“Эш” малайҙан башланды...15.12.2017
Беҙ яңылыҡтар донъяһында йәшәйбеҙ. Береһе мейе һырҙары буйлап үтеп, аңға барып та етмәй, икенсеһе шаңҡыта: тегендә шартлатҡандар, бында ниҙер ҡолаған, өсөнсө ерҙә һыу баҫҡан, дауыл ҡупҡан...
“Аң” тураһында юҡҡа һүҙ башламаным, бөгөн ана шул аңдар өсөн һуғыш асҡандар, тиерһең. Әҙәм мейеһе нимәне ҡабул итергә лә, нимәне инҡар итергә лә белмәй. Был беҙҙең һымаҡ ҡабул итеүселәр — “ҡулланыусылар” өсөн генә шулай, ә мәғлүмәттәрҙе өләшеүселәр уларҙың тәғәйенләнешен бик яҡшы аңлай.
Күптән түгел, моғайын, күптәрҙе уйға һалғаны Яңы Уренгой ҡалаһынан Николай исемле өлкән класс уҡыусыһының Германиялағы сығышы булғандыр. Үҫмерҙең фамилияһын атамайыҡ, былай ҙа мәғлүмәт сараларының барлыҡ төрөнән ҡабатланды ул. Хәйер, кем генә булмаһын, уның исем-шәрифе урынына бөгөн күптәрҙе яҙып булыр ине. Ул — беҙҙең заманда, бөгөнгө мөхиттә тәрбиәләнгән, ил тарихын ҡайһы дәреслектән уҡыһаң дөрөҫ икәнен бигүк аңлап еткермәгән, күп нәмәне компьютер аша алған, үҙебеҙ “әүәләп” үҫтергән ҡәҙимге үҫмер. Ошо егет Германияла йыл һайын 19 ноябрҙә үткәрелгән һуғыш һәм дәүләт йәбер-золомо ҡорбандарын иҫкә алыу — ҡайғы көнөндә бундестагта сығыш яһай. Бында Яңы Уренгойҙың 1-се гимназияһынан һәм Кассель тигән немец ҡалаһы гимназияһынан уҡыусылар берлектә ҡатнаша. Немец уҡыусылары Ҡыҙыл армия офицеры Иван Гусевтың немец әсирлегендә булып, 1945 йылда азат ителеүе, 17 йәшлек Надежда Трувалованың Германияға мәжбүри оҙатылып, унда вафат булыуы тураһында һөйләй. Рәсәй уҡыусылары иһә немец һалдаттарының фронтта үлеүе, билдәһеҙ юғалыуы хаҡында бәйән итә. Ә Николай Георг Йоханна Рау тигән һалдат яҙмышын еткерергә була. Рауҙың Сталинград янында ҡамауҙа ҡалып, башҡа 250 мең немец һалдаты менән әсирлеккә төшөүе, 21 йәшендә үлеүе тураһында һөйләй. Ләкин уның телмәрендәге айырым өҙөктәр күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы: “Мин ғәйепһеҙ һәләк булыусыларҙың ҡәберен күрҙем, улар араһында күптәре тыныс йәшәргә теләгән һәм һуғышырға теләмәгән...”, “Улар һуғыш ваҡытында сиктән тыш михнәттәр кисергән. Был турала минең ҡарт ҡартатайым — һуғыш ветераны, унда ҡаты яраланыусы һөйләне...”
Өҙөк, ысынлап та, тәү ҡарашҡа шаҡ ҡатырғыс. Гимназия уҡыусыһы фашист илбаҫарҙарын — “ғәйепһеҙ һәләк булыусылар”ҙы йәлләй, шуның менән “нацизмды реабилитациялай” һымаҡ. Өҙөктәрҙән сығып фекер йөрөтөүселәр шулай уйлай. Башҡалар иһә үҫмерҙең шәфҡәтлелеккә саҡырыуын күрә. “Мин ысын күңелдән бөтә Ер шарында айыҡ аҡыл тантана итеренә һәм донъя һис ҡасан һуғышты күрмәҫенә ышанам”, — тип тамамлай Николай телмәрен. Нисек кенә булмаһын, йәмғиәт (дөрөҫөрәге, кем был сығыштан һуң ни булырын ҡарап, уҡып, күҙәтеп барған) икегә айырылды. Ғәҙәттәгесә — ҡараға, аҡҡа.
Нисек кенә баһаланмаһын, телмәр күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Үҙ тарихыбыҙға бик еңел генә ҡарамайбыҙмы? Яуҙа һәләк булған, тылда үҙ-үҙен аямайынса эшләп, ҡан, тир түгеп Еңеүҙе яҡынайтҡандарҙың аманатын киләсәк быуынға нисек еткерәбеҙ? Балаларыбыҙҙы ғаилә традициялары тәрбиәһенән балалар баҡсаларына, мәктәпкә һәм дә... компьютер ихтыярына ғына тәрбиәгә биреп ҡуймағанбыҙмы?
Бөгөн Көнбайыш илдәре, океан аръяғынан Икенсе донъя, атап әйткәндә, Бөйөк Ватан һуғышына башҡаса баһа бирергә тырышыусыларға, уларҙың тарихты боҙоп, үҙ тирмәненә һыу ҡойоуҙан хасил булған пропаганда ҡотҡоһона ҡаршы ҡуйып, йәш быуынға дөрөҫлөктө — иле өсөн яуҙа башын һалғандарҙың һуңғы аманатын еткерә алырбыҙмы? Әллә инде һуғыштан һуң уҡ ЦРУ етәксеһе Даллестың Матросов рухында тәрбиәләнгән элекке быуындарға түгел, ә йәш быуын аңына эш итергә кәрәклегенә баҫым яһауы алға сығырмы? Һорауҙар, һорауҙар... Уларға яуап бер генә — чапаевса булырға тейеш: “Врешь, не возмешь!”