Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 23 — 29 апрелгә йондоҙнамә
Аҙнаның ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙегеҙҙә тауҙар артылырлыҡ дәрт-дарман тойорһоғоҙ, ҡыйыулыҡ күрһәтеп, алдынғы позицияны яуларһығыҙ. Быға тиклем һүҙегеҙгә ҡолаҡ һалмаған хеҙмәттәштәрегеҙ ҙә һеҙҙе тыңлар, һығымта яһар. Төрлө башланғыстар өсөн уңышлы аҙна, белемегеҙҙе һәм тәжрибәгеҙҙе тулыһынса ҡуллана алаһығыҙ.
Шәхси тормошта яңылыҡтарға әҙерһегеҙ. Бәлки, быға тиклем булған мөнәсәбәттәрҙе һанламай, башҡа берәү менән мауығып китерһегеҙ – бының һөҙөмтәһе кире булыуы ихтимал.
Дүшәмбе – әүҙем көн, әммә аныҡ планығыҙ булмаһа, әллә ни ҡыйрата алмаҫһығыҙ. Шишәмбе яратмаған эштәр ҙә еңел генә башҡарылыр. Шаршамбы ҡабаланмауығыҙ хәйерле. Кесаҙна, талап итмәйҙәр икән, бушты-бушҡа ауҙарырға әҙерһегеҙ. Йома йәнегеҙ теләгән шөғөлгә генә тотоноғоҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Һеҙҙе аңларҙар тип көтмәгеҙ: бер ни тиклем һыуынып өлгөргән мөнәсәбәттәрҙе яңыртырға тура килер.

Буға (21.04 – 21.05)


Шәхси тәнҡиткә төшөп китмәгән осраҡта, бәхәс – ифрат әһәмиәтле ғәмәл. Фекерегеҙҙе тауыш күтәрмәй генә еткерегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Хәл-ваҡиғаларҙың һеҙгә ҡаршы булыуы бар йәки һеҙ бөтөнләй икенсе һөҙөмтәне күҙаллағанһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һеҙгә артыҡ иғтибар кәрәк түгел: барыбер үҙегеҙ теләгән тәьҫирҙе ҡалдыра алмаясаҡһығыҙ. Әңгәмәсегеҙ етеҙ генә икенсе темаға күсәсәк.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)


Аҡса иҫәп ярата. Нисек кенә булмаһын, барыбер өҫтәмә килем эҙләргә тура киләсәк.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Көсөгөҙҙө дөрөҫ баһаламайһығыҙ һәм хәлдән килмәҫлек эшкә тотонаһығыҙ. Үҙегеҙҙе генә түгел, башҡаларҙы ла уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыуығыҙ ихтимал – уйланығыҙ!

Үлсәү (24.09 – 23.10)


Ҡатмарлы аҙна. Бәлки, һеҙҙе тикшерә башларҙар. Быны хоҡуҡтары булған кешеләр эшләһә лә, һеҙ дәғүә белдерерһегеҙ.

Саян (24.10 –22.11)

Нисек кенә булмаһын, барыһы ла – яҡшыға. Башта, әлбиттә, улай тойолмаҫ, әммә аҙаҡ барыһын да аңларһығыҙ һәм бик шатланырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)


Аҙнаның төп ҡағиҙәһе – паникаға бирелмәҫкә: эшкә ҡамасауларһығыҙ. Түҙемлерәк булығыҙ.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)


Аҙна проблемаһы – дөрөҫ мәғлүмәт булмауҙа. Ошоға бәйле, эшегеҙҙе бер нисә ҡабат үҙгәртергә тура килер.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Үҙ проблемаларығыҙ эсендә генә ҡайнауығыҙ насар: фекерҙәштәрегеҙҙе юғалтыуығыҙ ихтимал. Бер үҙегеҙ генә көрәшергә әҙерһегеҙме һуң?

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна яңы эш урыны эҙләү менән үтер. Һәләтегеҙҙе тулыһынса асырлыҡ проектҡа юлығырһығыҙ.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә