Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ялыу артынан ялыу, йәки белем бирергә ваҡыт ҡалырмы икән?
Мәғариф өлкәһендә ниндәй генә үҙгәреш булмаһын, уҡытыусының белемле, мәҙәниәтле, рухлы, ә иң мөһиме — балаларҙы яратыуы төп шарт. Әммә һуңғы йылдарҙа, үҙәк телевидениела педагогтарға ҡара яғыусы тапшырыу күбәйгәнгәме, күп мәктәптә ялыу яҙыу “мода”һы күренгеләй башланы. Уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтөүселәрҙең үҙ-ара ыҙғышыуы күңелһеҙ, әлбиттә.
Күптән түгел “Башҡортостан” гәзите редакцияһына Әбйәлил районындағы Сиҙәм мәктәбенең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы М. Мусинанан хат килеп төштө. Педагог үҙ яҙмаһында мәктәп директорының сәғәтте аҙ биреүе (ете сәғәт), үҙен кәмһетеүе тураһында белдерә.
Әлбиттә, редакция уҡыу йортона директор тәғәйенләү мәсьәләһен хәл итмәй, шулай ҙа яҙмалағы факттарҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә юлға сыҡтыҡ.
Ауыл уҡытыусыһын мәктәп директоры тураһында шундай йөкмәткеле хат яҙырға нимә мәжбүр иткән? Сиҙәм урта мәктәбе тураһында хәбәрҙармын, унда спортҡа етди иғтибар бүленеүен, бокс һәм кикбоксинг буйынса республика, Рәсәй чемпиондары тәрбиәләнгәнен беләм. Ошондай уйҙар сырмауын тиҙерәк сисеү теләге менән иң тәүҙә хаттың авторы менән осраштым.
Уҡытыусы Хәлил ауылында өлкән йәштәге әсәһен тәрбиәләй, Сиҙәм урта мәктәбенә автобус менән йөрөргә мәжбүр. Бындай хатты яҙырға нимә сәбәпсе булды, тигән һорауыма ул алдыма әллә күпме суд ултырышындағы протокол күсермәләрен, ҡайҙалыр яҙған ялыуҙарын өйөп һалды. Һөйләшеүҙең бер яҡлы ғына килеп сығырын күҙаллап, хат авторы менән мәктәпкә юлландым. Алдан уҡ шуны әйтеп үтәйем: автор “Башҡортостан” гәзитенә мөрәжәғәт иткән мәлдә хеҙмәттәштәре (38 ҡултамға), уны эштән бушатыуҙарын һорап, район хакимиәте башлығына, прокурорға, мәғариф идаралығының профком рәйесенә асыҡ хат яҙған.
Уҡытыусылар, балаларға белем биреү урынына, бер-береһенән ғәйеп эҙләп, ялыу яҙып, ваҡытты бушҡа сарыф итергә мәжбүр. Сәбәп нимәлә? М. Мусинаның хатынан өҙөк килтерәйек: “2009 йылдың 1 майынан мәктәпкә яңы директор — Р. Йосопова килде. Заманында ул беҙҙә географиянан уҡытҡайны. 2009 йылдың 12 авгусында мине эштән сығарҙы, унан алда отпуск бирмәй ыҙалатты. Прокуратураға мөрәжәғәт иткәс кенә, ялымды алдым. Ә инде эшһеҙ ҡалғас, урыныма кире ҡайтарыуҙарын һорап, Әбйәлил район судына ғариза яҙҙым. Бер нисә суд ултырышынан һуң эшемә кире урынлаштым.
2010 йылдың майында директор мине тағы эштән сығарҙы. Яңынан башланды суд юлын тапау. Дөрөҫлөк минең яҡта булып, 2010 йылдың 1 ноябрендә эшемдә яңынан тергеҙелдем.
...Директор миңә ҡаршы көрәшеүен дауам итте — былтыр 15 августа өсөнсө тапҡыр эштән ҡыуҙы. Был юлы суд директорҙы яҡланы. Ризалашмайынса, Башҡортостандың Юғары судына мөрәжәғәт иттем. Уның минең файҙаға ҡарар сығарыуы нигеҙендә, быйыл 19 февралдә яңынан эшемә сыҡтым. Еңелеүен күтәрә алмаған директор әле булһа хоҡуҡтарымды сикләй, ете сәғәт дәрес ҡалдырҙы. Ә башҡа уҡытыусыларҙыҡы — 23–28-әр сәғәт...”
М. Мусина Сиҙәм урта мәктәбендә 1993 йылдың октябренән дәрес әҙерләү төркөмөнөң тәрбиәсеһе булып эшләй. Хаҡлы ялға сығыр алдынан мәктәп етәкселегенә, дәрес кәрәк, пенсиям күберәк булыр, тигән үтенес менән яҙған ғаризаһы шунда уҡ ҡәнәғәтләндерелә. Әммә уҡытыусы, ни өсөндөр, һорап алған йөкләмәһен юғары кимәлдә башҡарырға тырышмай, киреһенсә, бер-бер артлы “больничный” ала йә, күрше ауылдан йөрөп уҡытыуы сәбәпле, дәрескә һуңлай. Әлбиттә, был хәл ата-әсәлә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, уның урынына башҡа педагогты ҡуйыуҙы һорап бер нисә ғариза яҙалар. Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек алып барылмауына, уҡытыусының, күрше ауылдан йөрөгәс, төштән һуң мәктәптә булмауына, уҡыусыларҙың төрлө һорау менән икенсе кешегә йөрөргә мәжбүр булыуына ҡарамаҫтан, мәктәп коллективы, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләһен тип, Мусинаны һәр саҡ аңларға тырыша. Әммә ул эштән китергә ашыҡмай, ҡыҙын яңғыҙ тәрбиәләүгә һылтанып, тағы бер йылға ҡалдырыуҙарын һорай. Өҫтәүенә тулы ставка биреүҙәрен талап итә. Коллективта был ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Бер кем дә дәресен бүлеп бирергә теләмәй, һәм улар хаҡлы ла. Урыҫ теле һәм әҙәбиәтен оҙаҡ йылдар уҡытып, юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, әллә күпме конкурс, олимпиада еңеүсеһе тәрбиәләп, һөҙөмтәлә дәресеңде кемгәлер биреп ҡуйырғамы?!
Шулай ҙа урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, үҙ-ара килешеп, суд ҡарары буйынса быйыл тағы эшкә килгән Мусинаға берәр класынан дәрес бирергә була. Ә закон буйынса быны эшләмәҫкә лә мөмкин ине, сөнки дәрестәрҙе бүлеү тарификацияһын бер кемдең дә боҙорға хоҡуғы юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, Мусина маҡсатына өлгәшә. Әммә уҡытыусы тынысланмай, тағы ла сәғәт биреүҙәрен талап итеп, гәзиттәргә хат яҙырға тотона. Ҡыҙын яңғыҙ тәрбиәләүҙе, оло йәштәге әсәһен ҡарауҙы, икенсе ауылға йөрөп уҡытыуҙы сәбәп итеп ҡуя. Мәҫәлән, Мусина 2009/10 уҡыу йылында ауырыу сәбәпле, бер нисә мәртәбә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алған. Әлбиттә, сир бер кемдән дә һорап килмәй, көн дә юлда иртәнге һыуыҡты, киске һалҡынды йотоп йөрөгән кеше сырхап та китер. Ә белем алырға тырышҡан уҡыусыларҙың күпме дәресе ҡала.
Мәктәп коллективы йыйылышында барыһы ла Мусинаны ялғанлыҡта, хеҙмәттәштәрен насар яҡтан күрһәтергә тырышыуында, төплө белем бирмәүендә, ата-әсә менән мөнәсәбәттәренең насар булыуында, уҡыусылар менән уртаҡ тел таба алмауында ғәйепләне. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был йыйылышҡа берәү ҙә алдан әҙерләнмәне, беҙҙең килеребеҙҙе уҡытыусылар ҙа, директор ҙа белмәне. Ҡайһы берәүҙәрҙе өйөнән саҡыртып алырға тура килде. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, фекер алышыу хат авторының файҙаһына тамамланманы.
Үкенескә ҡаршы, әлеге низағҡа тиҙ генә нөктә ҡуйылырға уйламаған. Шулай ҙа беҙҙе иң изге һөнәр эйәләре — балаларға белем биргән, тәртип һәм тәрбиә өлгөһө күрһәтергә тейешле уҡытыусыларҙың ығы-зығыға юл ҡуйыуы аптыратмай ҡалмай.

Вәлит ЗӘЙНУЛЛИН, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе:

— Килеп тыуған хәл бик ҡыҙғаныс. Мәктәп директорының, ҡулайлаштырыу шарттарына ярашлы, М. Мусинаны эштән ҡыҫҡартыуын дөрөҫ тип иҫәпләйем. Уҡытыусының йәшәү сығанағы, йәғни пенсияһы бар. Мәктәптә башҡа бер урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла хаҡлы ялға сығыр йәштә түгел. Миңлегөл Фәрит ҡыҙының 18 дәрес талап итеүе менән һис тә килешеп булмай.

Нәзифә ӨМӨТБАЕВА, мәктәптең профсоюз рәйесе:
— Әгәр мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етешмәй, ә дәрестәр күп икән, М. Мусинаның һорауын ҡәнәғәтләндереп булыр ине. Тик йылдан-йыл балалар һанының кәмеүе, шул арҡала дәрестәрҙең дә ҡыҫҡартылыуын үҙ күҙе менән күреп, белеп йөрөгән уҡытыусының, үҙ һүҙен һүҙ итәм тип, туҡтауһыҙ ялыу яҙыуы аптырата.

P.S. Мәҡәләне баҫырға әҙерләгәндә шул асыҡланды: Миңлегөл Мусинаның тулы ставкаға дәрес биреүҙе һорап яҙған ғаризаһы буйынса суд буласаҡ. Бөгөн мәктәп директоры Р. Йосопованың, сирләп, Өфөлә дауаханала ятыуы һөҙөмтәһендә суд ултырышы 15 майға күсерелгән.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Тәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкин

Тәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкин 14.02.2025 // Йәмғиәт

Тәрбиәселәр Башҡортостан Башлығының 575 мең һумлыҡ грантын оторға мөмкин...

Тотош уҡырға 11

Республикала халыҡ яҙыусыһы Камил Йыһаншиндың 75 йәшен билдәләйҙәр

Республикала халыҡ яҙыусыһы Камил Йыһаншиндың 75 йәшен билдәләйҙәр 14.02.2025 // Йәмғиәт

Республикала халыҡ яҙыусыһы Камил Йыһаншиндың 75 йәшен билдәләйҙәр...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда ике пенсия алыусыларға күпме өҫтәмә аҡса түләнергә тейешлеген аңлаттылар

Башҡортостанда ике пенсия алыусыларға күпме өҫтәмә аҡса түләнергә тейешлеген аңлаттылар 14.02.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ике пенсия алыусыларға күпме өҫтәмә аҡса түләнергә тейешлеген аңлаттылар...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостан яугире атай булған

Башҡортостан яугире атай булған 14.02.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан яугире атай булған...

Тотош уҡырға 16

Апрелдә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Башҡортостан ветерандарына аҡса түләнә

Апрелдә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Башҡортостан ветерандарына аҡса түләнә 14.02.2025 // Йәмғиәт

Апрелдә Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Башҡортостан ветерандарына аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 17

Апрелдә республика ветерандарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аҡса түләнә

Апрелдә республика ветерандарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аҡса түләнә 14.02.2025 // Йәмғиәт

Апрелдә республика ветерандарына Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 12

2025 йыл Рәсәйҙә мәғариф системаһында Балалар ялы йылы билдәһе аҫтында уҙғарыла

2025 йыл Рәсәйҙә мәғариф системаһында Балалар ялы йылы билдәһе аҫтында уҙғарыла 14.02.2025 // Йәмғиәт

2025 йыл Рәсәйҙә мәғариф системаһында Балалар ялы йылы билдәһе аҫтында уҙғарыла...

Тотош уҡырға 16

Яҙыусы Яныбай Хамматовҡа арналған почта конверты сыҡты

Яҙыусы Яныбай Хамматовҡа арналған почта конверты сыҡты 13.02.2025 // Йәмғиәт

Яҙыусы Яныбай Хамматовҡа арналған почта конверты сыҡты...

Тотош уҡырға 24

Рәсәй гражданы антын 14 йәштән бирә башлайҙар

Рәсәй гражданы антын 14 йәштән бирә башлайҙар 13.02.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй гражданы антын 14 йәштән бирә башлайҙар...

Тотош уҡырға 24

Башҡортостанда Стәрлетамаҡ күпере төҙөлөшө 2026 йылда тамамлана

Башҡортостанда Стәрлетамаҡ күпере төҙөлөшө 2026 йылда тамамлана 13.02.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Стәрлетамаҡ күпере төҙөлөшө 2026 йылда тамамлана...

Тотош уҡырға 24

1 марттан ер участкаларын теркәү тәртибе үҙгәрә

1 марттан ер участкаларын теркәү тәртибе үҙгәрә 13.02.2025 // Йәмғиәт

1 марттан ер участкаларын теркәү тәртибе үҙгәрә...

Тотош уҡырға 22

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте 13.02.2025 // Йәмғиәт

Синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте...

Тотош уҡырға 26