Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алтын туйға еткән кейәү-кәләш
Алтын туйға еткән кейәү-кәләш“Икәүләп сәй эсеп алайыҡ әле кәләш менән...” Яҡындарым янына ҡунаҡҡа ҡайтҡан һайын ошо һүҙҙәргә уянып китәм. Эйе, атайым өсөн әсәйем – һәр ваҡыт йәш кәләш. Һәм ошолай илле йыл дауам итә!

Эйе, февраль башында әсәйебеҙ Хәлиҙә Хөснөт­дин ҡыҙы менән атайыбыҙ Дияс Абдулла улы Әҙе­һәмовтарҙың алтын туйы. Бынан ярты быуат элек, оҙайлы бурандарҙан һуң, атай-әсәйебеҙҙең туйына көн асылып китә. Ҡояш нурҙарын сәскән ап-аҡ ҡарлы ма­тур мәл­дә йәштәр күрше ауылға никахын теркә­тергә китә. Ҡышҡы юлдан ярһып ат елә, сана­һындағы егет менән ҡыҙҙың йөҙҙә­рендә ал нурҙар уйнай, йөрәктәрендә ҡайнар мөхәббәт уты дөрләй. Ике яҡтан, ап-аҡ селтәр шәлдәрен елпеп, аҡ ҡайын­дар оҙатып ҡала, ә алда – ап-аҡ киңлек! Ошо баш­ланғыс һуҡ­маҡ йәштәр өсөн артабан бәхетле оҙон ғүмер юлына әй­лән­гән, сөнки, тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, ҡәҙерлеләребеҙ бөгөнгә тиклем үҙ­ҙә­ренең саф хистәрен һаҡлап, биргән вәғәҙәлә­ренә тоғро ҡалған.
Атай-әсәйебеҙ икеһе лә Баймаҡ районы­ның Юлыҡ ауылынан. Бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгәнлектән, улар бәләкәй­ҙән барлыҡ ауыр­лыҡтарҙы үҙ иңендә татып, хеҙмәттә сынығып, һы­нау­ҙарға бирешмәҫкә өйрәнеп үҫә. Юлыҡ ете йыл­лыҡ мәктәбен та­мам­лағас, әсәйем белем алыуын дауам итеү өсөн Беренсе Этҡолға уҡырға китә. “Зөл­хизә”, “Буранбай”, “Илсе Ғайса” кеүек ха­лыҡ йыр­ҙа­рын бик матур башҡарған була ул. Ә тап шул йылда һәләтле балаларҙы сәнғәт юлын һай­ларға өндәп, ауылдар буйлап комиссия йөрөй. Әсә­йем “Зөлхизә”не йырлап ишеттергәс, уны консерва­торияға саҡырып китәләр. Әммә олатайым менән өлә­сәйем, үҙҙәренең олоғайыуын сәбәп итеп, ҡыҙҙарын уҡырға ебәрмәй.
Ул заманда мәктәпте тамамлаған йәштәр ауылда ике йыл эшләргә тейеш була. Ниндәй генә хеҙмәт башҡарырға тура килмәй үҙҙә­ре­нә! Әсәйем, мәҫәлән, быҙау ҡараусы, тәр­биә­се, һатыусы булып эшләй, геологтарға ла яр­ҙам итеп йөрөй. Артабан иһә яҙмыш уны Стәр­летамаҡ дәүләт педагогия институтына илтә. Биш йылдан дипломлы йәш белгес тыуған яғына уҡытыусы булып ҡайта һәм бөтөн ғү­мерен белем биреүгә арнай.
Төптән егелгән ат шикелле эшләне әсәйем: дә­рес үткәреүҙән тыш, байрамдарға сығыш­тар әҙер­ләне, сценарийҙар яҙҙы, стена гәзит­тәре сығарҙы, балаларҙы походҡа, ағас ул­тыр­тыуға, бөрө йыйыуға, сөгөлдөр утауға йөрөттө, колхозға ярҙам күрһәтеүҙә алғы сафта булды, уҡыусылары менән һауын­сы­лар алдында концерт ҡуйҙы, агитатор бурысын үтәне һ.б. Нисек өлгөргәндер? Эштән тыш, биш бала әсә­һе, иренә яҡшы ҡатын, уңған хужабикә лә булған бит!
Атайым иһә Баймаҡ һөнәрселек училище­һын тамамлай, колхозда эшләй, Венгрияла хәрби буры­сын үтәй. Армиянан ҡайтҡас, йәнә эшкә сума: электрик, балта оҫтаһы, төҙөүсе... Белмәгән һөнәре юҡ уның. Юлыҡтағы барлыҡ өйҙәргә лә тиерлек атайымдың ҡул көсө һа­лын­ған. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте: үҙен колхоз етәкселеге һәр саҡ баһаланы, диңгеҙ бу­йына юллама менән дә бүләкләне.
Биш балаһын күҙ ҡараһылай һаҡлап, яҡлап үҫте­рҙе атайым. Беҙгә лә, әсәйемә лә ныҡлы терәк-таяныс булды. Физик яҡтан көслө, сы­ҙамлы ата­йымдың ауырып ятҡанын хәтер­лә­мәйем. Әсәйемде һәр саҡ ихтирам итте, ул­дарын да шуға өйрәтте. “Минең кәләш би­ҙән­мәһә лә матур”, – тип кенә ебә­рә ул хәҙер ҙә. Оҙаҡ йылдар татыу, матур йәшәү серен ҡә­ҙерлеләрем шулай аңлата: “Түҙемле, сы­ҙамлы булырға кәрәк. Берең әйткәнде икенсең тыңлағанда ғына тормош алға бара”.
Атай-әсәйебеҙ беҙҙе кешеләргә ҡарата иғтибар­лы, итәғәтле, ярҙамсыл булырға, эште тиҙ һәм сифатлы башҡарырға, һәр саҡ яуап­лы­лыҡ тойорға, хеҙмәт һөйөргә, туғандар­ҙың ҡәҙерен белергә, та­тыулыҡҡа ынтылырға, йыр-моң яратырға өйрәтте. Барыбыҙҙы ла уҡытты­лар. Һәр беребеҙ үҙ юлын табып, хә­ләл көс менән донъя ҡороп, балалар үҫ­те­реп, татыу йәшәйбеҙ. Атай-әсәйебеҙ иһә ба­ла­ларының, ун бер ейән-ейәнсәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, иғтибарын тойоп, Дәүләкән ҡалаһында ғүмер кисерә. Кистәрен әсәйем атайыма берәй фәһемле китаптан өҙөк уҡып ишеттерә; береһе сығып китеп оҙаҡлаһа, икен­сеһе тәҙрәгә ҡарай-ҡарай борсолоп көтөп ала...
Ҡәҙерлеләребеҙҙең алтын туйының Ғаилә йылына тап килеүе юҡҡа түгелдер. Тап ошондай ғү­мер буйы бергә йәшәгән, тормош юлын лайыҡлы үткән өлкән парҙарҙан өлгө алырға, уларҙан та­тыулыҡ, ырыҫ-бәрәкәт серҙәренә өйрәнергә тейеш­беҙҙер. Бәхетлеләр генә баш­ҡаларға бәхет өләшә ала бит.
Роза ХӨСНУЛЛИНА,
филология фәндәре кандидаты,
1-се гимназия уҡытыусыһы.

Нефтекама ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә