Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иләүгә ябырылған ҡорт
Упҡын шул тиклем тәрән, уға олатайҙар ҙа, атайҙар ҙа, ейәндәр ҙә ҡолай: медицина фәндәре докторы А. В. Немцовтың мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә алкоголгә һәм уға бәйле башҡа сәбәптәр арҡаһында көн һайын ике мең самаһы кеше үлә!


Халҡыбыҙҙы ялмап алған эскелек үҙенән-үҙе килмәгән, ул яһалма рәүештә индерелгән. Бөгөн иһә йәмғиәтебеҙ ломехуза ҡорттары ингән ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Улар тураһында Г. Шовен үҙенең “От пчелы до гориллы” тип аталған китабында бына нимә тип яҙа: “Ломехузалар ҡырмыҫҡа иләүенә инеп, йомортҡа һала, ә бер нимә уйламаған ҡыр­мыҫҡалар сит тоҡомдо туйындыра бирә. Шул арала аппетиты шәп ҡарышлауыҡ үҙенең хужаларын да ашай башлай. Уңайы тура килгәндә, улар ҡырмыҫҡа ҡарышлауыҡтарын да ашап ҡуя. Әммә хужалар уларҙы ҡыумай, сөнки ломехуза һәр саҡ артҡы аяғын күтәреп, трихомаларын – ҡырмыҫҡа ҡомһоҙланып ялаған еүеш төксәләрен сығарырға әҙер генә тора.
Ҡырмыҫҡалар бер хәсрәтһеҙ төк­сәләр бүлеп сығарған наркотик шы­йыҡсаны эсә. Трихомаларҙың бүлен­дегенә өйрәнеп, эшсе ҡырмыҫҡалар үҙҙәрен генә түгел, тотош иләүҙе үлемгә дусар итә. Улар үҙҙәренең бәләкәй генә донъяһы, үлгәнсе бил бөгөүҙе талап иткән меңәрләгән эше тураһында бөтөнләй онота; улар өсөн үлемгә илтеүсе һәм бурыс хаҡында оноторға мәжбүр иткән ҡәһәрле трихомаларҙан башҡа бер нәмә лә юҡ. Тиҙҙән ҡыр­мыҫҡалар үҙҙәренең ер аҫты гале­реяһы буйлап хәрәкәт итә алмай башлай: яҡшылап туҡландырылмаған ҡарышлауыҡтары ғәрип ҡырмыҫҡалар булып үҫә. Бер аҙ ваҡыттан һуң иләү бөтөнләй көсһөҙләнә һәм юҡҡа сыға, ә ломехуза ҡорттары яңы ҡорбан эҙләп, күрше иләүгә юллана...”
Кешелек йәмғиәтендәге бындай “ҡорттар” хеҙмәтте бүлешеп башҡара: берәүҙәр наркотик, иҫерткес шыйыҡса менән тәьмин итә, икенселәр үҙ ҡарамағында булған матбуғат, телевидение һәм башҡа киң мәғлүмәт сараларын файҙаланып, хеҙмәт һөйгән “ҡырмыҫҡа”ларҙы идеологик яҡтан эшкәртә, өсөнсөләр... туҡтауһыҙ байрамдар уйлап сығара. Тағы ла эсергә, эсергә, эсергә... Шулай итеп, бик күптәрҙә алкоголгә психик һәм психологик бәйлелек барлыҡҡа килә, уларҙың күпселеге алкоголь ҡулланыу һөҙөмтәһендә һәләк була, төрмәгә эләгә, эшен, ғаиләһен юғалта... “Байрамдарҙы мин һуғыш көткән, ҡара болот ябырылған кеүек ҡаршылайым, – ти бер ауыл кешеһе. – Бер генә байрам да үлемһеҙ тамамланмай. Байрамдарҙа кемделер үлем көтә. Миңә байрамдар ҡурҡыныс бер нәмә кеүек тойола. Эш көндәрендә кешеләр эшләй һәм ял итә, байрамдарҙа уларҙың күпселеге йыртҡыс хайуанға әйләнә”.
Башҡортостан ауыл-ҡалаларының йәмәғәт урындарын тәүлек әйләнәһенә спиртлы эсемлектәр, һыра һатҡан киоскылар, магазиндар баҫҡан. Был үҙе үк геноцид сәйәсәтенең бер өлөшө булып тормаймы ни? Шул рәүешле халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре аяҡ аҫтына һалып тапалмаймы, халыҡты һаҡлап торған йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ емерелмәйме? Ни өсөн өндәшмәйбеҙ? Ата-әсәләр, өлә­сәйҙәр, олатайҙар, ниңә һеҙҙең тауы­шығыҙ ишетелмәй? Нимә көтәбеҙ? Нимәгә өмөтләнәбеҙ?
Беҙҙең хатта көрәш яланында яңғыҙ ҡалғанда ла ҡул ҡаушырып ултырырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Атай-олатайҙар хаҡын­дағы хәтер һәм балаларыбыҙҙың киләсәге тураһындағы уйҙар беҙҙе бергә тупларға тейеш!


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә