Улдарым бассейнға йөрөй. Унда халыҡтың һәммәһе бар: балалар ҙа, ололар ҙа; тренер менән шөғөлләнеүселәр, үҙаллы йөҙөүселәр, тигәндәй... Иғтибар иттем: шунан йөрөп ҡайтҡан һайын улар Максим исемле малайҙы телгә ала. “Бөгөн душ ингәндә, барыһының да теңкәһенә тейҙе; тренерға һүгенеп яуап бирҙе; вахтерҙы “өс хәрефкә” оҙатты; шлангыны өҙҙө; бассейн тирәләй сабып тик йөрөнө; малайҙарҙың аяҡ кейемдәрен йәшерҙе” һәм башҡалар... Аңлауымса, был ете йәш тирәһендәге бала бер генә минут та урынында тормай, берәүҙе лә тыңламай, әйткәнде эшләмәй, олоно оло тип, кесене кесе тип белмәй, ҡыҫҡаһы, яҡындары ғына түгел, тирә-йүндәгеләр өсөн дә – торғаны бер бәлә, “баш ауырыуы”. Бассейнға йөрөтөүсе өләсәһенә валидол ҡабыуҙан башҡа сара юҡ – ул инде Максимға яуған зарланыуҙарҙан биҙеп бөткән. Әйтеүенсә, малайҙы йөрөтмәгән табиптары, имселәре ҡалмаған, ә файҙа юҡ – әлегә малайға тәрбиәүи саралар ҙа, медицина алымдары ла ярҙам итмәгән.
Балаға идара итеп булмаһа...
Ә хәҙер уйлап ҡарағыҙ – таныш-тоношоғоҙҙоң балалары араһында шундайҙар тойоламы? Әллә үҙ ғәзизегеҙ шундайҙанмы? “Гиперәүҙем бала” тигән диагнозды ла ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Шулай ҙа медицина белгестәре ата-әсәләргә, шулай уҡ уҡытыусыларға һәм мәктәп психологтарына, тыңлауһыҙ балаларҙы “идара итеп булмағандар” иҫәбенә индерергә ашыҡмаҫҡа саҡыра.
Һүҙ кемдәр хаҡында? Ата-әсәгә буйһонмаған, уларҙың талаптарын һәм ҡағиҙәләрен үтәмәгән балалар тураһында. Ситтән ҡарағанда, ысынлап та, хәл хөрт һымаҡ: бына улығыҙ йә ҡыҙығыҙ коридор буйлап саба, тегендә менә, бында тотона, ишектәрҙе тарта. Ҡаршыға осраған кешеләргә һүҙ ҡуша, яуапты көтөп тә тормай, ары йүгерә. Ҡиммәтле әйберҙәрҙе ҡулына алып, “ярамай” тигән талапты ишеткәс, агрессия күрһәтә, ҡысҡыра, хатта йоҙроҡтар менән ҡаршылағы кешегә ташланыуы ихтимал. Асыуланып, артабан китеүе, тағы ла нимәнелер ватырға, емерергә вәғәҙә итеүе лә бар... Ошондай хәлдә әсәйҙәр, әлбиттә, юғалып ҡала: балаға ҡарата ҡатылыҡ күрһәтеү ҙә урынһыҙ һымаҡ, икенсе яҡтан, тәртипһеҙләнгәнен дә туҡтата алмайҙар. Ғөмүмән, баланың тыңлауһыҙлығы ифрат бәкәлгә һуға, сөнки тирә-йүндәгеләр ҡәнәғәтһеҙлек белдерә (“дөрөҫ тәрбиәләй белмәй!”). Ата-әсә тырышһа ла, балаға бер нимә лә тәьҫир итмәй.
Киреһенсә булыуы ла ихтимал: бала баҡсала йәки мәктәптә үҙен яҡшы тота, ә өйҙә ҡылыҡ-фиғеле, үҙен тотошо менән ғаилә ағзаларын сығырынан-сығара. Ошондай демонстратив күренештең сәбәбе нимәлә?
Шулай итеп, балаларға идара итеп булмауҙың бер нисә сәбәбе бар:
1. Тыумыштан бирелгән үҫеш үҙенсәлектәре (психофизиологик факторҙар). Белгестәр йышыраҡ гиперкинетик синдромға баҫым яһай, был хәл-торошҡа иректән тыш яһалған артыҡ хәрәкәттәр хас. Шулай уҡ ошо патология үҙ-үҙеңде тотоуҙың боҙолоуына килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта ата-әсәләр табипҡа барыуҙы кисектерә килә, әммә дауаланыу – иң кәрәкле ғәмәл.
2. Йәш кризисы. Һеҙ ҡайһы бер балаларҙың уйынсыҡтарын даими туҙҙырып ташлауын, йыймауын, тыңламауын, әммә бер һүҙ генә әйтһәң, янъял ҡуптарыуын күргәнегеҙ бар. Күпселек осраҡта бындай тыңлауһыҙлыҡтың сәбәбе йәш кризисына бәйле була, бигерәк тә ошо күренеш 1-3, 6-7 йәштәге сабыйҙарға, шулай уҡ үҫмерҙәргә хас. Әйтергә кәрәк, йәшкә бәйле кризис барлыҡ балаларҙа ла була. Тормоштағы хәл-ваҡиғаларға истерика һәм еңмешләнеү (бәләкәй саҡта), үҙһүҙлелек һәм ялҡаулыҡ (үҫмер осоронда) менән яуап биреү донъяны танып белеүгә тиң. Ул үҙе өсөн яңы төшөнсәләрҙе аса, тейеш һәм тейеш булмағандың сиктәрен билдәләй. Ошо осорҙа ата-әсәләр балаларына ҡарата уғата иғтибарлы булырға тейеш.
3. Баланың бәхетһеҙлеге. Эске ҡәнәғәтһеҙлек, именһеҙлек бала менән идара итеп булмауға килтереүе ихтимал. Был осраҡта баланың контролдә тотоп булмаған үҙ-үҙен тотошо – ярҙам тураһында һөрән һалыуы ул. Тап ошо юл менән бәләкәй ғауғасы үҙенең проблемаларына иғтибар йәлеп итергә тырыша.
4. Ата-әсәнең үҙ-үҙен дөрөҫ тотмауы. Бәғзеләргә педагогик белем һәм тәжрибә етмәй, ошо үҙенсәлек бала менән мөнәсәбәттәрҙең нигеҙен ҡаҡшатыуы ихтимал. Әгәр ҙә боласыл баланы ҡуҙғытып ебәрһәләр йә иһә көйһөҙләнеүе, тиҫкәреләнеүе ыңғайына торһалар, артабан уның менән идара итеү ҡыйынлашҡандан-ҡыйынлаша барасаҡ. Бала, ғөмүмән, насар булып тыумай. Ата-әсәләр уны үҙен нисек тоторға өйрәтә, ни тиклем киңлек бирә, бала шунан файҙалана. Уның үҙ-үҙен тотошонда барыһы ла сағылыш таба: рөхсәт итәһегеҙме-тыяһығыҙмы; сикләйһегеҙме-хуплайһығыҙмы; иғтибар күрһәтәһегеҙме-битарафһығыҙмы.
Ата-әсәнең үҙ эшмәкәрлегенә ышаныс менән ҡарауы, талаптарының эҙмә-эҙлекле, урынлы булыуы, нимә мөмкин, ә нимә юҡ икәнлеген аныҡ күҙаллауы һәм шуны балаға еткерә алыуы – баланың тыңлаусанлығының, үҙ-үҙен тәртипле тота белеүенең нигеҙе. Белгестәр әйтеүенсә, күпселек осраҡта тап ата-әсәләрҙең педагогик белемһеҙлеге, баланы тәрбиәләүгә ваҡыт бүлергә теләмәүе балаларҙың баш-баштаҡһыҙлығына килтерә лә.
Гиперәүҙемлек менән
нимә эшләргә?
Балаларҙың идара ҡалыптарына һыймауы гиперәүҙемлектән дә килә, тигәйнек. Юғары әүҙемлек күрһәткән бала өсөн бындай хәл-торош – ҡәҙимге күренеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай бала, бик ныҡ теләһә лә, үҙ-үҙен тота алмай. Ни эшләргә һуң?
1. Был мәсьәләне өйрәнегеҙ. Гиперәүҙем балалар тураһында күберәк мәғлүмәт тупларға тырышығыҙ. Бындай балалар башҡаларҙан үҙ-үҙен артыҡ иркен тотоуы, тыңлауһыҙлығы менән айырыла. Уларға тыйыу ҙа, үтенес тә тәьҫир итмәй, шулай уҡ бындай балалар эмоциялары һәм теләктәре менән идара итә белмәй. Ошо билдәләр – уларҙың тынғыһыҙлығының, ҡапма-ҡаршылыҡлы булыуының, ҡурҡыуҙарының нигеҙе. Һәр ваҡыт ниндәйҙер логик көсөргәнештә булыу баланы эмоциональ юғалтыуҙарға килтерә, был уның үҙендә лә, ата-әсәләрҙә лә насар сағылыш таба.
2. Тыныслыҡ һәм тыныслыҡ! Агрессияның ғәмәлдә агрессия тыуҙырғанын беләһегеҙме? Балаға ҡарата түҙемһеҙлек күрһәтеп, һеҙ уның менән килешә алмаясаҡһығыҙ, тик низағты ғына тәрәнәйтәсәкһегеҙ. Хис-тойғоғоҙҙо ауыҙлыҡлай белегеҙ (шуның өсөн беҙ өлкәндәр бит!), эшмәкәрлегегеҙҙе һәм ҡарарҙарығыҙҙы эҙмә-эҙлекле итегеҙ. Һеҙҙең тыныслыҡты күреп бала ла тынысланыр.
3. Аныҡ көн тәртибе булдырығыҙ. Гиперәүҙем баланың һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл булыуы мөһим. Көн тәртибе яҙылған сағыу плакат эшләгеҙ ҙә баланың күҙ күреме еткән ергә элеп ҡуйығыҙ. Һәр ғәмәлгә күпме ваҡыт бүленгәнен дә билдәләгеҙ. Бурыстары тураһында хәтеренә төшөрөп торорға онотмағыҙ.
4. Спортҡа ылыҡтырығыҙ. Гиперәүҙем баланың ташып барған энергияһын ҡулланыуҙың иң отошло юлы – спорт менән шөғөлләнеү. Балаға спорт төрө мотлаҡ оҡшарға тейеш. Күнекмәләр ваҡытында ул барлыҡ кире энергияһын, агрессияһын сығарасаҡ, тәртипкә өйрәнәсәк.
Ошо ысулдарҙы ҡулланып ҡарағандан һуң да баланың хәл-торошонда үҙгәреш тойолмаһа, психолог йәки табип менән кәңәшләшеү фарыз: балаға идара итеп булмауҙың сәбәбе тыумыштан килгән мейе сиренә бәйле булыуы ихтимал.
Ата-әсәнең үҙ-үҙен
тотоу моделдәре
Бәғзе белгестәр әйтеүенсә, идара итеп булмаған бала юҡ, уның ҡарауы, балаһына баш була алмаған өлкәндәр генә бар. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?
Бала үҫкән һайын, ул үҙенә күберәк иғтибар талап итә, башҡалар араһында үҙ-үҙен раҫларға тырыша. Әгәр ҙә улығыҙҙы йә ҡыҙығыҙҙы артыҡ ҡурсалайһығыҙ, һәр аҙымын контролдә тотаһығыҙ, күп талаптар ҡуяһығыҙ йәки, киреһенсә, уға ҡарата битарафһығыҙ икән, протест көтөгөҙ. Өлкәндәрҙең үҙен шулай тотоуы балаларҙың тыңлауһыҙлығын, үҙһүҙлелеген арттыра ғына.
Ғөмүмән, өлкәндәрҙең иғтибарынан мәхрүм булыу – үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙен демонстратив тотоуының төп сәбәптәренең береһе. Балаға ҡарата битарафлыҡ күрһәтеү, уның менән аралашмау үҫмерҙең холоҡ-фиғелен боҙа ғына, үҙ-ара конфликтты тәрәнәйтә. Бала өсөн битарафлыҡтан да ауыр ғәмәл юҡ, шуға ул хәленән килгән теләһә ниндәй юл менән үҙенә иғтибар йәлеп итергә әҙер. Проблема атай йәки әсәй талаптары эҙмә-эҙлекле булмаған ғаиләләрҙә бигерәк тә киҫкенләшеүе ихтимал. Мәҫәлән, өлкәндәр вәғәҙәләрен үтәмәй; бөгөн нимәлер эшләргә рөхсәт итә, ә иртәгә тыя; атай бер нәмә әйтә, әсәһе – икенсене, ә өләсәй – өсөнсөнө, ти. Бындай ғаиләлә тәрбиәләнгән бала спектакль ойоштороп, өлкәндәргә еңел генә идара итәсәк, барыбер теләгәнен аласаҡ. Шуға күрә өлкәндәр уртаҡ тәрбиә тактикаһы тураһында килешергә, нимә мөмкин, ә нимә юҡ икәнен билдәләргә тейеш. Өлкән кеше, ғөмүмән, шуны онотмаһын: бала менән мөнәсәбәттәрҙең нигеҙен тап ул билдәләй.
Әсәйҙе йәлләйбеҙ...
Тынғыһыҙ, тыңлауһыҙ балаһына баш була алмаған ата-әсә бик тә йәл тойола. Ғәҙәттә, “аҡыллы баштар” уларҙы битәрләргә, баланы дөрөҫ тәрбиәләй белмәүҙә ғәйепләргә генә тора. Йәнәһе, нисек инде балаға үҙ-үҙен нисек тоторға икәнлекте, ҡағиҙәләрҙе өйрәтмәҫкә, тынысландыра алмаҫҡа мөмкин? Эйе, кеше балаһы тураһында әйтеү, аҡыл һатыу анһат ул. Әгәр ошондай кеше үҙен проблемалы баланың әсәһе урынына ҡуйып ҡараһа? Ул саҡта бындай әсәнең күңелендә ни тиклем арыу һәм өмөтһөҙлөк оялағанын аңлар ине, моғайын.
Әсәнең психологик үҙенсәлектәренә бәйле, ул балаһына идара итеп булмағанлыҡты төрлөсә ҡабул итеүе ихтимал. Кемдер, һаҡланыу инстинктына ярашлы, тышҡы битарафлыҡ һаҡлаясаҡ, әммә эстән һыҙасаҡ. Икенсеһе иһә тыңлауһыҙҙың һәр аҙымын контролдә тоторға тырышасаҡ, ғәрлек һәм асыу тойғоларында ҡайнаясаҡ. Әлбиттә, ике вариант та шәптән түгел.
Әгәр әсә балаһының тәртипһеҙ ҡылыҡтары өсөн ояла икән – был ыңғай күренеш. Тимәк, ул проблема барлығын аңлай, уны хәл итеү юлдарын барлай, сәбәптәрен эҙләй.
Әгәр ҙә мәгәр әсә баланы даими аҡлай, ә уның алама ҡылыҡтарында уҡытыусыларҙы, башҡа балаларҙы, тәрбиәселәрҙе һәм башҡаларҙы ғәйепләй икән, ул ысынбарлыҡты дөрөҫ ҡабул итә алмай, тигән һүҙ. Уның йәмғиәттәге үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһындағы күҙаллауҙары боҙолған, ул хәлде бер нисек тә яҡшырта алмаясаҡ. Бындай әсә баланың күңеленә ҡурҡыу орлоҡтары сәсәсәк, тормошто хаслыҡлы күренеш тип ышандырасаҡ. Ә гиперәүҙем балаларға былай ҙа юғары хәүефләнеү хас.
Нисек кенә булмаһын, тирә-йүндәгеләр проблемалы баланың әсәһен аңлау менән ҡабул итергә тейеш – был уның өсөн еңел һынау түгел. Ә проблеманы хәл итеүҙең оптималь варианты – баланы яратыуҙы иҫбатлау мөһим, әммә был тойғолар аңһыҙ булмаҫҡа, ә ыңғай тәрбиәгә ҡайтып ҡалырға тейеш.
Әмәле бар
Әгәр ҙә үрҙә телгә алынған проблема һеҙҙең өсөн таныш икән, түбәндәге ҡағиҙәләргә күҙ һалығыҙ.
1. Эҙмә-эҙлекле булығыҙ. Һүҙегеҙҙә тороғоҙ, вәғәҙәгеҙҙе үтәгеҙ. Билдәләнгән ғаилә ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ.
2. Тыйыуҙарҙа ҡатылыҡ күрһәтегеҙ. Әгәр ҙә иртән нимәлер эшләргә ярамай, ә кискә мөмкин икән, бала йомшаҡ урынды шунда уҡ тойоп аласаҡ.
3. Бала менән тиң күреп аралашығыҙ. Уның фекерен хөрмәт итегеҙ, шәхес булараҡ баһалағыҙ. Нимәнәндер баш тартаһығыҙ икән, бының сәбәбен аңлатығыҙ.
4. Көн тәртибен төҙөгөҙ һәм баланың үтәүен талап итегеҙ. Был дисциплинаға һәм тәртипкә өйрәтә, ҡаршылашҡанын кәметә. Баланы көндәлек эштәрҙе башҡарырға өйрәтегеҙ, эргәһендә булығыҙ. Ошоларҙы ҡабат-ҡабат башҡарғандан һуң, бала режимды тоторға өйрәнәсәк, аҙаҡ быны үҙ ихтыяры менән башҡарасаҡ.
5. Ҡысҡырмағыҙ. Бала, бәләкәй генә булһа ла, хөрмәткә лайыҡ. Уны әрләмәгеҙ, ғәйепләмәгеҙ, ҡул күтәрмәгеҙ, ҡыҫҡаһы, кәмһетеүгә юл ҡуймағыҙ.
6. Нотоҡ уҡымағыҙ. Талапты бер тапҡыр аныҡ итеп еткерергә йәки ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Был ҡат-ҡат ҡабатлауҙан, мыжыуҙан мең тапҡыр артыҡ.
7. Алдарға мәжбүр иткән һорауҙарҙан ҡасығыҙ.
8. Бала менән мөмкин тиклем йышыраҡ аралашығыҙ. Был саҡта уртаҡ тел табыу күпкә еңел буласаҡ.
Шулай итеп, балаға идара итеп булмаған осраҡта иң тәүҙә уны нимә борсоуын, үҙ-үҙен ошолай тотоуының ысын сәбәптәрен асыҡларға, ярҙам юлдарын барларға кәрәк. Ата-әсә балаһының проблемаларына ни тиклем иғтибарлыраҡ, шул тиклем уны хәл итеү еңелерәк буласаҡ, баланың холоҡ-фиғеле лә яҡшырасаҡ. Әлбиттә, үҙегеҙҙең тәртибегеҙ тураһында ла оноторға ярамай, сөнки бала барлыҡ ғәмәлдәргә лә ата-әсәһенән өйрәнә, шуға күрә уға өлгө булырға тырышығыҙ.