“Икәүләп сәй эсеп алайыҡ әле кәләш менән...” Яҡындарым янына ҡунаҡҡа ҡайтҡан һайын ошо һүҙҙәргә уянып китәм. Эйе, атайым өсөн әсәйем – һәр ваҡыт йәш кәләш. Һәм ошолай илле йыл дауам итә! Эйе, февраль башында әсәйебеҙ Хәлиҙә Хөснөтдин ҡыҙы менән атайыбыҙ Дияс Абдулла улы Әҙеһәмовтарҙың алтын туйы. Бынан ярты быуат элек, оҙайлы бурандарҙан һуң, атай-әсәйебеҙҙең туйына көн асылып китә. Ҡояш нурҙарын сәскән ап-аҡ ҡарлы матур мәлдә йәштәр күрше ауылға никахын теркәтергә китә. Ҡышҡы юлдан ярһып ат елә, санаһындағы егет менән ҡыҙҙың йөҙҙәрендә ал нурҙар уйнай, йөрәктәрендә ҡайнар мөхәббәт уты дөрләй. Ике яҡтан, ап-аҡ селтәр шәлдәрен елпеп, аҡ ҡайындар оҙатып ҡала, ә алда – ап-аҡ киңлек! Ошо башланғыс һуҡмаҡ йәштәр өсөн артабан бәхетле оҙон ғүмер юлына әйләнгән, сөнки, тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, ҡәҙерлеләребеҙ бөгөнгә тиклем үҙҙәренең саф хистәрен һаҡлап, биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалған.
Атай-әсәйебеҙ икеһе лә Баймаҡ районының Юлыҡ ауылынан. Бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгәнлектән, улар бәләкәйҙән барлыҡ ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татып, хеҙмәттә сынығып, һынауҙарға бирешмәҫкә өйрәнеп үҫә. Юлыҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, әсәйем белем алыуын дауам итеү өсөн Беренсе Этҡолға уҡырға китә. “Зөлхизә”, “Буранбай”, “Илсе Ғайса” кеүек халыҡ йырҙарын бик матур башҡарған була ул. Ә тап шул йылда һәләтле балаларҙы сәнғәт юлын һайларға өндәп, ауылдар буйлап комиссия йөрөй. Әсәйем “Зөлхизә”не йырлап ишеттергәс, уны консерваторияға саҡырып китәләр. Әммә олатайым менән өләсәйем, үҙҙәренең олоғайыуын сәбәп итеп, ҡыҙҙарын уҡырға ебәрмәй.
Ул заманда мәктәпте тамамлаған йәштәр ауылда ике йыл эшләргә тейеш була. Ниндәй генә хеҙмәт башҡарырға тура килмәй үҙҙәренә! Әсәйем, мәҫәлән, быҙау ҡараусы, тәрбиәсе, һатыусы булып эшләй, геологтарға ла ярҙам итеп йөрөй. Артабан иһә яҙмыш уны Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына илтә. Биш йылдан дипломлы йәш белгес тыуған яғына уҡытыусы булып ҡайта һәм бөтөн ғүмерен белем биреүгә арнай.
Төптән егелгән ат шикелле эшләне әсәйем: дәрес үткәреүҙән тыш, байрамдарға сығыштар әҙерләне, сценарийҙар яҙҙы, стена гәзиттәре сығарҙы, балаларҙы походҡа, ағас ултыртыуға, бөрө йыйыуға, сөгөлдөр утауға йөрөттө, колхозға ярҙам күрһәтеүҙә алғы сафта булды, уҡыусылары менән һауынсылар алдында концерт ҡуйҙы, агитатор бурысын үтәне һ.б. Нисек өлгөргәндер? Эштән тыш, биш бала әсәһе, иренә яҡшы ҡатын, уңған хужабикә лә булған бит!
Атайым иһә Баймаҡ һөнәрселек училищеһын тамамлай, колхозда эшләй, Венгрияла хәрби бурысын үтәй. Армиянан ҡайтҡас, йәнә эшкә сума: электрик, балта оҫтаһы, төҙөүсе... Белмәгән һөнәре юҡ уның. Юлыҡтағы барлыҡ өйҙәргә лә тиерлек атайымдың ҡул көсө һалынған. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте: үҙен колхоз етәкселеге һәр саҡ баһаланы, диңгеҙ буйына юллама менән дә бүләкләне.
Биш балаһын күҙ ҡараһылай һаҡлап, яҡлап үҫтерҙе атайым. Беҙгә лә, әсәйемә лә ныҡлы терәк-таяныс булды. Физик яҡтан көслө, сыҙамлы атайымдың ауырып ятҡанын хәтерләмәйем. Әсәйемде һәр саҡ ихтирам итте, улдарын да шуға өйрәтте. “Минең кәләш биҙәнмәһә лә матур”, – тип кенә ебәрә ул хәҙер ҙә. Оҙаҡ йылдар татыу, матур йәшәү серен ҡәҙерлеләрем шулай аңлата: “Түҙемле, сыҙамлы булырға кәрәк. Берең әйткәнде икенсең тыңлағанда ғына тормош алға бара”.
Атай-әсәйебеҙ беҙҙе кешеләргә ҡарата иғтибарлы, итәғәтле, ярҙамсыл булырға, эште тиҙ һәм сифатлы башҡарырға, һәр саҡ яуаплылыҡ тойорға, хеҙмәт һөйөргә, туғандарҙың ҡәҙерен белергә, татыулыҡҡа ынтылырға, йыр-моң яратырға өйрәтте. Барыбыҙҙы ла уҡыттылар. Һәр беребеҙ үҙ юлын табып, хәләл көс менән донъя ҡороп, балалар үҫтереп, татыу йәшәйбеҙ. Атай-әсәйебеҙ иһә балаларының, ун бер ейән-ейәнсәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, иғтибарын тойоп, Дәүләкән ҡалаһында ғүмер кисерә. Кистәрен әсәйем атайыма берәй фәһемле китаптан өҙөк уҡып ишеттерә; береһе сығып китеп оҙаҡлаһа, икенсеһе тәҙрәгә ҡарай-ҡарай борсолоп көтөп ала...
Ҡәҙерлеләребеҙҙең алтын туйының Ғаилә йылына тап килеүе юҡҡа түгелдер. Тап ошондай ғүмер буйы бергә йәшәгән, тормош юлын лайыҡлы үткән өлкән парҙарҙан өлгө алырға, уларҙан татыулыҡ, ырыҫ-бәрәкәт серҙәренә өйрәнергә тейешбеҙҙер. Бәхетлеләр генә башҡаларға бәхет өләшә ала бит.
Роза ХӨСНУЛЛИНА,
филология фәндәре кандидаты,
1-се гимназия уҡытыусыһы. Нефтекама ҡалаһы.