Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бер ваҡытта ла өҫтөнлөклө йәки төп иғтибар талап иткән тармаҡтарҙың береһе булманы. Был, моғайын, уның йәмғиәттең техник һәм технологик үҫешенә йоғонто яһаған даирәгә инмәүенә бәйлелер. Совет заманында уҡ әле слесарҙарҙы һәм урам һепереүселәрҙе эскесе итеп һүрәтләү был тармаҡтағы кадрҙарҙың сифатына ла ишара ине. Ләкин беҙ үҙебеҙ йәшәгән мөхиткә битараф була алмайбыҙ, ә ундағы уңайлылыҡ, бөхтәлек, таҙалыҡ дөйөм мәҙәни кимәлебеҙгә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа булып үткән ултырыш, нигеҙҙә, ошо туралағы һөйләшеүгә арналды.Республика парламентының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ойошторған был сара “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр алыуға хоҡуғын яҡлауҙы тәьмин итеү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының үтәлешен тикшереү маҡсатында ойошторолдо. Төп телмәр менән унда республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов сығыш яһаны.
– Беҙҙең комитет йәмғиәт өсөн иң мөһим булған өс йүнәлеште – торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, төҙөлөштө һәм юл ремонтлау өлкәһен – контролдә тота. Ошо даирәлә барыһы ла социаль яҡтан әһәмиәтле, шул иҫәптән торлаҡты күҙәтеү һәм был хужалыҡтағы лицензия контролен башҡарыу ҙа, – тине дәүләт комитеты рәйесе. – Торлаҡҡа килгәндә, беҙҙең бурыс йәшәү фондын һаҡлауға, уның хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала.
Бөгөн Башҡортостанда дөйөм майҙаны 61 миллион квадрат метрҙан артығыраҡ булған күп фатирлы 19 меңдән ашыу йорт бар. Һуңғы йылдарҙа торлаҡ төҙөү күләменең байтаҡҡа артыуына ҡарамаҫтан, республиканың торлаҡ фонды, дөйөм алғанда, ныҡ туҙған тип иҫәпләнә, сөнки 1990 – 2000 йылдарҙа күп фатирлы йорттар ремонтланманы тиерлек. Тимәк, был хәл дәүләт власы органдарына ла, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүе баҙарында ҡатнашҡан ойошмаларға ла йорттарҙың сифатын яҡшыртыу эшен тиҙләтеүҙе талап итә.
Был хеҙмәттәрҙе кемдәр күрһәтә һуң? Әле республикабыҙҙың торлаҡ-коммуналь хужалығында 477 идарасы компания бар, шуларҙың 137-һенең туранан-тура хеҙмәтләндергән йорттары юҡ. Бынан тыш, торлаҡ милекселәренең 710 ширҡәте эшләп килә, шуларҙан 161 ширҡәт йорттарға идара итеү менән мәшғүл.
Илдар Шафиҡовтың депутаттар алдында сығыш яһауының төп маҡсаты күҙәтеү эшмәкәрлегенең былтырғы йомғаҡтарын хәбәр итеү ине. Тармаҡҡа контроль нимәләрҙе күрһәтте?
Дәүләт комитеты күп фатирлы 13 меңдән ашыу йортто тикшергән. Планда ҡаралған инспекторлауҙан тыш, торлаҡ фондының хәүефһеҙлеген тикшереү ҙә айырым сара булған. Былтыр ноябрҙә, мәҫәлән, 656 йортта газ ҡорамалдарының төҙөклөгө буйынса рейдтар үткәргәндәр. Бынан тыш, 450 йорттоң ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге прокуратура менән берлектә тикшерелгән. Ошо саралар исем өсөн генә уҙғарылмаған һәм күп һандағы етешһеҙлектәрҙең асыҡланыуы үҙе үк шуны раҫлай.
Бөтә был тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә торлаҡты техник файҙаланыу һәм коммуналь хеҙмәтләндереү буйынса 36 меңдән ашыу кәмселек табылған. Шуларҙың биш меңдән ашыуы тикшереү барған сәғәттәрҙә бөтөрөлгән, бер меңгә яҡынын тикшереү алдынан төҙәтеп өлгөргәндәр, ә ике меңдән артығыраҡ етешһеҙлекте суд ҡарары менән генә бөтөрөргә мәжбүр иткәндәр. Был күрһәткес 2015 йылғы кимәлдән юғарыраҡ: ул саҡта 35 мең етешһеҙлек асыҡланған, ә 2016 йылда улар 18 меңдән саҡ ҡына ашыуыраҡ булған.
Ни өсөн былтыр торлаҡ-коммуналь хужалығында асыҡланған кәмселектәр, алдағы йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк булып сыҡҡан? Был тармаҡта яуапһыҙлыҡ көсәйгәнме, әллә тикшереүселәр әүҙемерәк эшләй башлағанмы? Сәбәбе күпкә ябайыраҡ: былтыр күп фатирлы йорттарға идара итеүгә лицензия алған ойошмаларға ҡарата планлы тикшереү үткәреүгә бер йыллыҡ мораторий иғлан ителгәйне. “Хәҙер килеп, ошо мораторий ғәмәлдә булыуҙан туҡтаны һәм беҙҙең дәүләт комитеты күҙәтеү сараларын киңерәк масштабта үткәрә ала”, – ти Илдар Шафиҡов. Йорттарҙы техник хеҙмәтләндереүҙә етешһеҙлектәр күп тип булмай. Уның ҡарауы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡты нигеҙһеҙ рәүештә арттырып яҙыу осраҡтары йыш осрай.
– Кире динамика, йәғни етешһеҙлектәрҙең артыуы, борсолоу тыуҙырмай ҡалмай, – тине Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе үҙенең сығышында. – Бер юлы шуныһын да билдәләү кәрәктер: кәмселектәрҙең 27 проценты тикшереү саралары тамамланғансы уҡ төҙәтелә. Был тәңгәлдә лицензия талаптарын боҙған өсөн язаның ҙур булыуы ла ыңғай роль уйнай. Идарасы компанияларға ниндәйҙер кәмселек өсөн эште административ протокол төҙөүгә еткереү һәм штраф түләү һис тә отошло түгел.
Үткән йыл ошо компанияларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы мотлаҡ талаптарҙы боҙоуға юл ҡуйылмаҫҡа тейешлеге тураһында 1 297 иҫкәртеү ебәрелгән. Был – ошондай ойошмаларға тәьҫир итеүҙең яңы һәм ярайһы уҡ йоғонтоло ысулы.
Коммуналь хеҙмәттәргә хаҡты арттырып яҙған өсөн 591 иҫкәрмә ебәрелгән һәм граждандарға артыҡ түләнгән 100 миллион һумдан ашыу сумма кире ҡайтарылған (ул киләһе айҙар өсөн түләгәндә иҫәпкә алына), шуларҙың байтаҡ өлөшө суд ҡарарҙары нигеҙендә башҡарылған. 2015 йылда был сумма — 71,64 миллион һум, ә 2016 йылда 42 миллион һум тәшкил иткән икән. Был айырманың сәбәбе йәнә шул уҡ шартҡа ҡайтып ҡала: бер йыллыҡ мораторийҙы идарасы компаниялар “табышлы” файҙаланырға булған.
Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында дәүләт комитеты тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 136 эште күҙәтеү һәм контроль органдарына сара күреү өсөн ебәргән. Шуларҙың 119-ы — Эске эштәр министрлығына, 17-һе прокуратураға йүнәлтелгән. Бынан тыш, ғәйепле кешеләрҙе һәм ойошмаларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкинлеге лә бар.
– Комитеттың был тәңгәлдәге бурысы – ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуйған етәксегә ҡарата язаны ҡотолғоһоҙ итеү, – ти Илдар Шафиҡов. – Былтыр ғәйеплеләргә 23,7 миллион һум штраф һалынды, ул 2015 – 2016 йылдарҙағы менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк. Иҫегеҙгә төшөрәм: былтыр беҙ Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының яңы статьяларын ҡулландыҡ – улар лицензиялы ойошмаларға ҡануниәтте боҙған өсөн штрафты күпкә ҙурыраҡ күләмдә билдәләргә рөхсәт итә.
Дөйөм алғанда, идарасы компаниялар араһында ҙур һәм сағыштырмаса яңы күп фатирлы йорттарға идара итеү буйынса көнәркәшлек көсәйә бара. Башҡортостандағы 477 идарасы компанияның 137-һенең әлегә үҙ ҡарамағында йорттары булмауы ла шул турала һөйләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һан һәр саҡта ла сифатҡа әйләнмәй. Быны айырыуса граждандарҙан дәүләт комитетына килгән ялыуҙарҙың артыуы асыҡ раҫлай. Идарасы компанияларҙың артыуы ла был ағымды кәметә алмай. Комитетҡа юлланған ялыуҙар һаны түбәндәгесә арта: 2015 йылда 18 503 ялыу килгән, 2016 йылда – 20 736, 2017 йылда – 23 770. Былтыр уларҙың һаны, күреүебеҙсә, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 1,15 тапҡырға артҡан. “Ялыуҙар һанының артыу сәбәптәренең береһен беҙ уны электрон рәүештә лә ебәреп булыу мөмкинлеге тыуыуҙа күрәбеҙ”, – ти дәүләт комитеты рәйесе. Халыҡтан килгән хаттарҙың 53 проценты хәҙер власть органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе аша алына икән.
Ялыуҙар нимә тураһында?
— 33 проценты – торлаҡ фондына идара итеү мәсьәләләре (идара итеүсе компанияларҙың ҡәнәғәтләнерлек эшләмәүе) һәм дөйөм мөлкәттең тәртиптә тотолмауы буйынса;
— 32 проценты – торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ түләтеү тураһында;
— 10 проценты – коммуналь хеҙмәтләндереү ҡағиҙәләрен боҙоуға (һыуыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү, йылытыу, канализация, электр һәм газ) зарланыу;
— 25 проценты – торлаҡты үҙгәртеп эшләү һәм ҡайтанан планлаштырыу, башҡа мәсьәләләр буйынса.
Былтыр граждандарға өҫтәмә түләтеүҙәр яҙыу, идарасы компанияларҙың төҙөк булмаған йылытыу системаһы өсөн түләтергә маташыуы, йылылыҡты үлсәү буйынса дөйөм йорт приборҙарын тикшереү ваҡытының һуңлатылыуы йәмғиәттә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғайны. Идарасы компаниялар тарафынан граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуы тураһындағы суд ҡарарҙары ла байтаҡ булған.
Күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән халыҡ йыш ҡына коммуналь хеҙмәтләндереүҙең сифатынан һәм тиҙлегенән ҡәнәғәт түгел. Йорттоң дөйөм мөлкәтен йүнәтеү һәм үҙгәртеү эштәре тураһында мәғлүмәт алыу ауыр, планлаштырылған эштең ғәмәлдә башҡарылғаны менән тура килмәүе лә йыш күренеш. Граждандар бигерәк тә дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу өсөн хаҡтың ҡайҙан алынғанын һәм нимәгә нигеҙләнгәнен белә алмай аптырай.
Илдар Шафиҡов әйтеүенсә, дәүләт комитетының был тәңгәлдәге бурысы – кешеләргә хоҡуҡтарын аңлатыу, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыу. Былтыр ул халыҡтың грамоталылығын күтәреү буйынса йөҙҙән ашыу сара үткәргән. Шулар араһында “Асыҡ диалог” тигән өс айға бер ойошторолғаны ла бар. Бынан тыш, муниципаль берәмектәрҙә күп фатирлы йорт советтары рәйестәре менән ай һайын осрашыуҙар үткәрелә. Дәүләт комитеты ҡануниәттең торлаҡ-коммуналь хужалығындағы ҡулланылышы буйынса тәжрибәгә арналған мәҡәләләр ҙә әҙерләй һәм киң мәғлүмәт сараларына сығара.
Әлбиттә, ялыуҙарға ғына ҡарамай, урынға барып тикшереүҙәр ҙә даими булып тора. Шуларҙың төп иғтибар үҙәгендә торғаны капиталь ремонттыр, моғайын. Ошо маҡсатта былтыр ғына ла 1 161 күп фатирлы йорттағы эштең сифаты ҡаралған.
– Элегерәк ремонтланып та, файҙаланыу барышында кәмселектәре табылған йорттарҙы айырым барып ҡарауҙы ғәҙәткә индерҙек, – ти дәүләт комитеты рәйесе. – Һөҙөмтәлә, капиталь ремонт яһалған йорттар һаны артыуға ҡарамаҫтан, ундағы эштең сифатына ҡарата ялыуҙар кәмей төштө.
Газ ҡорамалдарын ҡулланғанда аварияларҙың артыуы һәм шул арҡала ҡорбандар ҙа булыу сәбәпле, Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына был өлкәне лә тикшереп тороу буйынса вәкәләттәр тапшырылған. Әлбиттә, бында айырым белгестәр талап ителә, шуға күрә махсуслашҡан газ бүлеү ойошмаһы менән килешеү төҙөгәндәр. Был тармаҡты тикшереүгә тотонғас та, дәүләт комитеты тейешле ҡағиҙәләр боҙолоу тураһындағы 1602 эш әҙерләне, улар түбәндәге мәсьәләләргә ҡағыла:
– йорттағы газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү буйынса килешеүҙәр булмауы, килешеү төҙөүҙән баш тартыу;
– махсуслашҡан ойошма вәкилдәрен фатирҙағы газ ҡорамалдарын техник яҡтан хеҙмәтләндереү өсөн индермәү.
Бындай етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү өсөн дәүләт комитеты быйылғы тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостан Прокуратураһының һәм “Ростехнадзор”ҙың ярҙамына таянырға ниәтләй.
Сираттағы бурыс – йорттарҙы йылытыу миҙгеленә әҙерләүҙе контролдә тотоу. Ошо йүнәлештә лә байтаҡ етешһеҙлектәр асыҡлана һәм уларҙы төҙәтеү өсөн иҫкәрмәләр ебәрелә. Былары – нигеҙҙә һыуыҡ һәм эҫе һыу үткәргестәренең, канализацияның тейешенсә эшләмәүе, электр һәм газ менән тәьмин итеүҙең ышаныслы булмауы, дөйөм файҙаланыу урындарында тәҙрәләрҙең быялаһы юҡлығы, тышҡы һәм эске ямғыр һыуы торбаларын алмаштырыу мохтажлығы һәм башҡалар. Шулай ҙа, дәүләт комитеты рәйесе үҙе билдәләгәнсә, был ойошма хәҙер бер туҡтауһыҙ тигәндәй тикшереп йөрөү һәм яза биреү ысулынан ҡотолоп, намыҫлы эшләгән идарасы компаниялар менән партнерҙарса хеҙмәттәшлек итеү нигеҙенә күсә бара.
Граждандар, нигеҙҙә, ошондай үтенестәр менән мөрәжәғәт итә:
— авариялы хәлдә тип танылған күп фатирлы йорттарҙың тейешле тәртиптә тотолмауы;
— дөйөм йорт иҫәп приборҙарының ваҡытында тикшерелмәүе;
— коммуналь хеҙмәтләндереүҙең сифаты насар булыуы;
— түбәнең ағыуын һәм подвал бүлмәләрен һыу баҫыуҙы ваҡытында туҡтатмау;
— торлаҡты тәртиптә тотоу өсөн хаҡты бер яҡлы ғына, йәғни милекселәр менән кәңәшләшмәйенсә, билдәләү.