Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайҙа бараһың һин, Кешелек?!
Ҡайҙа бараһың һин, Кешелек?!Кемероволағы фажиғәнән һуң күптәр үҙенә ошо һорауҙы биргәндер, моғайын. Меңәрләгән һорау, тетрәндергес кисерештәр, иң аяныслыһы – күпләп балаларҙың һәләк булыуы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ниндәй битарафлыҡ, ти, был турала һүҙ ҙә юҡ. Киреһенсә, был афәт халыҡтың бер ҡатламын интернет селтәрҙәрендә хатта “туплап” ебәрҙе.


Кешелек күптән үҙенең үҫеш юлы тип техноген трассаны һайлаған, шуға күрә кире боролоп үткәндәргә атлау мөмкин түгел. Хатта ки быға ҡаршы тороп та булмай. Ҡеүәтле система, сәйәсәт быға ғәйеплеме һуң? Бында һәр беребеҙгә уйланырға урын бар, сөнки ошо хәлгә һәр кемдең тарыу ихтималлығын иҫбат итеп, Рәсәйҙә ойошторола башлаған тикшереү эштәре ошо хаҡта һөйләй. Бер риүәйәттәге һымаҡ, кешеләр башта аҡса эшләр өсөн бөтә һаулығын һала, аҙаҡ әллә күпме аҡса түләп тә булған сәләмәтлеген ҡайтара алмаған кеүек, беҙ ҙә оҙон аҡса артынан ҡыуып, үҙебеҙҙең кеше икәнлегебеҙҙе онотоп ебәрҙек, ахырыһы.
Беҙҙә бөтә нәмә аҡса эшләүгә ҡоролған килеп сыға. Ни өсөн әле кинотеатрҙар тап өҫкө ҡаттарҙа булырға тейеш? Баҡтиһәң, быны маркетинг талап итә: сөнки бала унда менеп еткәнсе үк ата-әсәһенең әллә күпме аҡсаһын сығарып һалдыра. Ә бит, бер ҡараһаң, ул сабыйҙарыбыҙға китаптар уҡып, китапханаларға, боронғо экспонаттарҙы күрһәтеп, музейҙарҙа йөрөтөргә була. Театрҙарға алып барһаҡ та, улар унан фәһем алып сығыр ине. Ә балалар унда бармай, сөнки ата-әсә үҙе унда йөрөмәй. Йөрөргә теләмәй ҙә. Уңайлы ла инде бер ниндәй мәғәнәһе булмаған йәнһүрәттәр күрһәтеп, ваҡытыңды үҙеңә сарыф итеү. Ҙур магазиндарҙа хатта ата-әсә әйбер һайлағансы, балаларҙы ҡалдырып тороу урындары ла эшләнде. Эйе, бер яҡтан, уңайлы. Икенсе яҡтан, ниңә беҙ балаларыбыҙ менән үҙебеҙ уйнамайбыҙ? Ниңә беҙ, йәйләүҙәрҙә һыбай сапҡан, уҡтан атҡан, ҡымыҙ бешкән халыҡ, бөгөн килеп, XXI быуат ишеге күптән асылыуға ҡарамаҫтан, баҙап ҡалдыҡ? Хатта шул уҡ балалар баҡсаһы ла сараһыҙҙан килеп тыуған күренеш, минеңсә, сөнки ата-әсә совет дәүләтен төҙөргә тейеш! Ә баланы кем ҡарай? Күренекле педагог Мәрйәм Бураҡаева Өләсәйҙәр мәктәбен булдырыу балаға матур милли тәрбиә биреү өсөн иң төп шарт булыуы хаҡында күптән әйтә килә, яҙа, сығыш яһай. Йолаларыбыҙҙы юғалтыу – ул бит миллилекте генә түгел, кешегә хас сифаттарыңды юғалтыу тигән һүҙ.
Иң ҡыҙығы йәнә шунда: беҙ әленән-әле йә WhatsApp мессенджеры, йә интернет селтәрҙәре, йә телефондар аша бер-беребеҙгә тормош мәғәнәһе, ҡиммәттәре хаҡында тетрәндергес, йөрәккә үткес видеолар, фәһем булырлыҡ хәлдәр хаҡында һөйләйбеҙ. Теорияны кешелек яҡшы белә, хәҙер инде миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек хаҡында меңәрләгән диссертация яҡланғандыр, ә бына ғәмәли йәһәттән кемебеҙ һуң әле үҙен уратып алған яҡындарына, ғәзиздәренә тейешенсә иғтибар бүлде? Көн һайын бер үк тырмаларға баҫып торабыҙ, әммә һаман шуны уҡ ҡабатлайбыҙ түгелме? Боронғоларҙың аҡылына хайран ҡалырлыҡ. Юҡҡа ғына башҡорт халыҡ мәҡәле, ҡабатлағандан доға иҫкермәй, тип әйтмәй, күрәһең. Кешеләргә әленән-әле кеше булыуын, намыҫ төшөнсәләрен, изгелек тураһында иҫенә төшөрөп торорға кәрәк. Ҡайҙалыр кемдер яманлыҡ ҡылғанын мең ҡабатлап түгел, ә бары тик бөгөн мин кемгә ниндәй изгелек эшләнем әле, тигән һорау биреп. “Намыҫ”, “яҡшылыҡ”, “мәрхәмәтлек” кеүек төшөнсәләрҙе бер ниндәй үлсәмдәр менән дә үлсәп булмай, әммә тап улар кешенең булмышын асҡан төшөнсәләр икәнен быуаттар буйы философтар, төрлө тармаҡ ғалимдары үҙенсә иҫбат итә. Йәнә лә “Урал батыр” эпосындағы ҡарһүҙ иҫкә төшә:
Донъяла мәңге ҡалыр эш –
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән —
Ул да булһа — яҡшылыҡ.
Күккә лә осор яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә лә
Мәңге йәшәр аш булыр.
Кемероволағы хәлгә әйләнеп ҡайтып, һәр кем үҙ эшендә профессионал да булырға тейеш, тигән фекергә киләһең. “Яҡшылыҡ бары эшкә баш булыр” тигән һүҙҙәр ошо хаҡта ла түгелме һуң?!


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә