Күп быуаттар буйы ҡурай – халҡыбыҙҙың мәҙәниәте лә, тарихы ла, яҙмышы ла. Ҡурайсылар элек-электән ҙур абруй менән файҙаланған. Улар быуындан быуынға үҙҙәренең оҫталығын, тәжрибәһен тапшырып, беҙгә боронғо халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе килтереп еткергән, ләкин Бөйөк Ватан һуғышының утлы ғәрәсәтенән һуң, үткән быуаттың 50 – 60-сы йылдарында, ҡурайсылар ныҡ кәмеп, милли уйын ҡоралыбыҙҙың моңо һирәк-һаяҡ ҡына ишетелә башланы. Ошондай аяныслы мәлдә, 1961 йылда Ейәнсура районында республика тарихында беренсе тапҡыр үҙешмәкәр ҡурайсыларҙың ансамбле төҙөлә, уның ойоштороусыһы һәм оҙаҡ йылдар етәксеһе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нәжметдин Танһыҡҡужа улы Хәсәнов була. Ансамблдең төп көсөн Ибрай ауылынан Әхмәтсәлим Яҡупов, Сирғолдан – Уйылдан Абыҙов, Саҙалынан – Ғүмәр Хөсәйенов, Байдәүләттән Хәйерзаман Бикбаев ише Оло Һүрәм буйы ҡурайсылары тәшкил итә, шулай уҡ Үрген ауылынан Ислам Абдуллин да була.
Ансамбль республика смотр-конкурстарында ҡатнашып, тиҙ арала билдәлелек яулай. Артабан Рәсәй һәм Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары смотрында Мәскәүҙә Кремлдәр һарайында сығыш яһап, бер нисә тапҡыр лауреат була. Артабан ейәнсураларға эйәреп, башҡа райондарҙа ла шундай уҡ ансамблдәр барлыҡҡа килә, ҡурайсылар һаны арта.
Бына шулай ҡурайҙы тергеҙеүҙә яҡташтарымдың роле ҙур икәнен беләм. Шул ваҡыттан алып ансамблдә ҡурайсыларҙың бер нисә быуыны алмашынды, улар тураһында күп һөйләргә һәм яҙырға мөмкин. Һүҙем шуларҙың береһе — Артур Ғайсаров хаҡында.
1988 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған Айҙар Мөхәмәтйәнов Иҫәнғол музыка мәктәбендә тәүге ҡурай класын аса. Киләһе йылына мәктәпкә уҡырға барған Артур бер юлы ошо класта ла шөғөлләнә башлай. Бөгөн район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы Айҙар Зиннәт улы хәтерләүенсә, малай бик тырыш һәм ныҡыш була, бер дәресте лә ҡалдырмай, өйгә бирелгән эштәрҙе һәр ваҡыт арттырып үтәүе менән айырылып тора. 1997 йылда IX класты тамамлаған үҫмер Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға инә. Уның өсөн 2001 йыл бик уңышлы һәм иҫтәлекле булды – Октябрьский ҡалаһында үткән төбәк-ара Ҡурай байрамында икенсе урынды яулай, училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инә, Башҡорт дәүләт филармонияһының милли инструменттар оркестрында солист булып эш башлай.
Ике уҡыу йортонда ла Артур Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимовтың класына эләгә, ә ҡумыҙ һәм өзләү буйынса дәрестәрҙе бар донъяла танылыу алған атаҡлы ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновтан ала.
2003 йылда егет Илеш районы һылыуы Оксанаға өйләнә һәм ике йәш белгес Ейәнсураға ҡайтып, музыка мәктәбендә уҡыта башлай. Артур бер үк ваҡытта район мәҙәниәт йорто ҡарамағында эшләп килгән Нәжметдин Хәсәнов исемендәге ҡурайсылар ансамблен етәкләй. Шулай уҡ Илгиз Ваһапов, Тимур Йәнсурин һәм Марсель Абҙанов составында “Уралтау” этно-төркөмөн төҙөп, уны етәкләй. Был ике коллектив та республика, төбәк-ара конкурстарҙа күп тапҡыр лауреат һәм халыҡ ансамбле исемдәрен алды.
2010 йылда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арнап үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ ижады конкурсында Башҡортостандан республика бәйгеһендә еңеүсе булған ике генә коллектив ҡатнашты. Шуларҙың береһе — Ейәнсура районы ҡурайсылар ансамбле бик уңышлы сығыш яһап, Мәскәү тамашасыларының һөйөүен яуланы һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Ансамбль етәксеһенең үҙенең уңыштары ла бихисап. Артур Ғайсаров 2011 йылда Мәсетле районында үткән төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында еңеп сығып, өзләүселәр араһында Гран-при яулай. Ә бит бәйгелә Саха (Яҡут), Татарстан, Хакас республикаларынан, Һамар һәм Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан бихисап музыканттар ҡатнашты.
2014 йылда – тағы ла Гран-при! Был юлы инде ул Октябрьский ҡалаһында үткән республика Ҡурай байрамында яуланды, бында ла байтаҡ төбәктәрҙән күп башҡарыусылар сығыш яһаны. Әйткәндәй, 2012 йылда был байрамда Ейәнсура районының Сәғит ауылынан Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев еңеүсе булғайны.
Ейәнсурала Артур Борхан улы музыкант ҡына түгел, һәләтле педагог та. Уның уҡыусылары республика смотрҙарында уңышлы сығыш яһаны, ҡурай буйынса уҡыуын дауам итеүселәр бар. Ул шулай уҡ район үҙәгенән ситтә ятҡан Үрген, Иҙәш, Абҙан урта мәктәптәрендә балаларға ҡурай дәрестәрен бирергә өлгөрҙө. Мәҫәлән, 2014 йылда Үрген мәктәбенән 15 малайҙы – ҡурай, 15 ҡыҙҙы ҡумыҙ уйнарға ике-өс айҙа өйрәтте, мәктәп ансамбле иһә район һабантуйында матур сығыш яһаны.
Артур Ғайсаров үҙен етәксе вазифаһында ла һынап ҡараны, 2007 – 2011 йылдарҙа район йәштәр комитеты рәйесе вазифаһында уңышлы эшләне, район Советы депутаты итеп һайланды, ләкин был осорҙа ла ул ҡурайҙан айырылманы, мәктәптә уҡытты, ансамблдәргә лә етәкселек итте.
Ғайсаровтар Иҫәнғолда 12 йылдан ашыу йәшәне, бында уларҙың бер-бер артлы Ильяс, Тәнзилә һәм Санъяр исемле балалары тыуҙы. Ғаилә иркен, заманса йорт туйланы. Ә Артур өсөн был йылдарҙы бай тәжрибә туплау, дуҫ-фекерҙәштәр табыу, ҙур сәхнәләргә сығыу осоро тип ҡарарға мөмкин. Район һәм уның халҡы өсөн дә ул оло табыш ине. Ҡыҫҡаһы, уртаҡ хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә, һис һүҙһеҙ, отошло булды тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар.
Бына, ниһайәт, 2016 йыл тыуҙы. Артур Ғайсаров өсөн ул ысын мәғәнәһендә “йондоҙло” йыл булды. Февраль айында ҡурайсы Өфө дәүләт сәнғәт академияһына өлкән уҡытыусы итеп эшкә саҡырылды, унан һайлауҙар аша үтеп, традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнде. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Республика ҡурайсыларының 4-се съезында Башҡортостан Ҡурайсылар союзы рәйесе итеп һайланды.
Был йылда уны ижади уңыштар ҙа урап үтмәне. 2016 йылдың 12 апрелендә Ҡазанда Татарстан Халыҡтар дуҫлығы йортонда грандиоз ҡурай байрамының кульминацияһы Артурҙың сығышы булды. Тамашасылар уны сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәне.
Ҡурайсы Башҡорт дәүләт филармонияһының халыҡ уйындары ҡоралдары милли оркестрында солист булып эшләй. Оркестр бөтә Рәсәйҙе урап сыҡты, 2017 йылда Вьетнамда ла сығыш яһаны. Уҡытыусы студенттары менән төрлө республика сараларында йыш ҡатнаша, әүҙем йәмәғәтсе лә. 2017 йылда “Башҡортостан” гәзите редакцияһы төркөмө менән данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәре буйлап йөрөп ҡайтты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы составында Ҡырғыҙстанға барҙы, ҡайҙа йөрөһә лә ҡурай моңдарын яңғыратты. Күп яҡлы талант эйәһенең ныҡышмаллығына һәм егәрлелегенә һоҡланмау мөмкин түгел.
Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Шаляпин залында Артур Ғайсаровтың ижад кисәһе үтте. Сара 30-лап ҡурайсы коллегалары һәм уҡыусыларынан торған ансамблдең башҡарыуында милли гимныбыҙ “Урал” менән башланды. Концерттың башынан аҙағынаса Артур үҙе сәхнәнән төшмәне.
Байрамға ул оҙаҡ йылдар бергә эшләгән яҡташтарын да саҡырғайны. Район мәҙәниәт йорто директоры Альфред Ваһапов етәкселегендә килгән ейәнсуралар тамашаның бәҫен күтәрҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлетов, Нефтекамала үткән “Дуҫлыҡ йыры-2017” оҙон көй конкурсы еңеүсеһе Әлфиә Мырҙабаева башҡарыуында халыҡ йырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Республика “Байыҡ” бейеү конкурсының төрлө йылдарҙағы лауреаттары Гөлшат Дүшәнбаева, Айгиз Түләбаев һәм Морат Оморҙаҡов, ҡумыҙсы Фуат Ҡужәхмәтов бик сағыу сығыш яһаны. “Уралым” этнотөркөмө ағзалары Илгиз Ваһапов һәм Тимер Йәнсуриндың элекке етәкселәре менән сығышы тамашаның йөҙөк ҡашы булды.
Билдәле йәш ҡурайсы Артур Ғайсаровтың ижад кисәһе милли мәҙәниәтебеҙ байрамына әйләнде.