Аҙнаның ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙегеҙҙә тауҙар артылырлыҡ дәрт-дарман тойорһоғоҙ, ҡыйыулыҡ күрһәтеп, алдынғы позицияны яуларһығыҙ. Быға тиклем һүҙегеҙгә ҡолаҡ һалмаған хеҙмәттәштәрегеҙ ҙә һеҙҙе тыңлар, һығымта яһар. Төрлө башланғыстар өсөн уңышлы аҙна, белемегеҙҙе һәм тәжрибәгеҙҙе тулыһынса ҡуллана алаһығыҙ.
Шәхси тормошта яңылыҡтарға әҙерһегеҙ. Бәлки, быға тиклем булған мөнәсәбәттәрҙе һанламай, башҡа берәү менән мауығып китерһегеҙ – бының һөҙөмтәһе кире булыуы ихтимал.
Дүшәмбе – әүҙем көн, әммә аныҡ планығыҙ булмаһа, әллә ни ҡыйрата алмаҫһығыҙ. Шишәмбе яратмаған эштәр ҙә еңел генә башҡарылыр. Шаршамбы ҡабаланмауығыҙ хәйерле. Кесаҙна, талап итмәйҙәр икән, бушты-бушҡа ауҙарырға әҙерһегеҙ. Йома йәнегеҙ теләгән шөғөлгә генә тотоноғоҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)Һеҙҙе аңларҙар тип көтмәгеҙ: бер ни тиклем һыуынып өлгөргән мөнәсәбәттәрҙе яңыртырға тура килер.
Буға (21.04 – 21.05)Шәхси тәнҡиткә төшөп китмәгән осраҡта, бәхәс – ифрат әһәмиәтле ғәмәл. Фекерегеҙҙе тауыш күтәрмәй генә еткерегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Хәл-ваҡиғаларҙың һеҙгә ҡаршы булыуы бар йәки һеҙ бөтөнләй икенсе һөҙөмтәне күҙаллағанһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)Һеҙгә артыҡ иғтибар кәрәк түгел: барыбер үҙегеҙ теләгән тәьҫирҙе ҡалдыра алмаясаҡһығыҙ. Әңгәмәсегеҙ етеҙ генә икенсе темаға күсәсәк.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)Аҡса иҫәп ярата. Нисек кенә булмаһын, барыбер өҫтәмә килем эҙләргә тура киләсәк.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09) Көсөгөҙҙө дөрөҫ баһаламайһығыҙ һәм хәлдән килмәҫлек эшкә тотонаһығыҙ. Үҙегеҙҙе генә түгел, башҡаларҙы ла уңайһыҙ хәлдә ҡалдырыуығыҙ ихтимал – уйланығыҙ!
Үлсәү (24.09 – 23.10)Ҡатмарлы аҙна. Бәлки, һеҙҙе тикшерә башларҙар. Быны хоҡуҡтары булған кешеләр эшләһә лә, һеҙ дәғүә белдерерһегеҙ.
Саян (24.10 –22.11)Нисек кенә булмаһын, барыһы ла – яҡшыға. Башта, әлбиттә, улай тойолмаҫ, әммә аҙаҡ барыһын да аңларһығыҙ һәм бик шатланырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)Аҙнаның төп ҡағиҙәһе – паникаға бирелмәҫкә: эшкә ҡамасауларһығыҙ. Түҙемлерәк булығыҙ.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)Аҙна проблемаһы – дөрөҫ мәғлүмәт булмауҙа. Ошоға бәйле, эшегеҙҙе бер нисә ҡабат үҙгәртергә тура килер.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)Үҙ проблемаларығыҙ эсендә генә ҡайнауығыҙ насар: фекерҙәштәрегеҙҙе юғалтыуығыҙ ихтимал. Бер үҙегеҙ генә көрәшергә әҙерһегеҙме һуң?
Балыҡ (20.02 – 20.03)Аҙна яңы эш урыны эҙләү менән үтер. Һәләтегеҙҙе тулыһынса асырлыҡ проектҡа юлығырһығыҙ.
Өмөтбикә.