Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Килешәме үҙеңә?..
Эш менән булғанда, халыҡ араһына сыҡҡанда гүзәл заттың башлыҡтарына иғтибар иткәнегеҙ бармы? Ниндәй баш кейемен йөрөтә улар? Ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта матурлыҡ өлгөһө лә булған яулыҡ килешәме үҙҙәренә? Ошондай һорау менән халыҡҡа мөрәжәғәт иттек.

Заһит ҒҮМӘРОВ:
– Әлбиттә, яулыҡ ҡатын-ҡыҙға ифрат килешә. Уны элек-электән ололар, инәй-өләсәйҙәребеҙ ябын­ған. Минең уйлауымса, был япма бөтә ха­лыҡ­тарҙа ла борондан һәм шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡында ла ҡатын-ҡыҙҙың тыйнаҡлығы, нәзәкәт­леге, баҫалҡылығы сағылышы булып торған. Һәм был бөгөн дә шулай. Яулыҡ ябынған ҡыҙҙарға мин йылы ҡараштамын. Уларҙан йылылыҡ, нур сәселеп торған кеүек. Дин ҡанундары буйынса ла яулыҡ ябыныу мотлаҡ, бәлки, шуғалыр ҙа. Изге Ҡөрьәндә лә шундай һүҙҙәр бар: “Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарға һөйлә: (ярамағандарға ҡарауҙан) тыйылһындар; намыҫ һәм ғиффәттәрен һаҡла­һын­дар. Күрһәтергә ярағандарҙан (йөҙ менән ҡулдарҙан) башҡа зиннәттәрен күрһәтмәһендәр. Баш яулыҡтары муйындарын, яғаларын, күкрәк­тәрен ҡаплап торһон”. Ошо һүҙҙәрҙә лә бер хәҡи­ҡәт бар бит.
Шуныһы ҡыуаныс: һуңғы ваҡытта иманға килгән кешеләр һаны арта. Янымдағы туғандарым һәм дуҫтарым араһында ла ундайҙар бар. Уларҙы күреп тәртип, тәрбиә кеүек ҡим­мәт­тәрҙең бөгөн дә булыуына инанам, сөнки тап матур кейем, иплелекте сағылдырған яулыҡ ярҙа­мында беҙ гүзәл заттағы матурлыҡты ла, тыйнаҡлыҡты ла күрә алабыҙ.

Гүзәл РӘМИЕВА:
– Зауыҡлы итеп ябына белһәң, бар ҡатын-ҡыҙ­ға ла килешәлер тип уйлайым. Тик, икенсе яҡтан, һәр ваҡыт шулай йөрөһәң, ялҡытмаймы икән тип уйлайым. Ҡайһы берҙә матур прическа эшләп, сәс­те лә күрһәтке килә. Үҙемә килгәндә, яулыҡты төрлөсә итеп ябынырға, үҙенсәлекле итеп муйыныма һалып йөрөргә тырышам. Күҙ тей­мәһен тип, муйынға һалғанда сағыу төҫлөлә­рен һайлайым, һәм, әлбиттә, ул күлдәгеңә лә, йө­ҙөңә лә тап килергә, нәзәкәтле булырға тейеш. Кеш­мир яулыҡ, палантин, мамыҡ шәл, бактус, снудтарҙың төрлөһөн үҙ за­уы­ғыңа ҡарап һайларға мөмкин. Ә зауыҡлы кейемгә иш итеп йыл­майып ебәрһәң, үҙе бер матурлыҡ. Ни­сек кенә булмаһын, һәр саҡта ла ҡатын-ҡыҙ гү­зәл булып ҡалырға тейеш. Ә һайлаған баш кейеме йәки яулыҡтар ошо күркәмлектең бер өлөшө бит.

Ынйыҡай УРАЛОВА:
– Ҡатын-ҡыҙҙың биҙәнеү-төҙәнеү, кейенеү аксессуарҙары бик күп һәм иҫ киткес күҙ ҡамаш­тырырлыҡ. Ана шуларҙың береһе ул яулыҡ. Башҡа ябынып йөрөү ҡатын-ҡыҙға, һис шикһеҙ, килешә һәм нәзәкәтлек өҫтәй тип уйлайым. Әлбиттә, шулай булһын өсөн уны һайлай белеү ҙә зарур, сөнки то­ноҡ, күңелһеҙ төҫтәгеһе күҙҙең яуын алмай. Хәҙерге заманда яулыҡ ябыныу тенденцияһы артҡандан-арта. Мин быға һис тә ҡаршы түгел. Әгәр ҙә шулай оҡшай икән, күңел шуны талап итә икән, ниңә уны килешле итеп ябынып йөрөмәҫкә?!

Данияр БАҒЫШАЕВ:
– Ҡатын-ҡыҙға яулыҡ килешә, сөнки гүзәл затты үҙен­сәлекле итеп күрһәтә. Ҡайҙа ғына булмаһын, элек-электән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡашмау, баш­лыҡ кейеп, яулыҡ ябынып йөрөүе бушҡа тү­гел­дер. Матурлыҡ та, иплелек тә, тәртип тә билдәһе ул.

Заһир ҠОТЛОБАЕВ:
– Үҙемде белгәндән алып ауылда ҙур ғаилә­беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың яулыҡта йөрөгәнен иҫләйем. Әле булһа өләсәйемдең аҡ яулыҡлы ҡиәфәте күҙ алдымда. Һеңлеләремә лә, ялбырап йөрөмә­геҙ тип, яулыҡ ябындырыр ине әсәйем. Үҙенә күрә бер тәрбиә булған бит ул, үҙ өлгөһөндә оло ҡатын­дар ҡыҙ балаларға һабаҡ биргән. Ана шул ғаилә өлгөһө булғанға, заман тиһәк тә, үҙем дә сәсен ипһеҙ йөрөткәндәргә сәйерһенеп ҡарайым. Хәҙер инде үҙ ғаиләбеҙҙә лә был тәртип ҡабул ителгән. Ҡыҙҙарым юҡ, әммә улдарым буй еткереп килен алып ҡайтҡанда әсәләренә оҡшағанын һайларын беләм. Кемгәлер матурлыҡ, кемгәлер ҡабул ителгән ҡағиҙә булһа, минең өсөн ҡатын-ҡыҙҙҙың сәсен ҡаплап торған яулыҡ – ул әҙәплелек өлгөһө.


Автор: Розалия Зарипова.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә