Баланы тыйырғамы, юҡмы? Халҡыбыҙ тәрбиәһендә тыйыу элек-электән булған, һәм был бер ниндәй ризаһыҙлыҡ тыуҙырмаған бит. Элекке быуындың тәрбиәгә ҡағылышлы, оло әһәмиәткә эйә булған ҡайһы бер мәҡәл, әйтемдәре лә ошо уҡ ҡағиҙәгә арналған. Мәҫәлән, “Сабыйҙы бишектән өйрәт”, “Баланы бишектә үк тый, буй еткәс, тыйырмын тимә”, “Баланан ҡәҙер күрәм тиһәң, дөрөҫ тәрбиәлә”, “Тал сағында бөкмәһәң, таяҡ булғас, бөгә алмаҫһың”, “Баланы йәштән тый, йәштән эшкә бек”, “Ҡыҙ балаңды ҡырҡ урындан тый” кеүегерәк өйрәтеүҙәрҙең ни тиклем дә мәғәнәле булыуын күрәһең. Әлбиттә, “тыйыу” тигәс тә, берәү ҙә балаһын нимәнәндер мәхрүм итеп, ҡәтғи сикләп ултырмаған. Бары тик үҙ тәжрибәһенә таянып, сама белеп, бала күңеленә барып етерҙәй тос һүҙҙәр һайлап ҡына, кинәйәләп тә, ишаралап та ярамағандар тураһында әйтеп барған.
Шул арҡала тәрбиә ҡанундарын кесе йәштән күңеленә һеңдергән әҙәпле лә, тәрбиәле лә балалар үҫкән. Донъялағы бар халыҡтарҙың да ниндәйҙер күренештәргә, хәл-ваҡиғаларға, кешелек сифаттарына ҡарата тыйыуы, үҙ ғөрөф-ғәҙәте бар. Быларҙың барыһы ла кешене матур ҡылыҡтарға, изге ғәмәлдәргә өндәгән, алама ғәҙәттәрҙән ҡурсыған.
Ошондай мөхиттә үҫкән балалар иһә тәртиплерәк булған, олоно – оло, кесене кесе итә белгән, ишара, кинәйәләр менән тәрбиәләүҙе аңлап үҫкән. Халыҡ педагогикаһы тип аталған был ғилем кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндә үк тыуған, сөнки йәш быуынды тәрбиәләүгә элек-электән ҙур әһәмиәт бирелгән. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһенә килеп ингән үҙгәрештәр еле уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙә бер системаға һалынған принциптарҙы ҡыҫырыҡлай, улар урынына яңы стандарттар, сит ил тәжрибәһен индерә.
Патриотик, эстетик, әхлаҡи һәм хеҙмәт тәрбиәһе биргән күп кенә дәрестәр программанан алып ташланды, түңәрәктәр эшләүҙән туҡтаны. Нәҡ ошо сәбәптәр арҡаһында үҙ иленең тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен, дәүләт символдарын, уның рухи ҡиммәттәрен белмәгән, хеҙмәт яратмаған вайымһыҙ быуын үҫә.
Ә бит хеҙмәткә ҡарата ыңғай ҡараш ҡасандыр мәктәп эскәмйәһендә үк тәрбиәләнде. Үҙе уҡыған бүлмәһен таҙа, матур тотоу ҙа шул класта уҡыған балаларҙың бурысы ине. Был үҙенә күрә хеҙмәткә өйрәтеүҙең бәләкәй генә бер өлөшө булып торҙо. Сиратлап дежур итеп, иҙән йыуып ҡайтҡан балаларға өйҙә лә һүҙ әйтеүсе булманы. Бөгөн быларҙың нәҡ киреһен күреүебеҙ хатта ғәжәпләндермәй ҙә. Балаларыбыҙға ҡарап, йәмғиәтебеҙҙең ниндәй булыуын күҙ алдына килтерһәк, уйлыға уй булырҙай мәғәнә бар был күренештәрҙә.
Мәғариф системаһында халҡыбыҙ традицияларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнгән, быға тиклем эшләп килгән аныҡ ҡына тәрбиә алымдарының юҡҡа сығыуы һөҙөмтәһендә һәр кем бала тәрбиәләү буйынса фекерен башҡаларға тағып маташа. Шунлыҡтан, берәүҙәр халҡыбыҙҙың тәрбиә ысулдарына таянырға тырышҡанда, икенселәре иһә бала күңеленә бер ниндәй рухи орлоҡтар һалмай ғына, үҙ яйына ҡуйып, тыйыуһыҙ үҫтерә. Шуныһы үкенесле, мәғариф системаһының тәрбиә өлкәһендә ҡулланған бөгөнгө тәжрибәләр емешен күпмелер йылдар үткәс кенә татыясаҡбыҙ.
Тыйыу тигәндә, беҙҙең халыҡта ла, башҡа халыҡтарҙа ла бөтөнләй телгә алынмай торған, сер булып йәшеренгән ҡағиҙәләр ҙә бар. Шундай серҙәр ҙә сер булыуҙан туҡтап бара хәҙер. Мәҫәлән, сабыйҙарҙың нисек барлыҡҡа килеүен балалар баҡсаһында уҡ аңлатырға тейешбеҙ, тигән мәсьәләне күтәрә кемдәрҙер. Ә бит ата-бабаларыбыҙ был өлкәлә бик һаҡ эш иткән. Ир менән ҡатындың, әсәй менән атайҙың балалар һәм ситтәр белергә тейеш булмаған, икәү генә белер йәшерен серҙәре була. Һәр бала, ваҡыты еткәс, үҙе аса был серҙе – ул тәбиғәт ҡануны. Өйләнешкән йәштәрҙең береһе лә баланы йылға буйынан эҙләп йөрөмәй йә иһә ҡауҙы килтергәнен көтөп ултырмай бит. Тоҡом ҡалдырыу, нәҫел үрсетеү инстинкты кеше аңына тыуғанда уҡ тәбиғәт тарафынан һалынған, бында күрһәтеп, өйрәтеп биреүҙең кәрәге юҡ.
Тыйылған емеште тәмләп ҡарау теләге күптәргә хас сифат, тип белдереүселәр ҙә бар. Һуңғы фекергә саҡ ҡына икенсе төрлөрәк ҡарағанда, ул отошлораҡ булмаҫ инеме икән? Мәҫәлән, ғаилә ҡороу серҙәре, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙең барыһына ла шаран-яран асыҡ булыуы һөҙөмтәһендә, күптән билдәле булған серҙәр ҡыҙыҡһыныу, ихтирам уятмауы ла бар бит әле.
Һуңғы йылдарҙа бер енесле парҙарҙың күбәйеүе лә нәҡ ошоға килеп төртөлә түгелме? Ваҡыты етмәйенсә, ололар тормошо менән ҡыҙыҡһыныу, асырға ярамаған ишекте асып ҡарау баланың нығынып бөтмәгән психикаһын ҡаҡшатып ҡына ҡалмай, ә һаман да ниндәйҙер тыйыуҙарҙы тәмләп ҡарарға, табуға ҡаршы барырға ҡоторта. Бер ҡулына һыра шешәһе, икенсеһенә тәмәке тотҡан ауырлы ҡатындарҙың нисәлер йылдан һуң “улымды йә иһә ҡыҙымды дауаларға ярҙам итегеҙ” тигән иғландары ла ваҡытында ниндәйҙер тыйыуҙарҙы һанға һуҡмай, аша атлап үтеү һөҙөмтәһе ул. Шуға күрә лә үҙ халҡыбыҙҙың борондан килгән тәрбиә мәсьәләһенең, тыйыуҙарының ни тиклем дә оло әһәмиәткә эйә булыуын аңлау мөһим.