Миңә “Башҡортостан” гәзитенең үтенесе буйынса йыл һайын республикабыҙҙың райондарына, сит төбәктәргә сығырға тура килә. Яңыраҡ Яңауыл районында ла булырға насип итте. Төбәк мәктәптәрендәге туған тел уҡытыусылары менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, эш тәжрибәләре менән танышыу, уҡыусыларҙың белемен, ижади үҫешен байҡау ине маҡсатым. Яҙмышыма рәхмәт — ниәтемә өлгәштем.
Оран ниңә йәшеренеп ята?Ҡала һәм район мәктәптәрендә төрлө милләт балалары белем ала. Тәү сиратта, улар араһындағы толерантлыҡҡа күҙ һалып йөрөп, ҙур ҡыуаныс кисерҙем. Бында бит туған тел уҡытыусыларының ныҡышмалы хеҙмәте ята!
Бер нисә мәктәптә дәрес барышын ҡарарға насип булды. Уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы хеҙмәттәшлекте, баланың шәхесен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Дәрестә мин ябай күҙәтеүсе, йә булмаһа дәрес биреүсенең кәмселектәрен ҡағыҙға теркәүсе түгел. Киреһенсә, уҡытыусының ижади йәһәттән асылып китеүен, үҫешен байҡайым, уның эш тәжрибәһенән үҙемә нимәлер алырға тырышам.
Яңауыл ҡалаһының барлыҡ мәктәбендә, гимназияһында, лицейында уҡытыусыларҙың, балаларҙың ижади эштәрен өйрәнеп ултырҙым. Райондың Истәк, Киҫәкҡайын, Эткенә, Прогресс, Ҡарман һәм башҡа мәктәбендә, балалар баҡсаһында ла булырға өлгөрҙөм. Мин ашығам, ваҡыт ҡабалана тигәндәй, һәр ерҙә, ут алырға ингән кешеләй, уҡытыу барышына тиҙ арала киң байҡау яһарға, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтергә тырыштым. Педагогтарҙың ижад лабораторияһына күҙ һала йөрөнөм.
Һәр мәктәптә тип әйтерлек тыуған яҡты өйрәнеү музейы, йә булмаһа тәбиғәт мөйөшө бар. Халыҡтың йәшәү рәүешен сағылдырған һәр әйбергә әсе яҙмыштың күҙ йәше тамған, быуаттарҙың хәсрәт-ҡайғыһы, шатлыҡ-ҡыуанысы, моң-зары һеңгән кеүек. Дәресте ана шул ҡәҙерле ҡомартҡылар нигеҙендә үткәрһәң, заман техникаһы тоноҡланып ҡалыр, интерактив таҡталар үҙенең яһалмалылығын таныр ине, моғайын.
Ҡала һәм район етәкселәренең, ата-әсәнең, уҡытыусыларҙың, балаларҙың башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле сифатында өйрәтеүгә мөнәсәбәте ниндәй? Ыңғай, тип бер һүҙ менән генә яуапларға булыр ине. Әммә был тулы мәғлүмәт бирмәҫ кеүек. Шуға күрә Ҡарман мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Рәйсә Сайрамованың бер шиғырын килтерәм. Ул “Туған тел” тип атала.
Урал тауҙарының бейеклеген,
Һандуғастың моңло һайрауын,
Ағиҙелкәй һыуҙың гүзәллеген,
Шишмәләрҙең сылтырап ағыуын
Туған телем үҙ эсенә алған,
Моңло ла ул, зарлы телкәйем.
Һөйҙөртә лә, көйҙөртә лә белә
Тыуып үҫкән ғәзиз еркәйем.
Башҡорт телем — моңло бишек йырым,
Ҡояш нурҙарындай балҡышлы.
Башҡорт теле — наҙлы көйлө телем,
Йөрәк өҙгөс ҡурай тауышлы.
Башҡорт теле — ғорур, мәғрур телем,
Текә ҡаяһындай Уралдың.
Башҡорт телем — икһеҙ-сикһеҙ телем,
Киңлегендәй диңгеҙ-һыуҙарҙың.
Башҡорт теле — тыуған ерем теле,
Бөйөк минең туған телкәйем.
Бар донъяға әйҙә яңғыраһын:
“Башҡортостан — тыуған илкәйем!”
Был ялҡынлы һүҙҙәр башҡорт теле уҡытыусыһының Яңауыл ҡалаһы һәм районы йәмәғәтселегенә яр һалып ҡысҡырған оранылыр ҙа, бәлки. Ә ниңә ошо үҙенсәлекле ижад педагогтың портфолиоһында йәшеренеп ята? Шиғри шәлкем республика матбуғат баҫмаларының береһендә донъя күрергә тейеш. Үҙенә алмаш итеп Рәйсә Сайрамова балаларҙы ла ижадҡа йәлеп итә. Бала саҡта тыуған әкиәт, шиғыр, хикәйәнең киләсәк юлды һайлағанда ҙур көскә эйә булыуы билдәле. Шуға күрә кескәйҙәрҙең ижадына битараф булмаһаҡ ине.
“Ҡор ояңды, үр шәжәрә!”“Күршең һуҡыр булһа, күҙеңде ҡыҫ” тигән әйтем бар халыҡта. Көнбайыш илдәренең, айырыуса Американың йәшәү рәүешенә эйәреп, документтарыбыҙҙан милләт төшөнсәһе алып ырғытылды. Халыҡ килер быуындарға мираҫ итеп шәжәрәһен ҡалдыра башланы. Был милләт таныҡлығын алдап та, бутап та булмай. Яңауыл ҡалаһы һәм районы мәктәптәрендә тамырҙарҙы өйрәнеү эшенә байтаҡ уҡыусы ылыҡтырылған.
Ата-бабаңдың нәҫел тамырҙарын юллау — үтә яуаплы һәм сауаплы эш. Минеңсә, Көнбайыш диалектында аралашҡан ырыу-ҡәбилә вәкилдәре өсөн был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк.
Яңауыл районы башҡорттары төрлө ырыу-ҡәбилә йыйылмаһынан тора. Араларында урамдар, таныптар, ыуаныштар (таныштар) тип аталған этник төркөмдәр бар. Башҡа ырыу тармаҡтарының да булыуы ихтимал. Әйтәйек, И.Ш. Мөҡсинов исемендәге Яңауыл ҡала гимназияһы уҡыусыһы Ренат Сәхәүовтың “Сәхәүетдин шәжәрәһе” тип аталған эшендә Тәңреғол ырыуы телгә алына. Тарихи-этнографик тикшеренеүҙәрҙә бындай этник төркөм хаҡында мәғлүмәт юҡ. Тимәк, Ренат шәжәрәһе менән генә түгел, ырыу атамаһы менән дә Башҡортостан тарихына яңылыҡ индерә! Ҙур фәнгә юл ана шундай бәләкәй генә асыштан башлана. Рухлы егет үҙ яҙмаларында ырыу символдары хаҡында ла әйтеп үтә. Иғтибар итегеҙ: ырыуы — тәңреғол, ағасы — өйәңке, ораны — Салауат, ҡошо — ҡарағош. Ғилми тикшеренеү эшендә этномәҙәниәт буйынса ла үҙенсәлекле мәғлүмәт бар. Унан өҙөк килтерәм: “Әхнәф бабай шундай ҡыҙыҡ ваҡиға һөйләне. Кашафетдин бабайҙың улы Фәтхи Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Бик ҡаты алыш ваҡытында ул: “Эй Аллам, иҫән-һау йөрөп ҡайтһам, Тавабил хәҙрәттең зыяратын кәртәләп ҡуйыр инем”, — тип уйлай. Теләге ҡабул булып, иҫән ҡайта ул. Әммә донъя мәшәҡәттәре әйткән нәҙерен үтәргә оноттора. Бер аҙ ваҡыт үткәс, йыш сирләй башлай. Табиптарға йөрөтәләр, файҙаһы юҡ. Белемсе әбейгә барып ҡарарға кәңәш итәләр. Әбей уға нәҙере булғанын һәм шуны үтәмәгәнен әйтә. Фәтхи бабай Тавабил хәҙрәттең ҡәберен кәртәләп алғандан һуң ауырымай”.
Ренаттың шәжәрә ағасында 13 быуындың исеме билдәле. Мәғлүмәт йыйғанда, егет үҙ нәҫеленең өлкән кешеләре менән осрашып һөйләшкән, кәрәкле китаптарҙы табып уҡыған, Интернет аша үҙенең фамилияһын йөрөткән кешеләрҙе эҙләгән. Иң мөһиме, бәлки, шундалыр: бала уйларға, фекер тупларға, ғилми сығанаҡтарҙы ҡулланырға, анализларға күнегә. Тимәк, ысын ижади эшкә йәлеп ителә. Ренаттың ғилми етәксеһе — башҡорт теле уҡытыусыһы Г. Ниғмәтйәнова.
Ошо уҡ гимназияның башҡорт теле уҡытыусыһы Альбина Ғарипова ағымдағы уҡыу йылында “Тамырҙарым бик тәрәндә” тип исемләнгән шәжәрә байрамын үткәргән. Сараның сценарийы уҡытыусының методик папкаһында һаҡлана. Ғөмүмән, Яңауыл уҡытыусылары матур-матур дәрес өлгөләрен, үҙҙәре үткәргән һәр сараның сценарийын, уҡыусылар төҙөгән шәжәрәләрҙе, уларҙың төрлө конкурста алған грамоталарын, дипломдарын туплаған. Тимәк, алдан әйтеп үткәнемсә, барлыҡ ижад эше портфолиоларҙа бикләнеп ята. Ана шуларҙың бер нисәүһен булһа ла республиканың матбуғат баҫмаларында баҫтырып сығарғанда, методикабыҙ ҙа, рухи хазинабыҙ ҙа байып китер ине.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай шәжәрә тураһында бына ни ти:
“Шәжәрә — ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә.
Күҙ яҙҙырһаң шул тәҙрәнән, атыр йәҙрә.
Ал бер үрнәк — бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ.
Һин дә ятма, ҡор ояңды, үр шәжәрә!”
Быуындар сылбырын киләһе быуындарға нисек итеп өҙмәйенсә еткерергә? Уҙған быуаттарҙағы нәҫел-нәсәпте, туғанлыҡ рухын, милләттең ҡаҡшамаҫ тамырҙарын юллап табыу бик еңелдән булмаҫтыр. Әммә Яңауыл мәктәптәрендә эшләгән туған тел уҡытыусыларының, белем алған балаларҙың был бурысты атҡарып сығырына ышанам. Ҡайһы бер быуын исемдәре ауыл, тау, һыу-күл, урман, ҡәбер таштарына, урындағы халыҡ мәҡәлдәренә, йырҙарына, яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә, фразеологик берәмектәргә яғылып ҡалған булһа кәрәк. Шулай уҡ ауылда, ҡалала боронғо тарихты белгән оло быуын иҫән-һау саҡта тарихты, ер-һыу атамаларының легендаларын, ата-бабаның йәшәү рәүешен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен йәһәтерәк яҙып алырға кәрәк. Хәҙер үк, бөгөн үк. Юғиһә һуңлап ҡалыуыбыҙ бар.
Танып һөйләшенең вариҫтары Бында һәр милләт балаһы туғандаш, ҡәрҙәш милләттәр араһында үҙ кеше булып киткән. Мәктәптәрҙә башҡорт, урыҫ, татар, мари, удмурт телдәре туған тел булараҡ өйрәнелә. Ҡайһы бер кластарҙа тажик, әрмән, азербайжан, үзбәк, чечен милләттәренең бер-ике бөртөк вариҫы күренгеләй. Ҡапҡабыҙ ҙа, күңелебеҙ һымаҡ, шар асыҡ шул.
Яңауыл районында төп аралашыу ҡоралы — башҡорт теленең көнбайыш диалекты. Ҡанына һеңеп ҡалған Танып һөйләшен һаҡлай халыҡ. Был һөйләштең үҙенсәлектәренә туҡталып тормайым. Шулай ҙа урыҫ телендәге черемуха, смородина, цветок һәм башҡа һүҙҙәрҙең һөйләштәге әйтелешен уҡыусыларҙан, татар телендә аралашабыҙ тигән кешеләрҙән һораштырып ҡарағаным булды. Бына уларҙың яуаптары: муйыл (ағасын шоморт агачы тип әйтеүселәр ҙә бар), ҡарағат (ҡыҙыл ҡарағат, ҡара ҡарағат), сәскә (чәчкә). Ә ошо уҡ һүҙҙәр татарса шомырт, ҡарлыған, чәчәк тип әйтелә һәм яҙыла. Үҙҙәрен татар тип йөрөгәндәрҙең телмәрендә з өнө һирәк осрай. Уның урынына башҡортса ҙ өнө ҡулланыла. Быларҙы ни өсөн яҙам? Түбәндәге миҫалдар был һорауға ниндәйҙер кимәлдә асыҡлыҡ индерер, тип уйлайым. Мәҫәлән, Яңауыл ҡалаһы лицейында 981 уҡыусы белем ала. Араларында 227 башҡорт, 372 татар, 215 урыҫ, 107 удмурт, 48 мари һәм 12 башҡа милләт вәкиле бар. Хәҙер иғтибар итегеҙ: лицейҙа башҡорт телен туған тел булараҡ 409 уҡыусы өйрәнә. Был — һәр мәктәп өсөн хас күренеш. Татар милләтенән булған балаларҙың башҡорт телен туған тел сифатында өйрәнеүен ата-әсә лә хуплай икән. Ни өсөн? Был йәһәттән Истәк урта мәктәбе уҡытыусыһы Илза Миңлеғолова бына нимә ти: “Олатайҙарым ниндәй милләт кешеһе булған минең? Күңелем ни өсөн башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ итә, әҫәрҙәрен уҡырға ынтыла? Был һорауҙарға яуапты шәжәрәмдән таптым. Һигеҙенсе быуын олатайым Ҡунаҡбай исемле башҡорт булған”. Юғары категориялы уҡытыусы Илза Миңлеғолованың был инаныуы башҡаларҙың күңел күҙен, төпкөл хәтерен, ҡандан бирелгән хәтерен асыр, тип ышанам.
Башҡорт теле уҡытыусыларының методик папкаһын ҙур ҡыуаныс менән ҡарап сыҡтым. Бына уларҙың исемлеге: Илза Миңлеғолова, Алһыу Нуруллина, Фәһимә Ғарипова — Истәк мәктәбе; Әлмира Гәрәйшина, Роза Мәрҙәнова, Әлбина Шәрәфетдинова, Гөлнара Әминева — Эткенә мәктәбе; Әминә Әхәтова, Зөлфиә Ғәҙетдинова — Прогресс мәктәбе; Гөлшат Вәлиева — Киҫәкҡайын мәктәбе; Рәйсә Сайрамова, Әнисә Хәлфетдинова, Айгөл Мәрҙәнова — Ҡарман мәктәбе. Шулай уҡ ҡала мәктәптәрендә, гимназияһында, лицейҙа эшләгән педагогтарҙың хеҙмәтен дә кинәнеп өйрәндем. Барыһы ла — үҙ эшенең оҫтаһы.
Башҡорт, татар, удмурт, мари теленә өйрәтеүселәр төрлө кимәлдәге сараларҙа ихлас ҡатнаша. Улар — мәктәптең, ҡаланың, райондың йөҙө, терәк-таянысы. Күп теллелек шарттарында бала туған телен, халҡының рухи мираҫын, шәжәрәһен, ырыу символдарын, һөйләш үҙенсәлектәрен белеп үҫһен, милли үҙаңы уянһын, рухы нығынһын тип тырыша Яңауылдың туған тел уҡытыусылары.
Сылбыр ниңә өҙөлгән? Яңауыл мәктәптәренең һәр класында башҡорт теле туған тел булараҡ аҙнаһына өс-дүрт сәғәт өйрәнелә. Бынан тыш, уны дәүләт теле сифатында үҙләштереү өсөн тағы ла ике сәғәт бүленгән. Быға ҡыуанысымдың сиге булманы. Юғиһә “башҡорт гимназияһы” тип аталған уҡыу йорттарында башҡорт теле аҙнаһына ни бары өс сәғәт кенә өйрәнелә.
Районда 17 (биш башҡорт, алты татар, ике урыҫ, өс удмурт, бер мари) балалар баҡсаһы бар. Теләгән һәр тәрбиә усағын күреп сығырға өлгөрөп булманы. Истәк ауылындағы балалар баҡсаһы хаҡында әйтеп үтәйем. Унда башҡорт теленә дәүләт теле булараҡ аҙнаһына ике сәғәт бирелә. Әммә артабан телгә өйрәтеүҙең сылбыры өҙөлөп ҡала, сөнки ошо уҡ ауыл мәктәбенең I класында башҡорт теле уҡытылмай. II — IV кластарҙа дәүләт теле сифатында ғына үҙләштерелә башлай. Ә бит Истәк — был төбәктәге боронғо башҡорт ауылдарының береһе!
Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү буйынса район, республика кимәлендә байтаҡ сара үткәрелә. Был йәһәттән “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса, “Аҡмулла вариҫтары” исемле конкурстарҙы, шәжәрә байрамдарын телгә алып үтергә мөмкин. Ә ҡайҙа һуң башҡорт моңон, милли музыка ҡоралдарын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған ярыштар? Көнбайыш диалектында аралашҡан йәш милләттәштәребеҙ бындай конкурстарҙа ла һынатмаҫ ине. Өҫтәүенә йыр-моң туған телде тиҙерәк, сифатлыраҡ үҙләштереүгә этәргес бирә. Балалар баҡсаларында ла “Бишек йыры”, “Әлиләү генәйем” кеүек конкурстар ойоштороп була бит! Бындай ярыштар кескәйҙәрҙе үҫтереү генә түгел, ата-әсәнең ҡандан, нәҫел-нәсәптән килгән хәтерен уятыу өсөн дә бик әһәмиәтле булыр ине.
Уҡыусыларҙың шатлығын күреү — иң ҙур бәхет Төбәктә бай тәжрибәгә эйә уҡытыусы бихисап. Уларҙың араһынан Истәк мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Илза Миңлеғолованың (уның хаҡында алда ла телгә алып үткәйнем) эш алымдары менән таныштырып үтмәксемен.
— Заман уҡытыусыһы бар яҡлап та үҫешкән, яңы алымдар, мәғлүмәти технологияларҙы оҫта ҡуллана белгән шәхес булырға тейеш, — ти Илза Зикаф ҡыҙы. — Уҡыусыларыма башҡорт теленең байлығын, матурлығын күрһәтергә, уны өйрәнеүгә теләк тыуҙырырға, “көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ” тигән башҡорт халыҡ мәҡәлен хәтеремдән сығармаҫҡа тырышам.
Башҡортса аралашыу, һөйләгәнде аңлау һәм һөйләм күнекмәләрен үҫтереүҙә ижади эштәрҙең роле бик ҙур. Дәрестә өйрәнгән айырым бер яңы һүҙҙе генә алып, хикәйә, әкиәт төҙөп ҡарайбыҙ. Тап ошондай бәләкәй генә ижад емешенән балаларҙың һәләте асыла башлай. Сәнғәт әҫәрҙәренә лә йыш мөрәжәғәт итәм. Музыка, һынлы сәнғәт, театр, кинофильмдар тураһында фекер алышыу баланың донъяға ҡарашын киңәйтә, тәжрибәһен байыта, ижади ҡеүәһен үҫтерә. Уҡыусы үҙендәге ыңғай сифаттарҙы үҫтерергә ынтыла, киреләренә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнә.
Эшемде план төҙөтөү, образдарҙы йә пейзаж күренештәрен телдән тасуирлау, һүрәт төшөрөү кеүек күнекмәләр менән төрләндерәм. Һәр исемле йыл айҡанлы һүрәт, инша һәм шиғыр конкурстары, класс сәғәттәре ойошторам. Быларҙың барыһы ла заман менән бергә атлау мөмкинлеген бирә. Концепциямды тағы ла тулыландырыр өсөн белемде тәрәнәйтеүгә, бәйләнешле яҙыу, һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ иткән технологияларҙы киң ҡулланам.
Халыҡ педагогикаһы, йолалар нигеҙендә уҡыусыларҙа әхлаҡ, әҙәп ҡағиҙәләрен тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирәм. Уҡыусылар менән йомаҡ ҡоябыҙ, әкиәт уҡыйбыҙ, һынамыш өйрәнәбеҙ. Шәжәрә төҙөп, нәҫел тармаҡтарын барлайбыҙ, туғанлыҡ хистәрен үҫтерәбеҙ, быуындар араһындағы милли бәйләнеште нығытабыҙ.
Дәрестә уйынды йыш ҡулланам. Ул баланы тәртипкә, теүәллеккә өйрәтә, йор һүҙлелек, сослоҡ тәрбиәләй. Уйын фантазияны ла киңәйтә.
Илза Миңлеғолова уҡыусылары менән ғилми эҙләнеү эшен дә алып бара. Яҡшы һөҙөмтәләр бар. Мәҫәлән, 2007 йылда Ҡырмыҫҡалыла үткән Туған телдәр көнөндә уҡыусыһы Айһылыу Хәбибйәнова “Истәк ауылының шәжәрәһе. Ауылдың күренекле шәхестәре” тигән темаға ғилми-тикшеренеү эше менән сығыш яһап, I урынды яулаған. Ике йыл рәттән Рәсәй кимәлендә үткән шундай уҡ конференцияла уңышҡа өлгәшкәндәр: былтыр “Рәшит Назаров шиғриәтендә метафоралар” тигән темаға үҙ эшен яҡлап, XI класс уҡыусыһы Айгөл Хәбибуллина — III урынды, быйыл VIII кластан Әлисә Әлетдинова “Ауыл тарихы — халыҡ тарихы” исемле хеҙмәте менән II урынды алған.
Истәк мәктәбе уҡыусылары “Урал батыр”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Аҡмулла вариҫтары” тигән конкурстарҙа ла ихлас ҡатнаша. “Урал батыр” конкурсында Виктория Лыкова өс йыл рәттән призлы урын яулаған, 2009 йылда район кимәлендә ойошторолған “Аҡмулла вариҫтары”нда гран-приға эйә булған. Айгөл Хәбибуллина башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһында өс йыл рәттән призлы урын алған. Ошо уҡ сарала ике тапҡыр еңеүгә өлгәшкән Айнур Хәбибуллин былтыр Мәләүез ҡалаһында Милләт-ара татыулыҡ йылына арнап үткәрелгән конкурста “Беҙ — илдең киләсәге!” тигән шиғыры менән ҡатнашып, сертификатҡа лайыҡ булған. Камилә Рәхимова “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында ике йыл рәттән II урынды яулаған.
Илза Миңлеғолова үҙе лә һөнәри оҫталығын даими үҫтерә. 2008 йылда район буйынса үткәрелгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында гран-приға лайыҡ булып, көсөн республика кимәлендә лә һынап ҡараған. “Үҙ тамырыңды бел”, “Иң яҡшы кластан тыш уҡыу дәресе” исемле район конкурстарында I урынды яулаған. Бындай миҫалдарҙы тағы ла күп килтерергә мөмкин. Ә уҡытыусы өсөн иң ҙур бәхет — уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларының ҡыуанысын, уларҙың туған телде яҡшы белеүен күреү.
Ҡоролтай ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер Ирек Мөҡсинов исемендәге гимназияла йөрөгәндә кемдер: “Һаумы, аҙаш!” — тип өндәште. Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаэль Даян улы Яхин икән. Уның менән асыҡтан-асыҡ, боронғо таныштарҙай һөйләшеп киттек. Шуныһы айырыуса оҡшаны: аҙашым, дөйөм, бушаҡ һүҙҙәргә ышыҡланып, йәшенмәк уйнап маташманы. Шул сифаты менән күңелемдә ышаныс тыуҙырҙы.
— Яңауылда борон-борондан башҡорттар күпләп йәшәгән, әле лә шулай, — ти Рафаэль Даян улы. — Беҙҙә көнбайыш диалектта аралашҡан башҡорттар ғүмер кисерә. Мәктәптәрҙә уҡытыу һәм тәрбиә эштәре татарса алып барылған. Өс быуын вәкилдәре ана шул мәктәпте үтте. Шуға күрә бик күптәр үҙенең нәҫел тамырҙарын, әсә һөтө менән бирелгән туған телен онотҡан. Бында халыҡты ғәйепләп булмай. Ярай әле шәжәрәләр тергеҙелә башланы. Милләттәштәрҙең үҙ асылына ҡайтырына ышаныс нығыны.
Беҙ, ҡоролтай ағзалары, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Төрлө сара үткәреү өсөн матди ярҙам күрһәтәбеҙ. Әйткәндәй, үҙем — эшҡыуар. Әле ҡоролтайҙа түләүле бер эш урыны булдырып, секретарь алдыҡ.
Яңауыл — башҡорттар төбәге, тип әйткәйнем. Бында байтаҡ археологик ҡомартҡы бар. Шуларҙың һәр береһенә иҫтәлекле таш ултыртып сығырға уйлайбыҙ.
Мин, үҙ сиратымда, ҡоролтай рәйесенә ҡайһы бер теләк-үтенесемде еткерҙем.
— Мәктәптәрҙә, китапханаларҙа милли матбуғат баҫмалары күҙгә күренеп кәмей. Яңауылға биш йыл элек килгәнемдә хәл бындай уҡ түгел ине, — тип борсолоуымды белдерҙем.
— Мәсьәләне мотлаҡ хәл итербеҙ. Мәктәптәрҙе, мәҙәниәт усаҡтарын рухи аҙыҡтан мәхрүм ҡалдырмабыҙ, — тип вәғәҙә бирҙе Рафаэль Даян улы.
Гимназияның тамаша залына юлландым. Унда мине Яңауыл мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары көтә ине. Уларға методика, лингводидактика буйынса лекция һөйләргә тейешмен, төрлө һорауға яуап бирәсәкмен. Ҡурайҙа бер нисә көй ҙә уйнап ишеттерермен. Ошондай семинарҙы нисәмә районда үткәреүемә ҡарамаҫтан, һаман да ҡаушата. “Тел асҡыстары бир инде, Хоҙайым!” — тип теләй-теләй, уҡытыусылар янына ашығам...
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогика фәндәре докторы,
БДУ профессоры.
Яңауыл районы.
Шулай итеп...Яңауыл районы мәғарифы буйынса эшләп еткерелмәгән, ҡайтанан ҡарап сығаһы проблемалар ҙа бар әлегә. Мәҫәлән, Иҫке Көйөк башланғыс мәктәбендә 12 уҡыусы белем ала. Уларҙың барыһы ла — башҡорт. Ә мәктәптә уҡытыу татар телендә алып барыла. Башҡорт теле аҙнаһына ике сәғәт, йәғни дәүләт теле сифатында ғына өйрәнелә икән. Быны нисек аңларға? Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: был уҡыу йорто Истәк урта мәктәбенең филиалы булып тора. Ә бит башҡорттарҙы ҡайһы бер төрки халыҡтары “истәк” тип атаған. Әле Истәк ҡатнаш милләтле ауылға әйләнгән. Бында башҡорттар, татарҙар, удмурттар йәшәй. Алдан әйтеп үтеүемсә, мәктәптең башланғыс кластарында туған телдәр өйрәнелмәй. Башҡорт һәм татар телдәре туған тел рәүешендә V кластан ғына инә башлай. Балаларҙың милләтенә ҡағылышлы күрһәткестәр ҙә уйландыра. Ғөмүмән, был ауыл халҡының нәҫел тамырҙарын, шәжәрәһен ныҡлап өйрәнеү мөһим. Заманында 69 башҡорт ауылынан торған Яңауылда бөгөн төп милләтте һәм уның телен тергеҙеүгә нығыраҡ иғтибар бүленһен ине, тигән теләктә ҡалам. Тормош беҙҙең менән генә сикләнмәгән. Килер быуындарға ярым-йорто емерек донъя ҡалдырмаһаҡ ине. Донъя тигәндән, мәғарифты күҙ уңында тотам.
Мине һәйбәт ҡаршы алғаны, эшемдә ярҙам иткәне, йылы оҙатып ҡалғаны өсөн район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зикаф Хужинға, хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Артур Шәрәфисламовҡа, башҡорт теле буйынса методист Гөлнара Миңлейәроваға һәм барлыҡ уҡытыусыларға, оло ихтирамымды белдереп, рәхмәт әйтәм. Эшегеҙҙә ҙур уңыштар юлдаш булһын!