Башҡортостандың халыҡ шағиры, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевтың фани донъя сиктәрен уҙып баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә йылдан ашыу ғүмер үтеп китте. Көҙҙөң тейһәң сылтырап ҡойолоп китерҙәй ап-аяҙ сыуағында ер ҡуйынына ингән ҡәләмдәшебеҙ өҫтөнә йөрәк тибеше менән йылытылған ус-ус тупраҡты һалдыҡ. Бер уйлаһаң, баҡыйлыҡ менән фанилыҡты айырып торған сик тә ошо сентябрҙең гәлсәр сыуағындай бик йоҡа, бик нескә бит: бөгөн беҙ — хушлашыусы, иртәгә — үҙебеҙ оҙатылыусы.Абдулхаҡ ағайҙың яңы “күршеләренә” күҙ һалам. Барыһы ла — әле яңы ғына әҙәбиәт, ғилем, сәнғәт донъяһында ҡайнап, балҡып йәшәгән шәхестәр. Ошо сағыу, бер көнө быуаттарға торошло донъяның түрендә үтте ауылдаш шағирҙың тормошо ла.
Ә бит минең хәтер арҙаҡлы шағирыбыҙҙың ижад ҡояшы һүрелеп тә өлгөрмәгән шәфәҡ эсенән ҡыҙарып, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡалҡып килгән сағын һаҡлай. Эйе-эйе, 1958 йылда килгәйне ул Баймаҡ районының Күсей һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә осрашыуға. Ҡулында — “Йәш көстәр” альманахы. Үҙенең тәүге ижад емештәрен — күстәнәсен — ауылдаштарына ауыҙ иттереү теләге менән ҡайтҡан булған ул.
Йотлоғоп тыңлайбыҙ. Шағирҙың баҙыҡ, ләкин йомшаҡ тембрлы тауышы Йәнгүҙәй, Күсемташ ҡаяларынан, Тәпәшәк билән һырттарынан төшөп, Асағайын, Тоҡан буйҙарын иңләне, Ташкисеү буйлап һарҡып, Күрән ҡамыштарын иркәләп һыйпаны, буҙтурғай булып бөҙрә талдарҙа тирбәлде, Төпкөл шишмәһенең һыуһын ҡандырырлыҡ һыуҙары менән тамағын сылатҡан, егерме йәшендә дошманға ҡаршы алышып, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булып ауған ауылдашыбыҙ Тәфтизан Миңлеғолов рухы булып ауыл өйҙәренең тәҙрәләрен сиртте...
Мин шунда үҙемдең донъяла тиңдәше булмаған гүзәл ерҙә, иң матур тәбиғәтле ауылда йәшәгәнемде, иң батыр кешеләр тоҡомонан яралғанымды аңланым. Тап шулай: был аңлау миңә әсәйемдең уҡыусыһы — шағир Абдулхаҡ Игебаев ижады аша килде. Шағир йөрәгенә илһам биргән тупраҡта яралғандар батыр ҙа, матур ҙа була, ә бахыр түгел! Күсей ауылы халҡының һәр береһенең күңелендә бына ошо ғорурлыҡ ярылып ята ул.
Артабан да Абдулхаҡ ағай, үҙе бик йыш ҡайтып йөрөй алмаһа ла, китаптарын мәктәпкә ебәреп торҙо. Уның ҡустыһы, минең класташ малай, ағаһының шиғырҙарын йөрәккә үтерлек тауыш менән уҡып ишеттерә торҙо. Һуңғараҡ, Абдулхаҡ ағайҙың (ауылда уны Әбделхаҡ тип йөрөттөләр) ижады ишәйә төшкәс, уның әҫәрҙәрен клубта үткән сараларҙа яңғырата башланыҡ, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырланыҡ. Йырламаҫлыҡмы ни? Бына, мәҫәлән:
Йәмле Күсей ауылы
Ирәндек буйҙарында.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Ҡайғырһам да, йыуанһам да,
Йөрөй ул уйҙарымда!
тигән һүҙҙәр тағы ҡайһы ауыл кешеләренә тәтей әле...
Эйе, беҙ уның шиғырҙары нурына ҡойоноп үҫтек, буй еткерҙек, бауыр ҡалҡыттыҡ. Әсәйем иһә, ауылыбыҙҙың тәүге совет уҡытыусыһы Әсмә Рәхмәтулла ҡыҙы Баймырҙина, ағайҙың тормошонан төрлө хәтирәләр һөйләп, бер нигә ҡарамай, тормоштоң ыжғыр елдәренә бирешмәй алға барырға кәрәк, йәшәү — батырҙар өлөшө, тигән хәҡиҡәтте күңелгә һеңдерҙе.
Кескәй көйө әсәйҙән ҡалған Хөснөлхаҡ, Абдулхаҡтарҙың аяныслы хәлдәре, уларҙың тырышып-тырмашып һуғыштан һуңғы ауырлыҡ йылдарында белем алып, юғары уҡыу йорттарын тамамлауы әҙ-мәҙ зиһене булған һәр үҫмергә оло һабаҡ ине. Ут уттан тоҡана тигәндәй, Абдулхаҡ ағай яулаған бейеклек, ҡаршылыҡтарҙы үтергә, һынау тоторға атлыҡҡан йәндәрҙе үҙенә тартып торған Ирәмәл түбәһеләй, үҙенә арбаны.
Һәм бына мин Өфөлә, Башҡорт дәүләт университеты студенткаһы. Ошо уҡыу йорто стеналарында Абдулхаҡ Игебаевтың “Ер-әсә” поэмаһын беренсе тапҡыр үҙенең уҡыуында ишетеү бәхетенә ирештем. Бына ул маһирлыҡ! Сәсәнлек кульминацияһы! Ер, ил, кешелек яҙмышы хаҡында тәрән борсолоуҙан тыуған шиғыр юлдарының юғары тулҡындары, үҙебеҙҙең мәжлес (тамаша) залында ултырыуыбыҙҙы оноттороп, йәндәребеҙҙе йыһанға күтәрҙе, йыһан бейеклегенән тороп, ҡурсыуға, йәлләүгә, ҡәҙерләүгә мохтаж планетабыҙҙы, гүйә, устарыбыҙға һалды. Әгәр Абдулхаҡ ағай ошо әҫәренән башҡа бер нимә ижад итмәгән хәлдә лә ул барыбер мәшһүр булыр ине, сөнки бар булмышы менән бөйөктәр генә ошондай әҙәм буйы етмәҫлек бейеклек яулай ала. Ошонда мин уны теге саҡ, өсөнсө класта уҡыған сағымдағы кеүек, яҡындан күрҙем.
Әлбиттә, йәй көндәре ул ғаиләһе менән ауылға килә ине. Тик ҡайҙа инде ул уның эргәһенә яҡын барыу! Ауыл балаһы бит оҙайлы каникул осоронда һирәгерәк күренгән һабаҡташынан да ятһырай, тартына. Ә бында баш ҡаланың үҙенән килгән ҡунаҡ. Етмәһә, шағир, китаптар яҙған кеше. Был юлы ла мин уға яҡын барып, мин фәлән фәләнованың ҡыҙы булам, тип әйтергә баҙнат итмәнем.
Ошо әҫәре өсөн ауылдашым Ғәлимов Сәләм исемендәге премияға лайыҡ булды һәм республикала билдәле шағир булып танылды.
Ижад эшенә тотонғансы уҡ Өфөнән китергә тура килгәнлектән, яҙыусылар һәм шағирҙар менән миңә яҡындан аралашыу форсаты теймәне. Шуға күрә ауылдаш шағирҙы шиғри кисәләрҙә генә күргеләп ҡалдым. Шулай ҙа Баймаҡ ерендәге бер осрашыу айырым-асыҡ булып хәтергә уйылған. Ул заманда миңә 40 йәштәр самаһы булып, уҡыусыларға ике-өс китабым аша таныш прозаик инем. Һикһән етенсеме, һигеҙенсеме йыл ине, буғай. Баймаҡ районы үҙенән сыҡҡан шәхестәрҙе йыйҙы ҡорға. Ҡайҙан һәм кемдәр генә килмәне. Һәр ҡунаҡҡа оҙатып йөрөргә бер кеше беркетелгән.
Мин был ҡорға ике кескәй улым менән килгәйнем, күрәһең, ҡалдырып китеү мөмкинлеге булмағандыр. Әлбиттә, был мәртәбәле ҡорҙоң иң абруйлы, иң мәртәбәле ҡунағы Абдулхаҡ Игебаев булды. Ғәҙәттәгесә, ул ҡатыны Маһиҙә еңгәбеҙ менән килгәйне. (Уларҙың айырым йөрөгән осрағын хәтерләмәйем). Бына шул ҡорҙа Абдулхаҡ ағай тураһында фильм ҡараныҡ: ул ҡасан ғына Баймаҡҡа килһә лә, аэропортта самолет трапына аяҡ баҫҡан сағынан уҡ төшөрөлә барған. Был уникаль кадрҙар кемдә һаҡланалыр — уныһы миңә мәғлүм түгел, әммә тыуған ерендә Абдулхаҡ ағайҙың үтә лә ҡәҙерле кеше булыуы — раҫ. Ҡәҙерле булды һәм ҡәҙерҙе күтәрә лә белде ағайыбыҙ. Ырыуына тап төшөрмәне.
Килгән ҡунаҡтар хөрмәтенә ауылдарҙа тирмәләр ҡоролдо, ҡаҙандар аҫылды, ҡурайсылар саҡырылды, хөрмәт итер аяҡсылар билдәләнде. Йәл, ошо саҡлы ҡәҙер-хөрмәтте яҡташ яҙыусыларыбыҙҙан Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Лилиә Һаҡмар, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева кеүек йәшерәк быуын вәкилдәре күрмәй ҡалды (ә, бәлки, күрәһеләре алдалыр әле!). Ижад кешеһе кеүек нескә күңелле, хис-тойғоға бай заттар өсөн был йыйын һис шикһеҙ күңел күген бейегәйтер, рухын байытыр бер сара булды.
Шунда, “Ирәндек” совхозы һыйлаған көндә, ағай менән бер өҫтәл янында Туғажман тауы аҫтында, Төйәләҫ йылғаһы ярында табындаш булыу бәхете лә насип булды. Тәүге уҡытыусыһы әсәйемде һорашты ул шунда, уның нескә күңелле, изге йөрәкле ҡатын булыуын, балалар йортона китеүендә лә уның ҡатнашлығы барлығын телгә алды, атайым Хизбулла Мөхәмәтҡоловтың мәшһүр йыраусы булыуын хәтерләне. Йырлауымды үтенде. Мин оялдым. Йырламаным. Хәҙер әҙерәк үкенәм...
Абдулхаҡ Игебаев үҙе йәшәгән заманды яратып, уның ҡанундарын үҙ итеп, тулы ҡанлы тормош менән йәшәүенән, мөхитенән, ғаиләһенән ҡәнәғәт ижадсы булды. Ҡәнәғәт булмаған кешенән йыр тыуамы ни? Ә ул яҙҙы, йырҙар яҙҙы, поэмалар ижад итте. Әммә был ҡәнәғәтлек тойғоһо бәндәләрҙәге йомшаҡ яҡтарҙы күреүҙән, көнсөллөк, ике йөҙлөлөк кеүек кеше күңеле төпкөлдәренә йәшеренгән иблистәрҙе фашлауҙан мәхрүм итмәне уны. Тик ул быларҙы фашлаған осраҡта ла үҙе булып ҡалды: кеше йөҙөнә бәреп уҡ атманы, ә бары тик сама тойғоһон боҙмайса ғына үҙенең күңел рәнйеүҙәрен әйтеп бирҙе. Был итәғәтлелек уның эске мәҙәнилегенән, зыялы зат булыуынан килә ине. Эйе, етемлек тә, етемлектә үткән тереклек тә уның эске донъяһын — ожмах баҡсаһын — емерә алманы. Кеше шатлығын уртаҡлаша, кеше бәхетенә шатлана белеүе уның ана шул мәңге сәскәлә ултырған күңел байлығының сағылышы булды.
Абдулхаҡ Игебаев хаҡында һөйләгәндә йәнә бер исемде телгә алмау мөмкин түгел һымаҡ. Ул да булһа, Маһиҙә апай Игебаева. Ағайыбыҙҙың ғүмерлек тормош юлдашы. Ижад кешеһенең ярты уңышы (бәлки, күберәге?) уның яртыһы булған заттандыр. “Китап” нәшриәтендә бихисап авторҙарҙың әҫәрҙәрен мөхәррирләп донъяға сығарыусы “кендек әбейе” Маһиҙә Игебаева шағир өсөн яҙмышына төшкән бүләк булды тиһәм, һис кенә арттырыу булмаҫтыр. Хатта мин Маһиҙә еңгәйҙе Абдулхаҡ ағайҙың йәшләй донъя ҡуйған әсәһенең рухы етәкләп алып килеп уның юлына сығарманымы икән, тип тә уйлап ҡуям. Булһа ла булыр: донъялыҡтан киткән ғәзиздәребеҙҙең йәне тереләрҙе ҡурсалай тиҙәр бит. Ә шағирҙың ҡыҙы, ғилем таратыу юлындағы Фәниә һәр саҡ уның ғорурлығы булды. Татыу, берҙәм, бер-береһен ихтирам итеүгә, яратыуға ҡоролған ғаилә оло шағирыбыҙ өсөн ҡәлғә лә, эсенә “бисмилла”һыҙ инергә ярамаған ҡурсаулыҡ та булды.
Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев – үҙе тыуып үҫкән Баймаҡ районы өсөн оло ғорурлыҡ. Хәтеремдә, мин Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһында эшләгән саҡта (1996—2000 йылдар) әҙәбиәт өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән ижадсылар өсөн район күләмендә Батыр Вәлид исемен йөрөткән премияның шартын (положениеһын) эшләп, Луиза Дәүләтшина менән хакимиәткә тапшырҙыҡ. Раҫланылар.
Шунан инде уның тәүге лауреаты, почетлы лауреаты итеп Абдулхаҡ Игебаевты билдәләнек. Йылдар үтте, ул премия йыл да лайыҡлы тип табылғандарға тапшырылып килә: районда “Игебай уҡыуҙары” тигән сара ла йылдың-йылы үтә. Ағайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күскәс, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡов етәкселегендә шағирҙың хәтерен мәңгеләштереү юҫығында байтаҡ саралар планлаштырҙы. Улар — шағирҙың тыуған ауылы Күсейҙә мемориаль таҡтаташ асыу; Баймаҡ ҡалаһының һәм Темәстең бер урамына уның исемен биреү; Күсей ауылы китапханаһына шағирҙың исемен биреү; Баймаҡ һәм Темәс тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында шағирҙың ижадына арналған мөйөш булдырыу; Күсей ауылы мәктәбендә шағирҙың ижадына һәм тормош юлына арналған музей-кабинет асыу; Баймаҡ ҡалаһында шағирға һәйкәл ҡуйыу һәм башҡалар. Әйтергә кәрәк, бында аталған сараларҙың күбеһе үтәлеү өҫтөндә: Баймаҡ ҡалаһының яңы бер урамы хәҙер шағир исемен йөрөтә, көҙ “Күсей феномены” тип аталған сараға килгән яҙыусылар Абдулхаҡ Игебаевтың мемориаль таҡтаташына тере сәскә шәлкеме һалып, бер минутлыҡ тынлыҡта торҙо. Хакимиәт башлығы Илшат Хәмит улы вәғәҙә итеүенсә, шағирҙың һәйкәлен асыу көнө лә йыраҡ түгел. Абдулхаҡ ағайҙың хәләл ефете Маһиҙә еңгәбеҙ һәм ҡыҙы Фәниә лә ҡәҙерлеләренең хәтер ҡуҙын тере тоторға тырыша: шағирҙың яҡын кешеләрен, яҡташтарын саҡырып, мәрхүмдең ҡырҡын, йыллығын уҡыттылар, ошо саралар оло шәхестең хәтерен мәңгеләштереү буйынса ла етди һөйләшеүгә нигеҙ һалды.
Ауылдаш шағир тураһында ошо яҙмаларҙы теркәгәндә уның атаһы Хажмөхәмәт ағай күҙ алдынан китмәне. Ауыл өйө. Урындыҡ. Ҡайҙалыр уны һике тиҙәр. Урындыҡ уртаһында – ашъяулыҡ, ширлектә еҙ самауыр әкрен генә, әңгәмәселәргә ҡамасауламай ғына үҙенә генә хас көй һуҙа. Ә әңгәмәселәр — атай һәм Ташмөхәмәт апа (атайҙан өлкән ир-атҡа беҙҙә “апа” тиҙәр). Әсәй тәүге сынаяҡтарҙы ғына үҙе яһап эсерә лә йомошо менән сығып китә. Самауыр янына атай үҙе ултырып ала. Сәйҙе яйлап һемерер тәм-том булмаһа ла, был мәжлес бик оҙаҡҡа һуҙыла, ҡайһы саҡ самауыр яңыртырға ла тура килә. Берсә ҡыҙып һөйләшәләр, берсә бер талай һүҙһеҙ ҡалып та ултыралар. Ике фронтовиктың әңгәмәһе был. Мин уларҙың хәбәренең төбөнә төшә лә, аңлай ҙа алмайым. Ҡайһы саҡ талсығып йоҡлап та китәм.
Яугир хәлен яугир аңлағандыр. Шул аңлау уларҙы берләштергәндер. Фашизм һөрөмөнән азат ителгән илдең киләсәге хаҡында ла, бөлгөнлөктө нисек еңеү хаҡында ла барғандыр әңгәмә. Ауыҙҙары икмәккә туймаһа ла, күңелдәре менән яҡты, матур, етеш киләсәк хаҡында булғандыр уйҙары. Шул киләсәк хаҡындағы хыялдарында беҙҙе, балаларын да, күҙ алдына килтергәндәрҙер. Улар Ватанына хеҙмәт итте. Ватансыллыҡ тойғоһон беҙгә лә ҡалдырып киттеләр. Шул тойғо ҙур булмаған Күсей ауылында тыуған малайҙан тыуған ерен, Ватанын һөйгән ир, зиһененән зирәклеге китмәгән аҡһаҡал яһаны һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры дәрәжәһенә еткерҙе. Үҙе китте. Мәгәр үлемһеҙ шиғырҙары заман менән ҡалды, замандаштарының уйында, телендә, йөрәгендә ҡалды.
Таңсулпан ҒАРИПОВА,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.