Халҡыбыҙҙа “Хәрәкәттә — бәрәкәт” тигән бик фәһемле әйтем бар. Хәрәкәт – ул тормош. Тән өсөн физик әүҙемлектең бөтә төрө лә файҙалы, ябайлаштырып әйткәндә, һөйәктәрҙе һәр саҡ яҙып торорға кәрәк. Әйләнә-тирәгеҙгә күҙ һалығыҙ әле: бәғзе бер оло йәштәгеләр өйөндә ултырып, һәр төрлө сир-сырхауҙан башҡаны белмәй, ә икенселәре дәртле, шат-көләс. Йәй һыу инәләр, ҡыш ҡойоналар, саңғыла йөрөйҙәр, йүгерәләр, туризм менән шөғөлләнәләр.
Һуңғы йылдарҙа скандинавса йөрөү алымы менән мауыҡҡан кешеләр күбәйҙе.Тәүҙәрәк ҡулдарына таяҡ ҡына тотоп, саңғыһыҙ йәйәү йөрөгәндәрҙе осратыуы ирмәк күренә ине, хәҙер был спорт төрө популярға әйләнде: ауыл-ҡалаларҙа, бигерәк тә олораҡ быуын кешеләре скандинавса йөрөш менән ныҡлап шөғөлләнә башланы.
Скандинавса атлау алымы борондан килә, ул ҡулдарына таяҡ тотоп йөрөгән көтөүсе һәм йәйәүле сәйәхәтселәргә бәйле тип иҫәпләнә. Айырыуса тауҙарҙа, соҡор-саҡыр ерҙә хәрәкәт иткәндә уңайлы. Бер түгел, ике таяҡ тотоп атлауҙың сәләмәтлек өсөн ныҡ файҙалы икәнлеге асыҡланғас, уҙған быуат аҙағынан бар донъяла киң тарала башлай. Уны “төньяҡ йөрөшө”, “норд йөрөшө”, “фин йөрөшө” тип тә атайҙар.
Һуңғыһы юҡҡа түгел, биш миллион ярым халҡы булған Финляндияла бер миллионға яҡын кеше был шөғөлгә мөкиббән. Халыҡ-ара скандинавса йөрөш ассоциацияһының штаб-фатиры ла ошо илдең Вантаа ҡалаһында урынлашҡан. Әйткәндәй, иң беренсе скандинавса атлау физик әүҙемлектең бер төрө булараҡ ҡына иҫәпләнә, ә 90-сы йылдарҙа Марк Кантан йәйәү йөрөүҙең был алымы буйынса пособие сығарғас, ул спорт төрө булараҡ таныла һәм киң тарала.
Был спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн бер генә ҡорамал кәрәк – таяҡтар. Улар саңғыныҡынан ҡыҫҡараҡ һәм һығылмалыраҡ була. Икенсе айырмаһы – махсус формалағы темляк (бармаҡһыҙ бирсәткәне хәтерләтә) ҡуйыла, йәғни һапҡа тағылған элмәк, һәр саҡ ус менән ҡыҫып тотмаҫҡа ирек бирә. Башҡортса әйткәндә – бөлдөргө.
Таяҡ телескопик (шыуҙырмалы торбаларҙан) булһа, оҙонлоғон һәр кем үҙенә ярағанса көйләй. Бер бөтөн итеп яһалған икән, һатып алғанда йә ҡулдан яһатҡанда уҡ ентекләп ҡарау һәм һайлау мотлаҡ. Бының өсөн кешенең буйын 0,66-0,7 коэффициентына ҡабатларға кәрәк. Мәҫәлән, буйығыҙ 165 сантиметр икән, 0,66-ға ҡабатлайбыҙ ҙа, 109-115 сантиметр килеп сыға. Таяҡ буйға тура килмәй икән, тубыҡ, арҡа һәм шайтанашыҡҡа көсөргәнешлекте арттыра. Оҙонораҡ булған һайын көсөргәнеш тә арта бара икән.
Скандинавса йәйәү йөрөү алымының бәләкәй генә үҙенсәлеге лә бар: һул аяҡтың үксәһе ергә баҫҡанда, уң ҡулдағы таяҡ уның менән бер һыҙаттараҡ булырға тейеш. Ергә үксә менән баҫырға кәрәк, шунан ғына ауырлыҡ аяҡ осона күсерелә.
Скандинавса йөрөш өс төргә бүленә:
Сәләмәтлекте нығытыу өсөн. Исеменән үк күренеүенсә, көсөргәнеш бик аҙ булырға тейеш. Яңы шөғөлләнә башлаған оло кешеләр өсөн аҙнаһына ике тапҡыр, 15-30 минуттан да арттырмай йөрөүҙән башларға кәңәш ителә. Төп шарт – тән яҙып рәхәтлек килтергән шөғөл хәлһеҙләндергән күнекмәгә әйләнмәҫкә тейеш.
Уртаса көсөргәнеш. Быныһын инде сәләмәтлектәре менән проблемаһы булмаған кешеләр кәүҙә матурлығын камиллаштырыу, ябығыу йәки мускулатураны нығытыу өсөн ҡуллана.
Ҙур көсөргәнеш. Саңғысылар ҡар булмаған осорҙа күнекмәләрҙе ошо рәүештә үткәрә йә башҡа атлеттар сыҙамлылығын арттыра.
Скандинавса йөрөштөң һаулыҡҡа файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Ул айырыуса остеохондроз, сколиоз, үпкә сирҙәре, арҡа, иңбаш, муйындың хроник һыҙлауы, дистония, Паркинсон сире, невроз һәм депрессия, йоҡоһоҙлоҡ, артыҡ ауырлыҡтан яфаланыусыларға кәңәш ителә. Остеопороз, атеросклероз, гипертония кеүек ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн дә киң ҡулланыла. Бындай алым менән йәйәү йөрөгәндә 90 процент мускулдар тонуста тотола, кәүҙәнең өҫкө һәм аҫҡы өлөштәре берсә күнекмә ала, ябай атлау менән сағыштырғанда 46 процентҡа күберәк калориялар яна, хәрәкәт иткәндә тубыҡ һәм умыртҡа һөйәгенә һис тә кәрәкмәгән көсөргәнеш кәмей, йөрәк һәм үпкә эшмәкәрлеге, координация яҡшыра. Бынан тыш, скандинавия йөрөшө һынды дөрөҫ тоторға ғәҙәтләнеү өсөн иң ҡулай күнекмә. Ике таяҡҡа таянғас, спортсылар ҙа, терәк-хәрәкәт ағзалары сирҙәренән яфаланғандар ҙа берҙәй шөғөлләнә ала. Өҫтәүенә саф һауала йөрөү үҙе ниндәй сихәт!
Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылында ла скандинавса йөрөш менән мауыҡҡан кешеләр һуңғы арала күбәйгән. Бигерәк тә хаҡлы ялдағылар уны үҙ иткән. Ауылдың Дуҫлыҡ һәм Тыныслыҡ урамдарында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бына инде өс ай дауамында көн һайын саф һауала һаулығын нығыта.
– Һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаһа ла, әүҙем тормош алып барған, оҙаҡ йылдар физика һәм химиянан балаларға белем биреп, хаҡлы ялға сыҡҡан Раҡия Ҡәҙерғолова менән ауылыбыҙҙың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, шулай уҡ ғүмере буйы мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән Сәриә Иҙрисова беҙҙе был шөғөлгә дәртләндерҙе. Тәүҙә ике-өс кенә кеше инек, хәҙер ике урамдан унлап ҡатын йыйылабыҙ, — тип ҡыуанысын йәшермәй Гөлдәр Мәҡсүтова.
Әйткәндәй, Гөлдәр Айҙар ҡыҙы үҙе лә һөнәре буйынса уҡытыусы, мәғариф алдынғыһы, ҡырҡ йыл балаларға химия һәм биология фәндәренән белем биреп хаҡлы ялға сыҡҡан.
– Таяҡтарҙы тормош иптәштәребеҙ хәстәрләп бирҙе, кемдер саңғыныҡын шартына килтереп, үҙ буйҙарына яраҡлаштыртып алды, кемдәрҙер ағастан эшләнгәнде үҙ итте. Көн һайын өсәр километр тирәһе юл үтәбеҙ, туҡтап ял итеп алған саҡтарҙа төрлө күнекмәләр яһайбыҙ. Ныҡлап скандинавса йөрөш менән мауығыуыбыҙға өс айҙан ашыу ваҡыт үтте, ошо арала үҙебеҙҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр һиҙәбеҙ: һөйәктәр яҙылып китте, ҡан баҫымы нормаға килде, күңел күтәренкелеге, еңеллек тоябыҙ. Бер әхирәтебеҙ табиптар кәңәше буйынса тубығына операция эшләтергә йыйына ине, ул да һуңғы ваҡытта сәләмәтлегенә зарланмай. Шәхсән үҙем быйыл грипп менән дә ауырыманым, — тип шатлығы менән уртаҡлашты әңгәмәсем.
Еҙем-Ҡаран ауылының спорт һөйгән ҡатындары тормошта ла дуҫ, берҙәм булып йәшәй, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Барыһы ла ағинәйҙәр ҡороноң әүҙем ағзалары. Күптән түгел Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған сарала “Сыуаҡ әбейҙәр” тип аталған команда төҙөп, башҡа урамдыҡылар менән алышта беренсе урынды яуланылар.
Афарин, Тыныслыҡ һәм Дуҫлыҡ урамдарында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар! Артабан да бөгөнгө кеүек күңел күгегеҙ тыныс, бер-берегеҙ менән дуҫ булып, спорт һөйөп йәшәгеҙ. Әйткәндәй, һеҙгә “Сыуаҡ әбейҙәр” түгел, ә “Сыуаҡ ҡыҙҙар” исеме нығыраҡ килешер ине.