Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемдәр ул яйыҡтар?
Кемдәр ул яйыҡтар? Башҡорттарҙың халыҡ булып ойошоуы, Уралда уларҙың ҡасандан бирле йәшәүе тураһындағы мәсьәлә – фәндә иң бәхәсле проблемаларҙың береһе. Мәҫәлән, урындағы тарихсыларҙың күбеһе, ата-бабаларыбыҙ Көньяҡ Уралға IX – X быуаттарҙа ғына килгән, уға тиклем бында фин-уғыр, боронғо иран телле ҡәбиләләр йәшәгән тигән ҡараш яҡлы. Иң абруйлы автор академик Р. Ғ. Кузеев булһа, был фекерҙе профессор В. А. Иванов, фән кандидаттары Г. Н. Гарустович, И. В. Антонов берҙәм яҡларға тырышты. Был ғалимдарҙың, шул иҫәптән академик Р. Ғ. Ку­зеевтың да, хеҙмәттәрендә уларҙың ҡарашын нигеҙләрлек дәлилдәр килтерелмәй. Тимәк, уны уйлап сығарылған төшөнсә тип ҡарарға кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта фәндә башҡорттар Уралда борон замандарҙан бир­ле, кәм тигәндә ике мең йыл сама­һы элек, йәшәгән тигән фекер киң та­­рал­­ған. Был ҡарашты үҙ хеҙмәттәрендә СССР-ҙың атаҡлы телсе-төркиәтсе ға­лим­дары В. В. Бартольд, С. Е. Малов, Ж. Ғ. Кейекбаев, М. З. Зәкиев яҡлап сығып, һәр береһе үҙ дәлилдәрен өҫтәне. Ошо фекерҙе үҙаллы яҡлаусы-үҫтереү­селәр­ҙең береһе Башҡортостан этнография фә­ненә нигеҙ һалған, 1916 һәм 1925 йыл­дарҙа баҫылған “Башҡорттар” тигән фундаменталь тарихи китаптың авторы С. Н. Руденко булды. Ул “башҡорттар тел, көн­кү­реш, мәҙәни, сәйәси һәм башҡа һыҙат­тары яғынан ныҡлап берләшкән халыҡ булып, беҙҙең эраның I быуаттарынан Уралда йәшәй” тигән фекерҙе нигеҙләне.
Түбәндәге фекерҙәр аңлайышлыраҡ булһын өсөн, тағы бер мәсьәләгә туҡталып китергә кәрәк. СССР-ҙа төрки халыҡтарҙың барлыҡҡа килеүен тикшергәндә, “улар Евразия далаларына яңы эраның – III–IV, ә күпләп VIII–IX быуаттарҙа ғына Үҙәк Азия (Ҡытай, Монголия) яҡтарынан күсеп килгән” тигән рәсми фекер ерегеп, уны етәксе вазифаларҙа ултырған ғалимдар төрлөсә яҡларға тейеш булды. Академик Р.Ғ. Кузеев та ошо вазифаны үҙ өҫтөнә алып, уны тормошҡа ашырыусыларҙың береһе ине. Был яһалма ҡамасаулыҡтар этнография фәненең үҫешенә тотҡарлыҡ яһаны, ләкин хәҡиҡәтте бер ҡасан да бик­тә тотоп булмай, ул барыбер үҙ үҫешенә юл таба. Ысынлап та, рәсми тотҡарлыҡ­тарға ҡарамаҫтан, юғарыла исемләнгән ғалимдарҙың һәм уларҙың фекерҙәш­тә­ренең тикшеренеүҙәре фән ҡаҙаныш­та­рының өлгөһө була алды. Беҙгә улар ме­нән ғорурланырға кәрәк.
Уралдың иң ҙур йылғаларының береһе Яйыҡ (Даих, Дахо, Джаик, Даикс), үҙ исеме менән яңы эраның II быуатынан бирле билдәле булып, ошо быуатта йәшәгән рим тарихсыһы Птолемейҙың картаһында ла күрһәтелгән. Мәғлүмәттең ысынбар­лыҡҡа тап килеүен замандашы Страбон дөрөҫләй һәм яйыҡтарҙы (даиктарҙы) Каспий диңгеҙенең төньяҡ ярында урынлаштыра. Ләкин “Яйыҡ” төшөнсәһен, халыҡ исеме (этноним) булараҡ, беҙҙең эраға тик­лемге V быуатта йәшәгән бөйөк грек тарихсыһы Геродот телгә ала. Ошо дәлил­дәр нигеҙендә тарих фәнендә, “Яйыҡ-Даик” төшөнсәһенең яңы эраға тиклем Көньяҡ Урал, Ҡаҙағстан, Арал диңгеҙе яҡ­тарында күсмә тормошта йәшәгән ҡәбиләләрҙең исеме менән туранан-тура бәйләнеше булған, тигән ҡараш күптән йәшәп килә. Уны Көньяҡ Урал археологтары араһында беренселәрҙән булып атаҡлы белгес, профессор К. Ф. Смирнов яҡлап сыҡты. Ғалим фекеренсә, был кү­ренеште шулай аңлатырға кәрәк: йә халыҡ исеме йылғаға бирелгән, йә йылға исеме халыҡ исеменә әйләнгән, йә икеһе лә өсөнсө уртаҡ исемдән барлыҡҡа килгән. Ошо өс варианттарҙың ҡайһыһы ғына хәҡиҡәткә тап килмәһен, Яйыҡтың, йылға исеме булараҡ, ошо дахо-даиктар (яйыҡ­тар) көн иткән осорҙа, кәм тигәндә беҙҙең эраға тиклемге VI–IV быуаттарҙа уҡ осрағаны асыҡлана. Шулай итеп, Яйыҡ халыҡ-йылға исеменә кәмендә 2500–2600 йыл.
Яйыҡтан Уралда башҡа йылғалар ҙа исем алған. Оло һәм Кесе Эйек, Ик, Иж, Ыҡ атамаларының “Яйыҡ”тың әйтелеш варианттары булыуы ла шик тыуҙырмай. Был йылғалар Урал тауҙарының көнсығыш һәм көнбайыш битләүҙәренән аға. “Яйыҡ” атамаһының йылға исеме булараҡ киң таралғанлығын Ҡаҙағстан, Себер яҡтарын­да осрауы ла раҫлап тора.
Яйыҡ тарихсының фекерен үҙенә тағы ла бер яғы менән йәлеп итә. Бөтә донъя телселәренең берҙәм ҡарашынса, “Яйыҡ” һүҙе тәү башлап төрки телле халыҡтар ара­һында барлыҡҡа килә. Был фекерҙе тәүләп әйткән кеше – Рәсәй һәм СССР-ҙың бөйөк тарихсы-шәреҡсеһе, академик В. В. Бартольд. Уныңса, “Яйыҡ” атамаһы тарих фәнендә йәше асыҡ билдәләнгән иң боронғо төрки сығанаҡлы. Тимәк, ул исем Урал буйын һәм уның тирәһендәге сикһеҙ далаларҙа төрки ҡәбиләләр йәшә­гән осорҙа барлыҡҡа килгән. Был турала бөтә башҡорт тел ғалимдарынан С. Е. Малов, Ж. Ғ. Кейекбаев, Н. К. Дмитриев, Ф. Ғ. Хисамитдинова кеүек күренекле фән докторҙары яҙып сыҡты. Уларҙың хеҙмәт­тәрендә атамаларға Д (Джаик)-Ҙ (Ҙаик)-Й (Яйыҡ) хәрефтәренең йыш ҡына бер-береһе менән алмашынып тороуы төрки телдәренә хас күренеш икәнлеге иҫбат­лана.
Яйыҡтарҙың боронғо Башҡортостан тарихындағы, шул иҫәптән башҡорт халҡының ойошоу осорондағы әһә­миә­тен тейешле кимәлдә аңлатыу өсөн, уларҙың археологик ҡомартҡылары тура­һында бер аҙ мәғлүмәт биреү урынлы булыр. Юғарыла әйтелгәндәрҙән күрене­үенсә, яйыҡ – тимер быуат баштарында (беҙҙең эраға тиклемге осор) Көньяҡ Уралда иң ҙур, ә сәйәси, мәҙәни берҙәмлеге менән иң көслө ҡәбилә төр­көм­дәренең туғанлығын аңлатҡан уртаҡ исем. Улар артынан меңәрләгән археологик ҡомартҡылар (убалар, ҡаласыҡ-ҡәлғә­ләр һ.б.) ҡалған.
Улар төҙөлөштәре һәм биргән табыштары яғынан төрлө төркөмдәргә бүленә һәм алтын, көмөш, тимер, баҡыр-еҙ әйбер­ҙәргә сикһеҙ бай. Шуларҙың иң мөһимдә­ренә генә туҡталып китәйек. Әлбиттә, яйыҡтарҙың иң күп өлөшө йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеп, күсмә тормошта йәшә­гән. Улар яҙ-йәйҙәрҙе һыуға, үләнгә бай Уралдың дала, урман-далаһында, ә көҙөн һәм ҡышын Арал диңгеҙе буйҙарында, Көньяҡ Ҡаҙағстан далаларында үткәргән. Был төркөм яйыҡтарының мәҙәниәтенә тупраҡтан өйөлгән, диаметры уртаса – 20 –100, бейеклеге 1 –10 метр булған уба­лар, йәғни тәрән соҡорҙарҙан торған ҡәбер­лектәр хас. Ғәҙәттә, убаның урта­һында бик тәрән, заманында матур итеп йыһаз­ландырылған, табыштарға бай ҡәбер булып, уның тирәһендә – унлаған бәләкә­йе­рәктәре. Археологтар был күренеште түбәндәгесә аңлата: убаның уртаһындағы ҡәберҙә абруйлы ырыу-ҡәбилә башлығы ерләнһә, уны уратып яҡын туғандары күмелгән. Хәҙергә тиклем тикшерелгән йөҙәрләгән Яйыҡ убалары араһында донъя кимәлендә дан алған Филиппов убалары айырылып тора. Улар – Ырымбур өлкәһе ерендә, Яйыҡ йылғаһы буйҙарында бер-бер артлы теҙелеп киткән диаметры 80 –100, бейеклеге 8 – 10 метрҙай егерме­ләп тупраҡ өйөмө. Һис шикһеҙ, заманында был убалар 5 – 10 метрға бейегерәк булған. Мәҫәлән, Филиппов убаларынан 150 – 200 саҡрымдағы Яйыҡ йылғаһының түбәнге ағымында (Ҡаҙағстандың Уральск өлкәһе) бейеклеге – 18, диаметры 160 метр­лы уба һаҡланған. Уны уратып бейеклеге – 8 – 10, диаметры 80 – 100 метрлап дүрт уба урынлашҡан. Был уба комп­лексы Көньяҡ Уралдағы иң ҙуры.
Донъя фәненә яҡшы билдәле Филиппов убаһында 1987–1988 йылдарҙа Өфө археологы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Анатолий Пшеничнюк тикше­ренеүҙәр үткәргән. Уның диаметры – 100, бейеклеге – туғыҙ, түбәһендәге алты метрлыҡ соҡор уба эсендәге ағас ҡорол­маларҙың сереп емерелеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән.
Убаның уртаһындағы балсыҡ ҡатла­мында тәрәнлеге – ике, майҙаны 19х20 метрлыҡ ҙур ҡәбер соҡолоп, уға ағас бура төшөрөлгән. Уның иҙәне таҡталарҙан түшәлгәндер тигән ҡараш бар. Бураның өҫтөнән бер нисә метр бейеклектә арҡыры-буй түшәлгән бүрәнәләр ҙә булған, ләкин уларҙың серегән тоҡомдары ғына һаҡлан­ған. Ҡәберҙә оҙонлоғо 17 метр, киңлеге 70 – 80 сантиметрлы һөҙәк кенә түбәнәйә барған коридор бар, ул, моғайын, ҡәбер­леккә инеп йөрөү өсөн махсус ҡалдырыл­ғандыр. Иҙән бейеклегендә коридор ҡәбер соҡоро менән тоташа, ошонда уҡ ҡаҙып ултыртылып, ике бүрәнәгә нығытылған ишек күҙаллана. Ысынлап та, ҡәбер ҙур һәм тәрән соҡорҙа бүрәнә өй формаһын хәтерләтә.
Ентекле тикшереү һөҙөмтәһендә А. Х. Пшеничнюк убаның тәүге төҙөлөшөн тү­бән­дәгесә күҙ алдына баҫтыра. Оҙон коридорлы бура өйлө ҡәбер өҫтөнән заманында бүрәнәләрҙән майҙаны 100 метрҙан кәм булмаған ҡатмарлы ҡоролма төҙөлгән. Анатолий Харитоновичтың фекеренсә, ҡо­ролма бер-береһе менән тоташҡан ағас бураларҙан тороп, уларға 45 градус кимә­лендә оҙон бүрәнәләр терәлгән. Буралар­ҙың өҫтөнән тағы ла бер нисә метр бе­йеклектә арҡыры-буй түшәлгән бүрәнәләр остары һәм ботаҡтары һалынып, ағас ҡо­ролма өҫтөнән сама менән 15 – 20 метр ҡалынлыҡта ер ҡатламы-уба өйөлгән. Тупраҡ ҡатламдары сиҙәм ерҙән ҡалын ҙур кирбес һымаҡ киҫеп алынған өлөш­тәр­ҙән торған, тигән фекер бар. Оҙаҡ ва­ҡыт, бәлки, бер нисә быуат үткәндән һуң, ҡоролманың ағастары серегән һәм уба өҫтөндәге ер ҡатламы ишелеп, убаның уртаһында ҙур соҡор хасил булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уба борон замандарҙа уҡ бик ныҡ таланған. Ҡәберҙә археологтар өсөн ҡиммәтле тимер, баҡыр-еҙ әйберҙәр (хәнйәрҙәр, 60 – 80 литр һый­ҙырышлы ҡаҙандар, бысаҡтар, алҡа­лар) һәм йөҙәрләгән ваҡ ҡына алтын пластинка киҫәктәре табылған. Шулай ҙа Анатолий Пшеничнюк – донъя археологтары ара­һында һирәк осраған иң бәхетлеләрҙең береһе: көтмәгәндә ҙур табыштарға юлығып, боронғо Урал тарихын тикшереү өлкәһендә ҙур фәнни асыш яһаны.
Убаны өйгән яйыҡ олатайҙар, күрәһең, ҡәбергә һалынған ҡиммәтле әйберҙәрҙең бурҙар тарафынан урланасағын һиҙемлә­гән, шуға ла ҡайһы бер үтә ҡиммәтле әй­берҙәрҙе алтын пластинкалар менән биҙәлгән ике ағас һандыҡҡа һалып, ҡәберҙән бер нисә метр алыҫлыҡта, бер метрҙай тәрәнлектә һәр береһен айырым урынлаштыра. Улар беҙҙең көндәргәсә матур һаҡланған.
Һандыҡтарға ағастан яһалған, алтын пластинкалар менән ҡоршалған бейеклеге – 50, оҙонлоғо 30 – 35 сантиметрлы болан һындары, тиҫтәләгән киң ауыҙлы, йомро төплө ағас сеүәтәләр һалынған булған. Һәр сеүәтә төрлө ҡош, хайуан, балыҡ һүрәттәре кеүек ҡойоп яһалған алтын пластинкалар менән биҙәлгән; улар бер үк ваҡытта биҙәүес һәм тотҡа ролен дә үтәгән. Бер һандыҡтың эсенән 1,8 килограмм самаһында саф алтындан ҡойолған көршәк сыға. Уның ике яғына ҡыр кәзәһенә оҡшатып тотҡалар ҡуйылған. Ошондай көршәктәрҙең ике ише – Иранда табылып, уларҙың береһе хәҙер – Таһран, икенсеһе Лондон музейында һаҡлана. Һис шикһеҙ, был антиквариат яйыҡтар тарафынан Уралға көньяҡ илдәрҙән (Иран) алыш-биреш мәлендә килеп юлыҡҡан. Ә болан алтындарҙың химик составы Екатеринбург ҡалаһы профессоры В.В. Зайков тарафынан геохимик алым менән тикшерелеп, ғалим шундай һығымтаға килә: Филиппов боланда­рының алтыны Урал (Баймаҡ) алтынынан ҡойолған.
Һүҙ ыңғайында түбәндәге дәлилде лә әйтмәйенсә булмай. Өфө ҡалаһы­ның үҙәгендә III–XVI быуаттарҙа Өфө-II ҡаласығы урынлашҡан. Унда күп йылдар археологик ҡаҙыныуҙар үткәрелә; уның V–VII быуат ер ҡат­ламдарында унға яҡын алтын сыбыҡ киҫәге табыла. Күрәһең, улар алтын оҫталары өсөн төрлө биҙәнеү әйбер­ҙәре эшләү өсөн сеймал булған. Профессор В.В. Зайков ошо Өфө алты­нының да Уралда табылғанын асыҡ­лаған. Тимәк, Урал – алтын сығарыу һәм уны эшкәртеү буйынса борон заманда уҡ Евразия далаларында билдәле иҡтисади һөнәр һәм сауҙа үҙәктәренең береһе. Уларҙың ысын хужалары ата-бабаларыбыҙ булған.
Юғарыла әйтеп үтелгән алтын, көмөш, баҡыр-еҙ табыштар 2004 – 2007 йылдарҙа Мәскәү археологы Л. М. Яблонский тарафынан тикше­рел­гән башҡа Филиппов убаларында ла табыла. Филиппов алтындарының ғәжәйеп мажаралы үҙенсәлеге лә бар. А. Х. Пшеничнюк убаның тупра­ғын бульдозер, скрепер менән ҡаҙыта, һәм шул арҡала алтын әйберҙәр менән тултырылған ағас һандыҡтар­ҙың тышы емерелгән хәлдә табыла. Ә уникаль табыш тураһында мәғлүмәт бөтә донъяға тарала, йәмәғәтселек уларҙың халыҡҡа, белгестәргә күрһә­телеүен талап итә. Һуңғы бурысты атҡарыу өсөн оҫта реставраторҙарға ихтыяж тыуып, СССР-ҙа ундайҙар булмай сыға. Башҡортостан хөкүмәте исеменән Ленинград (хәҙер Санкт-Петербург) ҡалаһындағы Эрмитаж белгестәре алып барған һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә, Нью-Йорктың (АҠШ) Неополитан музейы менән килешеү төҙөлә. Уға ярашлы, бөтә ватылған, һынған табыштарҙы тәбиғи хәленә ҡайтарыуҙы музей хеҙмәткәрҙәре үҙ өҫтөнә ала, һәм шулай уҡ ошонда бөтә табыштарҙың күргәҙмәһе ниге­ҙендә “Евразияның алтын боландары” тигән фәнни халыҡ-ара конференция ойошторола.
Яйыҡтарҙың Башҡортостандың боронғо тарихындағы икенсе ҙур матди мираҫы булып тимер быуат баштарында барлыҡҡа килгән ҡәлғә-ҡаласыҡтар иҫәпләнә. Улар йылғаларҙың бейек яр морондарында, тау баштарында төҙөлөп, текә урындар кеше үтә алмаҫлыҡ хәлгә килтерелә, ә ялан яҡтарынан ике-биш метр бейеклегендәге киң ер ҡойма, тәрән, киң соҡорҙар менән нығытылған була. Ҡәлғәнең эсендә ағас өйҙәр, тирмәләр ҡоролоп, унда ырыу-ҡәбилә башлыҡтары һәм улар­ҙың яҡын туғандары, абруйлы кеше­ләр көн итә. Ошо ҡаласыҡ урындар хан-ҡала, ҡала-тау исемендә һаҡ­ла­нып, хәҙерге башҡорттарҙың күптәре был атаманың нимә икәнен аңла­май, тик урындың барлығын ғына белә. Ҡала-тау, хан-ҡала атамалы боронғо ҡоролмаларҙың фәнни әһә­миәте ошонан тора: тәү башлап улар Иран, Төркмәнстан, Үзбәкстан тарафтарында барлыҡҡа килә һәм “ҡала”, “нығытма” мәғәнәһендә атап йөрөтөлә.
Хәҙерге телселәрҙең, тарихсылар­ҙың дөйөм ҡарашы буйынса, үрҙә әйтелгән илдәрҙә 20 меңдән ашыу топонимик исем һаҡлана. Ошо объектив ысынбарлыҡ Көньяҡ Уралда, бигерәк тә Ағиҙел буйҙарында бар­лыҡҡа килгән ҡәлғәләрҙең сығышы йәһәтенән Арал диңгеҙе буйы менән тығыҙ бәйләнгән яйыҡтар тарафынан төҙөлөүе тураһында һөйләй. Хәҙерге Өфө ҡалаһы ерендә унға яҡын ҡаласыҡтың эҙе табылып, улар заманында ҡала-тау, имән-ҡала тип йөрөтөлгән, һәм был мәғлүмәт яҙма документтарҙа ла сағылған.
Шулай итеп, хәҙерге Өфө боронғо нигеҙҙәре менән яйыҡ олатайҙарҙың тарихы менән туранан-тура бәйле. Был һығымта тиҫтәләгән археологик табыштар һәм физик-химик ысулдар ҡулланып тикшерелгән асыштар менән иҫбатлана. Бая әйткәнебеҙсә, 2006 йылдан Өфөлә Пушкин урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫешкән урында Өфө-II исемле ҡаласыҡ тикшерелә. Уның өс метрҙан ашыу ер ҡатламының иң аҫтында табылған ағас күмер ҡалдыҡтары Австралия физиктары тарафынан радиоуглерод алымы ҡулланып өйрә­нелә. Күмерҙәрҙең беҙҙең эраның III, IV, V быуаттарында барлыҡҡа килеүе асыҡлана. Тимәк, ошо ваҡыттарҙан бирле Өфө-II ҡаласығы XVI быуаттың урталарына тиклем өҙлөкһөҙ үҫешкән, унда тормош гөрләп торған. Юҡҡа ғына башҡорттар Рәсәйгә ҡушылған­дан һуң ошо Башҡорт ҡалаһы май­ҙанында, хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынында күскенсе урыҫтарҙың беренсе быуыны үҙҙәренең ҡәлғәһен ҡороп ҡуймаған.
Был ҡаласыҡтар, әлбиттә, Урал­дың урман-дала райондарында йә­шәгән яйыҡтарҙың ултыраҡ тормошҡа күскәнлеге тураһында һөйләй.
Яйыҡ – халыҡ (ҡәбилә төркөм­дәре), йылға исеме генә түгел, ул боронғо башҡорттарҙа киң таралған һәм иң абруйлы тәбиғәт күренеш­тәренең береһе булған һыу аллаһы Яйыҡ хандың исеме лә. Шуныһы ғәжәп: боронғо башҡорттарҙың был аллаһы тураһында бай һәм мауыҡ­тырғыс мәғлүмәттәр Таулы Алтайҙың төп халҡында ошо көндәргәсә һаҡланған. Алтайҙарҙың шуға бәйле дини йолалары менән танышып үтәйек, сөнки улар Урал яйыҡтарының тарихи, дини ғөрөф-ғәҙәттәре менән туранан-тура бәйләнгән. Алтай халҡындағы Яйыҡ алла тураһындағы мәғлүмәттәр арбау, сихырлау, күрә­ҙә­лек итеү һәм төрлө йәндәр менән аралашыуға ҡайтып ҡала. Һис шикһеҙ, һүҙ бик борондан килгән дини йолалар һәм фекерләүҙәр тураһында бара, уларҙа кешенең донъяға дөйөм ҡарашы сағылыш таба.
Себер һәм Алтай халҡында юғарыла телгә алынған им-томдарҙы атҡарыусыны “шаман” тип атаған­дар, ә уның башҡарған эшмәкәрлеген камлау (русса – камлание) тиҙәр. Һис шикһеҙ, шаманлыҡ боронғо башҡорт­тарға ла яҡшы таныш булып, мең йыл­дан ашыу ислам дине йоғонто­һонда улар халыҡтың хәтеренән сыҡҡан тип әйтерлек. Алтайҙарҙа иһә был йола сағыштырмаса тулы һаҡ­ланған. Шаманлыҡ итеү, камлау һүҙҙәренә “арбаусы”, “арбау” төшөнсәләре тап килгәндәй.
Боронғо Яйыҡ һыу аллаһының алтай халҡында бөгөнгәсә йәшәп килеүе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тәү башлап һәм тулы рәүештә бынан 130 йыл элек Рәсәйҙең бөйөк тарихсыһы, тел белгесе В.В. Радлов яҙып ҡал­дырған. 1860 – 1870 йылдарҙа ул Ҡытай, Монголия, Себер, Алтай, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия халыҡта­рының тарихын, телен, этногра­фия­һын, мәҙәниәтен тикшерә, бай мәғлү­мәт йыя. Хеҙмәттәренән күренеүенсә, фәнни сәйәхәттәре ваҡытында В. В. Радлов хатта төрлө археологик тикшеренеүҙәр алып бара, мөһим асыштар ҙа яһай.
Ғалимдың Рәсәй һәм донъя тарихы фәнендәге абруйлы урынын сикһеҙ бейеклектәге яҡты йондоҙ менән сағыштырырға мөмкин. Уның иң бөйөк асышы булып яңы эраның VII – IX быуаттарында Себерҙә, Үҙәк Азияла көн иткән төрки халыҡтар яҙмаһын уҡыу серен асыуы торалыр. Ул был асышты бөйөк Дания ғалимы, төрки телдәр белгесе В.Томсен менән бер үк 1893 йылда, йәғни үҙаллы рәүештә яһай. Ошо талантлы ғалимға боронғо Урал-Алтай төркиҙәре тураһында үтә мөһим мәғлүмәт йыйып ҡалдырырға насип була.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873