Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Сыуаҡ әбейҙәр” түгел, “Сыуаҡ ҡыҙҙар”!
“Сыуаҡ әбейҙәр” түгел, “Сыуаҡ ҡыҙҙар”!Халҡыбыҙҙа “Хәрәкәттә — бәрәкәт” тигән бик фәһемле әйтем бар. Хәрәкәт – ул тормош. Тән өсөн физик әүҙем­лек­тең бөтә төрө лә файҙалы, ябайлаштырып әйткәндә, һөйәктәрҙе һәр саҡ яҙып торорға кәрәк. Әйләнә-тирәгеҙгә күҙ һалығыҙ әле: бәғзе бер оло йәштәгеләр өйөндә ултырып, һәр төрлө сир-сырхауҙан башҡаны белмәй, ә икенселәре дәртле, шат-көләс. Йәй һыу инәләр, ҡыш ҡойоналар, саңғыла йөрөйҙәр, йүгерәләр, туризм менән шөғөлләнәләр.
Һуңғы йылдарҙа скандинавса йөрөү алымы менән мауыҡҡан кешеләр күбәйҙе.


Тәүҙәрәк ҡулдарына таяҡ ҡына тотоп, саңғыһыҙ йәйәү йөрөгәндәрҙе осратыуы ирмәк күренә ине, хәҙер был спорт төрө популярға әйләнде: ауыл-ҡалаларҙа, биге­рәк тә олораҡ быуын кешеләре скандинавса йөрөш менән ныҡлап шөғөлләнә башланы.
Скандинавса атлау алымы борондан килә, ул ҡулдарына таяҡ тотоп йөрөгән көтөүсе һәм йәйәүле сәйәхәтселәргә бәйле тип иҫәпләнә. Айырыуса тауҙарҙа, соҡор-саҡыр ерҙә хәрәкәт иткәндә уңай­лы. Бер түгел, ике таяҡ тотоп атлауҙың сәләмәтлек өсөн ныҡ файҙалы икәнлеге асыҡланғас, уҙған быуат аҙағынан бар донъяла киң тарала башлай. Уны “төньяҡ йөрөшө”, “норд йөрөшө”, “фин йөрөшө” тип тә атайҙар.
Һуңғыһы юҡҡа түгел, биш миллион ярым халҡы булған Финляндияла бер миллионға яҡын кеше был шөғөлгә мөкиббән. Халыҡ-ара скандинавса йөрөш ассоциацияһының штаб-фатиры ла ошо илдең Вантаа ҡалаһында урынлашҡан. Әйткәндәй, иң беренсе скандинавса атлау физик әүҙемлектең бер төрө булараҡ ҡына иҫәпләнә, ә 90-сы йылдарҙа Марк Кантан йәйәү йөрөүҙең был алымы буйынса пособие сығарғас, ул спорт төрө булараҡ таныла һәм киң тарала.
Был спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн бер генә ҡорамал кәрәк – таяҡтар. Улар саңғыныҡынан ҡыҫҡараҡ һәм һығыл­малыраҡ була. Икенсе айырмаһы – махсус формалағы темляк (бармаҡһыҙ бирсәткәне хәтерләтә) ҡуйыла, йәғни һапҡа тағылған элмәк, һәр саҡ ус менән ҡыҫып тотмаҫҡа ирек бирә. Башҡортса әйткәндә – бөлдөргө.
Таяҡ телескопик (шыуҙырмалы тор­ба­ларҙан) булһа, оҙонлоғон һәр кем үҙе­нә ярағанса көйләй. Бер бөтөн итеп яһал­ған икән, һатып алғанда йә ҡулдан яһатҡанда уҡ ентекләп ҡарау һәм һайлау мотлаҡ. Бының өсөн кешенең буйын 0,66-0,7 коэффициентына ҡабатларға кәрәк. Мәҫә­лән, буйығыҙ 165 сантиметр икән, 0,66-ға ҡабатлайбыҙ ҙа, 109-115 сантиметр килеп сыға. Таяҡ буйға тура килмәй икән, тубыҡ, арҡа һәм шайтана­шыҡҡа көсөргәнеш­лекте арттыра. Оҙоно­раҡ булған һайын көсөргәнеш тә арта бара икән.
Скандинавса йәйәү йөрөү алымының бәләкәй генә үҙенсәлеге лә бар: һул аяҡтың үксәһе ергә баҫҡанда, уң ҡулдағы таяҡ уның менән бер һыҙаттараҡ булырға тейеш. Ергә үксә менән баҫырға кәрәк, шунан ғына ауырлыҡ аяҡ осона күсерелә.
Скандинавса йөрөш өс төргә бүленә:
Сәләмәтлекте нығытыу өсөн. Исе­ме­нән үк күренеүенсә, көсөргәнеш бик аҙ булырға тейеш. Яңы шөғөлләнә башла­ған оло кешеләр өсөн аҙнаһына ике тап­ҡыр, 15-30 минуттан да арттырмай йөрөү­ҙән башларға кәңәш ителә. Төп шарт – тән яҙып рәхәтлек килтергән шөғөл хәл­һеҙ­ләндергән күнекмәгә әйләнмәҫкә тейеш.
Уртаса көсөргәнеш. Быныһын инде сәләмәтлектәре менән проблемаһы булмаған кешеләр кәүҙә матурлығын камиллаштырыу, ябығыу йәки мускулатураны нығытыу өсөн ҡуллана.
Ҙур көсөргәнеш. Саңғысылар ҡар булмаған осорҙа күнекмәләрҙе ошо рәүештә үткәрә йә башҡа атлеттар сыҙамлылығын арттыра.
Скандинавса йөрөштөң һаулыҡҡа файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Ул айырыуса остеохондроз, сколиоз, үпкә сирҙәре, арҡа, иңбаш, муйындың хроник һыҙлауы, дистония, Паркинсон сире, невроз һәм депрессия, йоҡоһоҙлоҡ, артыҡ ауырлыҡ­тан яфаланыусыларға кәңәш ителә. Остеопороз, атеросклероз, гипертония кеүек ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн дә киң ҡулланыла. Бындай алым менән йәйәү йөрөгәндә 90 процент мускулдар тонуста тотола, кәүҙәнең өҫкө һәм аҫҡы өлөштәре берсә күнекмә ала, ябай атлау менән сағыштырғанда 46 процентҡа күберәк калориялар яна, хәрәкәт иткәндә тубыҡ һәм умыртҡа һөйәгенә һис тә кәрәкмәгән көсөргәнеш кәмей, йөрәк һәм үпкә эшмә­кәр­леге, координация яҡшыра. Бынан тыш, скандинавия йөрөшө һынды дөрөҫ тоторға ғәҙәтләнеү өсөн иң ҡулай күнек­мә. Ике таяҡҡа таянғас, спортсылар ҙа, терәк-хәрәкәт ағзалары сирҙәренән яфа­ланғандар ҙа берҙәй шөғөлләнә ала. Өҫ­тә­үенә саф һауала йөрөү үҙе ниндәй сихәт!
Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылында ла скандинавса йөрөш менән мауыҡҡан кешеләр һуңғы арала күбәйгән. Бигерәк тә хаҡлы ялдағылар уны үҙ иткән. Ауылдың Дуҫлыҡ һәм Тыныслыҡ урамдарында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бына инде өс ай дауамында көн һайын саф һауала һаулығын нығыта.
– Һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаһа ла, әүҙем тормош алып барған, оҙаҡ йылдар физика һәм химиянан балаларға белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан Раҡия Ҡәҙер­ғолова менән ауылыбыҙҙың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, шулай уҡ ғүмере буйы мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән Сәриә Иҙрисова беҙҙе был шөғөлгә дәрт­ләндерҙе. Тәүҙә ике-өс кенә кеше инек, хәҙер ике урамдан унлап ҡатын йыйыла­быҙ, — тип ҡыуанысын йәшермәй Гөлдәр Мәҡсүтова.
Әйткәндәй, Гөлдәр Айҙар ҡыҙы үҙе лә һөнәре буйынса уҡытыусы, мәғариф алдынғыһы, ҡырҡ йыл балаларға химия һәм биология фәндәренән белем биреп хаҡлы ялға сыҡҡан.
– Таяҡтарҙы тормош иптәштәребеҙ хәс­тәр­ләп бирҙе, кемдер саңғыныҡын шар­тына килтереп, үҙ буйҙарына яраҡлаштыртып алды, кемдәрҙер ағастан эшләнгәнде үҙ итте. Көн һайын өсәр километр тирәһе юл үтәбеҙ, туҡтап ял итеп алған саҡтарҙа төрлө күнекмәләр яһай­быҙ. Ныҡлап скандинавса йөрөш менән мауығыуыбыҙға өс айҙан ашыу ваҡыт үтте, ошо арала үҙебеҙҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр һиҙәбеҙ: һөйәктәр яҙылып китте, ҡан баҫымы нормаға килде, күңел күтәренкелеге, еңеллек тоябыҙ. Бер әхирәтебеҙ табиптар кәңәше буйынса тубығына операция эшләтергә йыйына ине, ул да һуңғы ваҡытта сәләмәтлегенә зарланмай. Шәхсән үҙем быйыл грипп менән дә ауырыманым, — тип шатлығы менән уртаҡлашты әңгәмәсем.
Еҙем-Ҡаран ауылының спорт һөйгән ҡатындары тормошта ла дуҫ, берҙәм булып йәшәй, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Барыһы ла ағинәйҙәр ҡороноң әүҙем ағзалары. Күптән түгел Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сарала “Сыуаҡ әбейҙәр” тип аталған команда төҙөп, башҡа урамдыҡылар менән алышта беренсе урынды яуланылар.
Афарин, Тыныслыҡ һәм Дуҫлыҡ урамдарында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар! Артабан да бөгөнгө кеүек күңел күгегеҙ тыныс, бер-берегеҙ менән дуҫ булып, спорт һөйөп йәшәгеҙ. Әйткәндәй, һеҙгә “Сыуаҡ әбейҙәр” түгел, ә “Сыуаҡ ҡыҙҙар” исеме нығыраҡ килешер ине.


Автор: Римма СОЛТАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 0

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 0

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 0

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 0

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 0

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә