Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балаң тыңламаймы ни?!
Балаң тыңламаймы ни?!Баланы тыйырғамы, юҡмы? Халҡыбыҙ тәрбиәһендә тыйыу элек-электән булған, һәм был бер ниндәй ризаһыҙлыҡ тыуҙырмаған бит. Элекке быуындың тәрбиәгә ҡағылышлы, оло әһәмиәткә эйә булған ҡайһы бер мәҡәл, әйтемдәре лә ошо уҡ ҡағиҙәгә арналған.


Мәҫәлән, “Сабыйҙы бишектән өйрәт”, “Баланы бишектә үк тый, буй еткәс, тыйырмын тимә”, “Баланан ҡәҙер күрәм тиһәң, дөрөҫ тәрбиәлә”, “Тал сағында бөкмәһәң, таяҡ булғас, бөгә алмаҫһың”, “Баланы йәштән тый, йәштән эшкә бек”, “Ҡыҙ балаңды ҡырҡ урындан тый” кеүегерәк өйрәтеүҙәрҙең ни тиклем дә мәғәнәле булыуын күрәһең. Әлбиттә, “тыйыу” тигәс тә, берәү ҙә балаһын нимәнәндер мәхрүм итеп, ҡәтғи сикләп ултыр­маған. Бары тик үҙ тәжрибәһенә таянып, сама белеп, бала күңеленә барып етерҙәй тос һүҙҙәр һайлап ҡына, кинәйәләп тә, ишаралап та ярамағандар тура­һында әйтеп барған.
Шул арҡала тәрбиә ҡанундарын кесе йәштән күңеленә һеңдергән әҙәпле лә, тәрбиәле лә балалар үҫкән. Донъялағы бар халыҡтарҙың да ниндәйҙер күренештәргә, хәл-ваҡиғаларға, кешелек сифаттарына ҡарата тыйыуы, үҙ ғөрөф-ғәҙәте бар. Быларҙың барыһы ла кешене матур ҡылыҡтарға, изге ғәмәлдәргә өндәгән, алама ғәҙәттәрҙән ҡур­сыған.
Ошондай мөхиттә үҫкән балалар иһә тәртиплерәк булған, олоно – оло, кесене кесе итә белгән, иша­ра, кинәйәләр менән тәрбиә­ләү­ҙе аңлап үҫкән. Халыҡ педаго­гикаһы тип аталған был ғилем кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндә үк тыуған, сөнки йәш быуынды тәрбиә­ләүгә элек-электән ҙур әһәмиәт бирелгән. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһенә килеп ингән үҙгәрештәр еле уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙә бер системаға һалынған прин­циптарҙы ҡыҫырыҡ­лай, улар урынына яңы стандарттар, сит ил тәжрибәһен индерә.
Патриотик, эстетик, әхлаҡи һәм хеҙмәт тәрбиәһе биргән күп кенә дәрестәр программанан алып ташланды, түңәрәктәр эшләүҙән туҡ­таны. Нәҡ ошо сәбәптәр арҡаһында үҙ иленең тарихын, арҙаҡлы шә­хес­тәрен, дәүләт символдарын, уның рухи ҡиммәттәрен белмәгән, хеҙмәт яратмаған вайымһыҙ быуын үҫә.
Ә бит хеҙмәткә ҡарата ыңғай ҡараш ҡасандыр мәктәп эскәмйә­һендә үк тәрбиәләнде. Үҙе уҡыған бүлмәһен таҙа, матур тотоу ҙа шул класта уҡыған балаларҙың бурысы ине. Был үҙенә күрә хеҙмәткә өйрәтеүҙең бәләкәй генә бер өлөшө булып торҙо. Сиратлап дежур итеп, иҙән йыуып ҡайтҡан балаларға өйҙә лә һүҙ әйтеүсе булманы. Бөгөн быларҙың нәҡ киреһен күреүебеҙ хатта ғәжәпләндермәй ҙә. Балала­рыбыҙға ҡарап, йәмғиәтебеҙҙең ниндәй булыуын күҙ алдына килтерһәк, уйлыға уй булырҙай мәғәнә бар был күренештәрҙә.
Мәғариф системаһында халҡы­быҙ традицияларына, ғөрөф-ғәҙәт­тәренә нигеҙләнгән, быға тиклем эшләп килгән аныҡ ҡына тәрбиә алымдарының юҡҡа сығыуы һөҙөм­тәһендә һәр кем бала тәрбиәләү буйынса фекерен башҡаларға тағып маташа. Шунлыҡтан, берәүҙәр халҡыбыҙҙың тәрбиә ысулдарына таянырға тырышҡанда, икенселәре иһә бала күңеленә бер ниндәй рухи орлоҡтар һалмай ғына, үҙ яйына ҡуйып, тыйыуһыҙ үҫтерә. Шуныһы үкенесле, мәғариф системаһының тәрбиә өлкәһендә ҡулланған бөгөнгө тәжрибәләр емешен күпмелер йылдар үткәс кенә татыясаҡбыҙ.
Тыйыу тигәндә, беҙҙең халыҡта ла, башҡа халыҡтарҙа ла бөтөнләй телгә алынмай торған, сер булып йәшеренгән ҡағиҙәләр ҙә бар. Шундай серҙәр ҙә сер булыуҙан туҡтап бара хәҙер. Мәҫәлән, сабыйҙарҙың нисек барлыҡҡа килеүен балалар баҡсаһында уҡ аңлатырға тейешбеҙ, тигән мәсьәләне күтәрә кемдәрҙер. Ә бит ата-бабаларыбыҙ был өлкәлә бик һаҡ эш иткән. Ир менән ҡатындың, әсәй менән атайҙың балалар һәм ситтәр белергә тейеш булмаған, икәү генә белер йәшерен серҙәре була. Һәр бала, ваҡыты еткәс, үҙе аса был серҙе – ул тәбиғәт ҡануны. Өйләнешкән йәштәрҙең береһе лә баланы йылға буйынан эҙләп йөрөмәй йә иһә ҡауҙы килтергәнен көтөп ултырмай бит. Тоҡом ҡалдырыу, нәҫел үрсетеү инстинкты кеше аңына тыуғанда уҡ тәбиғәт тарафынан һалынған, бында күрһәтеп, өйрәтеп биреүҙең кәрәге юҡ.
Тыйылған емеште тәмләп ҡарау теләге күптәргә хас сифат, тип белдереүселәр ҙә бар. Һуңғы фекергә саҡ ҡына икенсе төрлөрәк ҡарағанда, ул отошлораҡ булмаҫ инеме икән? Мәҫәлән, ғаилә ҡороу серҙәре, ир менән ҡатын араһын­дағы мөнәсәбәттәрҙең барыһына ла шаран-яран асыҡ булыуы һөҙөм­тәһендә, күптән билдәле булған серҙәр ҡыҙыҡһыныу, ихтирам уятмауы ла бар бит әле.
Һуңғы йылдарҙа бер енесле парҙарҙың күбәйеүе лә нәҡ ошоға килеп төртөлә түгелме? Ваҡыты етмәйенсә, ололар тормошо менән ҡыҙыҡһыныу, асырға ярамаған ишекте асып ҡарау баланың нығынып бөтмәгән психикаһын ҡаҡшатып ҡына ҡалмай, ә һаман да ниндәйҙер тыйыуҙарҙы тәмләп ҡарарға, табуға ҡаршы барырға ҡоторта. Бер ҡулына һыра шешәһе, икенсеһенә тәмәке тотҡан ауырлы ҡатындарҙың нисәлер йылдан һуң “улымды йә иһә ҡыҙымды дауа­ларға ярҙам итегеҙ” тигән иғландары ла ваҡытында ниндәйҙер тыйыу­ҙарҙы һанға һуҡмай, аша атлап үтеү һөҙөм­тәһе ул. Шуға күрә лә үҙ хал­ҡыбыҙҙың борондан килгән тәрбиә мәсьәләһенең, тыйыуҙа­рының ни тиклем дә оло әһәмиәткә эйә булыуын аңлау мөһим.


Автор: С.Нәзиров.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә