Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баш лампочка түгел
Итальян нейрохирургы Серджо Канаверо медицина өлкәһен яңы баҫҡысҡа күтәрҙе – ул кеше башын бер кәүҙәнән икенсеһенә күсереп ултыртты. Хәйер, әлегә тик мәйеттәр хаҡында һүҙ бара. Ә бына ошо йыл аҙағына тиклем хирург үлгән әҙәм балаһына (кәүҙәһенә) тере кешенең башын (мейеһен) йәбештереп тип әйтәйекме, тегепме ҡуйыуҙы планлаштыра. Күптән түгел Интернет селтәрендә ошо яңылыҡ таралды. Тәү ҡарашҡа медицина өлкәһендәге бер артылыш һымаҡ ҡына ҡабул ителде ул. Тик, уйлай китһәк, бында кешелек, әхлаҡ һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе лә күрергә була.


Донъялағы ниндәй генә асышты алып ҡарама, уның нигеҙендә барыбер ҙә Рәсәй кешеһе тора. Компьютерҙы башта беҙҙекеләр уйлап сығарған, тик билдәле сәбәптәр арҡаһында уның тыуған иле тип Америка иҫәпләнә. Телефон, электромобиль, биопаспорт... – осона сығырмын тимә. Баш мейеһен күсереп ултыртыуҙа ла беҙҙекеләр иң тәүге булып асыш яһаған, әле үткән быуатта уҡ. Хәйер, бында, әлбиттә, эт башы тураһында һүҙ бара. Уның ҡарауы, старт беҙҙә алынған бит. “Беҙҙекеләр” осраҡлы иҫкә төш­мәне. Канавероның тәүге тере пациенты нәҡ урыҫ, арҡа мускулдары ҡороуы арҡаһында кәүҙәһе зәғифләнеүҙән йонсоған программалаусы Валерий Спиридонов булырға тейеш ине. Тик опера­цияға сығымдарҙы Ҡытай үҙ өҫтөнә алыу сәбәпле, беренсе пациент та – Көнсығыштағы илдән.
Нейрохирургия өлкәһендә ике тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшләп килгән профессор ҙа, әлбиттә, тота килеп иң беренсе кешенең башына йәбешмәгән – тәүҙә маймыл өҫтөндә тәжрибә үткәреп ҡараған һәм операциянан һуң хайуан бармаҡтарын ҡыбыр­ҙатып алған. Яңы кәүҙәле маймыл артабан да ағасҡа үрмәләп йөрөр инеме-юҡмы — билдәһеҙ, сөнки әхлаҡ яғынан ғәҙеллекте һайлап, уны “йоҡлатҡандар”.
Эйе, беҙҙе борсоған төп мәсьәлә, һис шикһеҙ, шул “нисек булыр?” Бит баш күсереп ултыртыу таҡта ярыу цехында өҙөлгән бармаҡты кире тегеп ҡуйыу түгел. Бөтөнләй ят кәүҙә башты ҡабул итерме йәки, киреһенсә, мейе яраҡлаша алырмы? Ғалимдар белдереүенсә, әле бит тиреһен күсереп ултыртҡандарға ла йыш дарыу ҡабул итергә кәрәк, сикһеҙ тикшереүҙәр, ә бында тотош баш! Шуға ҡайһы бер белгестәр “баш лампочка түгел, береһен алып, икенсеһен бороп булмай” тип операцияны алдан уҡ уңышһыҙлыҡҡа дусар итмәксе. Кемдең хаҡлығын ваҡыт күрһәтер. Шул уҡ ваҡытта донор мәсьәләһе лә ауыр: бил­дәле булыуынса, кәүҙә ағзаларын алмаштырырға балаһына атаһы­ныҡы йәки әсәһенеке иң яҡыны­рағы, ә бына баш мәсьәләһе айырыуса ҡатмарлы! Ғөмүмән, ҡот осҡос күренеш.
Әйткәндәй, баш күсереп ултыртыу идеяһы менән бер итальян ғалимы ғына янмай, АҠШ-та ла, Рәсәйҙә лә төрлө проекттар эшләп килә. Тик йыһанға осҡан кеүек, кем беренсе өлгөрә инде.
Ошо тиклем асыш-тәжрибә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итмәй ҡалманы. Шуға файҙалы йә файҙаһыҙ тойолған мәсьәләләр менән әхлаҡи яғы ла күҙ уңынан ысҡынмай. Беренсе күсермә (клон) Долли исемле һарыҡ тирәләй күпме бәхәс барҙы, әле лә тынмай. Битте йәшәртеү, донор бөйөрө, донор йөрәге... Хоҙай биргән тормошҡа күнеп йәшәргә кәрәк, тиһә берәүҙәр, икенселәр үлемһеҙ булырға хыяллана, сәләмәт йәшәргә теләй. Әлеге хирург та кешелекте әжәлдән азат итәм тип оран һалған бит. Бер яҡтан уйлағанда, ысынлап та, кеҫә телефонынан шылтыратып, әллә нисәмә саҡрым йыраҡлыҡ­тағы әсәйебеҙҙең хәлен белеп, гонаһ ҡылмайбыҙ ҙабаһа. Бер дин әһеле әйтмешләй, элек ишәктә йөрөй инек, хәҙер самолетта осабыҙ. Телефон телефон менән, ә бында кеше башы тиерһегеҙ. Шулай шул. Нисек кенә булмаһын, бер һорау борсой: бына йәнебеҙ ҡайҙа һыйыныр һуң ул саҡта? Үлгән кәүҙәлә ҡалырмы, әллә баш менән бергә күсенер­ме?! Вәт мәсьәлә, атаң башы...


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә