Бала сағы ауыр һуғыш осорона тап килгән ветерандарҙың яҙмышы бер-береһенән әллә ни айырылмай: аслыҡ-яланғаслыҡ, күп михнәт аша белем алыу, фәҡәт эшһөйәрлек һәм лайыҡлы йәшәргә ынтылыш арҡаһында тормош һынауҙарына бирешмәү, матур ғаилә ҡороу, ишле балалар үҫтереү һәм тормоштан йәм-тәм табып йәшәү.Хәйбулла районының Вәлит ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветерандары Мәрфуға менән Йыһаннур Рәхмәтуллиндар тап шундайҙарҙан. Йыһаннур Алламорат улы — районда уңған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең береһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған механизаторы.
— Беҙҙең быуын хеҙмәттә үҫте, — тип һүҙ башланы Йыһаннур олатай. – Бәләкәйҙән ялан аяҡ көтөүсе булып эшләнем. Оҙон сыбыҡ тотоп, совхоздың малын көтөргә тура килде. Ямғырмы, эҫеме, һауа торошона ҡарамай, һәр иртә малдарҙы ҡырға алып сығыр инек. Тиҫтерҙәремдең кемеһе һарыҡ көттө, икенселәре быҙау ҡараны, ҡыҙҙар һыйыр һауҙы. Шулай уҡ яҙлы-көҙлө һары таңдан ҡара төнгә тиклем иген сәсеү, урып йыйыу эшенә беҙҙең кеүек әле быуыны ла ҡатып өлгөрмәгән бала-сағаны саҡыралар ине.
Буласаҡ тормош иптәшен дә тап шул совхозда эшләгән йылдарында осрата. Эшкә уңған, ябай, мөләйем ҡыҙға шунда уҡ күҙ һала, уға бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Үҙенә ҡарата хәстәрлекле ҡарашты һәм иғтибарҙы Мәрфуға күңеле менән тоя. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң сәстәрен сәскә бәйләргә ҡарар итә.
Ул ваҡытта Йыһаннур олатай совхозда иң йәш һәм тырыш механизаторҙарҙың береһе була. 1953 йылда Һамар ауылында алты айлыҡ механизаторҙар әҙерләү курсын тамамлап, туған совхозына эшкә ҡайта.
— Көндәр буйы совхоз эшенән бушаманы. Ҡыш тракторын тоҡандырыу өсөн ике-өс биҙрә һыуҙы ҡайнатып ҡуйыр инем, уның өсөн төн буйы мейескә ут яғып сығырға тура килә. Балаларҙы бағырға ла, мал-тыуарҙы ҡарарға ла кәрәк, етмәһә, иреңде лә тәрбиәләп эшкә ебәрәһең. Хәҙер аптырап ҡуям, нисек өлгөргәнмендер, — тип хәтерләй Мәрфуға инәй.
“Хәйбулла” совхозы район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан, тәбиғәт шарттары ла был яҡтарҙа бер аҙ ҡырыҫыраҡ. Ҡышын бурандан өҙөлмәһә, йәй буйы ямғыр яумай. Шундай мәлдәрҙә лә эшселәр төшөнкөлөккә бирелмәй, тырышып эшләй. Артабан геройҙарымдың икеһе лә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша.
Әйткәндәй, Рәхмәтуллиндарҙың күкрәген “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн” миҙалы биҙәй. Йорт хужаһының фиҙакәр хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, орден-миҙалдар менән билдәләнгән. Тырыш хеҙмәте өсөн Йыһаннур Алламорат улы ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған, 1994 йылда ябай ауыл хеҙмәтсәне юғары наградаға — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған механизаторы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Бар ғүмерен тыуған ауылына, йәнтөйәгенә бағышлаған Мәрфуға менән Йыһаннур Рәхмәтуллиндарҙың быйыл бергә йәшәүенә 60 йыл тула. Һигеҙ балаға ғүмер биргән бәхетле пар әле кинйә улдары Мөнирҙең ғаиләһе менән бергә тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыларын да кисерергә тура килә уларға, әммә бар ауырлыҡты балалары ярҙамында, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, ейән-ейәнсәрҙәр янында йырып сығырға үҙҙәрендә көс табалар.
— Татыу йәшәүҙең сере — бер-береңде ихтирам итеүҙә, — ти Мәрфуға инәй. – Берең әйткәндә, икенсең тыңлап тора. Һүҙ артынан һүҙ сыға, тип белмәй әйтмәгән боронғолар. Бабайым шул тиклем хәстәрлекле булды, ҡаҡманы, һуҡманы. Бергә емертеп эшләнек тә матур, етеш йәшәнек. Бөгөн тормош шул тиклем рәхәт, һыу — өйҙә, утын яғам тип ыҙаламайһың, газды үҙең тоҡандырып ебәрәһең. Иң мөһиме — һаулыҡ булһын, балалар янда саҡта барыһы ла яҡшы буласаҡ, быға иманым камил.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле һаман бер-береһенә ҡарата наҙ, хөрмәт һәм йылылыҡ менән баҡҡан, бәхетле ҡартлыҡтарын кисергән, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булған Мәрфуға менән Йыһаннур Рәхмәтуллиндарға гәүһәр туйҙарын имен-һау тантана итеүҙәрен, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр янында оҙаҡ һәм бәрәкәтле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.