Мине үткәндәр һәм тормоштағы төрлө хәл-ваҡиғаларҙың тере шаһиттары булған кешеләрҙең яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Эйе, ер йөҙөндә күпме әҙәм балаһы йәшәһә, уларҙың һәр ҡайһыһының ғүмер юлы үҙенә бер, ҡабатланмаҫ була. Берәүҙәр ҡайғы-хәсрәт, ғазап-михнәт күрмәй, бәхеткә төрөнөп, рәхәтләнеп ғүмер итһә, бәғзеләре алдына Хоҙай Тәғәлә күтәрә алмаҫлыҡ ауыр һынауҙар ҙа ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артыҡ бер ҡатлы булыуҙары арҡаһында, йәнәшәләге кешеләргә сабый балаларса самимилыҡ менән ышанып, киләсәк тормоштарын үҙ ҡулдары менән емергән, селпәрәмә килтергән инсандар ҙа бихисап. Был хикәйәтем нәҡ шул яралы яҙмыш тураһында....Икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыуҙар, хәтфәләй йәшел болондар менән уратып алынған бәләкәй генә бер ауылда ғүмер иткән ярлы ғаиләлә сәскәле, йәмле май айында Йәмилә исемле ҡыҙ бала донъяға килә. Илебеҙҙәге тормоштоң төрлө тетрәнеүҙәрҙән һуң аҡрынлап яйға һалына барған мәле була ул саҡта. Ләкин күп тә үтмәй, һандуғастар өҙҙөрөп һайраған йәйге тын иртәлә тағы ла хәтәрерәк һәм аяныслыраҡ афәт ҡуба: Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ауылдағы эш көсөндәге бөтә ир-атты, һөлөктәй егет-еләнде, шул иҫәптән Йәмиләнең атаһы Ибраһим ағайҙы ла, фронтҡа алалар. Күмәк хужалыҡтағы бар эш-мәшәҡәт ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға иңдәренә төшә. Шунлыҡтан ҡыҙсыҡҡа бәхетле бала саҡты күреү насип булмай, быуындары ла нығып етмәгән килеш ул өлкәндәр менән бер рәттән эшкә егелә: яҙғы, йәйге, көҙгө осорҙа баҫыуҙа, ындыр табағында, ә ҡышын фермала арыу-талыу белмәй эшләй. Тормош ни тиклем ауыр булмаһын, Йәмилә төшөнкөлөккә бирелмәй, ғәзиз әсәһе кеүек үк, яуыз Гитлер армияһының дөмөгәсәгенә һәм илебеҙ халҡының шул рәхимһеҙ һуғышта еңеп сығасағына ышанып йәшәй. Уларҙың ҡылған доғалары ҡабул була, өмөттәре аҡлана: зарығып көтөп алған Еңеү яҙы килә, атайҙары ла һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Бөйөк Еңеү көнө Йәмиләнең хәтерендә ғүмерлеккә уйылып ҡала. Уға 15 йәш тулған 9 Май иртәһендә урамда таңдан уҡ йәнлелек һиҙелә. Ауыл советы янындағы бағана башына урынлаштырылған тәрилкәнән Левитандың дүрт йыл дауамында барған Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуы тураһында тантаналы рәүештә иғлан итеүе халыҡты тағы ла йәнләндереп, дәртләндереп ебәрә. Барыһы ла йәш аралаш йылмайып, ихлас шатлана, йырлай, бейей, бер-береһен ҡосаҡлап, Еңеү менән ҡотлай. Яҙмыш шаяртыуы булдымы икән, ул көндө ауылдағы иң сибәр егеттәрҙең береһе Хәлил дә һөйөнөсөнән Йәмиләне ҡыҫып ҡосаҡлап ала. Әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәт, ләззәтле һәм татлы шул миҙгелдә ҡыҙҙың башы әйләнеп, Хәлилгә үлеп ғашиҡ була...
Һуғыш емереклектәренән арынып, илебеҙ әкренләп аяҡҡа баҫа. Мәктәптә уҡыуын тамамлаған йылдың көҙөндә Хәлил хәрби хеҙмәткә китә. Йәмилә уны йәне-тәне менән өҙөлөп яратһа ла, кешеләрҙән ҡыйынһынып, оҙата барырға ҡыймай. Ике йыл армия хеҙмәте үткәнсе улар бер-береһе менән хат-хәбәр алышмай, аралары нисектер йырағая, һыуына төшә. Тик шулай ҙа ҡыҙҙың күңелендә киләсәктә һөйгәне менән ҡауышып, ғаилә ҡороу, ғүмерлеккә бергә булыу тигән яҡты өмөт сатҡылары һүнмәй. Хәлилен көтә-көтә ул урта мәктәпте тамамлай, унан һуң колхозда һауынсы булып эшләй башлай...
Ниһайәт, Йәмилә өсөн көтөп алған бәхетле мәл етә: алтынһыу көҙ айында һөйгәне хәрби хеҙмәтте тултырып, Ватан алдында изге бурысын үтәп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ул көндө ҡыҙ һөйөнөсөнән осоп ҡына йөрөй, фермала эштәрен теүәлләп, өйөнә йүгерә-атлай ҡайта ла, биҙәнеп-төҙәнеп, киске уйынға ашыға.
Йәмилә барып еткәндә йәштәр йыйылып, күңел аса башлаған була инде. Йәй буйы тапалып, таҡырланып бөткән майҙансыҡта барыһы ла дәртләнеп бейей, ә бер ситтә гармунсы егет өҙҙөрөп тальянда уйнай. Шул саҡ көй кинәт тынып ҡала, был миҙгелдә Йәмилә менән Хәлилдең күҙ ҡараштары осраша. Бер-береһен шундай һағынғанлыҡтан, улар был юлы бер кемдән дә оялып тормайынса ҡосаҡлашып күрешә. Ике йәш йөрәк араһындағы мөхәббәткә әйләнә-тирәләгеләр таң ҡала...
Киске уйын тамамланыуға, Хәлил мәҙәкләнә төшә, ә икәүләп ҡайтыр юлға сыҡҡас, Йәмилә һөйгәненең иҫерек булыуын аңлай. Башта улар тын ғына атлай, унан һуң Хәлил телгә килә:
— Йәмилә, һөйөклөм, мин һине шундай һағындым! Әйҙә әле, бөгөн таңды бергә ҡаршылайыҡ, — ти.
Ҡыҙ, артыҡ бер ҡатлы булғанлыҡтан, был тәҡдимгә ризалаша. Улар бер аҙ барғандан һуң ҡамышлы, тын күл буйына килеп етә. Шул саҡ Хәлилде, гүйә, ен алыштырғандай була: ул Йәмиләһен ҡыҫып ҡосаҡлап ала ла, үҙ-үҙен белмәйенсә, ярһып-шашып үбергә керешә. Үләнгә яйлап ятҡырып, яҡынлыҡ ҡыла. Бисара ҡыҙыҡай, һөйөклөһөн ике йыл буйы зарығып көткәнлектән хистәре тулышып, был ҡурҡыныс һәм ләззәтле миҙгелдә ни булғанын да аңламай ҡала. Һуңынан үкенеп, үкһеп илаһа ла, эш уҙған була инде... Хәлил иһә йондоҙло күккә ҡарап, хәтһеҙ уйланып ята ла, йәһәт кенә тороп, бер һүҙ ҙә өндәшмәй ҡайтып китә. Йәмилә лә ҡурҡыуынан һәм хурлығынан биҙгәк тотҡандай дер ҡалтыранып уға эйәрә...
Бер-бер артлы көндәр уҙа. Шәхси хужалыҡтағы һәм колхоздағы көндәлек эш-мәшәҡәттәр менән ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй ҙә. Тора-бара Йәмилә үҙендә ниндәйҙер үҙгәреш тоя, уның йыш ҡына күҙ алдары ҡараңғылана, күңеле болғана башлай. Һуңыраҡ ул ауырға ҡалғанлығын аңлай... Ата-әсәһенә белгертергә ҡурҡып, был хаҡта башта һөйөклөһөнә әйтергә була. Уныһы иһә йөҙөн йыйырып:
— Минән башҡа тағы кемдәр менән сыуалдың һин? Уларҙан да һорап ҡарарға кәрәк, бәлки, эйәһе табылыр, — тип яуаплай.
Йәмилә бындай ҡот осҡос һүҙҙәрҙе ишетеүгә ғәрләнеүҙән ни эшләргә лә белмәй, көс-хәл менән өйөнә ҡайта ла, карауатына бөгәрләнеп ятып, күҙ йәштәренә ҡойоноп, ярһып иларға керешә. Әсәһе ҡото алынып, ни булғанлығын асыҡларға теләп, бер-бер артлы һорауҙар яуҙыра башлай. Ҡыҙ, меҫкен, йәштәренә ҡойоноп, башынан кискән хәлде һөйләп бирә. Әсәһенең йөҙө ағарып китә, ул тораташтай ҡатып ҡала. Бер аҙ ваҡыт уҙғандан һуң ғына, ҡалтыранып:
— Нимә лә булһа ҡылырға кәрәк, балам, нәҫел-ырыуҙа булмаған хурлыҡ бит был! — тип әйтеп ҡуя.
Ул дәүерҙә йәштәрҙе ауылдан ситкә ебәрмәҫ өсөн документтарын ҡулдарына биреү ҡәтғи тыйылған була, ләкин Йәмиләнең әсәһе әмәлен таба: үҙҙәренә туған тейешле ауыл советы секретары менән килешеп, ҡыҙының документтарын алып, икенсе көндә үк уны йыраҡ ҡалала йәшәгән бер туған һеңлеһенә илтеп урынлаштыра. Хушлашҡанда ҡырыҫ ҡына:
— Сабыйыңды бында табырһың, ҡара уны, төшөртәһе булма! Хоҙай ҡаршында яман гонаһ ҡылғанһың инде һин, шуныһы етер, башҡаса хаталана күрмә! — тип киҫәтә.
Әсәһе киткәндән һуң ҡыҙ ғәрлегенән көнө-төнө илай, ашау-эсеүҙән яҙа. Бисараның күңел тетрәнеүҙәре эҙһеҙ уҙмай: ул йөрәк аҫтында йөрөткән балаһын юғалта.
...Тормош дауам итә, Йәмилә яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, үҙендә нисек тә булһа йәшәүгә көс таба. Эшкә урынлаша, дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә алыуға өлгәшә, ситтән тороп юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Ғәзиз ата-әсәһен, тыуған ауылын өҙөлөп һағынған ваҡыттарҙа алһыу шәфәҡ нурына ҡойонған һауаға ҡарап тәрән уйға сума, күңеле тула, күҙҙәренә ҡайнар йәш эркелә. Тик һөйөклөһөнөң һуңғы тапҡыр күрешкәндәге мыҫҡыллы, асыулы йөҙөн күҙ алдына килтереү менән айнып киткәндәй була, ауылға башҡаса әйләнеп ҡайта алмаясағын аңлай...
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәт вазифаһы баҫҡысынан үрләп, ҙур урында эшләй Йәмилә. Тик шәхси тормошо ғына килеп сыҡмай уның: ғаилә ҡормай, ғүмере буйы Хәлилен өҙөлөп яратып, һөйөклөһөн һис онота алмайынса, уға табынып йәшәй. Эшләү дәүерендә кешенән ҡалышмай байлыҡ туплау бар йыуанысына, тормош мәғәнәһенә әүерелә. Ҡасандыр сараһыҙлыҡтан йыраҡ ҡалаға бер нәмәһеҙ килеп эләккән ауыл ҡыҙының ғүмер уҙып, хаҡлы ялға сыҡҡанда яҡшы фатиры ла, дачаһы ла, затлы машинаһы ла, һаҡлыҡ банкында ҙур суммала аҡсаһы ла була. Үҙенең хеҙмәттәш дуҫтары менән ихлас аралашып, тыйнаҡ ҡына йәшәй ул.
...Ғүмеренең көҙөндә, көндәрҙән бер көндө, Йәмилә кинәт ауырып китә һәм үҙ янына яҡын әхирәте Әминәне саҡыра. Күп йылдар дауамында бер кемгә лә һөйләмәйенсә күңел түрендә һаҡлап йөрөткән серҙәре менән уртаҡлашырға теләй ул. Оҙаҡ көттөрмәйенсә килеп еткән әхирәтенең күҙҙәренә туп-тура ҡарап һүҙ башлай:
— Әминә, мин һине һәр саҡ үҙемдең бер туған һеңлемдәй күреп йәшәнем, шуға күрә ҙур үтенесем бар һиңә. Күңелем һиҙә: миңә был донъяла йәшәргә күп ҡалманы инде. Вафат булғас, мине тыуған ауылыма ҡайтарып ерләүҙе ойошторорһоң әле, — ти. Бик оҙаҡ серләшкәндән һуң, ул үҙенең мөлкәтен төпсөк ҡустыһына яҙҙырыуы тураһында ла әйтә. Икенсе көндө иртән Йәмилә күҙҙәрен мәңгелеккә йома. Әминә иһә әхирәтенең васыятын еренә еткереп үтәй.
...Алдан хәбәрләшеп, мәрхүмәнең табутҡа һалынған кәүҙәһен ауылдарына алып ҡайтҡас, уны хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатырға туған-тыумасаһы, ауыл халҡы йыйыла. Мәйетте ерләгәс, халыҡ араһынан таяҡҡа таянған бер ҡарт сыға ла, ҡәбер янына килеп, теҙләнеп, илай-илай ғәфү үтенә башлай. Әминә, әхирәте һөйләүе буйынса, был сал сәсле бабайҙың Хәлил икәнлеген аңлап ала һәм уны иғтибар менән тыңлап тора:
— Йәмиләкәйем, беләм, ғәйеплемен. Һинең генә күҙ йәштәрең, рәнйешең төштө бит миңә, шуға күрә был донъяла бер рәхәт тә күрә алманым. Ғәфү ит мине, зинһар! — тип ялбара ул бисара ҡарт.
...Төп нигеҙҙә йәшәгән төпсөк ҡустыһының йортонда мәрхүмәнең өсөн, етеһен уҡытҡандан һуң, Әминә яҡын әхирәтенең үлер алдынан әйтеп ҡалдырған аманатын тапшырыу өсөн һүҙ башлай. Оло апалары Йәмилә үҙенең мөлкәтен берҙән-бер ҡустыһына яҙҙырыуы тураһында хәбәр итеү менән туғандар араһында тауыш ҡуба. Әминә иһә уларҙың был ҡыланышына иҫе-аҡылы китеп, өнһөҙ ҡала һәм тейешле документтарҙы тиҙ генә тапшырып, ҡайтыр юлға ашыға.
...Ҡайтҡанда еңел машина тәҙрәһенән ҡарап, бер туҡтауһыҙ уйланып бара ул. Асыҡ, ихлас күңелле Йәмиләнең ауырып ятҡан сағындағы бойоҡ йөҙө, Хәлил ҡарттың ҡәбергә теҙләнеп, сараһыҙлыҡтан өҙгөләнеп илауы һәм туған-тыумасаның байлыҡ бүлешеп, аты-юлы менән йәмһеҙ итеп талашыуы күҙ алдынан бер-бер артлы йүгереп уҙа. Ошо ҡапма-ҡаршылыҡлы тормош күренештәре, алданыу, хыянат, үкенес һәм ҡомағайлыҡ кеүек төшөнсәләр йөрәген тетрәндерә уның. Оҙаҡ, бик оҙаҡ уйланып барғандан һуң:
— Эх, ниңә шулай баш етмәҫлек ҡатмарлы икән был донъя? — тип ауыр һулап, көрһөнөп ҡуя Әминә...
Дүртөйлө районы.