Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил һәм иман өсөн көрәшкән
Ил һәм иман өсөн көрәшкәнХарис Йомағолов – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, дәүләт эшмәкәре. 1891 йылдың 3 ғинуарында Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған. Реаль училищеның VII класын тамамлай. 1914 йылда Мәскәү ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Әммә 1917 йылдың ғинуарында хәрби хеҙмәткә алына. Мәскәү прапорщиктар мәктәбен тамамлай. Полуротный командир булып хеҙмәт итә, йәғни ярты ротаға командалыҡ итә.

1917 йылғы Февраль революцияһы­нан һуң Х. Йомағолов большевиктар партия­һына инә, революцион хәрәкәткә ылығып китә. Йәй көнө Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Ә 20–27 июлдә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡорол­тайында Башҡорт үҙәк шураһы баш­ҡарма комитеты ағзаһы итеп һайла­на.
Көҙгөһөн Х. Йомағолов Һамар губер­наһы башҡорттары исеменән Ойоштороу йыйылышына (Учредительное Собрание) депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелә. 8–20 декабрҙә үткән III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында ул Башҡорт­остан автономияһының Кесе ҡоролтайы (предпарламент) составына индерелә.
1918 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғандан һуң, Харис Йомағолов советтар яғында хеҙмәт итә. Мосолман коммунистарының үҙәк бюро­һы ағзаһы, Эске Рәсәй мосолмандары комиссары урынбаҫары, Ҡазанда хәрби комиссар вазифаһын үтәй. 1919 йылдың башында Мәскәүҙә Үҙәк мосолман комиссариаты комиссары Мирсәйет Сол­тан­ғәлиевтең урынбаҫары булып эшләй.
1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡ­ҡандан һуң, Сталин Йомағоловты ВЦИК вәкиле сифатында Башҡортостан автоно­мияһының революцион хөкүмәте – Баш­рев­комға ебәрә. 1919 йылдың майынан иһә Башревкомды етәкләй.
1919 йылдың авгусында Башревком Башҡортостанға ҡайтып төшә. Республи­ка­лағы власты үҙ ҡулына алыуы тура­һын­да фарман сығара. Әммә Өфө һәм Ырымбур губернаһы большевиктары башҡорт биләмәһендә үҙ хакимиәтен бирергә бер ҙә ашыҡмай. Шуға ҡарамаҫ­тан, ҙур ҡыйынлыҡтар менән, Башревком территориаль автономияны тормош­ҡа ашырыу эшенә тотона. Ә Үҙәктән ебәрел­гән большевиктар республиканың өлкә партияһында тупланып, уға ҡаршы эш итә.
1920 йылдың ғинуарында Башревком менән автономияға ҡаршы коммунистар араһында мөнәсәбәт үтә ҡырҡыулаша. 12 ғинуарҙа Башобком, Башревкомдың ризалығын һорап тормайынса, БашЧК рәйесе С. Мырҙабулатов урынына А.Из­майловты тәғәйенләй. Быға яуап итеп, Башревком рәйесе Йомағолов бойороғо буйынса 15-енән 16-һына ҡараған төндә фетнә ҡороп йөрөгән БашЧК коллегияһы ағзалары Ғ. Шәмиғолов, С. Мостафин, Ж. Муценек һәм А. Измайлов ҡулға алына.
Был эшкә тиҙ арала Үҙәк власть ҡыҫы­ла. Килеп сыҡҡан хәлгә аңлатма биреү талабы менән Харис Йомағоловты Мәскәүгә саҡыртып алалар. 1920 йыл­дың 17 майындағы декреты менән Үҙәк Совет власы Башҡортостандың автономия хоҡуҡтарын ҡырҡа сикләй. Башревком ағзалары быға протест белдереп, Башҡортостандан сығып китә. Улар Зәки Вәлиди кәңәше буйынса Төркөстанға юллана.
Харис Йомағолов та Зәки Вәлиди янына китә. “Баҡы съезы, Мәскәүҙә ҡабул ителгән ҡарарҙарыбыҙҙы яңынан төрлө яҡлап тикшергәндән һуң, беҙгә Бохарала урынлашыу хаҡында практик саралар билдәләргә мөмкинлек бирҙе. Мине Әстрханда ҡаршылаясаҡ арҡа­ҙаш­тарым Харис Йомағолов, ҡайнағам Талха Рәсү­лев менән бергә Гурьев – Үстйорт аша Хәрәзмға китәсәкбеҙ. Съезд тамамланыр-тамамланмаҫтан юлға сыҡтым”, – тип яҙа Вәлиди.
Әммә Төркөстандағы көрәш уңышһыҙ­лыҡҡа осрағас, Х. Йомағолов Башҡорт­останға ҡайтырға ҡарар итә. “Ил һәм иман өсөн көрәш ауырлыҡтарын күтәрә алмаясағы хаҡындағы һүҙҙәре мине унан һыуындырманы. Һуңыраҡ ул советтар яғына күсте, ғәфү ителеп, яңынан партия сафына алынды, аҙаҡ партиянан йәнә сығарғандар, тип һөйләнеләр”, – тип яҙа Вәлиди.
1921 йылда Х. Йомағолов аслыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса БашЦИК-тың уполномоченныйы вазифаһын башҡара. 1922 йылдан ВЦИК Президиумы янын­дағы Башҡортостан вәкиллегендә эшләй. 1926 йылда БашЦИК рәйесе Хафиз Ҡушаев тәҡдиме менән Йомағоловты Башҡорт­остандың Мәскәүҙәге сауҙа вәкиллегенә эшкә алалар. Бында ул иҡтисадсы-консультант вазифаһын башҡара.
30-сы йылдарҙа Харис Йомағолов СССР-ҙың игенселек һәм малсылыҡ совхоздары комиссариатында Көнбайыш Себерҙең һөт-ит етештергән совхоздары идаралығының иҫәп һәм статистика бүлеге начальнигы булып эшләй. 1935 йылда уны тағы партиянан сығаралар. Ә инде 1937 йылдың 27 июлендә, совет­тарға ҡаршы милләтселек эшмәкәрлеге алып барыуҙа ғәйепләп, төрмәгә ябып ҡуялар. СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары менән 1937 йылдың 2 ноябрендә Харис Йомағол улы Йомағолов атып үлтерелә. 1956 йылдың 10 октябрендә реабилитациялана.




“Харис Йомағолов – Кәмәлек башҡортта­рынан. Бик ҡыҙыу егет ине. Ағаһы Йыһангир Йомағолов менән бергә Башҡортостан автономия хәрәкәтен башынан алып ҙур теләк менән яҡлап сығыусы менәүәрҙәр иҫәбенән булды. Беҙ башҡорт һәм татарҙарҙың әҙәби теле бер булыуын хәстәрләп, нәшриәтебеҙҙе уртаҡ телдә сығарған саҡта Харис Йомағолов башҡорт әҙәби телгә әүерелдереү фекерендә булды. 1917 йылда Беренсе башҡорт ҡорол­тайы көндәрендә Ырымбурҙа ойошторолған демонстрацияларға Йомағол арҡаҙаштары менән ҡулдарына башҡортса яҙылған байраҡтар тотоп уртаға сыҡты”.

Зәки ВӘЛИДИ, “Хәтирәләр”. Өфө, 1996 йыл.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 12

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 11

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 12

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 12

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 15

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 15

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 23

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 35

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 23

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 28