Харис Йомағолов – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, дәүләт эшмәкәре. 1891 йылдың 3 ғинуарында Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған. Реаль училищеның VII класын тамамлай. 1914 йылда Мәскәү ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Әммә 1917 йылдың ғинуарында хәрби хеҙмәткә алына. Мәскәү прапорщиктар мәктәбен тамамлай. Полуротный командир булып хеҙмәт итә, йәғни ярты ротаға командалыҡ итә.
1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Х. Йомағолов большевиктар партияһына инә, революцион хәрәкәткә ылығып китә. Йәй көнө Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Ә 20–27 июлдә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында Башҡорт үҙәк шураһы башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана.
Көҙгөһөн Х. Йомағолов Һамар губернаһы башҡорттары исеменән Ойоштороу йыйылышына (Учредительное Собрание) депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелә. 8–20 декабрҙә үткән III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында ул Башҡортостан автономияһының Кесе ҡоролтайы (предпарламент) составына индерелә.
1918 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғандан һуң, Харис Йомағолов советтар яғында хеҙмәт итә. Мосолман коммунистарының үҙәк бюроһы ағзаһы, Эске Рәсәй мосолмандары комиссары урынбаҫары, Ҡазанда хәрби комиссар вазифаһын үтәй. 1919 йылдың башында Мәскәүҙә Үҙәк мосолман комиссариаты комиссары Мирсәйет Солтанғәлиевтең урынбаҫары булып эшләй.
1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, Сталин Йомағоловты ВЦИК вәкиле сифатында Башҡортостан автономияһының революцион хөкүмәте – Башревкомға ебәрә. 1919 йылдың майынан иһә Башревкомды етәкләй.
1919 йылдың авгусында Башревком Башҡортостанға ҡайтып төшә. Республикалағы власты үҙ ҡулына алыуы тураһында фарман сығара. Әммә Өфө һәм Ырымбур губернаһы большевиктары башҡорт биләмәһендә үҙ хакимиәтен бирергә бер ҙә ашыҡмай. Шуға ҡарамаҫтан, ҙур ҡыйынлыҡтар менән, Башревком территориаль автономияны тормошҡа ашырыу эшенә тотона. Ә Үҙәктән ебәрелгән большевиктар республиканың өлкә партияһында тупланып, уға ҡаршы эш итә.
1920 йылдың ғинуарында Башревком менән автономияға ҡаршы коммунистар араһында мөнәсәбәт үтә ҡырҡыулаша. 12 ғинуарҙа Башобком, Башревкомдың ризалығын һорап тормайынса, БашЧК рәйесе С. Мырҙабулатов урынына А.Измайловты тәғәйенләй. Быға яуап итеп, Башревком рәйесе Йомағолов бойороғо буйынса 15-енән 16-һына ҡараған төндә фетнә ҡороп йөрөгән БашЧК коллегияһы ағзалары Ғ. Шәмиғолов, С. Мостафин, Ж. Муценек һәм А. Измайлов ҡулға алына.
Был эшкә тиҙ арала Үҙәк власть ҡыҫыла. Килеп сыҡҡан хәлгә аңлатма биреү талабы менән Харис Йомағоловты Мәскәүгә саҡыртып алалар. 1920 йылдың 17 майындағы декреты менән Үҙәк Совет власы Башҡортостандың автономия хоҡуҡтарын ҡырҡа сикләй. Башревком ағзалары быға протест белдереп, Башҡортостандан сығып китә. Улар Зәки Вәлиди кәңәше буйынса Төркөстанға юллана.
Харис Йомағолов та Зәки Вәлиди янына китә. “Баҡы съезы, Мәскәүҙә ҡабул ителгән ҡарарҙарыбыҙҙы яңынан төрлө яҡлап тикшергәндән һуң, беҙгә Бохарала урынлашыу хаҡында практик саралар билдәләргә мөмкинлек бирҙе. Мине Әстрханда ҡаршылаясаҡ арҡаҙаштарым Харис Йомағолов, ҡайнағам Талха Рәсүлев менән бергә Гурьев – Үстйорт аша Хәрәзмға китәсәкбеҙ. Съезд тамамланыр-тамамланмаҫтан юлға сыҡтым”, – тип яҙа Вәлиди.
Әммә Төркөстандағы көрәш уңышһыҙлыҡҡа осрағас, Х. Йомағолов Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә. “Ил һәм иман өсөн көрәш ауырлыҡтарын күтәрә алмаясағы хаҡындағы һүҙҙәре мине унан һыуындырманы. Һуңыраҡ ул советтар яғына күсте, ғәфү ителеп, яңынан партия сафына алынды, аҙаҡ партиянан йәнә сығарғандар, тип һөйләнеләр”, – тип яҙа Вәлиди.
1921 йылда Х. Йомағолов аслыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса БашЦИК-тың уполномоченныйы вазифаһын башҡара. 1922 йылдан ВЦИК Президиумы янындағы Башҡортостан вәкиллегендә эшләй. 1926 йылда БашЦИК рәйесе Хафиз Ҡушаев тәҡдиме менән Йомағоловты Башҡортостандың Мәскәүҙәге сауҙа вәкиллегенә эшкә алалар. Бында ул иҡтисадсы-консультант вазифаһын башҡара.
30-сы йылдарҙа Харис Йомағолов СССР-ҙың игенселек һәм малсылыҡ совхоздары комиссариатында Көнбайыш Себерҙең һөт-ит етештергән совхоздары идаралығының иҫәп һәм статистика бүлеге начальнигы булып эшләй. 1935 йылда уны тағы партиянан сығаралар. Ә инде 1937 йылдың 27 июлендә, советтарға ҡаршы милләтселек эшмәкәрлеге алып барыуҙа ғәйепләп, төрмәгә ябып ҡуялар. СССР Юғары Советының Хәрби коллегияһы ҡарары менән 1937 йылдың 2 ноябрендә Харис Йомағол улы Йомағолов атып үлтерелә. 1956 йылдың 10 октябрендә реабилитациялана.
“Харис Йомағолов – Кәмәлек башҡорттарынан. Бик ҡыҙыу егет ине. Ағаһы Йыһангир Йомағолов менән бергә Башҡортостан автономия хәрәкәтен башынан алып ҙур теләк менән яҡлап сығыусы менәүәрҙәр иҫәбенән булды. Беҙ башҡорт һәм татарҙарҙың әҙәби теле бер булыуын хәстәрләп, нәшриәтебеҙҙе уртаҡ телдә сығарған саҡта Харис Йомағолов башҡорт әҙәби телгә әүерелдереү фекерендә булды. 1917 йылда Беренсе башҡорт ҡоролтайы көндәрендә Ырымбурҙа ойошторолған демонстрацияларға Йомағол арҡаҙаштары менән ҡулдарына башҡортса яҙылған байраҡтар тотоп уртаға сыҡты”.
Зәки ВӘЛИДИ, “Хәтирәләр”. Өфө, 1996 йыл.