Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәйБөгөн ауыл ерендә йәшәгән халыҡ өсөн урындағы үҙидара — төп власть органы. Халыҡтың бар йомошо – улар иңендә. Тап ауыл биләмәһе рәйесе барлыҡ мәсьәләне хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Эшһеҙлек һәм эскелеккә ҡаршы көрәшеү, ауылдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, тирә-яҡты таҙартыу, ҡулайлаштырыу шарттарында мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һәм клубтарҙы һаҡлап ҡалыу, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында әүҙем ҡатнашыу кеүек мәсьәләләр уның иңенә төшә. Баймаҡ районының Ҡолсора ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә АРҒЫНБАЕВА менән әңгәмәбеҙ урындағы үҙидараның бөгөнгө эшмәкәрлеге, биләмәлә башҡарылған эштәр хаҡында барҙы.

— Фирүзә Иштуған ҡыҙы, ауыл биләмәһе менән таныштырһағыҙ ине.
— Ҡолсора ауыл биләмәһенә Түбәнге һәм Үрге Иҙрис, Муллаҡай ауылдары инә. Барлығы 1 мең 684 кеше йәшәй, уларҙың күбеһе — пенсионер. Ауыл район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан, шуға күрә күпселек мәсьәләләрҙе үҙемә хәл итергә тура килә, күп осраҡта ауыл халҡының шәхси йомоштарын да үтәйбеҙ. Рәсми рәүештә ете эшҡыуар теркәлгән, “Колибри” тегеү цехы эшләй. Бөгөн ауылда йәшәү еңел тип әйтеп булмай. Кем тырыш, егәрле, маҡсатҡа ынтылыусан – шул тормошта үҙ юлын таба, шәхси ихатаһында күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай. Халыҡ күпселек малсылыҡ менән шөғөлләнә һәм уның иҫәбенә йәшәй. Шулай уҡ күптәр вахта ысулы менән ситтә эшләй.

— Белеүебеҙсә, “Урындағы баш­ланғыстарҙы яҡлау” программаһында йыл һайын ҡатнашаһығыҙ һәм еңеп сығаһығыҙ. Быйыл халыҡ ниндәй проект өсөн тауыш бирҙе?
— “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһының төп маҡсаты — көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүгә ҡулынан килгәнсә булыш­лыҡ итә. Күпселек юлдарҙы төҙөкләндереү, ауылдарҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу, трактор алыу кеүек йүнәлештәрҙе һайлай. Беҙ программала 2014 йылдан алып ҡатнашабыҙ. Бер юлы бөтә ауылдарҙы проектта ҡатнаштырыу мөмкин түгел, “тәүге ҡоймаҡ”ты тәмләү бурысы ҡолсоралар иңенә төштө. Ауыл халҡы, бергәләп кәңәшләшкәндән һуң, балалар майҙансығы төҙөү өсөн тауыш бирҙе. Проекттың дөйөм хаҡы — 1 миллион 25 мең һум. Бөгөн балалар майҙансығы — кескәйҙәрҙең генә түгел, ә тотош ауыл халҡының иң яратҡан урыны. Бигерәк тә кис бында шат тауыштар тынмай.
2015 йылда Түбәнге һәм Үрге Иҙрис ауылы халҡы, программаны әүҙем күтәреп алып, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса тауыш бирҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: бер биләмәнән ике ауыл проекты конкурсты уңышлы үтте, бында иҙристәрҙең әүҙем һәм берҙәм булыуы ҙур роль уйнамай ҡалманы. Түбәнге Иҙрис ауылы урамына 25 нөктәгә “Ильич лампа”лары ҡуйылһа, Үрге Иҙристә барлығы 35 нөктә яҡ­тыртылды. Артабан программала ҡат­нашыу хоҡуғы сират буйынса Муллаҡай ауылына тапшырылды. Әгәр тәүге йылдарҙа, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы, айырым билдәләнгән проекттар ғына хупланһа, хәҙер уның нигеҙендә мәктәп, клуб, йәғни социаль объекттарҙы ремонтлау мөмкинлеге тыуыуы йәнә беҙҙең өсөн файҙаға. Муллаҡайҙар был юлы үҙҙәренең клубын ремонтлау өсөн тауыш бирҙе һәм еңеп сыҡты. Шулай итеп, 1 миллион 39 мең һум тәшкил иткән проект тормошҡа ашырылды. Үткән йыл Үрге Иҙрис халҡы программала ҡатнашып, башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана һәм клуб, балалар баҡсаһын бергә туплаған бинаның (элекке мәктәптең) тәҙрәләрен алмаштырһа, быйыл тағы ла Түбәнге Иҙрис халҡы әүҙемерәк булып сыҡты. Улар ауыл клубын ремотлау өсөн тауыш бирҙе, был эштең дөйөм хаҡы — 1 миллион 409 мең 193 һум. Проект еңеп сыҡһа, инициатива төркөмө халыҡ менән эш башларға әҙер.

— Ауыл биләмәләрендә тәбиғәтте һаҡлау, уны тәләфләмәй киләсәк быуынға еткереү, эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ таҙа булһын өсөн төрлө саралар күрелә. Былтыр Рәсәйҙә Экология йылы, ә республикабыҙҙа Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт билә­мәләре йылы сиктәрендә “Таҙа Һаҡ­мар” акцияһында ҡатнаштығыҙ һәм шишмәләрҙе таҙартыу буйынса ғәйәт ҙур эштәр атҡарҙығыҙ. Ошолар хаҡында кәлимә һүҙ...
— Әгәр ҙә кешелә бала саҡтан тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләнмәһә, бер ниндәй экологик өмәләр ҙә, акциялар ҙа ярҙам итмәй. Беҙ йыл һайын яҙлы-көҙлө ауыл янындағы урман-йылғаларҙы таҙартабыҙ, уның ҡыйын түгәбеҙ, Һаҡмар буйын айырым иғтибарға алабыҙ, сөнки биләмәгә ҡараған ауылдарҙың барыһы ла ошо йәмле йылға буйында ултыра, халыҡ уның һыуын һыулай. Ысынлап та, үткән йыл иғлан ителгән “Таҙа Һаҡмар” акцияһында бөтә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Һаҡмар беҙҙән 24,5 километр алыҫлыҡта аға. Акцияны Темәс ауыл биләмәһенән ҡабул итеп, дүрт ауыл халҡы бер-береһенә эстафетаны тапшырып, өмәләргә бик әүҙем сыҡты. Көндәр йылыныу менән йәнә йылға буйын таҙаларға иҫәп тотабыҙ. Шулай ҙа һәр кем ябай ғына ҡағиҙәне иҫтә тотһон ине: таҙартҡан ерҙә түгел, бысратмаған ерҙә таҙа.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең биләмәгә ҡараған ауылдар шишмәләргә бик бай. Бөтәһе ун шишмә бар, шуның һигеҙе төҙөкләндерелгән. 2015 йылда Үрге Иҙрис ауылында ғалимә Миңһылыу Усманова ярҙамында “Ҡарттар ҡоҙоғо” тәртипкә килтерелде. Үткән йыл беҙ “Башҡортостандың экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” тип аталған республика программаһында районда тәүгеләрҙән булып ҡатнаштыҡ һәм еңеп сыҡтыҡ. 60 мең һум аҡсаға Түбәнге Иҙрис ауылы янындағы “Ҡоҙоҡ башы” тип аталған шишмәне төҙөкләндерҙек. Уны кәртәләп алып, ял урыны эшләнек. Киләсәктә тағы ике шишмәне таҙартып, төҙөкләндерергә тигән ниәт менән янабыҙ.

— Фирүзә Иштуған ҡыҙы, халыҡта “яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй” тигән мәҡәл бар. Бер үҙегеҙгә тотош ауылдар менән эшләү еңел түгелдер бит. Һеҙҙең төп таянысығыҙ кем?
— Әлбиттә. Мин бер үҙем дүрт ауылды тулыһынса контролдә тотоп, уларҙы борсоған бөтә мәсьәләләрҙе лә белеп, хәл итеп бөтә алмайым. Был тәңгәлдә миңә йәмәғәт ойошмалары ярҙамға килә, улар менән кәңәшләшеп, үҙ-ара һөйләшеп барлыҡ эштәрҙе, мәҙәни сараларҙы башҡарабыҙ. Шулай уҡ ауыл Советы депутаттары һәм старосталар — төп ярҙам­сыларым, тип әйтергә мөмкин. Халыҡтың әүҙемлеге, йәмәғәт ойошмаларының ихлас эшләүе — эштәге төп уңыштарыбыҙҙың береһе.
Элек-электән биләмәлә старосталар мәктәбе эшләй. Халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, һүҙе үткән, эшен күрһәткән кешене һәр ауыл үҙе билдәләй. Үрге Иҙрис ауылы старостаһы Рәжәп Мөхитов менән Муллаҡайҙан Илгиз Яҡшыбаевтарҙы тик яҡшы яҡтан телгә алыр инем. Улар үҙ ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, йәмәғәт эше тип тормай, һәр әйткәнде шунда уҡ халыҡ менән кәңәшләшеп башҡара, ауылдарында төҙөкләндереү буйынса ғәйәт ҙур эш атҡара.
Ун ауыл Советы депутаты бар, улар үҙҙәренә беркетелгән округта маҡсатлы эш алып бара, йыл һайын ауылдар араһында концерт ҡуйыу матур йолаға әйләнгән. Күмәкләшеп емертеп эшләйбеҙ ҙә, дәртле, матур ял да итәбеҙ. Әйткәндәй, Ҡолсора биләмәһендә иң дәртле һәм талантлы халыҡ йәшәй, йыл һайын районда үткән халыҡ таланттары бәйгеһендә беҙгә еткәндәр юҡ. Быйыл да Ғаилә йылына арналған район конкурсында беҙҙекеләр хаҡлы рәүештә беренселекте яуланы. Әйткәндәй, ауылдың “Йәшлек” бейеү ансамбле “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнаша.
Шулай уҡ һәр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барыла.

— Әйткәндәй, “Балыҡ тотоу” байрамы ла һеҙҙә матур йолаға әйләнеп бара. Унда балыҡ тоторға яратыусылар ғына ҡатнашамы?
— Юҡ, тотош ауылдар, хатта күрше ауыл балыҡсылары килә (көлә – авт.). Тәүҙәрәк был байрам үҙ эсенә тик балыҡ ҡармаҡлау бәйгеһен алһа, һуңғы йылдарҙа уның сиктәрендә саңғы ярышы, быйма кейеп футбол уйнау, йәш ғаиләләр араһында “Атай, әсәй һәм мин — спорт ғаиләһе” ярыштары үтә. Иң оло балыҡ ҡармаҡлаусы — 83 йәшлек Исраил Сыңғыҙов, иң бәләкәйе — өс йәшлек Динислам Һамарбаев. Ололар араһында Ирмәк Ғафаров еңеүсе булып танылды, балаларҙан Динйәр Мусинға етеүсе табылманы. Шулай уҡ төрлө номинациялар буйынса ла еңеүселәр билдәләнде. Сәләмәт тормошто һәм спортты про­пагандалаған ярышта Динә һәм Илгиз Мөхәмәтҡужиндар, Эльвира менән Йәүҙәт Сафиуллиндар, Сәриә һәм Самат Һамарбаевтар еңеүсе тип танылды. Ә бына саңғысылар араһында Байрас Әбдрәхмәнов менән Айбулат Мөхитов­тарға тиңләшкәндәр булманы. Быйма менән футбол уйнауҙа Түбәнге Иҙрис ауылы егеттәре оҫтараҡ икән.
Ошондай саралар халыҡты бергә туп­лай, аралаштыра, сәмләндереп ебәрә.

— Ауыл биләмәһе башлығын әле ниндәй проблемалар борсой?
— Ауылдарҙың бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртыу, уларҙың йәшәйешен тейешле кимәлдә ойоштороу — быларҙың барыһы ла урындағы хакимиәт иңендә. Эшһеҙлек мәсьәләһенә килгәндә шуны әйтергә мөмкин: халыҡтың тик ултырырға яратыуы, эшләргә теләмәүе күҙәтелә. Мәҫәлән, 2015 йылда биләмәлә Әбйәлил районы эшҡыуары Линара Заһитова “Колибри” теген цехы асты. Тәүге көндәрҙә бында 79 кеше эшләне, хатта күрше ауылдарҙан йөрөп тир түккән ҡатын-ҡыҙ бар ине. Бөгөн цехта ни бары 24 кеше ҡалды. Ни өсөнмө? Сөнки эш хаҡы көндәлек норманы үтәүҙән сығып түләнә. Планды үтәгән тегенселәрҙең хеҙмәт хаҡы ярайһы уҡ һәйбәт. Уны үтәмәүселәр иһә айына өс-дүрт мең һум ғына ала, шуға күрә был аҡсаға эшләгәнсе, күптәр унан китеүҙе хуп күрә. Киләсәктә етәкселек менән был тәңгәлдә һөйләшеү алып барырбыҙ, тип уйлайым. Хакимиәттең үҙ бюджеты булмауы ла күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Халыҡтан йыйылған һалым иҫәбенә генә йәшәү ауырға тура килә. 131-се Федераль законға ярашлы бүленгән аҡса фәҡәт тейешле маҡсатта ғына фай­ҙаланыла. Һәр мәҙәни сараға, һабантуй булһынмы, ярышмы, эшҡыуарҙарҙан, ауыл халҡынан һоранып тигәндәй, бүләк алабыҙ. Әгәр элек ауыл хакимиәте урындағы колхоз-совхоздар иҫәбенә көн итһә, бөгөн күпкә ҡыйыныраҡ. Үҙебеҙгә аҡса табырға ҡушалар. Был юҫыҡта ла эш алып барыла, әммә әлегә маҡтанырлыҡ түгел. Шулай уҡ араҡы, көмөшкә һатыу­сылар, “йәшел йылан”ды яратыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар советы, депутаттар, мәктәп коллективы, полиция хеҙ­мәткәрҙәре менән берлектә эш алып барыла. 1965 йылда төҙөлгән Ҡолсора мәҙәниәт йортона ошоғаса бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән, клуб бинаһы насар хәлдә, нисек тә уны ремонтлау юлын табыу, ауылдарҙы тулыһынса “зәңгәр ут”ҡа тоташтырыу (бер ауылға ла газ инмәгән), халыҡтың көнкүреш шарттарын яҡшыртыу көнүҙәк проблемалар булып тора. Шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла, халыҡтың үҙ эшен асып, үҙ ерендә йәшәүе ауылдың киләсәген билдәләй. Нисек кенә ауыр булмаһын, бөгөн һәр ауыл биләмәһе башлығы, үҙенә йөкмәтелгән бихисап йөкләмәнән тыш, төбәктәге күп кенә проблемаларҙы ла хәл итергә тырыша.
— Фирүзә Иштуған ҡыҙы, ауыр, яуап­лы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872