Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәттән туҡылған бәхет
Хеҙмәттән туҡылған бәхетБала сағы ауыр һуғыш осорона тап килгән ветерандарҙың яҙмышы бер-береһенән әллә ни айырылмай: аслыҡ-яланғаслыҡ, күп михнәт аша белем алыу, фәҡәт эшһөйәрлек һәм лайыҡлы йәшәргә ынтылыш арҡаһында тормош һынауҙарына бирешмәү, матур ғаилә ҡороу, ишле балалар үҫтереү һәм тормоштан йәм-тәм табып йәшәү.


Хәйбулла районының Вәлит ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветерандары Мәрфуға менән Йыһаннур Рәхмәтул­линдар тап шундайҙарҙан. Йыһаннур Алламорат улы — районда уңған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең береһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған механизаторы.
— Беҙҙең быуын хеҙмәттә үҫте, — тип һүҙ башланы Йыһаннур олатай. – Бәләкәйҙән ялан аяҡ көтөүсе булып эшләнем. Оҙон сыбыҡ тотоп, совхоздың малын көтөргә тура килде. Ямғырмы, эҫеме, һауа торошона ҡарамай, һәр иртә малдарҙы ҡырға алып сығыр инек. Тиҫтерҙәремдең кемеһе һарыҡ көттө, икенселәре быҙау ҡараны, ҡыҙҙар һыйыр һауҙы. Шулай уҡ яҙлы-көҙлө һары таңдан ҡара төнгә тиклем иген сәсеү, урып йыйыу эшенә беҙҙең кеүек әле быуыны ла ҡатып өлгөрмәгән бала-сағаны саҡыралар ине.
Буласаҡ тормош иптәшен дә тап шул совхозда эшләгән йылдарында осрата. Эшкә уңған, ябай, мөләйем ҡыҙға шунда уҡ күҙ һала, уға бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Үҙенә ҡарата хәстәрлекле ҡарашты һәм иғтибарҙы Мәрфуға күңеле менән тоя. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң сәстәрен сәскә бәйләргә ҡарар итә.
Ул ваҡытта Йыһаннур олатай совхозда иң йәш һәм тырыш механизаторҙарҙың береһе була. 1953 йылда Һамар ауылында алты айлыҡ механизаторҙар әҙерләү курсын тамамлап, туған совхозына эшкә ҡайта.
— Көндәр буйы совхоз эшенән бушаманы. Ҡыш тракторын тоҡандырыу өсөн ике-өс биҙрә һыуҙы ҡайнатып ҡуйыр инем, уның өсөн төн буйы мейескә ут яғып сығырға тура килә. Балаларҙы бағырға ла, мал-тыуарҙы ҡарарға ла кәрәк, етмәһә, иреңде лә тәрбиәләп эшкә ебәрәһең. Хәҙер аптырап ҡуям, нисек өлгөргәнмендер, — тип хәтерләй Мәрфуға инәй.
“Хәйбулла” совхозы район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан, тәбиғәт шарттары ла был яҡтарҙа бер аҙ ҡыры­ҫыраҡ. Ҡышын бурандан өҙөлмәһә, йәй буйы ямғыр яумай. Шундай мәлдәрҙә лә эшселәр төшөнкөлөккә бирелмәй, тырышып эшләй. Артабан геройҙарымдың икеһе лә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша.
Әйткәндәй, Рәхмәтуллиндарҙың күкрәген “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн” миҙалы биҙәй. Йорт хужаһының фиҙакәр хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, орден-миҙалдар менән билдәләнгән. Тырыш хеҙмәте өсөн Йыһаннур Алламорат улы ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған, 1994 йылда ябай ауыл хеҙмәтсәне юғары наградаға — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған механизаторы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Бар ғүмерен тыуған ауылына, йәнтөйәгенә бағышлаған Мәрфуға менән Йыһаннур Рәхмәтуллиндарҙың быйыл бергә йәшәүенә 60 йыл тула. Һигеҙ балаға ғүмер биргән бәхетле пар әле кинйә улдары Мөнирҙең ғаиләһе менән бергә тора. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыларын да кисерергә тура килә уларға, әммә бар ауырлыҡты балалары ярҙамында, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, ейән-ейәнсәрҙәр янында йырып сығырға үҙҙәрендә көс табалар.
— Татыу йәшәүҙең сере — бер-береңде ихтирам итеүҙә, — ти Мәрфуға инәй. – Берең әйткәндә, икенсең тыңлап тора. Һүҙ артынан һүҙ сыға, тип белмәй әйтмәгән боронғолар. Бабайым шул тиклем хәстәрлекле булды, ҡаҡманы, һуҡманы. Бергә емертеп эшләнек тә матур, етеш йәшәнек. Бөгөн тормош шул тиклем рәхәт, һыу — өйҙә, утын яғам тип ыҙаламайһың, газды үҙең тоҡандырып ебәрәһең. Иң мөһиме — һаулыҡ булһын, балалар янда саҡта барыһы ла яҡшы буласаҡ, быға иманым камил.
Оло йәштә булыуҙарына ҡара­маҫтан, әле һаман бер-береһенә ҡарата наҙ, хөрмәт һәм йылылыҡ менән баҡҡан, бәхетле ҡартлыҡтарын кисергән, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булған Мәрфуға менән Йыһаннур Рәхмәтуллиндарға гәүһәр туйҙарын имен-һау тантана итеүҙәрен, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр янында оҙаҡ һәм бәрәкәтле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә