Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дала киңлеге күңелдәренә күскән
Дала киңлеге күңелдәренә күскәнРөстәм ХӘЙРУЛЛИН, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы:
— Районыбыҙҙа эшһөйәр халыҡ йәшәй, тәбиғәттең ҡырыҫлығына ҡарамай, элек-электән ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Уны артабан да үҫтерергә кәрәк. Бары тик беҙҙә генә иң юғары ҡаты сортлы бойҙай үҫә. Далаларҙың киңлеге хәйбуллаларға ла күскән: улар киң күңелле, йомарт, иҫ киткес ҡунаҡсыл, дәртле, эш һөйөүсән, тура һүҙле, сәмле. Бөгөн районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа “йәшел юл” асылған, теләге булған һәр кеше үҙ эшен башлай ала, хакимиәт тарафынан ярҙам күрһәтелә. Райондың баш ҡаланан алыҫ урынлашыуы ҙур мәшәҡәт тыуҙырһа ла, Хәйбулла халҡы мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә күнеккән. Районда тау сәнәғәте предприятиелары — “Башҡорт баҡыры”, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре төбәктең иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә.
2011 — 2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереүҙең урта ваҡытлы комплекслы программаһы ла райондың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Районда яңы социаль объекттар, йорттар төҙөлә икән, тимәк, ул үҫешә, алға бара.

Дала киңлеге күңелдәренә күскәнТупраҡты “тере” килеш һаҡлау отошло

Һәр төбәктә ошо яҡтың тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылған алым менән иген үҫтергән ер хужаларын осратырға мөмкин. Хәйбулла районының билдәле агрономы Анатолий Лоскутов, мәҫәлән, игенселектә химия ҡулланыуға ҡаршы булыуы, уны бөтөнләй файҙаланмауы менән билдәле.
— Беҙҙең тәбиғәт һиҙгер, — тип башланы һүҙен Анатолий Иванович. — Һәр ғәмәл бер-береһенә бәйле. Бер генә быуыны юҡҡа сыҡһа ла, бар сылбырҙың тарҡалыу хәүефе тыуа. Ер — тере организм. Ғалимдар иҫбатлауынса, бер гектар ерҙә 20 тоннаға яҡын тереклек бар. Әгәр ҙә ер тере икән, ул үҫемлек, бөжәк ҡалдыҡтарынан серетмә йыйып, үҙ-үҙен кәрәкле матдәләр менән туҡландыра. Билдәле агроном Терентий Мальцев әйтеүенсә, “уңыш яҡшырған һайын, тупраҡтың уңдырышлылығы ла күтәрелә”. Ул шулай булырға тейеш тә. Ерҙе эшкәртеү игенселек системаһы өсөн бик мөһим. Уның технологияһы климат шарттарына, культураларҙы эшкәртеү үҙенсәлектәренә, уларҙы сәсеү урынына бәйле. Крәҫтиән хужалыҡтарында тупраҡты күп сығым түгеп тә дөрөҫ, системалы эшкәртмәү көткән һөҙөмтәләргә килтермәй, ә ҡайһы саҡта зыянлы ла була. Шунлыҡтан мин ерҙе эшкәртеү ысулын урындағы ҡоро климат шарттарына, эрозияға бирешеүсәнлегенә, баҫыуҙарҙың ҡыйланыуына ҡарап һайлайым.
“Химик эшкәртеү ҡулланмағас, нисек баҫыуҙарҙы таҙа тоторға һәм юғары уңыш алырға мөмкин?” — тип ҡыҙыҡһыныусыларға Анатолий Лоскутов аҙ баҫыулы сәсеү әйләнешен индерергә, ҡуҙаҡлы үләндәрҙе сәсергә һәм пар ерҙәрен ҡалдырырға кәңәш итә, сөнки ҡуҙаҡлы үләндәр атмосфералағы азотты үҙләштерә, ә пар ерҙәре тупраҡҡа ял итергә мөмкинлек бирә, шуға күрә дөйөм иген майҙанының 20 процентын булһа ла парға ҡалдырыу мотлаҡ, тип иҫәпләй оҙаҡ йылдар ошо алымдарҙы ҡулланған тәжрибәле агроном.
Химияһыҙ ҙа мул уңыш алыу юлын үҙ тәжрибәһе менән иҫбатлаған Анатолий Лоскутов ер хужаларына әлеге системаны ҡулланырға кәңәш итә. Беренсенән, баҫыуҙы химик эшкәртеү ҡиммәткә төшә, икенсенән, ерҙең структураһы боҙола. Минераль ашлама, химикат ҡулланыу зарарлы тип иҫәпләмәгәндә лә, ҡоро климатта дым етешмәгәс, улар тупраҡҡа һеңмәй, ойошҡан ҡатлам барлыҡҡа килтерә. Өсөнсөнән, химик эшкәртеү өсөн махсус техника, химик ҡатнашмаларға сығымдар ҙа күп китә. Баҫыуҙарҙы ике тапҡыр культивациялау осһоҙораҡҡа төшә.
Хәйбулла игенсеһенең эш тәжрибәһе менән танышырға, уның алымын ҡулланырға теләүселәр байтаҡ. Кәңәш, ярҙам һорап килеүселәргә Анатолий Лоскутов бер ҡасан да “юҡ” тимәй. Экологик яҡтан таҙа продукт етештергән, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡарашта булған ер кешеләренә илебеҙҙә әлегә тейешле баһа ғына юҡ. Дөрөҫ, Анатолий Лоскутовтың эшен район хакимиәтендә юғары баһалайҙар һәм ярҙам күрһәтәләр.
Шуны ла әйтергә кәрәк: бына инде нисә йылдар Лоскутов етәкселек иткән “Воздвиженка” йәмғиәте эшселәре үҙҙәре үҫтергән химияһыҙ игендән етештерелгән ондан ғына икмәк бешерә. Химикат ҡоротҡостарға, ҡый үләндәренә ҡаршы көрәшеүҙә нисек кенә ярҙам итмәһен, һаулыҡ өсөн файҙа килтермәйәсәк. Ә һаулыҡ — иң ҙур байлыҡ. Ошоно күҙ уңында тотҡанда, Хәйбулла районының тәжрибәле агрономының алымы хаҡында уйланырға урын бар.

Дала киңлеге күңелдәренә күскән“Башҡорт баҡыры” ҡаҙнаны байыта

Райондың бөгөнгө социаль-иҡтисади үҫешен “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Предприятиелар етештереү ҡеүәтен уңышлы арттыра, технологияларҙы яңырта, тауар сифатын яҡшырта. Райондың байтаҡ кешеһенең яҙмышы Бүребай ауылының үткәне һәм киләсәге, тау металлургияһы тармағы менән тығыҙ бәйләнгән.
“Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, нигеҙҙә, район халҡы эшләй. Бер вахтала ғына 700-ҙән ашыу эшсе йәлеп ителә. Йәмғиәт етәкселеге менән район хакимиәте араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған: мәғариф учреждениеларына, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ла бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын тамамлаусылар “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшкә ҡалырға ынтыла һәм яңылышмай. Йәштәрҙең белемен арттырыу маҡсатында Магнитогорск, Екатеринбург тау университеттарына уҡырға инеү өсөн йүнәлтмә бирелә. Предприятиела эҙмә-эҙлекле, социаль йүнәлешле эш алып барыла. Торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итешәләр. Эшселәре хаҡында хәстәрлек күргән, уларҙың хеҙмәтен тейешенсә баһалаған, район халҡын эш менән тәьмин итеүгә өлгәшкән “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте райондың иң ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеһына әүерелгән.

Дала киңлеге күңелдәренә күскәнИке ауылда — уртаҡ шатлыҡ

Уҡыу йылы тамамланыуға яҡынлашҡан көндәрҙә Ғәлиәхмәт һәм Ивановка ауылдары халҡы уртаҡ шатлыҡ кисерҙе: яңы төҫ алған белем усаҡтары ҡабаттан үҙ ишектәрен асты.
Уҡыусыларҙың ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡый. Ниһайәт, улар заманса йыһазландырылған класс бүлмәләре, иркен спорт залы, ашханаһы булған мәктәптә белем аласаҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ғәлиәхмәт мәктәбендәге интернатҡа ла капиталь ремонт яһалған. Күрше Аҡъюл, Урыҫбай, Аҡназар ауылынан йөрөп уҡыусы балалар өсөн хәҙер бында һәйбәт шарттар булдырылған: иркен һәм йылы йоҡо бүлмәләре, бөтөн уңайлыҡтары булған ял бүлмәһе, уҡыу залы бар, һыу үткәрелгән. Ғәлиәхмәт мәктәбен төҙөкләндереүгә республика һәм район ҡаҙнаһынан 9,6 миллион һум аҡса тотонолған. Быйылғы биш сығарылыш уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңы күркәм белем усағында яңғыраясаҡ.
Бөгөн 138 бала белем алған Ивановка мәктәбенә лә капиталь ремонт эшләнгән. “Стройстандарт” (директоры — В. Титаренко) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәре балалар өсөн мөғжизә тыуҙырғанмы ни?! Ивановка мәктәбен төҙөкләндереү 25 миллион һумға төшкән. Мәктәп директоры Т. Атановтың әйтеүенсә, мәктәп күптән үк авария хәлендә тип танылған булған. Ана-бына емерелеп төшә, тигән хәүеф менән коллективҡа әллә нисә йыл дауамында эшләргә тура килә. Әммә уларҙың “аһ-зарын” ишетеүсе табылмай, тик район хакимиәте башлығы булып Рөстәм Хәйруллин эш башлағас, боҙ урынынан ҡуҙғала. Тиҙ арала республика һәм район хакимиәте ярҙамы менән бына тигән бина ҡалҡып сыға. Бәхетленең ҡунағы бер көндә, ти халыҡ мәҡәле. Бер көндә ике ауыл халҡы уртаҡ ҡыуаныс кисерҙе һәм мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.

Дала киңлеге күңелдәренә күскән“Эфирҙа — Аҡъяр телевидениеһы!”

Аҡъяр телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре бына инде биш йыл хәйбуллаларҙы аҙнаһына дүрт тапҡыр “зәңгәр экран”дан сәләмләй.
Район яңылыҡтары, алтын ҡуллы оҫталар, уңған хужабикәләр, баҫыу алдынғылары, эшҡыуарҙар һәм уҡытыусылар, абруйлы хужалар һәм күренекле шәхестәр тиһеңме — барыһы хаҡында күрһәтә Аҡъяр телевидениеһы. Шунлыҡтан уны һәр йортта көтөп алалар һәм яратып ҡарайҙар.
Туғыҙ кешенән торған йәш, дәртле коллективҡа Данил Аҡылов етәкселек итә.
— Төп маҡсатыбыҙ — халыҡҡа ваҡытында дөрөҫ һәм йөкмәткеле яңылыҡтарҙы еткереү, — ти Данил Зиннур улы. — Телевидение бер урында тапанырға тейеш түгел, шуға күрә һәр көн эҙләнеү менән үтә, заманса технологияларҙы үҙләштерәбеҙ. Республика буйынса уҙғарылған төрлө конкурста ҡатнашып ҡына ҡалмайбыҙ, эштәребеҙҙе Рәсәй телеканалдарында үткән бәйгеләргә лә ебәрергә тырышабыҙ, төрлө район һәм ҡала телевидение хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, — тип таныштырҙы артабан ул.
Күптән түгел Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары, Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары араһында “Атайсал мөғжизәһе” тип аталған конкурс ойошторолған. Уның шарттарына ярашлы, һәр район һәм ҡала халҡы мөғжизә тип иҫәпләгән тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында сюжет ебәрергә тейеш була. Аҡъяр телевидениеһы әҙерләгән ике сюжет иң күп тауыш йыя. Хәбәрсе Фәнилә Бәшированың урындағы легендаларға таянып эшләгән “Турат сағылы” һәм телевидениеның монтажлаусы режиссеры Рөстәм Иманғоловтың “Ҡайынҡабаҡ — боронғо диңгеҙ төбө” тип аталған эштәре “Атайсал мөғжизә”ләре тип билдәләнә. Шулай уҡ яҙғы сәсеү барышын яҡтыртыуҙа Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған конкурста икенсе урынды яулауҙары ла — коллектив өсөн оло ҡыуаныс!
Телевидениеға район хакимиәте яғынан иғтибар һәм ярҙам ҙур. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, сөнки ойошма әлегә тик район ҡаҙнаһы иҫәбенә көн күрә. Хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре лә төрлө юл эҙләй, предприятиелар менән берлектә реклама әҙерләй. Ғөмүмән, Аҡъяр телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре замандан артта ҡалмай, киреһенсә, бер аҙым алдан барырға тырыша. Берҙәм коллективтың тағы ла оло еңеүҙәр яуларына, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сюжеттар, хәйбуллаларҙы ғына түгел, ә тотош республика халҡын таң ҡалдырырлыҡ тапшырыуҙар күрһәтәсәгенә ышаныс бар.

Дала киңлеге күңелдәренә күскәнҠыҙҙарға рөхсәт ителмәй

Спорттың ниндәй генә төрө юҡ: кемгәлер йүгереү оҡшай, икенселәр милли көрәште үҙ итә, бәғзеләр футбол уйнай. Әммә таһыллыҡты һәм сослоҡто талап иткән, ауыр спорт төрҙәренең береһе булған боксты тик көслөләр һәм ныҡыштар ғына һайлай.
Хәйбулла районында спорттың был төрө алға киткән. Аҡъяр ауылындағы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, спорт мастеры Урал Казбеков етәкләгән бокс секцияһына үҫмерҙәр теләп йөрөй. Ә бокс менән шөғөлләнергә теләүсе ҡыҙҙарҙы тренер ҡабул итмәй.
— Ҡыҙҙар — буласаҡ әсәләр, шунлыҡтан уларға был спорт төрө менән шөғөлләнергә рөхсәт итмәйем, — ти Урал Рәмил улы. — Бокста көс ҡулланыла, гүзәл заттарҙың матурлығына ғына түгел, һаулығына ла зыян килтерелеүе ихтимал.
Бөгөн төрлө йәштәге һәм ауырлыҡтағы 30 бала, бокс бирсәткәләре кейеп, үҙ-үҙеңде һаҡлау серҙәрен өйрәнә. Спорт төрҙәре буйынса йәрәхәт алыу ихтималлығы ҙур булғанлыҡтан, бокс менән шөғөлләнеүселәргә тәүге көндәрҙән үк дәғүәсеңдән үҙ-үҙеңде һаҡлау алымдарына өйрәнеү мотлаҡ. Бының өсөн көндәлек күнекмәләр оҙайлы сәғәттәргә һуҙыла. Ныҡышмаллыҡтың ғына уңышҡа килтереүен аңлай Урал Рәмил улының тәрбиәләнеүселәре.
1999 йылдан алып бокс түңәрәге алып барған тренерҙың ҡаҙаныштары ҙур. 14 өйрәнсегенең бокс буйынса спорт мастеры исемен алыуы — хеҙмәтенә иң оло баһа. Улар араһынан икәүһе бокс буйынса Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәй. Былтыр Анапа ҡалаһында үткән 1992–1993 йылдарҙағы йәштәр араһындағы Рәсәй беренселегендә Айнур Әхмәров өсөнсө урынды яулаған. 2008 йылда Краснодар крайының Тимашевск ҡалаһында үткән турнирҙа ҡатнашып, Айтуған Көнсыуаҡов беренселекте алып ҡайтҡан. Ғөмүмән, ярыштарҙан призлы урынһыҙ ҡайтҡандары юҡ. Бәйгелә ҡатнашыр өсөн ҙур ғына сығым кәрәклеген һәр кем аңлай торғандыр. Шунлыҡтан тренер районда спортты үҫтереүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн район хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллинға, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселегенә оло рәхмәтле.
Тәжрибәле тренер Урал Казбековтың Хәйбулла районының бер нисә быуын спортсыларын үҫтереп кенә ҡалмай, уларҙы ил кимәлендәге ярыштарға алып сығыуына, Рәсәй спорт мастеры нормативтарын үтәрлек алмашсылар тәрбиәләй алыуына “афарин” тиергә генә ҡала.

Дала киңлеге күңелдәренә күскәнҠурайы ла ҡурайы...

Хәйбулла районы мәшһүр ҡурайсылары менән дан тота. Районда йыл һайын Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика конкурстары лауреаты, ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы үтә.
Бөгөн мәшһүр ҡурайсының юлын уның балалары лайыҡлы дауам итә. Подольск ауылындағы “Түңгәүер” ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, оҫтаның юлын дауам итеүсе улдарының береһе Риф Дилмөхәмәтов күптән түгел ҡурай яһай башлаған. Бала саҡтан атаһының ҡурай яһауын күреп, күңеленә һалып барған кешегә был шөғөлгә тотоноу ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған. Үҙе лә — оҫта ҡурайсы. Риф ағайҙың ҡурай яһарға батырсылыҡ итеүе юҡҡа түгел. Һуңғы йылдарҙа был кәсепкә тотоноусылар күбәйҙе, әммә сифатҡа зыян килә. Боронғо шөғөлдө табыш сығанағына әйләндереп, хатта үҙе яһаған ҡурайында өрә лә белмәгән (уйнау тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин дә түгел) кешенең уйын ҡоралында сәхнәлә уйнап булмай, тауыш тейешенсә сыҡмай. Уҡыусыларҙы ҡурай серҙәренә өйрәтеүсе Риф Сәйфулла улына бындай күренеш яҡшы таныш. Уҡыусылары ҡурай һатып алып та, башҡарыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп тыуғас, ниңә үҙемә яһап ҡарамаҫҡа, тигән уйға килә. Ҡатыны Әлфиә Фәрит ҡыҙы ла уның фекерен хуплай. Оҫта уйын ҡоралы әҙер булғас үҙе уйнап ҡарай, атаһынан алған белемен ҡулланып, уның ҡурайҙарына оҡшатып эшләргә тырыша. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй: илебеҙҙең төрлө төбәгенән заказдар яуа башлай — эшләп кенә өлгөр. Әммә ваҡыты наҡыҫ оҫтаның: көн һайын район үҙәгенә йөрөп эшләй, ҡурайсылар ансамблендә йәштәргә дәрес бирә.
Бөгөн республикала ҡурай сәнғәтенә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк, тип һөйләһәк тә, ҡурайсыға иғтибар юҡ. Уның хеҙмәте тейешенсә баһаланмай, күп урындарҙа түңәрәк алып барған өсөн түләнмәй. Ҡурайсының күңелен ошо мәсьәләләр ҙә борсой. Район хакимиәте ярҙамы менән ул ҡурай яһауға тотонған, тик артабан эште күтәреп алыусы табылырмы?! Милли уйын ҡоралын һаҡлап, серҙәрен йәш быуынға тапшыра килеүселәр һәм уны дөрөҫ итеп яһаусылар хәстәрлек тойорға тейеш.

Дала киңлеге күңелдәренә күскәнБеҙҙең атаҡлы “Еңмеш”

Кем тиһегеҙме? Ул — Аҡъярҙың 2-се мәктәбенән IV “Б” класы уҡыусыһы Ғәлимйән Мәмбәтов.
Юҡ-юҡ, үҙе еңмеш түгел. Киреһенсә, тырыш, уңған уҡыусы, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан үҫмерҙәрҙең береһе. Әле Ғәлимйән Германияға барырға әҙерләнә, шунлыҡтан уҡыу йылын тиҙерәк тамамларға ашҡына. “Ниндәй Германия?” — тип аптырама әле, уҡыусым. Ул бит Айнур Асҡаровтың “Еңмеш” фильмында төп ролдәрҙең береһен башҡарған — Илнур исемле малай булып уйнаған.
Аҡъяр егете Айнур Асҡаров “Еңмеш” фильмы менән төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашҡан. Әйткәндәй, яҡташыбыҙҙың ижад емеше — Каннылағы фестивалдә күрһәтелгән башҡорт телендәге беренсе кино. Һиндостанда уҙған “БРИКС илдәренең кинодиалогы-2012” фестивалендә ҡыҫҡа метражлы фильм гран-приға лайыҡ булды, Ғәлимйән “Ир-ат ролен иң шәп башҡарыусы” номинацияһында беренсе урынды алды. Әле режиссер Айнур Асҡаров “кескәй йондоҙ”ҙо Германияла уҙасаҡ сараға алып барырға йыйына.
Тәүге эш хаҡына Ғәлимйән Мәмбәтов велосипед, коньки алып ҡыуанһа, әле сит илде күрергә ашҡына.
Махсус битте Кәримә Усманова әҙерләне




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840