Рәшиҙә Шәмсетдинованың быйыл Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Ысыҡ һутындағы ҡисса” китабы бөгөнгө поэзиябыҙға йәм өҫтәп кенә ҡалманы, ә уның бәҫен, мәртәбәһен күтәргән баҫма булды.Әҙибәнең шиғриәтендә мөхәббәт, ғаилә, әсәлек тойғоһо тәбиғи, нескә һәм тәрән сағылдырыла. Ҡатын-ҡыҙға ғына хас нәзәкәтлек һәм ихласлыҡ менән һуғарылған йөрәк һүҙҙәре йөрәккә барып етә.
Дөйөм алғанда, шағирәнең лирикаһы күңел йылыһы менән нағышланған. Шуға ла ул нурҙар һибеп балҡыған ҡояш һымаҡ үҙенә тартып, ылыҡтырып тора. Китапты ҡулға алыу менән бер һыуһында “эсеп” бөтөрәһең! Шиғриәттең көсө шулай ҡөҙрәтле, илаһи ул!
Рәшиҙә — бөгөн үҙ-үҙен тапҡан, мул емеш бирә торған бай ижадлы әҙибә. Уныһы үтә лә серле һәм шул уҡ ваҡытта ҡәҙерле лә. Әйҙә хеҙмәт итһен ул халҡыбыҙға! Ысыҡ һутына ҡисса яҙыр дәрәжәгә етә алғас, был донъяға, әҙәбиәткә юҡҡа килмәгән, тимәк. Ысын әҙәбиәтте һәләтлеләр генә тыуҙыра. Был ҡанунды беләбеҙ.
Китабында шағирә фани донъяның бөтмәҫ серҙәрен, тормоштоң асылын эҙләргә тырышыуын – барыһын да поэтик табыштарға, һүҙ сәнғәте юғарылығына күтәрә. Иң мөһиме — уларҙы хәтерҙә ҡалдырырлыҡ образлы, тапҡыр итеп әйтә белә. Төрлө кимәлдә поэтик буяуҙар, үҙенсәлекле метафоралар, шиғри формалар ҡулланыуы уның яҙғанын бүтәндәр менән бутарға мөмкинлек бирмәй. Ә теле шундай һутлы! Бешеп өҙөлөп төшкән ҡып-ҡыҙыл ер еләге тәме килә унан.
Шағирә донъя, тормош, изгелек, хаҡлыҡ, яманлыҡ тураһында үҙе генә уйланып ҡалмай, ә башҡаларҙы ла уйландырырға мәжбүр итә. Бына ҡайҙа һүҙҙең ҡөҙрәтле көсө!
ХХI быуаттың әсе проблемаһы – эскелек темаһын, ғәҙәттә, проза әҫәрҙәрендә генә яҡтыртып була һымаҡ. Әммә шағирә ике-өс строфалы шиғырҙа ла ошо глобаль проблеманы асып һалыуға өлгәшкән (“Илемде һағынып ҡайттым”, “Тоғролоҡҡа мәҙхиә”, “Шайтан туйы”, “Ҡәҙер” һ.б.).
Ә бына “Афған” шиғыры эскелек темаһына икенсе күҙлектән ҡарай. “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған ҡустыһы Әҙһәм Дауытовҡа арнала ул.
“Чечня һалдаты” шиғырын да тыныс күңел менән уҡып булмай. Үҙенең күҙ алдында БТР-ҙа шартлап һәләк булған йәп-йәш кенә дуҫтары ҡустыһы Руслан Шәмсетдиновтың йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып һеңеп ҡалған. Ярты йыл контузия касафатынан ишетмәй яфаланған ҡустыһының йән тетрәткес өҙгөләнеүен шағирә шиғырҙа әйтмәй. Был хәл, бәлки, икенсе шиғырға орлоҡ булып ҡалғандыр, ә, бәлки, яраларын яңыртмайым тигәндер.
Ижади потенциалы бай, тәрән тематикалы, йор һәм һутлы телле, халыҡсанлығы эркелеп торған шиғриәтле әҙибә күптән халыҡ һөйөүен яулаған. Уның менән осрашыуҙарҙы көтөп алалар, шиғырҙарын байрамдарҙа ятҡа һөйләйҙәр. Халыҡтың эскерһеҙ һәм ихлас һөйөүе тураһында күптәр хыяллана ғына. Ә шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованың ҡиссаһы был юҫыҡта бәхетле.