Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡайҙа һеҙ, Һәҙиәләр?
Ҡайҙа һеҙ, Һәҙиәләр?Сығыштары менән Һамар губернаһынан булған шәхестәрҙең ХХ быуаттың беренсе яртыһындағы тормошо һәм эшмәкәрлеге – үҙе бер үҙенсәлекле күренеш, сөнки ниндәй генә өлкәне алһаҡ та, Оло Ырғыҙ, Кәрәлек башҡорттарының шул осорҙағы Башҡортостан тарихында әһәмиәте ҙур булған.


Әгәр ҙә бөгөн “Һамар өлкәһенең 100 шәхесе”н билдәләһәк, данлыҡлы яҡташ­тарыбыҙ, һис шикһеҙ, был исемлектең иң тәүге урындарында булыр ине, тип әйтә алам. Мәҫәлән, Харис Йомағолов – Оло Чернигов районының Хәсән ауылынан, ре­волюционер, дәүләт эшмәкәре. Әхмәт­зәки Вәлидиҙең иң яҡын арҡаҙашы, Баш­ҡортостан автономияһын төҙөүгә бик күп көс һалған шәхес, Башревкомдың беренсе рәйесе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яғында уның исеме онотолған, шуға күрә Харис Йомағоловтың исемен мәңгеләш­тереү өсөн бөгөндән мөһим саралар күрергә кәрәк.
Ғөбәй Дәүләтшин – Оло Глушица районының Ташбулат ауылынан, БАССР-ҙың тәүге халыҡ мәғарифы комиссар­ҙарының береһе; мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға ҙур иғтибар биргән. Ғөбәй Дәүләтшиндың “Зильский” повесы башҡорт прозаһын үҫтереүҙә бер өлгө булып тора.
Яҙыусы Бәшәр Хәсән — минең ауылдашым, Оло Чернигов районының Үтәкәй (Бөрйән) ауылынан. Граждандар һуғышын­да ҡатнаша, башҡорт совет әҙәбиәтендә һуғыш темаһын яҡтыртҡан прозаиктарҙың береһе.
Ғәббәс Дәүләтшин — Оло Глушица районының Ташбулат ауылынан, телсе ғалим. Латин графикаһы нигеҙендә төҙөл­гән беренсе башҡорт әлифбаһы авторы. Шулай уҡ беренсе орфографик һүҙлек, юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн башҡорт теле дәреслеге авторы. Әйтергә кәрәк, мин атап үткән шәхестәрҙең дүртеһе лә – золом ҡорбандары. Ә был юҡҡа ғына булмаған, сөнки замандың иң алдынғы ҡарашлы, белемле башҡорттарын “халыҡ дошманы” тип нахаҡҡа ғәйепләп, юҡ иткәндәр.
Рәшит Ниғмәти — Оло Чернигов райо­нының Диңгеҙбай ауылынан, күренекле әҙип. Мәжит Ғафуриҙан һуң, йәғни 36 йылдан, икенсе булып “БАССР-ҙың халыҡ ша­ғи­ры” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Өфө ҡалаһының иң матур урында­рының береһендә, үҙе дан йырлаған йәмле Ағиҙел буйындағы Салауат Юлаев исемендәге баҡсала ерләнгән берҙән-бер шағир.
Ҡайҙа һеҙ, Һәҙиәләр?Ә Ырғыҙ ҡыҙҙары — үҙенә күрә тағы ла бер уникаль күренеш.
Рабиға Йомағолова-Ҡушаева — Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” рома­нындағы төп герой — Ниязғол стар­шинаның прототибы Янғол байҙың ҡыҙы, Хәсән ауылынан. 16 йәшендә генә ул 1917 йылдың июлендә Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт ҡоролтайында ҡатын-ҡыҙҙың ир-ат менән тиң хоҡуҡлы булыуы тураһында сығыш яһаған берҙән-бер делегат. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, уны “милләт әсәһе” тип йөрөтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рабиға Йомағо­лованың ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә: 1937 йылдың июлендә Мәскәү өлкәһендә уны тимер юл станцияһынан өйөнә ҡайтып барғанда үлтерәләр.
Һәҙиә Дәүләтшина — Хәсән ауылынан, Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә совет көнсығышында ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң беренсе роман яҙыусы. “Ырғыҙ” романы өсөн 1967 йылда Башҡортостандың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһының беренсе лауреаты була (үлгәндән һуң). Бөрө, Сибай ҡалалары, Баймаҡ районы­ның Урғаҙа ауылы халҡына Һәҙиә Дәүләт­шина исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн Һамар башҡорт­тары оло рәхмәтен еткерә.
Фатима Мостафина — Диңгеҙбай ауылынан, тағы ла бер феномен. Ул 16 йыл рәттән мәғариф министры булып эшләй. Күренекле яҡташыбыҙҙың Тыуған иленә, халҡына күрһәткән хеҙмәте бер ҡасан да онотолмаҫҡа тейеш.
Фатима Мостафина исемен Оло Чернигов районының Ырғыҙ ауылы (Диңгеҙ­бай­ға күрше ауыл) төп дөйөм белем биреү мәктәбенә биреү мәсьәләһен күптән инде тормошҡа ашырырға ваҡыт тип уйлайым.
Йылдар үтә, бер быуатты икенсеһе алмаштыра. Тик ниңәлер ХХI быуатта Оло Ырғыҙ, Кәрәлек, Кәмәлек буйҙары элекке кеүек данлыҡлы шәхестәре менән маҡтана алмай...
Рәми Ғарипов 60-сы йылдар башында Оло Ырғыҙ буйҙарына сәйәхәтенән һуң бер шиғырында борсолоп былай тип яҙа:
Ҡайҙа һеҙ, Һәҙиәләр?“Ҡайҙа беҙҙең Һәҙиәләр?
Ниңә тыумай Ниғмәти?”
Ысынлап та, беҙгә — йәмәғәт эшмә­кәрҙәренә, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә — киләһе йәш быуын үҙенең телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙһен, белһен, онотмаһын өсөн был йүнәлештә бик күп эштәр башҡарырға кәрәк, сөнки Һамар башҡорттарына телде уҡытыуҙа, минеңсә, оло ҡурҡыныс янай. Өлкәнең өҫтә атап үткән бер Ырғыҙ мәктәбендә генә өс ауылдан уҡыған 30 уҡыусыға V – IX кластарҙа берәр сәғәт, ә башланғыс кластарҙа факультатив формаһында ғына туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре индерел­гән.
Уйланырға, борсолорға, әлбиттә, урын бар.

Дауыт ШАМҒҮНОВ,
Өфө ҡалаһы 160-сы лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы,
Өфө ҡалаһындағы
“Ырғыҙ —Кәмәлек”
башҡорттары ойошмаһы рәйесе




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә