Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ысыҡ һутлы ҡисса
Ысыҡ һутлы ҡиссаРәшиҙә Шәмсетдинованың быйыл Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Ысыҡ һутындағы ҡисса” китабы бөгөнгө поэзиябыҙға йәм өҫтәп кенә ҡалманы, ә уның бәҫен, мәртәбәһен күтәргән баҫма булды.


Әҙибәнең шиғ­риәтендә мө­хәб­бәт, ғаилә, әсәлек тойғо­һо тәбиғи, нес­кә һәм тәрән са­ғыл­ды­рыла. Ҡа­тын-ҡыҙ­ға ғына хас нә­зә­кәт­лек һәм ихласлыҡ менән һуғарылған йөрәк һүҙҙәре йөрәккә барып етә.
Дөйөм алғанда, шағи­рәнең лири­ка­һы күңел йылыһы менән нағыш­лан­ған. Шуға ла ул нур­ҙар һибеп бал­ҡыған ҡояш һымаҡ үҙенә тартып, ылыҡ­тырып тора. Китапты ҡул­ға алыу менән бер һыуһында “эсеп” бө­төрә­һең! Шиғриәттең көсө шулай ҡөҙрәтле, илаһи ул!
Рәшиҙә — бөгөн үҙ-үҙен тапҡан, мул емеш бирә торған бай ижадлы әҙибә. Уны­һы үтә лә серле һәм шул уҡ ваҡытта ҡәҙерле лә. Әйҙә хеҙмәт итһен ул халҡы­быҙға! Ысыҡ һутына ҡисса яҙыр дәрәжәгә етә алғас, был донъяға, әҙәбиәткә юҡҡа килмә­гән, тимәк. Ысын әҙәбиәтте һәләтле­ләр генә тыуҙыра. Был ҡанунды белә­беҙ.
Китабында шағирә фани донъя­ның бөт­мәҫ серҙәрен, тормоштоң асы­лын эҙ­ләр­гә тырышыуын – ба­ры­һын да поэтик табыш­тарға, һүҙ сән­ғәте юғарылығына күтәрә. Иң мөһиме — уларҙы хәтерҙә ҡал­ды­­рырлыҡ образлы, тапҡыр итеп әйтә белә. Төрлө ки­мәл­дә поэтик буяу­ҙар, үҙен­сә­лекле метафоралар, шиғ­ри формалар ҡул­ланыуы уның яҙғанын бүтәндәр менән бутарға мөмкинлек бирмәй. Ә теле шундай һутлы! Бешеп өҙөлөп төшкән ҡып-ҡыҙыл ер еләге тәме килә унан.
Шағирә донъя, тормош, изгелек, хаҡ­лыҡ, яманлыҡ тура­һында үҙе генә уйланып ҡал­май, ә баш­ҡаларҙы ла уйлан­дырырға мәжбүр итә. Бына ҡайҙа һүҙҙең ҡөҙрәтле көсө!
ХХI быуаттың әсе проб­лема­һы – эскелек темаһын, ғәҙәттә, проза әҫәр­ҙәрендә генә яҡ­тыр­тып була һы­маҡ. Әммә ша­ғирә ике-өс строфалы ши­ғырҙа ла ошо глобаль проблеманы асып һа­лыуға өлгәш­кән (“Илемде һа­ғынып ҡайттым”, “Тоғро­лоҡҡа мәҙ­хиә”, “Шайтан ту­йы”, “Ҡәҙер” һ.б.).
Ә бына “Аф­­ған” ши­ғыры эскелек тема­һы­на икенсе күҙлектән ҡарай. “Ба­тыр­лыҡ өсөн” миҙалы менән наградлан­ған ҡусты­һы Әҙһәм Дауы­товҡа арнала ул.
“Чечня һалдаты” шиғырын да тыныс күңел менән уҡып булмай. Үҙенең күҙ алдында БТР-ҙа шартлап һәләк булған йәп-йәш кенә дуҫтары ҡустыһы Руслан Шәмсет­диновтың йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып һеңеп ҡалған. Ярты йыл контузия касафатынан ишетмәй яфа­лан­­ған ҡустыһы­ның йән тетрәт­кес өҙ­гөләнеүен шағирә шиғырҙа әйтмәй. Был хәл, бәлки, икенсе шиғырға орлоҡ бу­лып ҡалғандыр, ә, бәлки, яраларын яңыртмайым тигән­дер.
Ижади потенциалы бай, тәрән тематикалы, йор һәм һутлы телле, ха­лыҡ­санлығы эрке­леп торған шиғ­риәт­ле әҙибә күптән халыҡ һөйөүен яулаған. Уның менән ос­ра­шыу­ҙарҙы көтөп алалар, ши­ғыр­ҙарын байрам­дарҙа ятҡа һөйләйҙәр. Ха­лыҡ­тың эскерһеҙ һәм ихлас һөйөүе тура­һында күп­тәр хыяллана ғына. Ә шағирә Рәши­ҙә Шәм­­сет­ди­но­ваның ҡис­са­һы был юҫыҡ­­та бә­хет­ле.


Автор: Римма ХӘЙБУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә