй Президенты үҙенең быйылғы Мөрә­жәғәтнамәһендә ил халҡының уртаса ғүмер оҙонлоғон һикһән йәштән арттырыу бурысын ҡуйҙы. Коллективтың көндәлек фиҙакәр хеҙмәте, медицина өлкәһендәге яңылыҡтарға ҡыйыу юл асыуы, шул иҫәптән юғарыла әйтеп үткән проекттарҙа ҡатнашыуыбыҙ көнүҙәк мәсьәләләргә заманса сиселеш табырға булышлыҡ итә. Төп маҡсатыбыҙ аҡ халатлы­лар­ҙың юғары һөнәри оҫталығына нигеҙләнеп, ваҡытында һәм юғары сифатлы медицина ярҙа­мы күрһәтеү, уны көтөү ваҡытын ҡыҫҡартыу, пациенттар менән дауахана хеҙмәткәрҙәренең үҙ-ара аралашыу даирәһен хәүефһеҙ итеүгә йүнәлтелгән.
Минеңсә, табип – ул һөнәр генә түгел, ә талант. Коллективҡа үҙ эшенә ысын күңелдән бирел­гәндәр тупланған. Бөгөн дауаханала меңдән ашыу хеҙмәткәр, шул иҫәптән 271 табип эшләй. Уларҙың өстән бер өлөшө, ә урта медицина хеҙмәткәрҙәренән 146 кеше юғары категорияға эйә. Беҙҙә дүрт фән докторы, ҡырҡҡа яҡын фән кандидаты бар. Күптәр Рәсәй һәм республика кимәлендә абруйлы исемдәр йөрөтә. Йомғаҡлап әйткәндә, ил, республика юғарылығында билдәләнгән бурыстарҙы үтәргә коллективтың һәләте лә, көсө лә етерлек.

Зилә Сәғит ҡыҙы Кузьмина хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһындағы Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһында табип-терапевт булып башлай. Инициативалы, тырыш йәш белгес­те терапия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Бер нисә йыл үтеүгә, дауахананың баш табибының клиника-эксперт эше буйынса урынбаҫары итеп үрләтәләр. 2003 йылдан ул – баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары.
Зилә Сәғит ҡыҙы – Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты; сәләмәтлек һаҡ­лау өлкәһендәге күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлы­ғының, Өфө ҡалаһы хакимиә­тенең Почет грамоталары менән бүләкләнгән.


Вернуться назад