Баш лампочка түгел06.12.2017
Итальян нейрохирургы Серджо Канаверо медицина өлкәһен яңы баҫҡысҡа күтәрҙе – ул кеше башын бер кәүҙәнән икенсеһенә күсереп ултыртты. Хәйер, әлегә тик мәйеттәр хаҡында һүҙ бара. Ә бына ошо йыл аҙағына тиклем хирург үлгән әҙәм балаһына (кәүҙәһенә) тере кешенең башын (мейеһен) йәбештереп тип әйтәйекме, тегепме ҡуйыуҙы планлаштыра. Күптән түгел Интернет селтәрендә ошо яңылыҡ таралды. Тәү ҡарашҡа медицина өлкәһендәге бер артылыш һымаҡ ҡына ҡабул ителде ул. Тик, уйлай китһәк, бында кешелек, әхлаҡ һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе лә күрергә була.
Донъялағы ниндәй генә асышты алып ҡарама, уның нигеҙендә барыбер ҙә Рәсәй кешеһе тора. Компьютерҙы башта беҙҙекеләр уйлап сығарған, тик билдәле сәбәптәр арҡаһында уның тыуған иле тип Америка иҫәпләнә. Телефон, электромобиль, биопаспорт... – осона сығырмын тимә. Баш мейеһен күсереп ултыртыуҙа ла беҙҙекеләр иң тәүге булып асыш яһаған, әле үткән быуатта уҡ. Хәйер, бында, әлбиттә, эт башы тураһында һүҙ бара. Уның ҡарауы, старт беҙҙә алынған бит. “Беҙҙекеләр” осраҡлы иҫкә төшмәне. Канавероның тәүге тере пациенты нәҡ урыҫ, арҡа мускулдары ҡороуы арҡаһында кәүҙәһе зәғифләнеүҙән йонсоған программалаусы Валерий Спиридонов булырға тейеш ине. Тик операцияға сығымдарҙы Ҡытай үҙ өҫтөнә алыу сәбәпле, беренсе пациент та – Көнсығыштағы илдән.
Нейрохирургия өлкәһендә ике тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшләп килгән профессор ҙа, әлбиттә, тота килеп иң беренсе кешенең башына йәбешмәгән – тәүҙә маймыл өҫтөндә тәжрибә үткәреп ҡараған һәм операциянан һуң хайуан бармаҡтарын ҡыбырҙатып алған. Яңы кәүҙәле маймыл артабан да ағасҡа үрмәләп йөрөр инеме-юҡмы — билдәһеҙ, сөнки әхлаҡ яғынан ғәҙеллекте һайлап, уны “йоҡлатҡандар”.
Эйе, беҙҙе борсоған төп мәсьәлә, һис шикһеҙ, шул “нисек булыр?” Бит баш күсереп ултыртыу таҡта ярыу цехында өҙөлгән бармаҡты кире тегеп ҡуйыу түгел. Бөтөнләй ят кәүҙә башты ҡабул итерме йәки, киреһенсә, мейе яраҡлаша алырмы? Ғалимдар белдереүенсә, әле бит тиреһен күсереп ултыртҡандарға ла йыш дарыу ҡабул итергә кәрәк, сикһеҙ тикшереүҙәр, ә бында тотош баш! Шуға ҡайһы бер белгестәр “баш лампочка түгел, береһен алып, икенсеһен бороп булмай” тип операцияны алдан уҡ уңышһыҙлыҡҡа дусар итмәксе. Кемдең хаҡлығын ваҡыт күрһәтер. Шул уҡ ваҡытта донор мәсьәләһе лә ауыр: билдәле булыуынса, кәүҙә ағзаларын алмаштырырға балаһына атаһыныҡы йәки әсәһенеке иң яҡынырағы, ә бына баш мәсьәләһе айырыуса ҡатмарлы! Ғөмүмән, ҡот осҡос күренеш.
Әйткәндәй, баш күсереп ултыртыу идеяһы менән бер итальян ғалимы ғына янмай, АҠШ-та ла, Рәсәйҙә лә төрлө проекттар эшләп килә. Тик йыһанға осҡан кеүек, кем беренсе өлгөрә инде.
Ошо тиклем асыш-тәжрибә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итмәй ҡалманы. Шуға файҙалы йә файҙаһыҙ тойолған мәсьәләләр менән әхлаҡи яғы ла күҙ уңынан ысҡынмай. Беренсе күсермә (клон) Долли исемле һарыҡ тирәләй күпме бәхәс барҙы, әле лә тынмай. Битте йәшәртеү, донор бөйөрө, донор йөрәге... Хоҙай биргән тормошҡа күнеп йәшәргә кәрәк, тиһә берәүҙәр, икенселәр үлемһеҙ булырға хыяллана, сәләмәт йәшәргә теләй. Әлеге хирург та кешелекте әжәлдән азат итәм тип оран һалған бит. Бер яҡтан уйлағанда, ысынлап та, кеҫә телефонынан шылтыратып, әллә нисәмә саҡрым йыраҡлыҡтағы әсәйебеҙҙең хәлен белеп, гонаһ ҡылмайбыҙ ҙабаһа. Бер дин әһеле әйтмешләй, элек ишәктә йөрөй инек, хәҙер самолетта осабыҙ. Телефон телефон менән, ә бында кеше башы тиерһегеҙ. Шулай шул. Нисек кенә булмаһын, бер һорау борсой: бына йәнебеҙ ҡайҙа һыйыныр һуң ул саҡта? Үлгән кәүҙәлә ҡалырмы, әллә баш менән бергә күсенерме?! Вәт мәсьәлә, атаң башы...