Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батырҙарын онотмай тыуған яҡ
Батырҙарын онотмай тыуған яҡ1750 йылдарҙа Тамъян-Ҡатай кантоны Наурыҙ ауылы башҡорттарының ата-бабалары Айбағыш, Көнбағыш исемле ике бер туған булған. Айбағыштан Килдеш исемле мәргән тыуып, заманында уға тиңдәр табылмаған. Көнбағыштан Ҡушкилде тыуып, ул да мәргән булған. Ҡушкилденән Ҡарас исемле бер улан ҡалған. Ҡарас та атаһы һымаҡ уҡ-һаҙаҡҡа бирелеп, йәштән батыр, мәргән исемен ала. Һәр ваҡыт Килдеш батыр менән бергә яу ҡайтарып, яу сабып йөрөгән. Уларҙан алыҡ һис кем булмаған.


М. Буранғолов яҙып алған риүәйәттәргә ҡарағанда, XVIII быуаттың урталарында йәшәгән сәсән һәм батыр хәҙерге Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған, сығышы менән Тиләү ырыуынан.
Халыҡ телендә Ҡарастың сәсәнлегенә һәм батырлығына бәйле шундай легенда йәшәй: берҙән-бер көн йөҙләгән ҡаҙаҡ барымтасыһы быларҙың йәйләүен баҫып, малдарын ҡыуып алып китә. Утыҙлап һыбай менән Ҡарас барымтасыларҙы ҡыуа сыға. Ҡыуып килгәнде кү-реп, ҡаҙаҡтарҙың өсәүһе айырылып артта ҡала, ҡалғандары мал менән китә. Ҡыуып барып, тауыш етерлек ергә еткәс, Ҡарас батыр ҡаҙаҡ батыры Аҡшаға үҙен танытып өндәшә, йылҡыларҙы ташлап китергә ҡуша. Шунан Ҡарас батыр менән Аҡша батыр уҡ атышырға булалар һәм икеһе ике арҡаға менеп баҫа.
Ҡарас, үҙенең мәргәнлеген белдерер өсөн, тәү атыуҙан Аҡшаның уҡ һауытын ҡыйрата ата, ә уның үҙенә атҡан уғын һауала саҡта тотоп ала ла ҡалъянына һала. Һуңынан шул уҡ менән Аҡшаны атып йыға. Малдарын һалдырып алғас, Аҡша батырҙы ерләп ҡайтып китә.
Шул уҡ Мөхәмәтша Буранғолов яҙып ал­ған һәм “Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар” (1980) китабында баҫылған икенсе бер легендаға ҡарағанда, Ҡараһаҡал яуына (1735 – 1740) күтәрелеү мәсьәләһе килеп тыуғас, Ҡарас сәсән старшиналарға һәм аҡһаҡалдарға кинәйә тел менән ҡабаланмаҫҡа кәңәш биргән.
“Талы күп тә ул Уралдың, тик ҡырҡа баш­ла­һаң, ҡан тама. Мәмерйәләр эсенә бүреләр инеп көсөкләгән, аттарҙың ҡолағына ин (инәү) һалғандар, боттарына тамға баҫҡан­дар. Төндә өрөр эттәр үлте-релгән, ямау һа­лыр кейем бар микән?.. Ағас башына ҡор ҙа ҡунмаған. Ә һуң рус батшаһы һаҡаллы микән?” — тигән. Йыйылған халыҡтың күбеһе быны аңламаған. “Ҡарас аҡылдан шашҡан”, “Ҡарас беҙҙе мыҫҡыл итә”, — тип тауыш күтәргән. Шул саҡ аранан берәү Ҡарас сәсәндең әйткәнен аңлатып биргән. “Юҡ, уҙамандар, — тигән ул. — Ҡарас дөрөҫ һөйләне. Һеҙ үҙегеҙ яңылыш аңланығыҙ. Талды ҡырҡһаң, ҡан тама тигәне Урал урмандары яуҙарҙа аҡҡан халыҡ ҡаны менән һуғарылған тигән һүҙ була. Аттарҙың ҡолағына ин, боттарына тамға һалынған тигәне яуҙан һуң ҡасып йөрөгәндәр илгә ҡайтып етмәгән була. Төндә өрөр эттәрҙе үлтергәндәр тигәне үткән яуҙа ҡатнаш­ҡандарҙы язалап бөткәндәр тигән һүҙ. Ә ямау һалыр кейем бармы тигәне килгән ҡунаҡ (Ҡараһаҡал) сит кеше, беҙҙең илгә ямау­лыҡтай ғына буласаҡ тигән һүҙ. Батшаның һаҡалын һорауы илар бала атаһының һаҡалы менән уйнай тигәнде аңлата”. Уҙамандар Ҡарастың һүҙ йомоп һөйләй алыуына һоҡланып ҡалған, ти.
Ошо легендаға аңлатма биреп, М. Бу­ранғолов былай тип яҙа:
“Ҡарас үҙенең ҡыҫҡа һүҙе, сәсәнлеге менән халыҡ өҫтөнә нимә киләсәген һәм уның үткәндәге кеүек ойош­маған, бер маҡсатҡа ҡоролмаған, етәксеһеҙ ҡуҙға­лыштарҙан нимә күрәсә­ген аңлатҡан”.
Ҡыҫҡаһы, мәргән дә, сәсән дә, аҡыллы сәйәсмән дә булған ул. Юҡҡамы ни уның турала “Башҡорт­тарҙың тарихы” әҫәрендә Әхмәтзәки Вәлиди Туған телгә ала. Был китапта ла Ҡарас менән бәйле иң билдәле эпизод, Акша (Акча, Акса) менән алыш һүрәтләнә. Дуэль бөгөнгә тиклем урындағы халыҡтың хәтерендә һаҡлана.
Бына нимә тип яҙып ҡалдырҙы тыуған яҡ тарихын өйрәнгән журналист-яҙыусы Әнүәр Ғибәҙәтов: “Барымта менән ҡарымта заманында йәшәгән Ҡарас. Бер халыҡ икенсеһенең малын талаған ул саҡта, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны ҡоллоҡҡа ҡыуыр булған. Был — барымта. Шул кәсептән ҙур улъя (килем) тапҡандар. Иленә мал алып ҡайтһа, барымтасылар оло шөһрәт ҡаҙанған. Малы ҡыуылған халыҡ, ғәҙәттә, барымтасылар артынан ҡыуғын төшөргән. Шул арҡала ҡон алыу, ҡанға ҡан алыш булып торған. Был — ҡарымта. Барымтаны ла, ҡарымтаны ла ил ҡашҡалары — танылған батырҙар етәкләгән. Башҡорт менән ҡаҙаҡ халыҡтары араһында, күрше йәшәгәнгәлер, ошондай бәрелештәр айырыуса йыш булып торған. Барымта менән ҡарымтаға бәйле риүәйәттәр әле лә йәшәй халыҡ күңелендә. Шуларҙың береһе Ҡарас батыр тураһында. Ҡарас — Тиләү ырыуының күренекле батыры, үҙ заманының сәсәнлектә ал бирмәҫ һүҙ оҫтаһы, ырыуының аҡылы булған шәхес. Ил ҡашҡаһының ҡаҙаҡ батыры Аҡса менән алышы тураһындағы риүәйәтте бала саҡтан ишетеп үҫтек.
…Аҡса батырҙы шул түбәлә ерләп ҡуйҙылар, өҫтөнән уба итеп таш өйҙөләр. Шунан, билдәле булһын тип, ҡаҙаҡ батырының баш өҫтөнә уҡ ҡаҙап, Ҡарас былай тип әйтемләне:
Заманында күп тартыш күргәнһең һин,
Донъянан күп батырҙы һөргәнһең һин.
Башҡорттоң атҡыстарын тиңгә алмай,
Тарпандан Алты Аласта йөрөгәнһең һин.
Таш менән ҡурған итеп ҡаҙҙың гүрең,
Аталыр исемең менән ятҡан урын,
Бер һаҙаҡ баш осоңа ҡаҙап ҡуйҙым;
Әйтһендәр: “Батыр үткән беҙҙән борон!”
Шул ваҡыттан алып ҡаҙаҡтар барым­таға йөрөүҙән туҡтаған, ти. Аҡса батыр ерләнгән тауҙы әле лә Аҡсатүбә тип атап йөрөтәләр”.
Ҡаҙаҡ батыры үлем ҡабул иткән урын хәҙер Аҡсатүбә тип атала. Заманында исеменә ҡыҙығып, бында кешеләр аҡса ла эҙләп маташа. Түбә тирәләй бесән сабырға ла рөхсәт ителмәй. Ә Бөйөк Ватан һуғышы алдынан дүрт дөйәлә ҡаҙаҡтар, батырҙары әруахына бағышлап бында зыярат ҡылырға ла килгән, ти.
Быға тиклем наурыҙҙар батырҙарының ҡайҙа ерләнгәнен яҡынса ғына белә ине. Тарихи документтарға таянып, былтыр Ҡарас сәсәндең мәңгелек йорто асыҡланды. Наурыҙ ауылы халҡы уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында обелиск та асты. Ҡарас сәсән тураһында мәғлүмәт һәм уның һүҙҙәре яҙылған ике метрлыҡ мөһабәт таш ауылдың ҡалҡыу урынында бөтә яҡтан да күренеп, йәм биреп тора. Уның алдына асфальт түшәлгән, эргәһенә юлаусыларға ял итеп алыу өсөн беседка ла эшләнгән.
Бына шундай ата-бабалары рухына тоғро, тарихына һаҡсыл кешеләр йәшәй Учалыла. Әйткәндәй, май байрамдарында наурыҙҙар тағы бер батырҙары — 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы, ата-олаталары ауылға исем биргән шәхес Абдулнасир Наурыҙов иҫтәлегенә арналған һыбай уҡ атыу турниры үткәрергә йыйына. Ҡарас сәсән исеменә уҙғарылған сарала иң яҡшы тип табылған 30 мәргән был мәртәбәле ярышта ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

Учалы районы.


Автор: Р. РӘМИЛЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә