Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Эш” малайҙан башланды...
Беҙ яңылыҡтар донъяһында йәшәйбеҙ. Береһе мейе һырҙары буйлап үтеп, аңға барып та етмәй, икенсеһе шаңҡыта: тегендә шартлатҡандар, бында ниҙер ҡолаған, өсөнсө ерҙә һыу баҫҡан, дауыл ҡупҡан...
“Аң” тураһында юҡҡа һүҙ башламаным, бөгөн ана шул аңдар өсөн һуғыш асҡандар, тиерһең. Әҙәм мейеһе нимәне ҡабул итергә лә, нимәне инҡар итергә лә белмәй. Был беҙҙең һымаҡ ҡабул итеүселәр — “ҡулланыусылар” өсөн генә шулай, ә мәғлүмәттәрҙе өләшеүселәр уларҙың тәғәйенләнешен бик яҡшы аңлай.



Күптән түгел, моғайын, күптәрҙе уйға һалғаны Яңы Уренгой ҡалаһынан Николай исемле өлкән класс уҡыусыһының Германия­лағы сығышы булғандыр. Үҫмерҙең фами­лия­һын атамайыҡ, былай ҙа мәғлүмәт сараларының барлыҡ төрөнән ҡабатланды ул. Хәйер, кем генә булмаһын, уның исем-шәрифе урынына бөгөн күптәрҙе яҙып булыр ине. Ул — беҙҙең заманда, бөгөнгө мөхиттә тәрбиәләнгән, ил тарихын ҡайһы дәреслектән уҡыһаң дөрөҫ икәнен бигүк аңлап еткермәгән, күп нәмәне компьютер аша алған, үҙебеҙ “әүәләп” үҫтергән ҡәҙимге үҫмер. Ошо егет Германияла йыл һайын 19 ноябрҙә үткә­релгән һуғыш һәм дәүләт йәбер-золомо ҡорбан­дарын иҫкә алыу — ҡайғы көнөндә бундестагта сығыш яһай. Бында Яңы Уренгойҙың 1-се гимназияһынан һәм Кассель тигән немец ҡалаһы гимназия­һынан уҡыу­сылар берлектә ҡатнаша. Немец уҡыусы­лары Ҡыҙыл армия офицеры Иван Гусевтың немец әсирлегендә булып, 1945 йылда азат ителеүе, 17 йәшлек Надежда Трувалованың Германияға мәжбүри оҙатылып, унда вафат булыуы тураһында һөйләй. Рәсәй уҡыусы­лары иһә немец һалдаттарының фронтта үлеүе, билдәһеҙ юғалыуы хаҡында бәйән итә. Ә Николай Георг Йоханна Рау тигән һалдат яҙмышын еткерергә була. Рауҙың Сталинград янында ҡамауҙа ҡалып, башҡа 250 мең немец һалдаты менән әсирлеккә төшөүе, 21 йәшендә үлеүе тураһында һөйләй. Ләкин уның телмәрендәге айырым өҙөктәр күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы: “Мин ғәйепһеҙ һәләк булыусыларҙың ҡәберен күрҙем, улар араһында күптәре тыныс йәшәргә теләгән һәм һуғышырға теләмәгән...”, “Улар һуғыш ваҡытында сиктән тыш михнәттәр кисергән. Был турала минең ҡарт ҡартатайым — һуғыш ветераны, унда ҡаты яраланыусы һөйләне...”
Өҙөк, ысынлап та, тәү ҡарашҡа шаҡ ҡатырғыс. Гимназия уҡыусыһы фашист илбаҫарҙарын — “ғәйепһеҙ һәләк булыу­сылар”ҙы йәлләй, шуның менән “нацизмды реабилитациялай” һымаҡ. Өҙөктәрҙән сығып фекер йөрөтөүселәр шулай уйлай. Башҡалар иһә үҫмерҙең шәфҡәтлелеккә саҡырыуын күрә. “Мин ысын күңелдән бөтә Ер шарында айыҡ аҡыл тантана итеренә һәм донъя һис ҡасан һуғышты күрмәҫенә ышанам”, — тип тамамлай Николай телмәрен. Нисек кенә булмаһын, йәмғиәт (дөрөҫөрәге, кем был сығыштан һуң ни булырын ҡарап, уҡып, күҙәтеп барған) икегә айырылды. Ғәҙәттәгесә — ҡараға, аҡҡа.
Нисек кенә баһаланмаһын, телмәр күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Үҙ тарихыбыҙға бик еңел генә ҡарамай­быҙмы? Яуҙа һәләк булған, тылда үҙ-үҙен аямайынса эшләп, ҡан, тир түгеп Еңеүҙе яҡынайт­ҡандарҙың аманатын киләсәк быуынға нисек еткерәбеҙ? Балалары­быҙҙы ғаилә традициялары тәрбиәһенән балалар баҡсаларына, мәктәпкә һәм дә... компьютер ихтыярына ғына тәрбиәгә биреп ҡуймағанбыҙмы?
Бөгөн Көнбайыш илдәре, океан аръяғы­нан Икенсе донъя, атап әйткәндә, Бөйөк Ватан һуғышына башҡаса баһа бирергә тырышыу­сыларға, уларҙың тарихты боҙоп, үҙ тирмәненә һыу ҡойоуҙан хасил булған пропаганда ҡотҡоһона ҡаршы ҡуйып, йәш быуынға дөрөҫлөктө — иле өсөн яуҙа башын һалғандарҙың һуңғы аманатын еткерә алырбыҙмы? Әллә инде һуғыштан һуң уҡ ЦРУ етәксеһе Даллестың Матросов рухында тәрбиәләнгән элекке быуындарға түгел, ә йәш быуын аңына эш итергә кәрәклегенә баҫым яһауы алға сығырмы? Һорауҙар, һорауҙар... Уларға яуап бер генә — чапаевса булырға тейеш: “Врешь, не возмешь!”


Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә