Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙанғол ауылы тарихынан
Ҡаҙанғол ауылы тарихынанМин Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылында тыуып үҫкәнмен, БДУ-ның тарих факультетын уңышлы тамамлап, диплом эшемде тыуған яғымдың тарихы, унда йәшәгән аҫаба башҡорт халҡы тураһында, уның мәҙәниәте, күренекле тарихи шәхестәре һәм көнкүреше тураһында яҙҙым. Был эшкә мине хуплағаны өсөн башҡорттарҙың йөҙөк ҡашы, республика һәм Рәсәй күләмендә танылған остазым, уҡытыусым Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовҡа ҙур рәхмәтемде белдерәм һәм уның алдында хөрмәт менән башымды эйәм. Эшемде күрә белделәр — “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирҙеләр.

70-се йылдарҙа Дәүләкән районының барлыҡ башҡорт ауылдарында тиҫбе тартып ултырған ағинәйҙәр һәм түбәтәй кейгән сал сәсле олатайҙарҙы күреп һөйләшеп, урындағы мәктәп музейҙарында булып, бик күп тарихи мәғлүмәт йыйҙым. Шундай тарихҡа бай бит ул беҙҙең ауылдар. Йыйылған материалдарҙы бергә туплау идеяһы тыуғас, 2008 йылда Өфө ҡала­һында “Дәүләкән ынйылары” исемле китап баҫтырып сығарҙым. Был идеяны яҡла­ғаны өсөн танылған ғалимә Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдиноваға оло рәхмәтемде белдерәм! 2015 йылда Өфө ҡалаһында “Дәүләкәндең рухи хазиналары” исемле икенсе китабым донъя күрҙе. Яппар ауылына нигеҙ һалыуға 500 йыл тулыуға арнап, “Яппарым — пар ҡанатым” тигән китап баҫылып сыҡты. Халыҡтың йөрәк тибешен тойоп, уның тамырҙарынан һут алып йәшәгән кеше булараҡ, үҙемде иң бәхетлеләрҙең береһе тип һанайым. Халҡыбыҙҙың мираҫының бер бәләкәй генә өлөшөн туплаған ошо китаптарым тарихи иғтибарға лайыҡлы атай-бабай­ҙарыбыҙҙың изге аманаты итеп ҡабул ителһә, бик тә шат булыр инем.
Тарихи шәхестәребеҙ — район һәм республика күләмендә генә түгел, ә бөтә Рәсәйҙә әһәмиәтле кешеләр. Азатлыҡ, дөрөҫлөк һәм ирек яулау хаҡына көрәш­кәндәре өсөн улар менән ғорурланырға тейешбеҙ.
Фекеремде халыҡ ижады өлгөләренән миҫал килтереп дауам итәм. Улар бар әйтергә теләгәнде еткерер төҫлө. 1924 йылда тыуған Иҫке Яппар ауылы сәсәниәһе, ағинәй, йор һүҙле, һәр һүҙендә аҡыл ҡеүәһе ятҡан Хәҙисә Ҡотлобулат ҡыҙы Шәүәлиеваның таҡмағын әйтеп китмәйенсә мөмкин түгел.
Дәүләкән ҡәрйәләре
Тау ҙа таш араһында.
Баштарым аҙашыр микән
Маңҡорттар араһында?
Мин үҙ ғүмеремдә бер ғәфү итмәҫлек хата эшләнем, әле булһа быға үкенес белдерәм. 1892 йылда тыуған Иҫке Шәрип ауылы муллаһы, сәсәне, арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе булған Ҡотлояр мулла Әсфәндиәровтың 20-гә яҡын ҡалын дәфтәргә иҫке төрөк телендә яҙылған “Тарихнамә” исемле яҙмаһын 1917 йылғы Иҫке Шәрип ауылы уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Ғәйшә Муллабай ҡыҙы Ғәлина: “Өфөгә барһаң, улым, ошо ҡулъяҙмаларҙы берәй ышаныслы ғалимға тапшыр, бында боронғо ата-бабаларыбыҙҙың Ҡәнзәфәр бейҙән идара итеүенән башлап тарих яҙылған”, – тип ҡулға тотторҙо. Күп уйлап тормайынса, комсомол сафында тәрбиәләнгән кеше булараҡ, был ҡулъяҙмаларҙы ул ваҡытта беҙгә мәктәп йәшенән таныш булған “Как зовут тебя, улица?” тигән китап авторы Юрий Андреевич Узиковҡа тапшырып тынысландым. Матбуғатта баҫылып сығыр тип бик оҙаҡ йылдар өмөт иттем, ләкин хыялдарым буш ҡыуыҡ булып шартланы. Был яҙыуҙар билдәһеҙ йүнәлештә ғәйеп булды. Бер ғилем эйәһе аҙаҡтан миңә: “Ниңә үҙебеҙҙең милләт кешеһенә бирмәнең?” тип шелтә яһап йөрәккә ут һалды. Юрий Андреевич теге донъяға алып китмәгәндер, моғайын, берәй урында яталыр, тип уйлайым.
Бөгөнгө көн талабына ярашлы, беҙҙең беренсе бурыс — тарихи шәхестәрҙе мәңгеләштереү эшен башлау. Мин үҙем Ҡаҙанғолдан булараҡ, күберәк ошо ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар тураһында һүҙ ҡуҙғатмаҡсы булам: Ҡаҙанғол ауылына нигеҙ һалған Ҡаҙанғол Малик улына (1490 – 1552), Исмәғил Юлдашевҡа (1756 – 1838, Исмәғил ауылына нигеҙ һалған), Яңы Яппар ауылына нигеҙ һалған, Салауат яуында әүҙем ҡатнашҡан ил батырҙары Әжекәй (1748 – 1827) һәм Балғажы Яппаровтарҙың (1741 – 1818) ҡәберҙәрен уратып, яҙма таҡтаташ, нардуған ҡуйырға. Был мәсьәләгә килгәндә, Иҫке Яппар ауылында, Ҡаҙанғол хакимиәте башлығы Илшат Ринат улы етәкселегендә ҙур эш башҡарылған. Был ауылға килеп фәһем алырға була. Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Хәлил ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән Әхмәт Әхнәф улы Шәүәлиев Яппар олатайҙың һынын эшләтеп алып ҡайтҡан, уға ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт еткерге килә. Шулай уҡ был эшкә, йәш булыуына ҡарамаҫтан, күп көсөн һалған, арыу-талыуҙы белмәгән ауыл старостаһы Айҙар Бәғәҙән улы Хамматовҡа, алтын ҡуллы иретеп йәбештереүсе Рим Фәйзулла улы Кинйәғоловҡа һәм ауылдың оҫта ҡуллы, егәрле ир-уҙаманы Рәмис Сәфәрғәлингә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Башҡорт халҡының милли һәм социаль иҙеүгә ҡаршы булған көрәше, азатлыҡҡа ынтылыу идеялары үҙенең юғары нөктәһен 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларын сағылдырған халыҡ ижадында тапҡан. Халыҡ ижады — милли мәҙәниәттең мөһим бер өлөшө, беҙҙең ифрат ҡиммәтле рухи байлығыбыҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың аҡыл ҡеүәһе, юғары күңеле һөҙөмтәһендә тыуған һәм быуындан быуынға аманат итеп тапшырыла килгән был хазиналар бөгөн ҡурсалауға мохтаж.
Беҙҙең азатлығыбыҙға ирек даулап ошо көрәштә ҡан ҡойған 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан старшиналарҙың ҡәберҙәрен уратып, яҙма таҡтаташ ҡуйырға кәрәк: Ҡаҙанғол ауылы старшинаһы Ишкинә Яҡшыбей улына (1748 – 1775), уның ярҙамсыһы Аллаяр Ырыҫҡулбей улына (1745 – 1775), күренекле тарихи шәхестәрҙең береһе, Дим буйы башҡорттарын бергә туплап яуға күтәргән Иҫке Яппар ауылы старшинаһы Аллағол Аллабирҙе улына (1730 – 1775), Түбәнге Исмәғил (Өйрәклекүл) старшинаһы Аҫылйәр Юлсыбей улына (1738 – 1775), Яңы Яппар ауылында Әжекәй һәм Балғажы Яппаровтарға, Сөләймән ауылының бөйөк, көслө старшинаһы Ярыштауҙа ерләнгән Сөләймән батыр Бәһлеүәновҡа (1747 – 1775), Шәһиҙә инәй Дауыт ҡыҙына (1700 – 1775, биш уланын яуға оҙатҡан).
Һөнәрмәндәр Салауат яуындағы яугирҙәргә ҡорал етештергәндәре өсөн драгундар тарафынан дар ағасында язалап аҫып үлтерелгән Ҡаҙанғол ауылынан Йәнбәй Яндарбей улы (1705 — 1775), Мирсәлих (1725 – 1775) менән Тимерсәлих (1742 – 1775) Ҡаҙанғоловтар, Иҫке Яппар ауылынан Тимерғәли батыр һәм уның улдары Тимербай менән Тимерйәр Яппаровтар, Иҫке Шәрип ауылынан Ишкилде Шәриповтар (1723 – 1775), Салауат яуында әүҙем көрәшкән, үләндән дарыу эшләп яралы яугирҙәрҙе дауалаған Ҡаҙанғол ауылынан көслө табип Рәкән Рәҡип улы (1728 – 1775), Иҫке Яппар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар араһынан сыҡҡан батыр көслө рухлы табип, һуңғы һулышына тиклем драгундарға ҡаршы көрәшкән Сәлимә Нәғим ҡыҙының (1733 – 1775) батырлыҡ­тары менән ғорурлана алабыҙ.
Проблемалар бик күп. Башҡорттарҙы арттырырға кәрәк, тип оран һалырға яратабыҙ. Ә кем ғәйепле һуң? Милләтте һаҡлай белеү өйҙәге тәрбиәнән килә. Бына бер миҫал килтерәм. 6 йәшлек ейәнем бер көн балалар баҡсаһынан ҡайтты ла былай ти: “Мин – татар”. Ни өсөн татарға әйләнде һуң әле минең улым, тип уйлай башланым. Тәрбиәселәре — башҡорттар. Улымдан һораным: “Һин ни өсөн татар? Ҡартатайың — башҡорт, нәнәйең — башҡорт, атай-әсәйең — башҡорт, һин дә башҡорт”, – тинем. Юҡ, был: “Мин – татар”, – ти. “Ә ниңә?” “Дуҫым Денис — татар, уның кеүек булғым килә”, – ти. Шунан Салауат Юлаевтың рәсемен алып: “Улым, был – Салауат Юлаев, ул батыр, ысын башҡорт булған”, – тигәс, икенсе көн балалар баҡсаһынан ҡайтыу менән: “Мин — башҡорт, Денис дуҫымдың да башҡорт булғыһы килә”, – тип әйтмәһенме!
Һығымта яһарға була, балаларҙа бәләкәйҙән туған телгә һөйөү тәрбиәләргә, аңлатыу эшен алып барырға кәрәк.
Дәүләкән районында Имай-Ҡарамалы, Ташлытамаҡ ауылдарында, 1917 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорттар йәшәй, тип яҙылған. Миңә 60-сы йылдар аҙағында Ташлытамаҡ ауылы муллаһы Зиандар Шакиров (Яндар мулла) менән осрашып һөйләшергә насип итте. Был олатайҙың һөйләүе буйынса: “Без — башкортлар. Имай-Карамалы, Кызылъяр авылларында элек-электән башкортлар яшәгән һәм нигез салган. Бу авыллар башҡорт авыллары булып саналган һәм бу авылларда элек-электән иске төрки телендә укуту сәбәпле татарлашканнар, сөнки татарлар иске төрки телен үзләренеке итеп алган да куйган. Был бер булса, икенченән, башкортлар тиз татарлашып баралар, мына безгә килен булып төшкән кызлар икенче көнө үк үз телләрен оноталар һәм татар телендә сөйләшә башлыйлар, мин белгән генә соңгы елларда 50-гә яҡын башкорт кызы килен булып төшә, ә барысы да татарча сөйләшә”, – тип яуап бирҙе.
Шулай уҡ Имай-Ҡарамалы ауылында мәктәп директоры Зөфәр Тазиев абзый менән әңгәмә ҡорҙом. Мәктәптәрендә булып, музейҙары менән таныштым, тарихҡа бай мәғлүмәт тупланыуына хайран ҡалдым. Был эштәренә “афарин” тип әйтке килә. Имай-Ҡарамалы ауылының килеп сығыу тарихы һәм мәктәптә уҡытыу, ниндәй ауылдан килеп белем алыуҙары менән ҡыҙыҡһындым. Мерәҫ ауылынан 18-ләп баланың IХ — Х класта белем алыуы, уларҙы ниндәй телдә уҡытҡандары хаҡында һораным: “Мерәҫтән килгән балалар татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә кереп ултыра, башҡа кластар уҡығанда шаулап йөрөмәһендәр өсөн. Эй, һөйләмә инде, мерәҫтәрҙең башҡортлоғо — ҫыйыр, ҫарыҡ тип һөйләшкән кешеләр”, – тип йылмайып әйткән һүҙҙәре мине хафаға һалды. Нисек инде мерәҫтәр үҙ балаларын әсә теленән мәхрүм итә? Ауылға 1486 йылда нигеҙ һалына, иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе булып һанала.
Тирә-яҡта үҙенең мәктәп-мәҙрәсәләре менән дан тотҡан был ауылда ваҡытында урыҫ-башҡорт училищеһы урынлашҡан, элекке берҙән-бер белем усағының үҙәге булған. Унда бик күп башҡорт зыялылары белем алған. Хәҙер килеп был Иҫке Мерәҫ ауылында тулы булмаған урта мәктәп кенә ҡалыуы борсоуға һала һәм уйландыра. Яппар Йәнбәгендә тыуған күренекле табип-күрәҙәсе Йәғәфәр ишан Ғабдулла улы Сәйҙиев мәҙрәсәләр һалдыра һәм ошо ауылда шәкерттәргә белем бирә. “Ауылда дүрт-биш бала бар икән, башланғыс кластар өсөн мәктәп булырға тейеш. Ауылда 10-15 йорт иҫәпләнә икән, мәҙәниәт усағы, клуб эшләргә тейеш, һәр ауылда медпункт, магазин булырға тейеш” тигән һүҙҙәре халыҡ араһында ҙур яҡлау таба.
Ағиҙел ҡалаһында йәшәйем бөгөн. Бынан ике йыл элек ҡалабыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан 100 данаға яҡын тиражы булған “Аҡ ҡалам” исемле гәзитте яптылар, өс-дүрт районға, Яңауыл, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешлене берләштереп, гәзит сығара башланылар, Ағиҙел ҡалаһында гәзиткә яҙылыусылар һаны артты тиһегеҙме, юҡ, иптәштәр, ҡырҡа кәмене. Был баҫманы быйыл ун дана ғына алдыралар, сөнки бер киҫәк ҡағыҙҙа баҫылған мәғлүмәт халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Ҡайҙан яуап эҙләргә, беҙҙә ҡағыҙға ҡытлыҡмы?
Бөгөн Ҡаҙанғол ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Яппар, Иҫке Яппар һәм Исмәғил ауылдарында мәҙәни усаҡтар эшләйме икән? 100-гә яҡын йорт иҫәпләнгән Иҫке Яппар ауылында клуб мөдиренә ярты ставка түләйҙәр, ә бит ошо клуб хеҙмәткәренең тырышлығы менән районда беренсе булып 9 Майҙа Еңеү көнөнә арнап “Үлемһеҙ полк” парады уҙғарылды, был турала район гәзитендә мәҡәлә баҫылып сыҡты.
Юлдарға килгәндә, әле башҡорт ауылдарына асфальт түшәлмәгән, Ҡаҙанғол ауылында инде хәҙер 40 йылдан ашыу “Башнефть” селтәренең автозаправкалау станцияһы урынлашҡан. Берәү булһа был юлдарҙы ялтыратып эшләтеп ҡуйыр ине. Ҡаҙанғол — Соколовка, Ҡаҙанғол — Дурас юлдары бигерәк тә ҡаралмаған, хәүефте белдергән билдәләр ҙә юҡ. Соколовка – Дүртөйлө юлы ошондай уҡ ташландыҡ хәлдә. Бына шул уҡ Краснокама районында “Арланнефть” ойошмаһын миҫалға килтерергә була. Хәҙерге ваҡытта был төбәктә нефтселәр тарафынан иң төпкөл ауылдарға тиклем асфальт юл һалынған.
Мәсеттәрҙе тергеҙергә, иман юлына баҫырға кәрәк. Күптән түгел Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында булдыҡ. Унда яңы мәсет төҙөгәндәр, ауылдың имам-хатибы Салауат мулла Вәликәев булышлығында халыҡтан ҡомартҡылар йыйып, иман йортонда музей асҡандарын күреп һоҡландым. Был изге эштәренә Иҫке Ябалаҡлы халҡына “афарин” тип әйтергә генә ҡала.
Мәктәп ябылғас, ауылдарҙың бөтәсәге көн кеүек асыҡ, унда йәштәр ҡалмай. Улар эсә, тип зарланабыҙ, был проблема башҡорттарға ғына түгел, башҡа милләт ауылдарына ла хас. Эш юҡ, һәр урында көмөшкә менән кәсеп итеүселәр һаны артҡандан-арта.
Был күренеш элек башҡорт ауылдарында бер ваҡытта ла булмаған. Бына бер миҫал килтерәм. ХХ быуат башында Ҡаҙанғол ауылында 1902 йылғы Йөҙлөбикә Мөхтәруллина инәйҙең атаһы Мәсәлим, 1874 йылғы, Дәүләкәндән ҡайтышлай Калиновка ауылындағы знакумдарына кереп, йәйге эҫелә көмөшкә эсеп үлә. Ауыл ҡарттары был әруахты зыяратҡа индермәйенсә, Кәмәсапҡан ерендәге мал йөрөй торған тар ғына урында ерләргә рөхсәт итә. Был күптәргә һабаҡ була. Ташлы ауылынан балан йыйырға килгән бер үгәй мишәр ҡыҙы күперҙән һикереп вафат булған өсөн ошо урынға ерләйҙәр. Ә хәҙер зыярат бит эскән килеш үҙ йәндәренә ҡул һалып үлгән кешеләр менән тулып бөткән.
Эскелеккә ҡаршы көрәшергә саҡырам, һәр ауылда ағинәйҙәр ойошмаһы төҙөргә, мәсеттәр һалып, иманға килтерергә кәрәк, шулай эшләгәндә генә беҙ үҙебеҙҙе милләт булараҡ һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. 60-70-се йылдарҙа Ҡаҙанғол ауыл биләмәһендә ағинәйҙәр ойошмаһы эшләп килде. Был тәңгәлдә Кәримә Фәхретдин ҡыҙын яҡшы яҡтан, йәғни ихтирам йөҙөнән телгә алырға кәрәк. Был инәй, биш ауылға бер үҙе баш булып, тәртип булдырҙы. Эскән кеше юҡ ине. Атайым мәрхүм ауыл Советы рәйесе булып эшләгән дәүерҙә былай тигәйне: “Хәҙер эш бик яйланды әле. Ағинәйҙәр рәйесе Кәримә Фәхретдин ҡыҙы бөтә ергә лә өлгөрә, ҡулды кеҫәгә тығып йөрөһәм дә була инде”.
Шуға һәр ауылда ағинәйҙәр ойошмаһын тергеҙергә кәрәк, тип уйлайым, һәр биш йортҡа бер ағинәйҙе беркетһәк, тәртип булыр ине. Эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәшәйек, араҡы ҡолона дусар булған ауырыуҙарҙы мәжбүри дауалауға ебәрергә кәрәк.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтер инем: бындай насар күренештәрҙән арынайыҡ, хөрмәтле милләттәштәр! Һүҙемде Иҫке Яппар ауылында тыуған Гөлназ Альберт ҡыҙы Ибраһимованың Аҡмуллаға эйәреп яҙған шиғыры менән тамамлайым:
Башҡорттарым, тырышыр кәрәк,
байыр кәрәк,
Арабыҙҙа фәҡирҙәр күп, байҙар һирәк.
Аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Ай, туғандар, меҫкенлектән ҡурҡыу кәрәк.
Башҡорттарым, гонаһтарҙан ҡурҡыу кәрәк,
Хәмерҙәрҙе һис бер ҡасан һемермәйек.
Ауылдарҙа мәсеттәрҙе төҙөү кәрәк,
Иманлыҡҡа инде күптән ҡайтыу кәрәк!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872