Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һаҡлау ордеры” ҡасан әҙер булыр?
“Һаҡлау ордеры” ҡасан әҙер булыр? Утыҙ йәше саҡ тулған Алһыуҙың фажиғәле үлеме барлыҡ халыҡты шаңҡытты. Уны зыяратта ер ҡуйынына тапшырғанда иламаған кеше ҡалманы. Әле мәктәпкә лә төшмәгән улы етем ҡалды. Ап-аҡ йөҙлө, ҡап-ҡара сәсле, ҡыйғас ҡара ҡашлы был сибәр ҡыҙ бары бәхетле тормош, һөйөп-һөйөлөп йәшәү өсөн генә яратылған кеүек ине. Бәләкәйҙән уға иғтибар итмәгән кеше булмағандыр. Өҫтәүенә баҫалҡы, итәғәтле. Мәктәптән һуң медицина училищеһын тамамлаған ҡыҙ тыуған ауылында дауаханала эш башлай.


Бығаса егеттәр менән дә дуҫлашып йөрөмәгән ҡыҙға мин-минлеге саманан тыш ауылдашы Ринат сат йәбешә. “Мин һине яратам, дуҫлашайыҡ” тип уның артынан ҡалмай. Тик әлегә ысын һөйөү килмәгәнен аңлаған ҡыҙ уға яуап бирергә ашыҡмай. Ә егет әрһеҙҙең-әрһеҙе шул. Бер аҙҙан: “Мин һине яратам, миңә кейәүгә сыҡ”, – тип уның һәр аҙымын һағалай башлай. Унан нисек ҡотолорға белмәгән һылыу көндәрҙең береһендә документтарын ала ла Өфөләге дауаханаларҙың береһенә урынлаша. Инде еңел тын алып, дәртләнеп эшләй башлаған ҡыҙҙың ишеген бер көндө Ринат шаҡығас, Алһыу аптырап китә. Таҫма тел егет туғандарынан адресын алып килеп таба уны. Тағы ла шул уҡ тормош башлана. Егет тә ауылдан бөтөнләйгә киткән, баш ҡалала эш таба. Ринат хәҙер буш ваҡыттарында тағы Алһыуҙың эштән сығыуын көтөп, дауахана алдына уҡ килеп баҫыр була, дөйөм ятаҡҡа йыш килә. Һаман бер үк һүҙҙе ҡабатлай: “Мин һине яратам, миңә кейәүгә сыҡ”. Шулай инәлеп, ялбарып йөрөй торғас, Ринат ниәтенә өлгәшә – Алһыу уға тормошҡа сыға. Әммә туй үткәреп, бергә йәшәй башлау менән Ринат кәләшен бөтә кешенән дә көнләшеп теңкәһенә тейә. Тиҙҙән ҡул күтәрергә тотона, Алһыу эшкә йөҙө күгәргән килеш йыш килә. Был хаҡта ул бергә эшләгән иптәштәренә лә, ата-әсәһенә лә әйтмәй. Бер көндө иһә ире туҡмап, ҡулын һындыра. Ғаиләлә бала тыуыу ҙа яман сир менән яфаланған йәш атайҙың алама ғәҙәтенән ҡотҡармай. Артабан былай йәшәү мөмкин түгеллеген аңлаған Алһыу, үҙендә көс табып, икенсе ҡалаға китә. Тик бер нисә көндән Ринат бында ла уны эҙләп таба. “Минән китеп башҡалар менән рәхәтләнеп йөрөргә уйлайһыңмы? Улай булмай торһон әле” тигән мәкерле уй уның йөрәген кимерә. Алдан әҙерләнеп килгән ир ҡатынының йыуыныу бүлмәһенә ингәнен көтөп тора ла ҡуйынынан бысағын тартып алып бер нисә тапҡыр уға ҡаҙай. Унан өйҙән сығып китеп, үҙе лә ҡала паркында аҫылына...
Эйе, бындай миҫалдарҙы күп кил­терергә булыр ине. “Росстат” мәғлү­мәттәре буйынса, 2016 йылда ғаиләлә ҡаза күргән ҡатындар һаны 50 меңгә тиерлек еткән. Сағыштырыу өсөн: 2015 йылда был күрһәткес 36,5 мең булһа, 2014 йылда – 31,4 мең, 2013 йылда 28 мең булған. Былары, әлбиттә, тапшы­рылған ғариза буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылып, тикшереү алып барылғаны ғына. Күпселек енәйәт был исемлеккә инмәй, сөнки уларҙың ҡайһыларына енәйәт эше асыуҙан баш тартылған, икенселәре халыҡ судьяларына йүнәлтелгән. Бары бындай бәхетһеҙлек осрағының өс проценты ғына енәйәт эше асылып, суд тикшереүенә барып етә. Йыш ҡына ошондай ҡанһыҙлыҡ күп ҡатындарҙың һәләкәте менән барып бөтә йәки улар ғәрипләнеп ҡала. 2016 йылда, мәҫәлән, Рәсәйҙә 10 мең самаһы ҡатын һәм биш бала ҡаза күргән.
Былтыр Серпухов ҡалаһындағы фажиғә күптәрҙең хәтерендәлер, моғайын. Дмитрий Грачев исемле әҙәм ҡатынын урманға алып барып, ике ҡулын да балта менән сабып өҙә. Бынан һуң ул үҙе ҡатынын дауаханаға илтһә лә, табиптар уның бер генә ҡулын тегеп ҡуя ала. Грачев полицияға үҙе бара. Бындай ҡанһыҙлығын ул ҡатынын көнләшеүе ме­нән аңлата. Әлбиттә, был ирҙең тормош иптәшен беренсе тапҡыр язалауы түгел.
Ғаиләне белгәндәр ул хәләл ефетен быға тиклем дә урманға алып барып, муйынына бысаҡ терәп, тағы ниндәй ир менән осрашыуы тураһында ҡыҙыҡ­һынғанын һөйләгән. Бынан һуң ҡатын полицияға мөрәжәғәт итһә лә, инспектор бары профилактик әңгәмә менән сикләнә...
Ни өсөн бөгөнгө йәмғиәттә бындай ҡанһыҙлыҡҡа юл ҡуйыла? Шул арҡала күпме ғүмерҙәр ҡыйыла, ғәрип булып ҡалалар. Ә күпме баланың бәхете, шат­лығы урлана. Психологтар билдә­ләүенсә, ғәҙәттә, ундай ғаиләлә үҫкән­дәрҙең балалары ла бәхетһеҙлеккә дусар була. Ата­һынан ҡанһыҙлыҡты күреп үҫкән ма­лай­ҙар ҙа, ғаилә тормошо шулай була икән тип, бәғзеләре ошо юлды дауам итә. Ҡайһы бер ҡыҙҙар тормошҡа сығырға ҡурҡа.
Әйткәндәй, күп кенә сит илдәрҙә ҡатындарҙы йорттағы йәберләүҙән ҡот­ҡарыу өсөн заманса алымдар ҡулланыла. Мәҫәлән, АҠШ-та һәм Европаның ҡайһы бер илдәрендә ғаиләләге тиранға ҡаршы сара күреү өсөн махсус закондар эшләй. Унда суд, ҡулы оҙондарға һаҡлау ордеры ҡуйып, иргә ҡатыны янына билдәле бер алыҫлыҡтан яҡын килеүҙе тыя. Быны боҙған өсөн төрмәгә ябыуҙары ихтимал.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар бындай тәжрибәне Рәсәйҙә лә ҡулланырға тәҡдим итә. Әлбиттә, бының өсөн ғаилә-көнкүреш иҙеүен профилактикалау хаҡында закон ҡабул итергә кәрәк. Ул иһә ҡатындарҙы йорттағы йәберләүҙең һөҙөмтәле системаһын эшләргә мөмкинлек бирә.
Әйткәндәй, Дәүләт Думаһы мөһим һәм күптән көткән закон проектын – “Һаҡлау ордеры” хаҡында закон проектын әҙерләй. Ул сағында ғаиләләге бәхетһеҙлек осраҡтары күпкә кәмер ине тип көтөлә.
Нимә ул “Һаҡлау ордеры?” Ул нисек башҡарыла? Йорттағы тирандан үҙеңде һаҡлау өсөн нимә эшләргә кәрәк? Закон проекты авторы адвокат Людмила Айвар һөйләүенсә, ул – йәберләүсегә ҡатынына яҡын килеүҙе, уның менән бер бинала булыуҙы, шылтыратыу, фатирына килеү, балаларҙы алып китеүҙе тыйған суд ҡарары. Был һаҡланыу алымы күп сит илдәрҙә бар. Уның төп маҡсаты – ғаилә ағзаларын ҡул күтәреүҙән һаҡлау. Әлбит­тә, әлегә уның механизмы тулыһынса көйләнмәгән.
“Ордер”ҙы алыу процедураһы ошолай күҙаллана, мәҫәлән, ҡорбан судҡа килә. Әлбиттә, суд һирәк осраҡта алдан ҡарар ҡабул итә. Мәҫәлән, 100 метрҙан яҡын килергә ярамай, электрон хат, телефондан шылтыратыу, һуңғы ҡарар ҡабул ителгәнгә ҡәҙәр социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеү, яҙыу тыйыла. Ахырҙа “Һаҡлау ордеры” бирелә йәки ғариза тапшырыусы кире яуап алыуы ла ихтимал.
Холоҡһоҙ ир был сикләүҙе боҙа ҡалһа, уны ниндәй яза сараһы көтә һуң? Ул сағында сит илдәрҙәге тәжрибә ҡулланыласаҡ. Бының өсөн ҙур күләмдә штраф һәм төрмәгә ултыртыу ҡаралған.
Әлбиттә, был проект үҙенә күрә шаҡтай мәсьәләләрҙе йырып сығыуҙы талап итә. Мәҫәлән, ҡарарҙың үтәлешен кем һәм нисек башҡарасаҡ? Әгәр ул ҡатынына яҡынлашмаған хәлдә лә “мин һине үлтерәм” тиһә, нимә буласаҡ. Әйткәндәй, был һүҙ тормошобоҙҙа киң ҡулланыла. Бәғзе берәүҙәр шаяртып та уны йыш ысҡындыра.
Адвокат әйтеүенсә, “Һаҡлау ордеры”нда, “йәберләүсегә ҡурҡытыу менән янау тыйыла” тип яҙылған. Әгәр ул “үлтерәм” тип әйтһә, был теркәлә. Ул сағында был әҙәмде төрмәгә ултыртыу ҡулайлыһы түгелме тигән һорау тыуа.
Бындай закон – күптән өлгөргән мәсьәлә. Адвокаттар күҙәтеүенсә, күптәр ғаиләлә барған хәлде хатта әсәйҙәренә, әхирәттәренә һөйләргә лә ҡурҡа, сөнки ҡанһыҙ ирҙән тағы ла нығыраҡ эләгәсәгенән шөрләйҙәр. Мәғлүмәттәр буйынса, ирҙәре, һөйәрҙәре ҡулынан йылына 14 мең самаһы гүзәл зат фажиғәле үлә. Ә бәләгә ҡалыусыны билдәле бер ваҡытҡа балаһы менән һыйындырыр, кәңәш, бушлай ярҙам күрһәтеүсе кризис үҙәктәре бөтөнләй етешмәй. Бисара ҡатын, барыр ере булмағас, сыҙап торғоһоҙ хәлдә лә төрлө кәмһетелеүҙәргә, ҡул күтәреүгә түҙеп йәшәй бирә. Барып һыйыныр мөйөшө, баланы ашатыр ризығы, йүнләп эше булмаған кеше тота килеп ҡайҙа сығып китһен инде. Икенсенән, күптәр полиция органдарына мөрәжәғәт итергә, хоҡуҡ һаҡлау органдарының енәйәт эше асмауынан ҡурҡа. Бәғзе берәүҙәр ире был хаҡта белеп ҡалһа, тағы ла нығыраҡ йәберләй башлар тип хафалана.
Тағы шуныһы: күптәргә ирҙәренең ҡырағайҙарса мөнәсәбәте тора-бара ғәҙәти күренешкә әүерелә. Уның ахыры билдәле. Ғәҙәттә, ундайҙар үҙҙәрен яҡлай ҙа, һаҡлай ҙа белмәй.
Белгестәр әйтеүенсә, “Һаҡлау ордеры” идеяһы бик шәп. Әммә яңы закон ҡабул ителеү эше оҙаҡҡа һуҙылыуы мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873