1961 йылда отпуск алдым, Абхазия Республикаһының Гагра ҡалаһында урынлашҡан шифаханаға юллама бирҙеләр. Һаулыҡты нығытыу, унда эшләгән табиптарҙың һәм бергә ял итеүселәрҙең уңай килеүе лә мөһим. Был йәһәттән уңдым. Араларында ҡаҙаҡ егеттәре лә күп. Уларҙың теле беҙҙекенә яҡын, милли ғөрөф-ғәҙәттәре лә оҡшаш. Палатала – йәштәш күңелсәк ҡаҙаҡ егете, шунда уҡ дуҫлаштыҡ, бер-беребеҙҙән ҡайҙан булыуыбыҙ, кем булып эшләүебеҙ хаҡында белештек.Шулай итеп, күңелле тормош башланды. Күмәкләшеп диңгеҙ буйына ҡыҙынырға йөрөйбөҙ, тегеләр бер тирәгәрәк йыйыла. Улар бер-береһенә алсаҡ, илгәҙәктәр, донъялағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе, көләмәстәрҙе һөйләйҙәр. Тәүҙәрәк телдәрен аңламаған һымағыраҡ тойолдо, һуңынан төшөнә башланым, хатта ҡушылып киттем. Улар туҡтауһыҙ ҡыҙыҡлы ваҡиғалар бәйән итә, бер ҡасан да көлөшөү, һаһылдашыу туҡтамай. Ғөмүмән, ял иткән ерҙә шаулашыу килешкән ҡылыҡ түгел дә инде, тынлыҡ кәрәк, ләкин ҡағиҙәләрҙе боҙабыҙ. Һуңынан иһә әҙәплерәк була башланыҡ.
Палата буйынса күршем Аҫылбәк бер үҙемде яңғыҙ ҡалдырмай, беҙ һәр саҡ бергә, ул ҡайҙа йүгерһә, мин дә шунда. Бергә йөрөгәндә, бер ваҡиға ныҡ ғәжәпләндерҙе. Башҡаларҙан саҡ ҡына ҡалышып, диңгеҙ буйына китеп барабыҙ. Юлда гәзит-журнал торған бер киоскы бар, ниңәлер ул һәр саҡ ябыҡ. Күрәһең, һатыусы иртән үк килеп, гәзиттәрҙе һата ла башҡа йомошо менән китеп баралыр. Аҫылбәк үткән һайын ошо киоск янында туҡтай ҙа оҙаҡ ҡына шул яҡҡа ҡарап тора. Мин ғәжәпләнәм, “нимә ҡарай һуң ул?” тип аптырайым.
Бөгөн дә ошо ерҙә туҡтаны, һуңынан эргәмә килде.
– Буш киоскта нимә ҡыҙыҡһындыра һине? – тинем.
– Тәҙрә асылмаһын өсөн ҡыҫтырылып ҡуйылған, шапылдап һелкенеп торған китапты күрмәнеңме ни?
– Юҡ, күрмәнем, – тим, уны аңлап еткермәйенсә.
– Белгең килһә, ул беҙҙең бер шағирҙың ҡаҙаҡ телендә сыҡҡан китабы. Нисек был яҡтарға килеп юлыҡҡандыр?
– Һин дә шулай уҡ шиғырҙар яҙаһыңмы ни?
– Юҡ, яҙмайым.
– Ул саҡта был китап ни өсөн ҡыҙыҡһындыра?
– Эш шунда: уны бер кем дә һатып алмаясаҡ, һатыусыға ла кәрәге юҡ, ә ҡаҙаҡ телендә яҙылған китап ҡояш ҡыҙҙырған ерҙә ҡорғаҡһып тора. Уны һатып алыр инем һәм кибеп эшлектән сығыуынан ҡотҡарыр инем.
– Бына эш нимәлә икән, һинең өсөн ҡаҙаҡ телендә яҙылған бөтә нәмә ҡәҙерле икән. Уларҙы ҡотҡарыр өсөн намыҫлы эш башҡарырға йыйынаһың.
– Дөрөҫ аңланың мине. Иртәгә иртәрәк киләм дә һатып алам.
Бына бит ҡаҙаҡтар үҙҙәренең мәҙәниәтен, телен һаҡлау өсөн нисек тырыша, тип эстән генә уйлап ҡуйҙым.
Иртәгәһенә Аҫылбәк иртән үк йүгереп сығып китте, үҙенең алдына ҡуйған планын үтәгән, әлеге китапты һатып алған.
Ул көндә төрлө дауаланыу эштәрен башҡарып, диңгеҙ янына һуңыраҡ килгәс, урындар алынып бөткәйне. Шулай ҙа әмәле табылды, әммә ҡаҙаҡтар төркөмөнән ярайһы ғына алыҫта. Уларҙың көлөшкәне ишетелә. Ваҡыт тиҙ үтә, ҡапыл ниндәйҙер тауыш яңғыраны, аңғарып алдым, улар мине үҙҙәренең янына саҡыра, имеш. Саҡырған ергә барырға кәрәк.
Уларҙың иң олоһо миңә иғтибар менән ҡарап торҙо ла һүҙ башланы:
– Беҙгә бик ҡыуаныслы хәбәр килеп етте: Гагра ҡалаһындағы Яҙыусыларҙың ижад йортонда беҙҙең өсөн үтә лә ҡәҙерле, дөрөҫөрәге, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Бауыржан Момыш улы ял итә икән. Тағы шуныһын да хәбәр иттеләр: сама менән ике аҙнанан ул яҡташтарын үҙенә саҡырырға уйлай. Әгәр үҙебеҙ менән бергә һине лә алһаҡ, барыр инеңме?
Был тәҡдимгә аптырап ҡалдым һәм ҡапыл-ғара яуап бирә алманым. Барыһы ла миңә төбәлгән...
Бер аҙ уйландым да шулай тинем:
– Ҡунаҡҡа барыу һәйбәт, әммә мине хужа түгел, һеҙ саҡыраһығыҙ ҙабаһа. Боронғо бер әйтем бар: саҡырылмаған ҡунаҡ кемдән яман? Хужа миңә ҡарап-ҡарап торор ҙа: “Бындай ямаҡты ҡайҙан таптығыҙ, ебәрегеҙ уны үҙенең юлынан, китә бирһен”, – тиер, һәм башымды түбән эйеп, шифахана яғына атларға мәжбүр булырмын.
Дуҫтарым ҡаушап ҡалды, өндәшмәйҙәр. Тик Ғәзиз генә үҙенең фекерен әйтмәксе булды.
– Юҡ, улай тимәй ул. Хәҙер икенсе замана бит. Уйла әле, һуңғараҡ беҙ һиңә тағы ла бер өндәшербеҙ, – тине.
Таралыштыҡ. Башҡаса был һөйләшеү хаҡында бер кем дә иҫенә төшөрмәне. Ял көндәре аҙағына яҡынлаша. Элекке кеүек процедураларға йөрөйбөҙ һәм буш ваҡытта диңгеҙ буйына юлланабыҙ. Ҡайһы берҙә диңгеҙ янында Бауыржанды иҫкә алып һөйләнделәр. Ул 1910 йылдың 24 декабрендә Джамбул өлкәһенең Йыуалын районында тыуған. IX класты тамамлауға, армия сафына саҡырыла. 1933 йылда полк мәктәбен, артабан артиллерия училищеһын тамамлай, офицер званиеһы бирелә. 1939 – 1940 йылдарҙа Хасан күле янындағы алышта Япония армияһына ҡаршы һуғышта, Карпат походтарында, Бессарабияны ҡушыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ҡатнаша. Һуңынан тыуған иленә ҡайта, Ҡаҙағстан хәрби комитетында инструктор булып эшләй.
1941 йылда тағы ла һуғыш тоҡана. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ул генерал-майор Панфилов ғәскәренә алына, йәйәүле дивизия составында тиңһеҙ алыштарҙа ҡатнаша. Мәскәү өлкәһе Дубровка янындағы һуғыштарҙа командир ҡаты яралана.
Ул Генераль штабтың хәрби академияһын тамамлай, 1945 – 1948 йылдарҙа Ворошилов исемендәге хәрби академияның тыңлаусыһы була. 1955 йылда запасҡа сыға.
Шифаханала ял итеү аҙағына яҡынлаша. Диңгеҙ буйындағы осрашыуға ҡаҙаҡ дуҫтар тағы ла саҡырҙы.
– Йә, эштәр нисек? Беҙ саҡырған урынға барырға булдығыҙмы?
Оҙаҡ уйланып торманым. Ни булһа ла булыр, һеҙҙең менән барам, тинем.
– Бына, исмаһам, егет һүҙе!
– Был беҙҙеңсә!
– Иртәгә Момыш улы янына барабыҙ.
Шәмбе көн етте. Төшкө аштан һуң бер өйөр булып Яҙыусыларҙың ижад йортона юлландыҡ.
Алдыбыҙҙа бер ҡатлы ағас йорттар. Ҡатыны Ғәйникамал менән Бауыржан Момыш улы ошо йорттарҙың бер палатаһына урынлашҡан. Беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар, өйгә инергә саҡырҙылар. Башта хужаның законлы яҡташтары – Джамбул ҡаҙаҡтары инеп китте. Һәр ингән кешене геү килеп, ҡайҙан килгәндәрен атап, ҡысҡырып ҡаршы алалар, бына алма-аталар йүнәлде, улар артынан аҡтүбәләр, ҡарағандалар, экибастуздар, петропавловкалар, чимкенттар… Һәр ҡунаҡ тотош өлкәне кәүҙәләндерә. Иң һуңғыһы булып мин – башҡорт индем. Ишек төбөндә торам, бер ниндәй ҙә оран ишетелмәй. Бауыржан тигәнебеҙ хәҙергә үҙенең яҡташтарынан – ҡаҙаҡтарҙан күҙен ала алмай.
Бына хужа ишек төбөндә етем бала кеүек баҫып торған миңә текәлде.
– Бынау торған буҙ бала кем һуң ул? – тип һораны. Барыһы ла һөрәнләй башланы:
– Ул башҡорт!
– Башҡорт, бына һиңә кәрәк булһа, минең өсөн оло табыш. Кил бында, башҡорт, һинең урының минең янда, хужа янында!
Береһе лә өндәшмәй, бер кем бер һүҙ әйтмәй. Күрәһең, барыһы ла ни эшләп былай килеп сыҡты һуң, тип уйлайҙыр.
– Ултырышығыҙ, ҡунаҡтар, урынды үҙегеҙ самалағыҙ. Мин яңылышырмын кеүек. Ә һеҙ бер-берегеҙҙе таныйһығыҙ.
Ысынлап та, ҡунаҡтар тыныс ҡына ултырышты, һәр кем үҙенә тейеш булған урынға батты. Хужа аяғүрә баҫты. Кейемдәрен һыйпаштырҙы, тырпая төшкән сәстәрен рәтләне лә үҙенең яҡташтарына былай тип өндәште:
– Ҡәҙерлеләрем, беҙгә, дала балаларына, ошо ерҙә, Гагра ҡалаһында, осрашыу үтә лә һәйбәт, Ҡара диңгеҙ беҙҙе туйғансы тоҙло һыуы менән ҡойондора. Хөрмәтле туғандар, бауырҙаштар, әгәр ҙә беҙ үҙ тыуған илебеҙҙә йыйылһаҡ, табыныбыҙ ҙа, һыйҙарыбыҙ ҙа икенсерәк булыр ине. Мин ҡуй һуя алыр инем, итле ризыҡтар мул ҡуйылыр, ҡымыҙ өҙөлмәҫ ине. Бында, Кавказ тауҙары араһында, бөтөнләй икенсе шарттар, бүтән ғөрөф-ғәҙәттәр. Түрҙә – әрмән коньягы, әгәр ҙә кемдер ҡатыраҡ эсемлек теләһә, өҫтәлдә урыҫ араҡыһы, Абрау-Дюрсо шарабы, шампан ҡуйылған, рәхим итеп бокалдарығыҙҙы, рюмкаларығыҙҙы тултырығыҙ. Беҙ Ғәйникамал менән бишбармаҡ әҙерләргә теләгәйнек, тик Гагра ҡалаһында күп нәмәне табып булмай. Әйтәйек, уны ашау өсөн ҡорот һалынған эҫе һурпа ла кәрәк. Ҡаҙағстанда ул ябай ғына аҙыҡ булһа, бында уның еҫе лә тойолмай. Йә, етешегеҙ өҫтәлдәге ризыҡтарға, ҡаҙаҡтар, булғаны менән байрам, ти бит.
Тәүге тосты халҡыбыҙҙың һаулығына, унан Ҡаҙағстандың яҡты киләсәгенә, уның менән бергә беҙҙең оло тыуған илебеҙҙең барлыҡ төрки телле халыҡтары исеменә күтәрергә тәҡдим итер инем.
Барыһы ла ҡулдарындағы тулы һауыттарын сәкәштерҙе лә, өҫтәлдәге һый-ниғмәтте ашарға тотондо.
– Хужа булараҡ, йыйылыштың тәртибен саҡ ҡына боҙҙом, ахыры, оҙағыраҡ һөйләнем, хәҙер һеҙ, ҡәҙерле бауырҙаштар, әйтә башлағыҙ үҙегеҙҙең теләктәрегеҙҙе.
Тәүге булып арабыҙҙа иң оло ҡаҙаҡ Ғәзиз һүҙ алды, хужа Бауыржан Момыш улының һаулығына тост әйтте. Барыһы ла уны хупланы, ҡайһы берҙәре аяғөҫтө тороп эсемлектән ауыҙ итте.
Бер нисә теләктән һуң һүҙ һөйләргә теләгәндәр күбәйеп китте, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, тост әйтергә тотондолар. Бына Аҡтүбә өлкәһе вәкилдәре күтәрелде, сиҙәмселәр, хужаның яҡташтары джамбулдар һәм башҡалар… Туҡтатыу мөмкин түгел.
Бауыржан Момыш улы тағы һүҙ әйтергә булды.
– Һеҙҙең алда ғәфү үтенәм, ҡайһы бер нәмәләр тураһында бер нисә кәлимә һүҙ. Осрашыу башында, үҙем янынан башҡорт егетенә урын тәҡдим иткәс, күптәр ғәжәпләнде, хужа ғөрөф-ғәҙәтте онотоп, нимә эшләй, йәнәһе. Эш шунда: миңә баҫҡынсыларға ҡаршы бик күп алыштарҙа булырға тура килде. Уларҙа беҙҙең оло тыуған илебеҙҙең бөтә милләттәре ҡатнашты. Ниндәй генә оло бәрелеш хаҡында һөйләмә, минең менән йәнәшә һәр саҡ башҡорттар булды. Бына Мәскәүҙе һаҡлау өсөн барған һуғыштарҙа эргәмдә комиссар Тимерйән Күләмбәтов йөрөнө. Улай ғына түгел, башҡорт һалдаттары ла күп ине. Улар яныңда саҡта бер нимәгә ҡарамай үлемгә ҡаршы атлайһың, теләһә ниндәй дошманға ташланырға мөмкин. Комиссар Күләмбәтов фашистың пуляларынан үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплап, мине, ауыр яраланған командирҙы, һуғыш яланынан алып сыҡты. Үкенескә ҡаршы, үҙе ауыр хәлдә тороп ҡалған бер мәлдә уның янында була алманым. Комиссар тештәренә тиклем ныҡ ҡоралланған СС-тың “Үле баш”тар дивизияһына ҡаршы алышта һәләк булды. Барлыҡ башҡорт һалдаттары ла ҡаһарманлыҡ күрһәтте, улар менән теләһә ниндәй эшкә тотонорға мөмкин. Бына ни өсөн ике уйламай ошо башҡортто үҙемдең яныма ултырттым.
Ошондай маҡтауҙарҙан һуң урынымдан торҙом да тирә-йүнгә күҙ йүгерттем. Барыһы ла миңә төбәлгән, әйтерһең дә, тәүге тапҡыр күрәләр. Шунда уҡ хужаның һаулығы өсөн тост һөйләргә уҡталдым, әммә бер нәмә лә әйтә алмай ҡатып ҡалдым. Хужа яғына боролоп, “рәхмәт” тип кенә өндәштем.
Ул тирә-йүнгә күҙ һалды, ҡунаҡтарға ҡараны, күрәһең, ял итергә, таҙа һауа һуларға ваҡыт етте тигән һығымтаға килгәндер.
– Бәлки, тәнәфес иғлан итергә кәрәктер?
– Кәрәк, кәрәк.
– Әйҙәгеҙ.
Барыһы ла урамға ташланды, бөтәһе лә тип әйтерлек минең янға йыйылды.
– Бына нисек һәйбәт килеп сыҡты, ә һин килмәҫкә уйлағайның.
– Һин, күрәһең, уның менән электән үк таныш булғанһыңдыр.
– Беҙҙән генә йәшергәнһең.
Аҙаҡтан легендар яугир хаҡында мәғлүмәт табырға тырыштым, шифахананың китапханаһына мөрәжәғәт иттем. Үкенескә ҡаршы, бер ниндәй ҙә хәбәр таба алманым. А. Бектың “Волоколам шоссеһы” тигән китабы ғына бар, унда Мәскәү янында барған көрәш яҡтыртыла, Момыш улы хаҡында ла бер аҙ яҙылған. Повесты ҡулға алып, бер аҙ ҡараштырғыланым, әммә ныҡлап уҡырға һәм уйланырға ваҡыт ҡалманы.
Аҫылбәк миңә Ҡаҙағстанда Бауыржан Момыш улы хаҡында мәғлүмәттең күп булыуы хаҡында һөйләне. Уның тураһында кинофильмдар бар, Ҡаҙаҡфильм сығарған “Ҡаҙаҡтың Бауыржаны”, “Волоколам шоссеһы”, “Беҙҙең артта Мәскәү” тигән фильмдар, “Бауыржан Момыш улы” тигән сериал бар. Бәлки, беҙҙә, Башҡортостанда ла, улар күрһәтелгәндер.
Офицер илебеҙҙең ерҙәрен һаҡлап, әҙәм аҡылы ышана алмаҫлыҡ батырлыҡтар ҡылғанын ҡаһарман яугир генә түгел, ә һуғыштан һуң оҫта телле яҙыусы ла икән. Уның “Бер төндөң тарихы”, “Беҙҙең артта Мәскәү”, “Офицер яҙмалары”, “Беҙҙең генерал”, “Панфилов хаҡында”, “Беҙҙең ғаилә”, “Кубалағы осрашыуҙар”, “Очерктар” тигән китаптары баҫылып сыҡҡан. Яҙыусының әҫәрҙәре буйынса “Һуғыш психологияһы” тигән кинофильм төшөрөлгән.
Бауыржан Момыш улы 1939 йылда беҙҙең армия менән япон самурайҙары араһында сыҡҡан низағта ҡатнаша, һуңынан Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу нөктәләрендә һуғыша, хатта юғарыға уға Советтар Союзы Геройы исеме биреү хаҡында документтар ебәрелә, әммә үҙе иҫән саҡта ул Герой була алмай. Ҡаҙаҡ халҡы ошо мәсьәләне күтәреп, уға Советтар Союзы Геройы исеме биреү өсөн көрәшә, әммә был мәсьәлә оҙаҡ ваҡыт хәл ителмәй. Тик үлгәндән һуң ғына хаҡлыҡ тантана итә.
Тәнәфестән һуң хужаның өйөнә тағы ла индек. Сығып һөйләүселәр тағы ла күбәйгән. Ҡаҙағстандың өлкәләре байтаҡ, вәкилдәр шул тиклем күп килгән, нимә әйтәһең инде, һәр кемдең күренгеһе килә.
Тамада дилбегәне үҙ ҡулына алды һәм ҡунаҡтарға һүҙ әйтергә рөхсәт итә башланы. Һәр һөйләүсе – хужа, үҙенең милләте – ҡаҙаҡтар хаҡында күберәк әйтергә тырыша. Күп һөйләргә ирек бирелмәй, дилбегәне ҡаты тоталар. Мин дә бер-ике һүҙ әйтергә теләгәйнем, әммә бының өсөн ваҡыт етмәне.
Хужа күңелһеҙ ултырғанымды күрҙе лә, яныма килеп:
– Һин дә һүҙ әйтергә теләйһеңме әллә? – тине.
– Теләр инем дә, был ғауғала ваҡыт етерме?
– Һиңә лә һүҙ бирергә кәрәк, тип тамадаға өндәшермен.
Ә теге стартҡа баҫыусыларҙы туҡтата алмай. Шулай ҙа мөмкинлек таптылар.
– Ҡәҙерле ырыуҙаштар! Һеҙҙе ошо ғәләмәт һәйбәт көн менән ҡотлайым, беҙ бында күңелле ултырҙыҡ, легендар яҡташығыҙ Момыш улының өйөндә һыйландыҡ, уны әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштары менән тәбрикләнек. Уға үҙе менән бергә һуғышта ҡатнашҡан ата-бабаларым хаҡында шул тиклем юғары һүҙҙәр әйткәне өсөн оло рәхмәтемде белдергем килә.
Мин дә Бөйөк Ватан һуғышының утлы өйөрмәләрендә ҡайнаным. Фронт юлдарында яугирҙәр менән осраштым, дошманға ҡаршы ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр менән бергә яу саптыҡ. Шуны ла әйтергә тейешмендер, яҡташтарығыҙ башҡаларға ҡарағанда батырыраҡ күренде. Беҙҙең атайҙар һәм олатайҙарҙың 1919 йылда Ҡаҙаҡ-Башҡорт Республикаһы төҙөп, бергә йәшәргә теләүҙәре хаҡында һөйләргә теләр инем, әммә был теләк ғәмәлгә ашмаған. Шулай ҙа беҙ һеҙҙең менән ут күршеләр булып ҡалабыҙ, бөтә яҡтан уңыштарға өлгәшергә ынтылабыҙ. Ҡаҙаҡтар менән башҡорттар араһында ныҡлы дуҫлыҡ өсөн тост әйтергә теләр инем. Ул һүнмәһен, тағы ла нығыраҡ үҫһен!
– Афарин, башҡорт!
– Шәп әйттең, тосың да бына тигән!
Тағы ла Момыш улы һүҙ алды.
– Беҙ комиссар Күләмбәтов менән бер-беребеҙгә шундай нәҙер әйткәйнек, әгәр мин китеп барһам, ул ғаиләм хаҡында белешергә, әгәр ул китһә, мин ғаиләһен табып, уның хаҡында һөйләргә тейеш. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ошо нәҙерҙе үтәй алманым. Уның хаҡында барлыҡ мәғлүмәттәрҙе һеҙгә бирәм, аҙаҡтан миңә хәбәр итерһегеҙ.
– Оло ҡәнәғәтлек менән һеҙҙең үтенесте үтәрмен.
– Алдан уҡ һеҙгә рәхмәт әйтәм.
Йыйын дауам итте. Беҙ бик һуң ғына таралыштыҡ, бер кемдең дә был ҡунаҡ һөйгән йортто ҡалдырып киткеһе килмәне. Һуңынан иҫтәлеккә фотоға төштөк. Үкенескә ҡаршы, һүрәткә йыйында ҡатнашыусыларҙың бик аҙы ғына эләккән.
Рамаҙан ҠОТОШОВ,
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, подполковник.