Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алдынғылыҡты бирмәй улар
Алдынғылыҡты бирмәй уларАуыл эшсәндәре өсөн бөгөн ҡыҙыу мәл, улар тәбиғәт бүләк иткән матур, аяҙ көндәрҙе файҙаланып, баҫыуҙарҙа намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Стәрлетамаҡ районының иң ҡеүәтле һәм көслө хужалыҡтарының береһе “Дружба” ауыл хужалығы етештереү кооперативында ла был осорҙа, ысын мәғәнәһендә, көндө төнгә ялғап эшләйҙәр, иртә таңдан баҫыуҙарҙа трактор тауыштары һис тынғаны юҡ.


— Яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек йыл әйләнәһенә барҙы. Сифатлы орлоғон да, минераль ашлама­ларҙы ла, яғыулығын да алдан хәстәрләгәс, шөкөр, ҡыҙыу кампанияны ваҡытында тамамларға иҫәп тотабыҙ, — ти хужалыҡтың баш агрономы Наил Ғәйнуллин.
Үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла етештереү ҡеүәтен йылдан-йыл арттыра барыусы хужалыҡтың 13 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ере бар. Баҫыуҙар тәрбиәле, минераль ашламалар менән туйынды­рылғас, йыл һайын мул уңыш алып ҡыуаналар. Ауыл уңғандары иген культураларынан тыш арпа, һоло ла үҫтерәләр. Кукурузға ла өҫтөнлөк бирәләр, сөнки ишле малды ашатырға ла кәрәк бит. Бында көнбағышты быйыл 4700 гектарҙа сәскәндәр, етәкселек был культуранан йыл һайын мул уңыш алыуын билдәләп, киләһе йылдарҙа уның майҙанын тағы ла арттырырға иҫәп тота.
Техника паркы төҙөк һәм яңы булғас, әле бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ғына ауыл уңғандары баҫыу эштәрен тиҙ арала тамамларға күҙаллай. Баҫыу­ҙарҙы иңләгән агрегаттарҙың күпселеге сит илдә, Рәсәйҙә етештерелгән. Етәкселек техника һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй, сөнки төҙөк техника ғына эште сифатлы башҡарырға мөмкинлек биреүен улар яҡшы аңлай.
Әйткәндәй, ужым культуралары яҡшы ҡышлаған, ҡабаттан сәсеү талап ителмәй икән, белгестәр көҙ яҡшы уңышҡа өмөт итә.
Алдынғылыҡты бирмәй улар— Халыҡ беҙҙә тырыш, уңған, һәр кем үҙ бурысын намыҫ менән башҡарырға өйрәнгән. Ә тырыштар менән ауырлыҡтарҙы ла еңел үткәрергә була, шуға ла хеҙмәт кешеһенә ихтирам менән ҡарайбыҙ, ҡәҙерҙәрен аңлайбыҙ, — ти Наил Хәлис улы Ғәйнуллин.
Баҫыуҙа иртәнән ҡара кискә ҡәҙәр тир түккән ауыл эшсәндәре Павел Рябов, Рәфис Төхвәтуллин, Илдус Шахмаев, Виталий Клюгин, Хәмзә Әһлиуллин, Хәлил Мәхмүтов, Владимир Трифанов һәм башҡалар – бөгөн күптәргә өлгө. “Бындай егеттәр менән хатта тау аҡтарырға ла була”, — ти етәкселек.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сергей Козлов етәкселегендәге “Фрунзе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә яҙғы баҫыу эштәре ойошҡан һәм көйлө бара. Хужалыҡ, нигеҙҙә, үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә. Бөгөн ауыл эшсәндәре ете мең гектар майҙанды эшкәртә. Иген культураларынан тыш игенселәргә арыш, һоло, арпа, кукуруз, көнбағыш сәсеү бурысы тора. Хужалыҡтың баш агрономы Александр Атнағолов билдәләүенсә, баҫыуҙа ҡеүәтле дүрт агрегат эшкә йәлеп ителгән, ситтән техника саҡырмайынса үҙ көстәренә бар эште атҡарып сығырға иҫәп тоталар. Бөгөн игенселәр бер сменала тырыша, көнөнә 150 гектарҙа сәсәләр, уларға ике тапҡыр бушлай ашатыу ҙа ҡаралған.
— Әле тәбиғәт тә беҙҙе төрлө мәлдәре менән ҡыуандыра: шифалы ямғыры ла кәрәк, әлбиттә, ҡояшлы көндәрен дә йәлләмәй, — ти Александр Ғилмази улы. — Ауыл халҡының кәйефе күтәренке, дәрт-дармандары ташып тора, сөнки эш барышында бер ниндәй тотҡарлыҡтар юҡ.
Етәкселек билдәләүенсә, техниканы баҫыу эштәренә ҡыш айында уҡ әҙерләгәндәр, минераль ашламалар, яғыулыҡты ла алдан һатып алғандар. Орлоҡҡа ла бында ҡытлыҡ кисермәйҙәр икән. Анатолий Чекунов, Раил Шәрипов, Зиннур Мусин, Виктор Яценко һәм Александр Юркевич яуаплы осорҙа хеҙмәт өлгөһө күрһәтәләр. “Эш хаҡы ваҡытында түләнә, төрлө социаль яҡлауҙар күрһәтелгәс, премиялар ҙа ҡаралғас, эшләргә дәртебеҙ ташып тора”, – тип ҡыуана игенселәр.
Алдынғылыҡты бирмәй уларБөгөн сәсеү менән бер рәттән малсылыҡ тармағында ла эштәр көйлө бара, малдар әле рәхәтләнеп ялан-ҡырҙарҙа туҡлана, йәйге лагерҙар тулыһынса заманса йыһазландырылған. Хужалыҡтың 1300 баш һыйыр малы бар, 450-һен һауалар. Көн һайын Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Аллат” һөт комбинатына ун меңгә яҡын тонна аҡ оҙаталар.
Малсылар Тәнзилә Мирзайәнова, Елена Сергеева, Елена Юркевич, Айһылыу Таһирова, Рафаэль Нагаев, Дамира Ғәзизова һәм башҡалар бөгөн малсылыҡта алдынғылар рәтен тулыландыра. Бында яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған, осеменатор Дәүрәнбек Таһиров – үҙ эшенең оҫтаһы.
— Ауыл эшсәндәренең тырышлығы һөҙөмтә­һендә, шөкөр, республикаға күрһәтерлек ҡаҙаныштарыбыҙ бар, әлбиттә, – ти баш агроном Александр Атнағолов.

Стәрлетамаҡ районы.


Автор: Самат ҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә