— Ысынлап та, Америкала төрлө яҡтарҙан төрлө милләт кешеләре йыйылған. Һәр кешелә әллә нисә милләт ҡаны аға.
— Атайым яғынан олатайым Германиянан булған. Екатерина II батшалыҡ иткән заманда Украинаға күсәләр. Шунан 1914 йылдарҙа Америкаға китәләр.
— Унда нәҫел-ырыуығыҙ ҡалғанмы һуң, беләһегеҙме?
— 2005 йылда атайым менән әсәйем, олатайым, өләсәйем, ҡустым минең яныма Мәскәүгә килде. Шунан бергәләп Украинаға киттек. Унда туғандарыбыҙҙы табып, танышып, күрешеп ҡайттыҡ. Олатайым менән өләсәйем өсөн айырыуса шатландым, сөнки етмеште үтһәләр ҙә, шундай ауыр юлды үтеп, ата-бабаларының тыуған ерен күреп ҡайттылар.
— Атай-әсәйегеҙ Өфөгә килергә уйламаймы?
— Балағыҙ тыуғас, киләбеҙ, тиҙәр. Уны беҙ үҙебеҙ ҙә теләйбеҙ һәм көтәбеҙ. Мәскәүҙә эшләгәндә атайым, әсәйем, ҡустым Рәсәйҙең баш ҡалаһына килеп киткәйне. Крейгтың ата-әсәһе лә булды унда. Хәҙер атаһы мәрхүм инде. Ул саҡта Крейг менән беҙ дуҫтар ғына инек. Атаһын күреп ҡалыуыма бик ҡыуанам. Әгәр шунда осрашмаһаҡ, уны белмәгән дә булыр инем. Ғаиләләре һәйбәт.
— Әйткәндәй, ғаиләләрегеҙ менән дә таныштырып китһәңсе...
— Крейгтың ике һеңлеһе бар. Икеһе лә тормошта, өсәр бала үҫтерәләр. Минең ҡустым бар, ул Чикагола бер фирмала менеджер булып эшләй. Әсәйем бөтөн иғтибарын беҙҙе тәрбиәләүгә бирҙе, атайым ғаиләне матди яҡтан тәьмин итте.
— Америкала күп ғаиләләрҙең үҙ йорто юҡ, фатирға түләп йәшәйҙәр. Һеҙҙә нисек?
— Миңә ике йәш саҡта атайым кредитҡа өй алған. Шуны 25 йыл буйы түләнеләр. Хәҙер өй үҙебеҙҙеке. Атайымдың ата-әсәһе — олатай менән өләсәйем ауылда йәшәне. Үҙҙәренең ере булды, иген үҫтерҙеләр. Уларҙың ата-әсәһе — минең ҡартөләсәй менән ҡартолатай һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнде. Каникулдарыбыҙ гел ауылда тәбиғи ризыҡ ашап, саф һауала үтте. Атта һыбай йөрөргә өйрәндек. Ҡулдан килгәнсә фермала ярҙам иттек.
— Һеҙҙә балаларҙы уллыҡҡа алыу киң таралған. Үҙҙәренең балалары булғандар ҙа Рәсәйҙән, башҡа илдәрҙән тәрбиәгә бала ала. Шундай шарттарҙа һеҙҙә приюттар ҙа юҡтыр ул?..
— Бар, әммә әҙ. Ысынлап та, балаларҙы ғаиләләргә бирергә тырышалар. Улар тулы ғаиләлә, ата-әсә наҙын тойоп йәшәргә тейеш, тиҙәр. Әммә ундай ғаиләләрҙе бик ныҡ контролдә тоталар. Һәйбәт мөнәсәбәт булмаһа, яҡшы ҡарамаһалар, күрше-тирәһенән ниндәйҙер ялыу килһә, балаларҙы унда ҡалдырмайҙар.
— Фильмдарҙа күрһәтелеүенсә, ҡарттар йорттары һеҙҙә балалар приютына ҡарағанда күберәк һымаҡ.
— Был, ысынлап та, шулай. Балалары эшләһә, сирле ата-әсәһен тәрбиәләй алмаһа, йыш ҡына өйҙәрендә шәфҡәт туташын яллайҙар. Улай ҙа мөмкин булмаған осраҡта, әлбиттә, ҡарттар йортона урынлаштырырға мәжбүрҙәр, сөнки сирле өлкән кешене яңғыҙ ҡалдырыу ҙа хәүефле бит. Өләсәйҙәремдең береһе 87 йәшкә тиклем йәшәне, былтыр мәрхүмә булды. Уға шәфҡәт туташы ярҙам итә ине. Ҡартөләсәйем 101 йәшкә етте. 96 йәшендә лә машина йөрөттө. Һуңғы ике йылда приютта йәшәне. Унда барлыҡ шарттар булдырылған. Айырым бүлмә бирелә. Әгәр кәрәкһә, ашарға әҙерләй торған урыны ла бар. Оло йәштәгеләр тәрбиәле, ҡараулы. Балалары ла, туғандары ла көн дә тиерлек барып хәлен белеп йөрөнө. Шуға улар үҙҙәрен артыҡ, ташландыҡ итеп тоймай.
— Эшһеҙлек һеҙҙә лә таралғанмы?
— Был мәсьәлә 2008 йылғы көрсөктән һуң, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айырыуса һиҙелде. Һәр ғаиләгә тиерлек ҡағылды. Беҙҙең туғандар араһынан ғына ла алты кеше эшһеҙ ҡалды.
— Һеҙҙә эшһеҙҙәргә бирелгән пособиеға рәхәтләнеп йәшәргә була, тиҙәр.
— Пособие бирелә, дөрөҫ. Әммә уны алыр өсөн аҙна һайын барып теркәлергә тейешһең. Ысынлап та эш эҙләгәнһеңме, тапмағанһыңмы — шуларҙы раҫлаусы ҡағыҙҙарҙы илтеп күрһәтергә бурыслыһың. Һәр хәлдә эшһеҙлек пособиеһы эш хаҡы менән бер тигеҙ күләмдә түгел, әммә ашарға, йәшәргә етә.
— Ғаиләләрҙә нигеҙҙә нисә бала тәрбиәләйҙәр?
— Ғәҙәттә, 2–3 бала. Әммә иптәшемдең ауылындағы бер таныштарының – 10, икенселәренең 14 балаһы бар. Тик бындай ғаиләләр бик һирәк.
— Ә яңы тыуған балаларға пособие биреләме, йәки күп балалыларға, аҙ тәьмин ителгәндәргә ниндәйҙер льготалар ҡаралғанмы?
— Балалар пособиеһы беҙҙә юҡ. Күп балалы ғаиләгә лә льгота ҡаралмаған, ә аҙ тәьмин ителеүселәргә ярҙам күрһәтелә. Күп балалылар һалымдарҙы әҙерәк түләй — шуныһы бар.
— Ә пенсиялар күләме нисек? Нисә йәштән хаҡлы ялға сығалар?
— Ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа теләһәләр 60 йәштән ялға китә. Эшләй алғандарҙы бер кемдең дә ебәрергә хаҡы юҡ, көсләп ялға оҙатмайҙар. Мәҫәлән, минең бер олатайым менән өләсәйемдең шәхси күсемһеҙ милек агентлығы булды. Шунда өләсәйем 80 йәштә лә эшләп йөрөнө, ә 70-те үткәндә “Канзас штатында иң яҡшы агент” тигән исемгә лайыҡ булды. Пенсияның күләме эш хаҡына һәм стажына бәйле.
— Тыуған яҡтар, атай-әсәй, туғандарығыҙҙы һағынған саҡта нимә эшләйһегеҙ?
— Айына ике-өс тапҡыр скайп аша һөйләшәбеҙ. Ныҡ һағынғанда телефон аша бәйләнешкә инәбеҙ. Яңғыҙ саҡта ҡыйыныраҡ ине. Хәҙер, икәү булғас, күңеллерәк, эш тә күп, ваҡыт етмәй ҙә ҡала. Быйыл йәйгә, Алла бирһә, ике айға ҡайтып килергә уйлайбыҙ. Күрешмәгәнгә ике йыл булып китте.
— Әсәйегеҙ бешергән ризыҡтар ҙа юҡһындыралыр инде?
— Ҡоймаҡтарын бик һағынам. Уларҙы ҡалыныраҡ итеп бешерә лә, саған сиробы һылай. Сиропты һутты ҡайнатып яһайҙар. Әйткәндәй, һеҙҙә лә ҡайын һуты эсәләр, уны беҙ ҙә тәмләп ҡараныҡ. Ошо һуттан сағандыҡы кеүек сироп эшләп булмаймы икән тип уйлайбыҙ, һәм эшләп ҡарағыбыҙ килә.
— Өфө эргәһендә йәшәүсе бер уҡытыусы йыл да беҙҙе ҡайын һуты менән һыйлай, быйыл да килтерһә, мотлаҡ һеҙгә бирербеҙ. Рецебын атай-әсәйегеҙҙән һорап эшләп ҡарарһығыҙ.
— Рәхмәт.
— Ә һеҙ беҙҙең ҡымыҙҙы эсеп ҡарағанығыҙ бармы?
— Ике тапҡыр эстек. Икеһендә лә тәмдәре төрлөсә булды. Береһендә оҡшаманы, икенсеһендә тәмле ине.
— Башҡорт ризыҡтарынан нимәләр күңелегеҙгә яҡын?
— Бишбармаҡ, тауыҡ һурпаһы, ваҡ-бәлеш, сәк-сәк, бал... уны айырыуса атайым ярата. Ҡайтҡан һайын алам күстәнәскә. Иремә талҡан бик оҡшай. Иртән шуны ашап китәбеҙ, туҡлыҡлы һәм файҙалы. Крейг айырыуса итле аҙыҡ менән картуф ярата. Мин билмәнде оҡшатам. Һеҙҙең табындарҙа шул тиклем һый мул була, ҡайһыһын ҡабып ҡарарға ла белмәйһең.
— Һеҙ Баймаҡта ла булғанһығыҙ икән...
— Эйе, Билал ауылына ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ул саҡта башҡортса йүнләп белмәй ҙә инек. Башҡорт халҡының ихласлығына, ҡунаҡсыллығына хайран ҡалып ҡайттыҡ.
Һеҙҙә тағы шуныһы оҡшай: табын артында ашап-эсеп кенә ултырмайҙар, оҙаҡ ҡына һөйләшәләр, хәл-әхүәл белешәләр, йырлайҙар. Беҙҙә улай түгел — күберәк ашығалар, йүгерәләр. Беҙ һеҙҙән ҡунаҡсыллыҡҡа, йомартлыҡҡа өйрәнәбеҙ. Бындағы күп нәмәләрҙе үҙләштереп барабыҙ инде. Мәҫәлән, беҙҙә бер кем дә Яңы йылда урамға сығып байрам итеп йөрөмәй. Раштыуала ла улай түгел хатта. Ә быйыл Яңы йылда Крейг менән беҙ ҙә урамға сыҡтыҡ.
— Америкала байрамдарҙа ғаилә табындарына алкоголле эсемлектәр ҡуйыламы?
— Беҙҙең ғаиләлә балалар алдында күрһәтеп эскән кеше булманы. Ундайҙы иҫләмәйем. Ғөмүмән, ғаиләбеҙҙә байрамдар ҡаты эсемлекһеҙ генә үтте. Әле лә шулай.
Эскелек Америкала бөтөнләй юҡ, тип әйтә алмайым, әммә һеҙҙәгенән әҙерәк. “Һин мине ихтирам итәһеңме? Итһәң, эс!” — тип көсләүсе бөтөнләй юҡ. Магазинда ла аҙ һатыла. Ә өҫтәлдә — һәр кемдең ихтыярында. Теләһә — йота, теләмәһә — юҡ. Йәл, эскеселәр үҙҙәренең былай ҙа ҡыҫҡа ғүмерен әрәмгә үткәрә. Шуны аңламайҙар.
— Башҡортостанда тағы ла ҡайҙарҙа булдығыҙ?
— Йәйгеһен Инйәргә походҡа барҙыҡ. Атыш шарлауығын күрҙек. Палаткаларҙа йоҡланыҡ. Унда тәбиғәт бик матур. Рәхәтләнеп ял иттек. Ҡышҡыһын Яҡтыкүлгә юлландыҡ. Иптәшем менән тау саңғыһында шыуҙыҡ. Нуриман районындағы Павловка һыу һаҡлағысына ла барҙыҡ. Иҫ киткес гүзәл урындар!
— Башҡортса һөйләшеүҙән тыш, тағы нимәгә өйрәнергә теләйһегеҙ?
— Һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡ тойолормо икән, әммә теләгемде әйтмәй булдыра алмайым. Минең башҡортса бейергә өйрәнгем килә. Һеҙҙәге тыпырҙатып баҫыу бигерәк тә оҡшай. Бала саҡта өс йәштән 14 йәшкә тиклем балет мәктәбенә йөрөнөм. Ләкин ғүмеремде балетҡа арнарға әҙер түгел инем, гел генә бейеп йөрөүҙе күҙ алдыма килтерә алманым. Шуға уҡытыусы һөнәрен һайланым. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына йыш йөрөйөм. “Дон Кихот”, “Шелкунчик”, “Аҡҡош күле” балеттарын ҡараным. Ә милли бейеүҙәр һоҡландыра. Бейеүселәр ҡулдары, бармаҡтары менән балеттағынан да матурыраҡ итеп хәрәкәттәр яһай. Бейеүҙең үҙен башҡарғанда төрлө ритмға күсеп китәләр: йә дәртле итеп аяҡтары менән тыпырҙаталар, йә ҡанатланып осалар...
Ғөмүмән, һеҙҙә театрҙарҙың күп булыуы — гүзәл күренеш. Милли йәштәр театрында “Ҡыҙ урлау” спектаклен рәхәтләнеп, көлә-көлә ҡараныҡ. Һеҙҙә һәр халыҡтың мәҙәниәте һаҡлана, үҫтерелә. Төрлө милләт кешеләре бер-береһенә ихтирам менән ҡарай, татыу йәшәй. Ә беҙҙә үҙебеҙҙең фильмдарҙы ғына күрһәтәләр.
Мәскәүҙә лә йәшәгәс, сағыштырып әйтергә мөмкинлегебеҙ бар. Башҡортостандағы мәҙәниәт тә, сәнғәт тә беҙгә ныҡ оҡшай. Шуға оҙағыраҡҡа ҡалырға ла иҫәбебеҙ бар.
— Рәхмәт һеҙгә, Линдси. Беҙ бөгөн үҙебеҙ белмәгән Американы бер ни тиклем дәрәжәлә астыҡ, буғай. Юғиһә һеҙҙең илде күберәк боевиктар, Терминатор, атыш, үлтереш фильмдары һәм рәсми мәғлүмәттәр аша ғына күҙ алдына килтерәбеҙ...
— Беҙ ҙә ирем менән шуға аптырайбыҙ һәм оялабыҙ: ниңә бында алама фильмдарҙы ғына күрһәтәләр икән, тип. Беҙҙә уларҙы бөтөнләй ҡарамайҙар. Сит илдәрҙә Американы шундай сифатһыҙ кинолар аша белеүҙәре йәл, әлбиттә...
— Шуның өсөн дә һеҙҙең менән күп нәмәләр тураһында һөйләшергә тырыштыҡ. Ихлас яуаптарығыҙ өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт. Тиҙҙән һеҙгә 35 йәш тула икән. Тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.
P.S. Һүҙемде йомғаҡлап, шуны ғына әйтәм: беҙҙең бөтә был һөйләшеү башҡорт телендә барҙы.
(Аҙағы. Башы 79-сы һанда).Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.