Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр1961 йылда отпуск алдым, Абхазия Республикаһының Гагра ҡалаһында урынлашҡан шифаханаға юллама бирҙеләр. Һаулыҡты нығытыу, унда эшләгән табиптарҙың һәм бергә ял итеүселәрҙең уңай килеүе лә мөһим. Был йәһәттән уңдым. Араларында ҡаҙаҡ егеттәре лә күп. Уларҙың теле беҙҙекенә яҡын, милли ғөрөф-ғәҙәттәре лә оҡшаш. Палатала – йәштәш күңелсәк ҡаҙаҡ егете, шунда уҡ дуҫлаштыҡ, бер-беребеҙҙән ҡайҙан булыуыбыҙ, кем булып эшләүебеҙ хаҡында белештек.

Шулай итеп, күңелле тормош башланды. Күмәкләшеп диңгеҙ буйына ҡы­ҙы­нырға йөрөйбөҙ, тегеләр бер тирә­гә­рәк йыйыла. Улар бер-береһенә ал­саҡ, илгәҙәктәр, донъялағы ҡыҙыҡ хәл­дәрҙе, көләмәстәрҙе һөйләйҙәр. Тәүҙә­рәк телдәрен аңламаған һымағыраҡ тойолдо, һуңынан төшөнә башланым, хатта ҡушылып киттем. Улар туҡтауһыҙ ҡы­ҙыҡлы ваҡиғалар бәйән итә, бер ҡасан да көлөшөү, һаһылдашыу туҡ­тамай. Ғөмүмән, ял иткән ерҙә шаулашыу килешкән ҡылыҡ түгел дә инде, тын­лыҡ кәрәк, ләкин ҡағиҙәләрҙе боҙа­быҙ. Һуңынан иһә әҙәплерәк була баш­ланыҡ.
Палата буйынса күршем Аҫылбәк бер үҙемде яңғыҙ ҡалдырмай, беҙ һәр саҡ бергә, ул ҡайҙа йүгерһә, мин дә шунда. Бергә йөрөгәндә, бер ваҡиға ныҡ ғәжәпләндерҙе. Башҡаларҙан саҡ ҡына ҡалышып, диңгеҙ буйына китеп барабыҙ. Юлда гәзит-журнал торған бер киоскы бар, ниңәлер ул һәр саҡ ябыҡ. Күрәһең, һатыусы иртән үк килеп, гәзиттәрҙе һата ла башҡа йомошо менән китеп баралыр. Аҫылбәк үткән һайын ошо киоск янында туҡтай ҙа оҙаҡ ҡына шул яҡҡа ҡарап тора. Мин ғәжәпләнәм, “нимә ҡарай һуң ул?” тип аптырайым.
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылырБөгөн дә ошо ерҙә туҡтаны, һуңынан эргәмә килде.
– Буш киоскта нимә ҡыҙыҡһындыра һине? – тинем.
– Тәҙрә асылмаһын өсөн ҡыҫты­ры­лып ҡуйылған, шапылдап һелкенеп торған китапты күрмәнеңме ни?
– Юҡ, күрмәнем, – тим, уны аңлап еткермәйенсә.
– Белгең килһә, ул беҙҙең бер ша­ғирҙың ҡаҙаҡ телендә сыҡҡан китабы. Нисек был яҡтарға килеп юлыҡҡандыр?
– Һин дә шулай уҡ шиғырҙар яҙа­һыңмы ни?
– Юҡ, яҙмайым.
– Ул саҡта был китап ни өсөн ҡы­ҙыҡһындыра?
– Эш шунда: уны бер кем дә һатып алмаясаҡ, һатыусыға ла кәрәге юҡ, ә ҡаҙаҡ телендә яҙылған китап ҡояш ҡыҙ­ҙырған ерҙә ҡорғаҡһып тора. Уны һатып алыр инем һәм кибеп эшлектән сығыуынан ҡотҡарыр инем.
– Бына эш нимәлә икән, һинең өсөн ҡаҙаҡ телендә яҙылған бөтә нәмә ҡәҙерле икән. Уларҙы ҡотҡарыр өсөн намыҫлы эш башҡарырға йыйынаһың.
– Дөрөҫ аңланың мине. Иртәгә иртәрәк киләм дә һатып алам.
Бына бит ҡаҙаҡтар үҙҙәренең мәҙә­ниәтен, телен һаҡлау өсөн нисек тырыша, тип эстән генә уйлап ҡуйҙым.
Иртәгәһенә Аҫылбәк иртән үк йүге­реп сығып китте, үҙенең алдына ҡуйған планын үтәгән, әлеге китапты һатып алған.
Ул көндә төрлө дауаланыу эштәрен башҡарып, диңгеҙ янына һуңыраҡ кил­гәс, урындар алынып бөткәйне. Шулай ҙа әмәле табылды, әммә ҡаҙаҡтар төр­көмөнән ярайһы ғына алыҫта. Уларҙың көлөшкәне ишетелә. Ваҡыт тиҙ үтә, ҡа­пыл ниндәйҙер тауыш яңғыраны, аңғарып алдым, улар мине үҙҙәренең янына саҡыра, имеш. Саҡырған ергә барырға кәрәк.
Уларҙың иң олоһо миңә иғтибар менән ҡарап торҙо ла һүҙ башланы:
– Беҙгә бик ҡыуаныслы хәбәр килеп етте: Гагра ҡалаһындағы Яҙыусылар­ҙың ижад йортонда беҙҙең өсөн үтә лә ҡәҙерле, дөрөҫөрәге, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Бауыржан Момыш улы ял итә икән. Тағы шуныһын да хәбәр иттеләр: сама менән ике аҙнанан ул яҡташтарын үҙенә саҡырырға уйлай. Әгәр үҙебеҙ менән бергә һине лә алһаҡ, барыр инеңме?
Был тәҡдимгә аптырап ҡалдым һәм ҡапыл-ғара яуап бирә алманым. Бары­һы ла миңә төбәлгән...
Бер аҙ уйландым да шулай тинем:
– Ҡунаҡҡа барыу һәйбәт, әммә мине хужа түгел, һеҙ саҡыраһығыҙ ҙабаһа. Боронғо бер әйтем бар: саҡырылмаған ҡунаҡ кемдән яман? Хужа миңә ҡарап-ҡарап торор ҙа: “Бындай ямаҡты ҡайҙан таптығыҙ, ебәрегеҙ уны үҙенең юлынан, китә бирһен”, – тиер, һәм башымды түбән эйеп, шифахана яғына атларға мәжбүр булырмын.
Дуҫтарым ҡаушап ҡалды, өндәшмәй­ҙәр. Тик Ғәзиз генә үҙенең фекерен әйтмәксе булды.
– Юҡ, улай тимәй ул. Хәҙер икенсе замана бит. Уйла әле, һуңғараҡ беҙ һиңә тағы ла бер өндәшербеҙ, – тине.
Таралыштыҡ. Башҡаса был һөйлә­шеү хаҡында бер кем дә иҫенә төшөр­мәне. Ял көндәре аҙағына яҡынлаша. Элекке кеүек процедураларға йөрөйбөҙ һәм буш ваҡытта диңгеҙ буйына юлла­набыҙ. Ҡайһы берҙә диңгеҙ янында Бауыржанды иҫкә алып һөйлән­деләр. Ул 1910 йылдың 24 декабрендә Джамбул өлкәһенең Йыуалын районында тыуған. IX класты тамамлауға, армия сафына саҡырыла. 1933 йылда полк мәктәбен, артабан артиллерия учили­щеһын тамамлай, офицер званиеһы би­ре­лә. 1939 – 1940 йылдарҙа Хасан күле янындағы алышта Япония армия­һына ҡаршы һуғышта, Карпат походтарында, Бессарабияны ҡушыу мәсьә­ләһен хәл итеүҙә ҡатнаша. Һуңынан тыуған иленә ҡайта, Ҡаҙағстан хәрби комитетында инструктор булып эшләй.
1941 йылда тағы ла һуғыш тоҡана. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ул генерал-майор Панфилов ғәскәренә алына, йәйәүле дивизия составында тиңһеҙ алыштарҙа ҡатнаша. Мәскәү өлкәһе Дубровка янындағы һуғыштарҙа командир ҡаты яралана.
Ул Генераль штабтың хәрби акаде­мияһын тамамлай, 1945 – 1948 йылдар­ҙа Ворошилов исемендәге хәрби академияның тыңлаусыһы була. 1955 йылда запасҡа сыға.
Шифаханала ял итеү аҙағына яҡын­лаша. Диңгеҙ буйындағы осрашыуға ҡаҙаҡ дуҫтар тағы ла саҡырҙы.
– Йә, эштәр нисек? Беҙ саҡырған урынға барырға булдығыҙмы?
Оҙаҡ уйланып торманым. Ни булһа ла булыр, һеҙҙең менән барам, тинем.
– Бына, исмаһам, егет һүҙе!
– Был беҙҙеңсә!
– Иртәгә Момыш улы янына бара­быҙ.
Шәмбе көн етте. Төшкө аштан һуң бер өйөр булып Яҙыусыларҙың ижад йортона юлландыҡ.
Алдыбыҙҙа бер ҡатлы ағас йорттар. Ҡатыны Ғәйникамал менән Бауыржан Момыш улы ошо йорттарҙың бер пала­таһына урынлашҡан. Беҙҙе ихлас ҡар­шы алдылар, өйгә инергә саҡырҙылар. Башта хужаның законлы яҡташтары – Джамбул ҡаҙаҡтары инеп китте. Һәр ингән кешене геү килеп, ҡайҙан килгән­дәрен атап, ҡысҡырып ҡаршы алалар, бына алма-аталар йүнәлде, улар арты­нан аҡтүбәләр, ҡарағандалар, экибастуздар, петропавловкалар, чимкенттар… Һәр ҡунаҡ тотош өлкәне кәүҙә­лән­дерә. Иң һуңғыһы булып мин – баш­ҡорт индем. Ишек төбөндә торам, бер ниндәй ҙә оран ишетелмәй. Бауыржан тигәнебеҙ хәҙергә үҙенең яҡ­таштарынан – ҡаҙаҡтарҙан күҙен ала алмай.
Бына хужа ишек төбөндә етем бала кеүек баҫып торған миңә текәлде.
– Бынау торған буҙ бала кем һуң ул? – тип һораны. Барыһы ла һөрәнләй башланы:
– Ул башҡорт!
– Башҡорт, бына һиңә кәрәк булһа, минең өсөн оло табыш. Кил бында, баш­ҡорт, һинең урының минең янда, хужа янында!
Береһе лә өндәшмәй, бер кем бер һүҙ әйтмәй. Күрәһең, барыһы ла ни эш­ләп былай килеп сыҡты һуң, тип уйлайҙыр.
– Ултырышығыҙ, ҡунаҡтар, урынды үҙегеҙ самалағыҙ. Мин яңылышырмын кеүек. Ә һеҙ бер-берегеҙҙе таныйһығыҙ.
Ысынлап та, ҡунаҡтар тыныс ҡына ултырышты, һәр кем үҙенә тейеш бул­ған урынға батты. Хужа аяғүрә баҫты. Кейемдәрен һыйпаштырҙы, тырпая төш­кән сәстәрен рәтләне лә үҙенең яҡташтарына былай тип өндәште:
– Ҡәҙерлеләрем, беҙгә, дала балаларына, ошо ерҙә, Гагра ҡалаһында, осрашыу үтә лә һәйбәт, Ҡара диңгеҙ беҙ­ҙе туйғансы тоҙло һыуы менән ҡо­йондора. Хөрмәтле туғандар, бауыр­ҙаш­тар, әгәр ҙә беҙ үҙ тыуған илебеҙҙә йыйылһаҡ, табыныбыҙ ҙа, һыйҙарыбыҙ ҙа икенсерәк булыр ине. Мин ҡуй һуя алыр инем, итле ризыҡтар мул ҡуйы­лыр, ҡымыҙ өҙөлмәҫ ине. Бында, Кавказ тауҙары араһында, бөтөнләй икенсе шарттар, бүтән ғөрөф-ғәҙәттәр. Түрҙә – әрмән коньягы, әгәр ҙә кемдер ҡаты­раҡ эсемлек теләһә, өҫтәлдә урыҫ ара­ҡыһы, Абрау-Дюрсо шарабы, шампан ҡуйылған, рәхим итеп бокалдарығыҙҙы, рюмкаларығыҙҙы тултырығыҙ. Беҙ Ғәй­никамал менән бишбармаҡ әҙер­ләргә теләгәйнек, тик Гагра ҡалаһында күп нәмәне табып булмай. Әйтәйек, уны ашау өсөн ҡорот һалынған эҫе һурпа ла кәрәк. Ҡаҙағстанда ул ябай ғына аҙыҡ булһа, бында уның еҫе лә тойол­май. Йә, етешегеҙ өҫтәлдәге ризыҡ­тарға, ҡаҙаҡтар, булғаны менән байрам, ти бит.
Тәүге тосты халҡыбыҙҙың һаулығы­на, унан Ҡаҙағстандың яҡты киләсәгенә, уның менән бергә беҙҙең оло тыуған илебеҙҙең барлыҡ төрки телле халыҡ­тары исеменә күтәрергә тәҡдим итер инем.
Барыһы ла ҡулдарындағы тулы һа­уыттарын сәкәштерҙе лә, өҫтәлдәге һый-ниғмәтте ашарға тотондо.
– Хужа булараҡ, йыйылыштың тәрти­бен саҡ ҡына боҙҙом, ахыры, оҙағыраҡ һөйләнем, хәҙер һеҙ, ҡәҙерле бауыр­ҙаш­тар, әйтә башлағыҙ үҙегеҙҙең те­ләктәрегеҙҙе.
Тәүге булып арабыҙҙа иң оло ҡаҙаҡ Ғәзиз һүҙ алды, хужа Бауыржан Момыш улының һаулығына тост әйтте. Барыһы ла уны хупланы, ҡайһы берҙәре аяғөҫтө тороп эсемлектән ауыҙ итте.
Бер нисә теләктән һуң һүҙ һөйләргә теләгәндәр күбәйеп китте, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, тост әйтергә тотондолар. Бына Аҡтүбә өлкәһе вәкилдәре күтәрелде, сиҙәмселәр, хужаның яҡташ­тары джамбулдар һәм башҡалар… Туҡтатыу мөмкин түгел.
Бауыржан Момыш улы тағы һүҙ әй­тергә булды.
– Һеҙҙең алда ғәфү үтенәм, ҡайһы бер нәмәләр тураһында бер нисә кә­ли­мә һүҙ. Осрашыу башында, үҙем яны­нан башҡорт егетенә урын тәҡдим иткәс, күптәр ғәжәпләнде, хужа ғөрөф-ғәҙәтте онотоп, нимә эшләй, йәнәһе. Эш шунда: миңә баҫҡынсыларға ҡаршы бик күп алыштарҙа булырға тура килде. Уларҙа беҙҙең оло тыуған илебеҙҙең бөтә милләттәре ҡатнашты. Ниндәй генә оло бәрелеш хаҡында һөйләмә, минең менән йәнәшә һәр саҡ башҡорт­тар булды. Бына Мәскәүҙе һаҡлау өсөн барған һуғыштарҙа эргәмдә комиссар Тимерйән Күләмбәтов йөрөнө. Улай ғына түгел, башҡорт һалдаттары ла күп ине. Улар яныңда саҡта бер нимәгә ҡарамай үлемгә ҡаршы атлайһың, теләһә ниндәй дошманға ташланырға мөмкин. Комиссар Күләмбәтов фашис­тың пуляларынан үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплап, мине, ауыр яраланған коман­дирҙы, һуғыш яланынан алып сыҡты. Үкенескә ҡаршы, үҙе ауыр хәлдә тороп ҡалған бер мәлдә уның янында була алманым. Комиссар тештәренә тиклем ныҡ ҡоралланған СС-тың “Үле баш”тар дивизияһына ҡаршы алышта һәләк булды. Барлыҡ башҡорт һалдаттары ла ҡаһарманлыҡ күрһәтте, улар менән теләһә ниндәй эшкә тотонорға мөмкин. Бына ни өсөн ике уйламай ошо баш­ҡортто үҙемдең яныма ултырттым.
Ошондай маҡтауҙарҙан һуң урынымдан торҙом да тирә-йүнгә күҙ йүгерттем. Барыһы ла миңә төбәлгән, әйтерһең дә, тәүге тапҡыр күрәләр. Шун­да уҡ хужаның һаулығы өсөн тост һөйләргә уҡталдым, әммә бер нәмә лә әйтә алмай ҡатып ҡалдым. Хужа яғына боролоп, “рәхмәт” тип кенә өндәштем.
Ул тирә-йүнгә күҙ һалды, ҡунаҡтарға ҡараны, күрәһең, ял итергә, таҙа һауа һуларға ваҡыт етте тигән һығымтаға килгәндер.
– Бәлки, тәнәфес иғлан итергә кәрәктер?
– Кәрәк, кәрәк.
– Әйҙәгеҙ.
Барыһы ла урамға ташланды, бөтә­һе лә тип әйтерлек минең янға йыйылды.
– Бына нисек һәйбәт килеп сыҡты, ә һин килмәҫкә уйлағайның.
– Һин, күрәһең, уның менән электән үк таныш булғанһыңдыр.
– Беҙҙән генә йәшергәнһең.
Аҙаҡтан легендар яугир хаҡында мәғ­лүмәт табырға тырыштым, шифа­ха­наның китапханаһына мөрәжәғәт иттем. Үкенескә ҡаршы, бер ниндәй ҙә хә­бәр таба алманым. А. Бектың “Волоколам шоссеһы” тигән китабы ғына бар, унда Мәскәү янында барған көрәш яҡтыртыла, Момыш улы хаҡында ла бер аҙ яҙылған. Повесты ҡулға алып, бер аҙ ҡараштырғыланым, әммә ныҡ­лап уҡырға һәм уйланырға ваҡыт ҡалманы.
Аҫылбәк миңә Ҡаҙағстанда Бауыржан Момыш улы хаҡында мәғлүмәттең күп булыуы хаҡында һөйләне. Уның тураһында кинофильмдар бар, Ҡаҙаҡ­фильм сығарған “Ҡаҙаҡтың Бауыржаны”, “Волоколам шоссеһы”, “Беҙ­ҙең артта Мәскәү” тигән фильмдар, “Бауыржан Момыш улы” тигән сериал бар. Бәлки, беҙҙә, Башҡортостанда ла, улар күрһәтелгәндер.
Офицер илебеҙҙең ерҙәрен һаҡлап, әҙәм аҡылы ышана алмаҫлыҡ батыр­лыҡтар ҡылғанын ҡаһарман яугир генә түгел, ә һуғыштан һуң оҫта телле яҙыу­сы ла икән. Уның “Бер төндөң тарихы”, “Беҙҙең артта Мәскәү”, “Офицер яҙ­малары”, “Беҙҙең генерал”, “Панфилов хаҡында”, “Беҙҙең ғаилә”, “Кубалағы осрашыуҙар”, “Очерктар” тигән китаптары баҫылып сыҡҡан. Яҙыусының әҫәрҙәре буйынса “Һуғыш психоло­гия­һы” тигән кинофильм төшөрөлгән.
Бауыржан Момыш улы 1939 йылда беҙҙең армия менән япон самурайҙары араһында сыҡҡан низағта ҡатнаша, һу­ңынан Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу нөктәләрендә һуғыша, хатта юға­рыға уға Советтар Союзы Геройы исеме биреү хаҡында документтар ебәрелә, әммә үҙе иҫән саҡта ул Герой була алмай. Ҡаҙаҡ халҡы ошо мәсьә­лә­не күтәреп, уға Советтар Союзы Геройы исеме биреү өсөн көрәшә, әммә был мәсьәлә оҙаҡ ваҡыт хәл ителмәй. Тик үлгәндән һуң ғына хаҡлыҡ тантана итә.
Тәнәфестән һуң хужаның өйөнә тағы ла индек. Сығып һөйләүселәр тағы ла кү­бәйгән. Ҡаҙағстандың өлкәләре бай­таҡ, вәкилдәр шул тиклем күп килгән, нимә әйтәһең инде, һәр кемдең күренгеһе килә.
Тамада дилбегәне үҙ ҡулына алды һәм ҡунаҡтарға һүҙ әйтергә рөхсәт итә башланы. Һәр һөйләүсе – хужа, үҙенең милләте – ҡаҙаҡтар хаҡында күберәк әйтергә тырыша. Күп һөйләргә ирек бирелмәй, дилбегәне ҡаты тоталар. Мин дә бер-ике һүҙ әйтергә теләгәйнем, әммә бының өсөн ваҡыт етмәне.
Хужа күңелһеҙ ултырғанымды күрҙе лә, яныма килеп:
– Һин дә һүҙ әйтергә теләйһеңме әллә? – тине.
– Теләр инем дә, был ғауғала ваҡыт етерме?
– Һиңә лә һүҙ бирергә кәрәк, тип тамадаға өндәшермен.
Ә теге стартҡа баҫыусыларҙы туҡта­та алмай. Шулай ҙа мөмкинлек таптылар.
– Ҡәҙерле ырыуҙаштар! Һеҙҙе ошо ғәләмәт һәйбәт көн менән ҡотлайым, беҙ бында күңелле ултырҙыҡ, легендар яҡташығыҙ Момыш улының өйөндә һый­ландыҡ, уны әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштары менән тәбрикләнек. Уға үҙе менән бергә һуғышта ҡатнашҡан ата-бабаларым хаҡында шул тиклем юғары һүҙҙәр әйткәне өсөн оло рәхмәтемде белдергем килә.
Мин дә Бөйөк Ватан һуғышының утлы өйөрмәләрендә ҡайнаным. Фронт юлдарында яугирҙәр менән осраштым, дошманға ҡаршы ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр менән бергә яу саптыҡ. Шуны ла әйтергә тейешмендер, яҡташтары­ғыҙ башҡаларға ҡарағанда батырыраҡ күренде. Беҙҙең атайҙар һәм олатай­ҙар­ҙың 1919 йылда Ҡаҙаҡ-Башҡорт Рес­публикаһы төҙөп, бергә йәшәргә те­ләүҙәре хаҡында һөйләргә теләр инем, әммә был теләк ғәмәлгә ашмаған. Шулай ҙа беҙ һеҙҙең менән ут күршеләр булып ҡалабыҙ, бөтә яҡтан уңыштарға өлгәшергә ынтылабыҙ. Ҡаҙаҡтар менән башҡорттар араһында ныҡлы дуҫлыҡ өсөн тост әйтергә теләр инем. Ул һүн­мәһен, тағы ла нығыраҡ үҫһен!
– Афарин, башҡорт!
– Шәп әйттең, тосың да бына тигән!
Тағы ла Момыш улы һүҙ алды.
– Беҙ комиссар Күләмбәтов менән бер-беребеҙгә шундай нәҙер әйткәйнек, әгәр мин китеп барһам, ул ғаиләм ха­ҡын­да белешергә, әгәр ул китһә, мин ғаи­ләһен табып, уның хаҡында һөйләр­гә тейеш. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ошо нәҙерҙе үтәй алманым. Уның ха­ҡында барлыҡ мәғлүмәттәрҙе һеҙгә би­рәм, аҙаҡтан миңә хәбәр итерһегеҙ.
– Оло ҡәнәғәтлек менән һеҙҙең үтенесте үтәрмен.
– Алдан уҡ һеҙгә рәхмәт әйтәм.
Йыйын дауам итте. Беҙ бик һуң ғына таралыштыҡ, бер кемдең дә был ҡунаҡ һөйгән йортто ҡалдырып киткеһе кил­мәне. Һуңынан иҫтәлеккә фотоға төш­төк. Үкенескә ҡаршы, һүрәткә йыйында ҡатнашыусыларҙың бик аҙы ғына эләккән.

Рамаҙан ҠОТОШОВ,
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, подполковник.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874